Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡағыҙҙа ғына ҡалмаһын ине
Ҡағыҙҙа ғына ҡалмаһын ине
Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты менән берлектә мәғариф тураһында яңы ҡануниәт шарттарында туған телдәрҙе өйрәтеү мәсьәләләренә арналған төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференция булды.


Сараға, сибайҙарҙан тыш, Баймаҡ, Әбйәлил, Белорет, Хәйбулла, Архангел райондарынан, Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан ҡунаҡтар саҡырылғайны. Фекер алышыуҙа БДУ-ның Сибай институты директоры Зиннур Йәрмөхәмәтов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Румил Аҙнабаев, республика мәғариф министрының беренсе урынбаҫары Руслан Хәбибов һәм башҡалар ҡатнашты.
Билдәле булыуынса, Сибай институты үҙен көньяҡ-көнсығышта ғына түгел, тотош республикала мәғариф, фән, мәҙәниәт үҙәктәренең береһе итеп танытты. Әле унда 20-нән ашыу йүнәлеш буйынса белгестәр әҙерләнә. Уҡыу йорто йәштәр күңеленә милли рух һеңдереүҙе төп бурыстарының береһе итеп күрә: башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктә урынлашҡан белем усағында башҡаса тәрбиә алып барыу мөмкин дә түгелдер.
Халҡыбыҙҙы борсоған бөгөнгө мәсьәләләр, әлбиттә, Сибай институтын да урап уҙмай. Был йәһәттән уҡыу йорто Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты, урындағы йәмәғәт ойошмалары менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Институтта быға ҡәҙәр ҙә төрлө мәсьәлә буйынса юғары кимәлдәге саралар үткәрелә килде.
— Мәғариф өлкәһендә барған ҡулайлаштырыу ауыл мәктәптәренең күпләп ябылыуына килтерә, — тип әсенеп һөйләне әлеге конференцияла Зиннур Йәрмөхәмәтов. — Һөҙөмтәлә таяҡтың ауыр башы беҙҙең милләткә төшә, халҡыбыҙҙы, телебеҙҙе һаҡлау мәсьәләһе киҫкенләшә.
Билдәле булыуынса, былтыр 1 сентябрҙә “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында”ғы Закон көсөнә инде. Ҡануниәттә дәүләт телдәрен, туған телдәрҙе уҡытыу гарантияланды, быға ҡағылышлы айырым статья ла бар. Шуға ҡарамаҫтан, төп дөйөм белем биреү федераль стандартына (ФГОС) һылтанып, ҡайһы бер мәктәптәрҙә башҡорт теле дәрестәрен бөтөнләй бөтөрөп ҡуйғандар. Миҫалды ситтән эҙләйһе түгел: элегерәк Сибайҙа 120-гә яҡын башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы эшләһә, әле улар — ни бары 40 тирәһе. Был, әлеге лә баяғы, беҙҙең милләт өсөн хәүефле: телен, тарихын, мәҙәниәтен белмәгән маңҡорттар артасаҡ.
Шул уҡ ваҡытта башҡорттарҙағы күп кенә ер-һыу атамаһының халыҡ телендә, юл күрһәткестәрҙә, хатта ҡайһы бер карталарҙа боҙоп ҡулланылыуын күҙәтергә мөмкин. Мәҫәлән, беҙҙең яҡтағы Төйәләҫ — “Худолаз”, Һаҡмар Ҡағыҙҙа ғына ҡалмаһын ине— “Сакмара”, Әбйәлил районындағы Яҡтыкүл — “Банное”, Бөрсөнсө “Желтое” тип боҙолған. Башҡа ерҙәрҙә лә ошондай осраҡтар күп.
— Мәғариф өлкәһендә барған үҙгәрештәр Сибай институтының яҙмышына ла хәүеф менән янай, — тип борсолоуын белдерҙе Зиннур Йәрмөхәмәтов. — Мәҫәлән, элгәре йылдарҙа институттағы башҡорт теле һәм әҙәбиәте, тарих, музыка, физкультура һәм спорт, юриспруденция буйынса белгестәр әҙерләнгән бүлектәр республика ҡаҙнаһынан финанслана ине. Әммә 2013/14 уҡыу йылынан был эш Башҡортостандың Мәғариф министрлығы тарафынан туҡтатылды. Түләүле уҡыу 60 мең һумдан ашыуға төшә. Был хаҡ Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәре өсөн дә бер үк, әммә ул ауылда йәшәгән милләттәштәребеҙ өсөн ярайһы уҡ ҙур. Ошо сәбәпле, башҡорт балалары тәшкил иткән был бүлектәргә ағымдағы уҡыу йылында бер студент та ҡабул итә алманыҡ. Заманса йыһазландырылған аудиториялар буш тора...
