Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тарихты ижад итәләрме?
Тарихты ижад итәләрме?
Яңы уҡыу йылынан мәктәптәрҙә Ватан тарихы программа буйынса түгел, ә концепцияға ярашлы өйрәнелә башлаясаҡ. Рәсәйҙең мәғариф министры Дмитрий Ливановтың аңлатыуынса, яңы дәреслектәр яҙыу өсөн йыл ярым-ике йыл ваҡыт кәрәк. “Быға саҡлы ҡулланылған дәреслектәргә ни булған һуң?” тигән һорау тыуыуы тәбиғи.


Эш шунда: үҙгәртеп ҡороу осоронда һәм уның дауамы булған баҙар иҡтисады дәүерендә ил тарихында бик күп “аҡ тап” барлығы, Рәсәй йылъяҙмаһын нисек уңайлы, шулай боҙоп күрһәтеү, бер яҡлы аңлатма биреү күренештәренең бихисаплығы асыҡланды. Уларҙы танымай, етешһеҙлек һәм хаталарҙы төҙәтмәй тороп, үҫеп килеүсе быуынға тарихи белем биреүҙе объектив нигеҙгә ҡороп булмай ине.
Уҙған аҙнала Президент Владимир Путин тарих буйынса Рәсәй Фәндәр академияһының Дөйөм тарих институты директоры академик Александр Чубарьян етәкселегендә әҙерләнгән уҡыу-методик комплексы менән танышты. Күп кенә дәреслектәр “идеологик сүп-сар”ҙан торҙо, һәм улар халыҡ тарафынан ҡабул ителмәй, тине Кремль башлығы. Президент фекеренсә, совет халҡының фашизмды еңеүҙәге өлөшөн танымаҫҡа тырышыу менән килешергә ярамай.
Рәсәй тарихына бындай мөнәсәбәттең, әлбиттә, күп быуаттарҙан килгән объектив һәм субъектив сәбәптәре бар, һәм ул ил йылъяҙмаһын, шәхси күҙлектән сығып, бер яҡлы яҡтыртыуға, хатта ижад итеүгә ҡағыла. Несторҙың “Повести временных лет” тигән хеҙмәтен тәү башлап мөхәррирләргә әмер биргән Владимир Мономахтың ҡул арты еңел булып сыҡҡандыр. Рәсәй тарихында варягтар (Рюрик улдары) дәүләте – урыҫ дәүләтенең нигеҙ ташына, шул уҡ варягтарҙың Холмгард республикаһы (хәҙерге Бөйөк Новгород ҡалаһы) урыҫ парламентаризмының сағылышына әүерелә. Урҙа мырҙаларының вариҫы Николай Карамзин да Рәсәй империяһы тарихын ижади һүрәтләүгә ҙур өлөш индерә: ауырыу Александр “Невский” исеме менән – полководецҡа, ә Дон йылғаһын бер ҡасан да күрмәгән Дмитрий, “Донской” фамилияһы алып, милли батырға әйләнә. Ә инде совет осоронда ижад ителгән йылъяҙманы хәҙер интернет селтәренән дә уҡып була. Ошоларҙы “идеологик сүп-сар” тип атаманымы икән Владимир Путин?
Шул уҡ ваҡытта уның “мәктәп уҡыусыларына Рәсәйҙең төрлө халыҡтар, традициялар һәм мәҙәниәттәр берләшеүе һөҙөмтәһендә тыуғанын сағылдырған дәреслек кәрәк” тигән фекере етди һәм нигеҙле аңлатмаға мохтаж. Нисек кенә шымартырға тырышма, батшалар дәүерендәге баҫып алыу сәйәсәтен бындай нәсихәт артына йәшереп бөтөрөү мөмкин түгел. Уны “борон-борондан урыҫтыҡы булған ерҙәрҙе йыйыу”, “үтеп инеү”, “буйһондороу”, “алыу”, “ҡушыу” кеүек төшөнсәләр менән алмаштырырға маташыуҙы урыҫ булмаған халыҡтар ғәҙел тип баһаламай. Урта Азия һәм Кавказдан ағылған мигранттар мәсьәләһенең тап шул сәйәсәттең логик дауамы икәнен аңлау өсөн әллә ни аҡыл да кәрәкмәй.
Тарих дәреслектәрендә ошоғаса урын алып килгән “татар-монгол иҙеүе”н “Урҙа иҙеүе”нә, 1917 йылғы ике инҡилапты һәм граждандар һуғышын “Бөйөк Рәсәй революцияһы”на, совет осорон “яңыртыуҙың совет варианты”на алмаштырып ҡына, ысынбарлыҡты сағылдырып булмай торғандыр. Хәлдәрҙең асылы унан ғына үҙгәрмәй бит, ә бына уларҙың логик сәбәптәрен асып биреү бик ауыр буласаҡ. Мәҫәлән, боронғо урыҫ дәүләте йылъяҙмаһы боҙоп күрһәтелгән икән, унан һуңғы ваҡиғалар теҙмәһе лә шик тыуҙыра. Империя тарихын уны тәшкил иткән һәр халыҡ өсөн бер күҙлектән яҙыу мөмкин түгел. Әгәр ошондай маҡсат ҡуйыла икән, унда идеологик сүп-сар ысынлап та мул буласаҡ. “Һәр халыҡ үҙ тарихын үҙе яҙырға бурыслы”, тигән башҡорттоң мәшһүр улы Ризаитдин Фәхретдин. Сөнки кемдәрҙер күҙлегенән “Башҡортостанды Рәсәйгә ҡушыу” алдынғы күренеш иҫәпләнһә лә, башҡорттарҙың ошо уҡ күренешкә ҡарашы башҡасараҡ булыуы тәбиғи. Бының менән иҫәпләшергә теләмәү демократик дәүләт ҡанундары, фекерҙәр төрлөлөгө менән һис кенә лә ярашмай.


Автор: Мәхмүт ХУЖИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә