Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » ДИНИ ТӘРБИӘ ОРЛОҠТАРЫ КҮҢЕЛ АША ҒЫНА ҺАЛЫНА
ДИНИ ТӘРБИӘ ОРЛОҠТАРЫ КҮҢЕЛ АША ҒЫНА ҺАЛЫНА
Мәрйәм БУРАҠАЕВА,
яҙыусы, Рәсәй дөйөм белем биреү мәктәптәренең почетлы хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры


Егерме һигеҙенсе дәрес

1. "Ислам мәҙәниәте нигеҙҙәре"

"Ислам сәнғәте"


Башҡорттарҙа орнамент менән биҙәү булғанмы? Өйөгөҙҙә боронғо балаҫтар йәки кейем, ағас һауыттар, боронғо һандыҡ бармы? Ислам дине орнаменты менән башҡорттарҙың милли биҙәктәре ни яғы менән айырыла? Уҡыусыларҙы уларҙың өлгөләре менән таныштырыу яҡшы булыр.
Дин һәм милли сәнғәт бер-береһен байыта. Ислам һүрәт, кеше һыны төшөрөүҙе тыйһа ла, орнамент ныҡ алға киткән. Уҡыусыларға матур яҙыуҙың — каллиграфияның — сәнғәт төрө булыуын аңлатырға кәрәк. "Ҡөрьән"де биҙәү, уны "Аллаһ һүҙе" тип ҡәҙерләү тураһында хәтергә төшөрөү, китаптың ҙур байлыҡ икәнлеген зиһенгә һеңдереү мөһим. Әлбиттә, хәҙер Интернет аша бихисап мәғлүмәт килә, әммә китаптан алынған белем күпкә юғары, ышаныслы. Уҡыусыға ошо айырманы аңлатып китеү отошло булыр.

2. "Донъя диндәренең мәҙәниәт нигеҙҙәре"

"Ғаилә"


Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тулы булмаған ғаиләләр көндән-көн тиерлек ишәйә. Шуның өсөн дә, ҡайһы бер уҡыусыла ата-әсәһенең яңылыш аҙымы йәки уңышһыҙлығы арҡаһында кәмһенеү тойғоһо барлыҡҡа килмәһен өсөн, унан яҙма эш башҡартыу яҡшы булыр. Мәҫәлән, "Ниндәй ғаиләлә йәшәргә теләр инең?" тигән теманы һайларға мөмкин. Яҙма аша уның эске кисерештәрен тойоп, бәлки, артабанғы яҙмышына үҙгәрештәр индереү, ярҙам итеү мөмкинлеге асылыр. Әлбиттә, алдан уҡ: "Ни теләһәгеҙ, шуны яҙығыҙ: минән башҡа бер кем дә уҡымаясаҡ", — тип иҫкәртеп ҡуйыу мөһим. Был эш фәҡәт балаға ярҙам итеү йөҙөнән башҡарылһын.

Хәҙис шәрифтәр

Артҡан һайын халҡым — өммәтем,
Өммәтемдең дәрте-һиммәте —
Арта барыр минең ғорурлығым,
Мөьминдәрҙең ҡәҙер-ҡиммәте.


* * *

Нәҫел-шәжәрәне ономағыҙ,
Ҡәрҙәштәргә йышыраҡ барығыҙ.
Хәлен белеп, күҙенә ҡарағыҙ.
Йөрөшкәндә, туған алыҫ түгел,
Алыҫ булғанда ла арағыҙ.
Йөрөшмәгән туған яҡын түгел,
Яҡын булғанда ла арағыҙ.


3. "Донъяуи этика нигеҙҙәре"

"Ғаилә байрамдары"


Уҡыусыға иң тәүҙә шуны аңлатырға кәрәк: тулымы, түгелме, ғаилә үҙ исеме менән атала. Бергәләп уҙғарыла торған байрамдарҙы яҙып ҡуйһындар: тыуған көндәр, сабый тыуыу, ҡунаҡ килеү, яҡын туғаның менән күрешеү һәм башҡалар. Уларҙың барыһы ла — күркәм йолаға әйләнгән күренеш. Уҡыусылар ғаилә байрамдарын нисек уҙғарыуы хаҡында бәләкәй инша яҙһын.

Егерме туғыҙынсы дәрес

1. "Ислам мәҙәниәте нигеҙҙәре"

"Мосолман байрамдары"


* Ҡорбан байрамы Зөлхизә айының унынсы көнөнән башлана.
* Ураҙа байрамы Рамаҙан айы аҙағында, шәүүәлдең беренсе көнөндә, Ураҙа тамамланғас билдәләнә.
* Рәжәп байрамы Рамаҙан айының 27-се көнөндә билдәләнә.
Мосолмандарҙа Науруз байрамы ла бар. Ул "яңы көн" тигәнде аңлата. Науруз 21 мартта көн менән төн тигеҙләшкән саҡта билдәләнә. Унда майҙанға иген шыттырып алып сығалар, байрамға килгәндәрҙе ҡурмас ҡыҙҙырып һыйлайҙар. Шулай уҡ йыр-бейеү, музыка ҡоралдарында уйнау, сәсәнлектә ярышыу ойошторола.

2. "Донъя диндәренең мәҙәниәт нигеҙҙәре"

"Бурыс. Азатлыҡ. Яуаплылыҡ. Хеҙмәт"


Һәр кемдең үҙ бурыстары бар. IV класс уҡыусыларыныҡы — уҡыу. Бынан тыш, үҙен тәртиптә тотоу, дәресен әҙерләү, ял итеү, тейешенсә йоҡлау, спорт менән шөғөлләнеү, өйҙәгеләргә мөмкин тиклем ярҙам итеү. Әлбиттә, һәр кеше ирекле: был бурыстарҙы теләһә — үтәй, теләмәһә — юҡ. Әммә һәр кемдә эске яуаплылыҡ, намыҫ төшөнсәһе бар. Әйтәйек, өлкән кеше иҙән йыуып йөрөй икән, дәресем күп тигән һылтау менән уны ҡарап ултырмаҫһың бит. Шуның кеүек, эске бурыс, намыҫ алдында яуаплылыҡ һәр саҡ өҫтөнлөк алырға тейеш.

Хәҙис шәриф

Мул тормошҡа бикле ҡапҡа,
Хеҙмәт — асҡыс шул йоҙаҡҡа.


3. "Донъяуи этика нигеҙҙәре"

"Кеше ғүмере — иң юғары әхлаҡи ҡиммәт"


Кешелек донъяһы, әлбиттә, әҙәм балаларынан хасил. Уларҙың ҡул көсө менән — матди, ә аҡылы аша рухи байлыҡ бар ителгән. Тимәк, кеше — донъялағы төп ҡиммәт. Уның ғүмере үҙе генә түгел, йәмғиәт өсөн дә иң ҙур байлыҡ. Шуға күрә лә халыҡтың йәшәү шарттарын яҡшыртыу, сәләмәтлеген һаҡлау, белемле булыуын хәстәрләү мөһим.
Өҫтәүенә, һәр кем ғаиләһе өсөн ҡиммәтле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы берәүҙәр, ғүмер ҡәҙерен аңлап етмәйенсәме, сәләмәтлегенә зыян килтерә торған шөғөлдәргә тартыла: тәмәке тарталар, иҫерткес эсемлек, хатта наркотик ҡулланыусылар байтаҡ. Бындай ҡырын юлға баҫыуы еңел, әммә унан ҡотолоуы ифрат ауыр — уҡыусыларға ошоно аңлатырға, балаһының насар ғәҙәте ата-әсәгә ни тиклем ҙур ҡайғы икәнлеген төшөндөрөргә кәрәк. Һәр төрлө осраҡта ифрат ҙур байлыҡтың — ғүмерҙең — ҡәҙерен белеү мөһимлеген күңелдәргә һеңдереү зарур.

Утыҙынсы дәрес

1. "Ислам мәҙәниәте нигеҙҙәре"
2. "Донъя диндәренең мәҙәниәт нигеҙҙәре"
3. "Донъяуи этика нигеҙҙәре"

"Ватанды һөйөү һәм ихтирам"


Бөтөн дәрестәр ҙә ошо тема менән тамамлана. Илһөйәрлек хаҡында һөйләгән саҡта башҡорттарҙың Ватанын ныҡ яратҡаны һәм уны һаҡлау өсөн һәр саҡ берҙәм яуға ташланғаны тураһында әйткәйнек. Ғөмүмән, был тойғо Рәсәйҙә йәшәгән барлыҡ халыҡтарға ла хас. Ә оло Ватанға ҡарата ҙур һөйөү иң бәләкәй урындан — тыуған йорттан — башлана. Ил төрлө ҡоролошҡа дусар була, дәүләт етәкселәре алмашына, әммә изге ерең, ата-бабаң һаҡлап, ҡурсалап алып ҡала килгән тыуған төйәгең мәңгелек. Уҡыусылар әлегә уға һөйөүҙе тырышып уҡыуы, тәртибе аша сағылдырырға тейеш. Был һыҙаттар — илдең бәҫен күтәрерлек көстөң нигеҙе. Илебеҙҙең, төбәгебеҙҙең ошондай сифатҡа эйә бөйөк шәхестәре хаҡында уҡыусыларҙан һөйләтеү отошло булыр. Шулай уҡ дөйөм предмет буйынса алынған мәғлүмәт, белем тураһында һәр бала менән айырым фекер алышырға мөмкин.

РЕДАКЦИЯНАН. Хөрмәтле уҡытыусылар! "Ағинәй дәрестәре" барығыҙ өсөн дә файҙалы булғандыр, тип ышанабыҙ. Ошондай йүнәлештәге эш артабан да барасаҡ: Мәрйәм Бураҡаева һеҙҙең иғтибарға башҡа төрлө тема буйынса дәрес өлгөләрен тәҡдим итергә йыйына. Уға һорауҙарығыҙ, үтенестәрегеҙ булһа, редакцияға мөрәжәғәт итегеҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 14

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 10

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 13

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 15

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 26

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 23

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 28

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 21