Зиннур Ғөбәйҙулла улы кәңәшмәлә әйтелгән һүҙҙәрҙең иғтибарһыҙ ҡалмаҫына, ҡабул ителгән ҡарарҙың юғарылағы органдарға еткерелеренә ышаныс белдерҙе.
Башҡортостан мәғариф министрының беренсе урынбаҫары Руслан Хәбибов иһә сығышында аныҡ һандар аша республикала туған телде уҡытыу торошона тулы байҡау яһаны. Ә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Буранбай Күсәбаевтың әйтеүенсә, күп кенә башҡорт мәктәптәренең башланғыс кластарында предметтар урыҫса уҡытыла, ҡалаларҙа ла ҡайһы бер директорҙар дәүләт телен һәм туған телдәрҙе уҡытыуға аяҡ сала. Алда әйтеп үтелгәнсә, бындай күренештәрҙең милләтебеҙҙең тарҡалыуына, йәштәребеҙҙең рухһыҙ булып үҫеүенә килтереүе бик ихтимал.
Конференцияла шулай уҡ башҡорт теленә дәүләт статусы яулау тарихына, хәҙерге милли мәғариф торошона бәйле сығыштар булды. Унан һөйләшеү биш секцияла дауам итте. Туған телде уҡытыу һәм үҫтереү мәсьәләһе төп тема булып ҡалды.
“Башҡортостан” гәзитен уҡыусылар Мәрйәм Бураҡаева, Рафаэль Аҙнағолов, Ләлә Бейешева кеүек арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең фекерҙәре менән даими танышып бара. “Туған телеңде белмәй тороп, башҡаларын яҡшы итеп өйрәнеү мөмкин түгел”, — ти улар. Мәҫәлән, беҙҙең балалар барыбер башҡортса уйлаясаҡ, фекерләйәсәк, шуға күрә уларҙы башланғыс кластарҙа булһа ла мотлаҡ туған телендә уҡытыуҙы хәстәрләргә кәрәк. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, милләттәштәребеҙ араһында быны аңлап еткермәгәндәр күп. Хатта ошо конференцияға йыйылған зыялыларыбыҙ араһында ла балалары башҡортса белмәгән, ейән-ейәнсәре менән үҙебеҙсә һөйләшә алмаған кешеләр булыуы күңелде әрнетте. Мәрйәм Бураҡаева әйтеүенсә, ошондай хәлдә телем тип яр һалыуҙан ни фәтүә?!
Ошоға бәйле конференцияла “балаларыбыҙҙа рух тәрбиәләү ғаиләнән башланырға тейеш” тигән фекер яңғырауы өмөт уятты. Бөгөн бит күп кенә милләттәшебеҙ “Үҙем башҡортса уҡып, кеше була алманым, ғүмер буйы ҡара эштә эшләнем. Балаларым, ейәндәрем шуға ла урыҫса белем алһын” тигән ҡарашта. Шул уҡ ваҡытта, ни өсөндөр, милләтебеҙҙе күтәргән ысын талант эйәләренең барыһының да тиерлек ауылда тыуып, милли мәктәптә белем алғаны хаҡында онотоп ебәрәбеҙ. Ошо ябай ғына хәҡиҡәтте һәр кем ныҡлы аңлап, халҡы алдында яуаплылыҡ тойоп, балалары күңеленә тәүҙән үк илһөйәрлек, телһөйәрлек тойғоларын һалһа, киләсәктә бөгөнгөләй хәүефле күренеш, ҡырҡыу мәсьәләләр булмаҫ ине. Тел бит тәғәйенләше тулыһынса үтәлгәндә генә йәшәй.
Ғөмүмән, БДУ-ның Сибай институтында ойошторолған фекер алышыу һәр кемде уйландырғандыр, күптәр үҙен борсоған һорауҙарға яуап тапҡандыр тип ышанғы килә. Тик ҡабул ителгән ҡарарҙар ҡағыҙҙа ғына ҡалмаһын, тейешле органдарға еткерелһен ине.


Автор: Кәримә УСМАНОВА. Район: Сибай ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә