Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тәләфләргә ярамаған “утрауҙар”
Тәләфләргә ярамаған  “утрауҙар”Үткән быуат аҙағында киң билдәле Америка геологы һәм антропологы У. Дж. Макги үҙенең “Өс йөҙ йыллыҡ һуғыш” тигән китабында (кешенең тәбиғәткә ҡаршы һуғышы тураһында һүҙ бара!) былай тип яҙғайны: ”Ҡырағай йәнлектәрҙе буйһондорғанда кеше уларҙың ҡулға эйәләштереп булғандарын ғына ҡалдырырға, бүтәндәрен ҡырып бөтөрөргә тырышҡан”. Хәҙер кешене тәбиғәттең хужаһы тип иғлан иткән лозунгтар күренмәй, йыш ҡабатланған ҡоролоҡтар һәм оло ташҡындар ҙа хәлдең ҡатмарлана барыуын аңғарта. Ной үҙенең кәмәһенә берәр пар булһа ла йәнлектәрҙе йыйған һымаҡ, планетаның айырым өлөштәрен ҡурсаулыҡтар итеп ҡалдырырға ынтыла бөгөн әҙәм балаһы.
Беҙҙең республикала “Башҡортостан Уралы” биосфера резерватын ойоштороу тураһында гәзитебеҙ яҙып сыҡҡайны инде. Ҡурсаулыҡтар көнөн билдәләгәндә, ошо темаға ҡабаттан әйләнеп ҡайтыу зарур: был яңы эш беҙҙең туған тәбиғәтебеҙ өсөн үтә мөһим, һәм ул һүнеп ҡағыҙҙа ғына тороп ҡалмаһын өсөн йәмәғәтселектең иғтибарынан ситтә булырға тейеш түгел.
Тәүҙә буласаҡ резерват эсенә инәсәк тәбиғәт урындарын иҫкә төшөрәйек. Ер йөҙөндә тиңе булмаған хазина бына ошолар:

“Шүлгәнташ” дәүләт ҡурсаулығы

Көньяҡ Уралдың көнбайыш һыртында Бөрйән районы территорияһында урынлашҡан. Дөйөм майҙаны — 22 531 гектар. Бөтөн донъя тәбиғәте өсөн үҙенсәлекле Бөрйән бал ҡорто популяцияһы ошо ҡурсаулыҡты ойоштороу өсөн нигеҙ итеп алына. Территорияһының 92 процентын киң япраҡлы ҡатнаш һәм ылыҫлы урман тәшкил итә. Ҡурсаулыҡ штатында 90-дан ашыу кеше эшләй, улар араһында ғалимдар ҙа бар. Ҡырағай йәнлектәрҙән бында һоро айыу күп осрай. Ситтән бал ҡорттары килтереү арҡаһында урындағы бал ҡортоноң генофондын боҙолоуҙан һаҡлап ҡалыу ҙур проблемаға әйләнде.

Тәләфләргә ярамаған  “утрауҙар”“Башҡортостан” милли паркы

Көньяҡ Уралдың көньяҡ-көнбайыш һырттарында Бөрйән, Күгәрсен һәм Мәләүез райондары ерендә урынлашҡан. Дөйөм майҙаны — 92 мең гектар, парк территорияһына 3,8 мең кеше йәшәгән 15 ауыл да инә. Йыл һайын милли паркка 30 мең самаһы турист килә. Уларҙы иң ылыҡтырған урындар – Нөгөш һыу һаҡлағысы, Ағиҙел һәм Нөгөш ярҙары. Ҡотоҡ шарлауығында спелеологтар өсөн туристик маршрут бар.

Тәләфләргә ярамаған  “утрауҙар”“Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркы

Киңлеге 8-10 км булған парк көньяҡтан төньяҡҡа 28 километрға һуҙылған. Төп ҡомартҡылары – мәмерйәләр, улар бында 40-тан ашыу. Хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһы иҫ киткес бай. Туристар ғәҙәттә Оло Эйек ярында Иҫке Мораҙым мәмерйәһе эргәһендә туҡтарға ярата. Парк еренә инеү түләүле.

Тәләфләргә ярамаған  “утрауҙар”“Алтын Солоҡ” зоологик заказнигы

Бөрйән районының төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан. Заказник был урынды тәбиғи килеш һаҡлап ҡалыу маҡсатында булдырылған. Борон солоҡсолоҡ Европаның күп илдәрендә таралған, әммә хәҙер уны тәбиғәттең ошо өлөшөндә генә барлыҡ тулылығында осратырға мөмкин. Бындағы бал ҡортоноң популяцияһы ла солоҡсолоҡ ысулы арҡаһында ғына юғалмай ҡалған.

“Ыҡ” зоологик заказнигы

Күгәрсен районының көнсығышында Оло Эйек менән Кесе Эйек араһында ята. Ойошторолоуының маҡсаты – ғилми һәм мәҙәни яҡтан ҡиммәтле ҡырағай йәнлектәрҙе һәм уларҙың йәшәү шарттарын һаҡлау. Мышы, ҡабан сусҡаһы, ҡоралай, айыу, һеләүһен, төлкө, аҡ ҡуян, шәшке һәм башҡа төрҙәр айырыуса ҡәҙерләп һаҡланыла. Һоро торна, бөркөт, өкө, осар тейен, ҡама, ағуна Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Тәләфләргә ярамаған  “утрауҙар”Яңы статус ҡасан булыр?

— Биосфера резерватын ойоштороу буйынса ведомство-ара эш төркөмө төҙөлдө, — ти Башҡортостан Республикаһының Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығының айырым һаҡланыусы тәбиғәт территориялары менән эшләү һәм биологик төрлөлөк бүлеге етәксеһе Эльвира Ҡорбанаева. – Өфө ғилми үҙәгенең Биология институты, “Шүлгәнташ” ҡурсаулығы һәм “Башҡортостан” милли паркы, “Башҡортостан Уралы” биосфера резерватына тейешле статус биреүҙе һорап, ЮНЕСКО-ға мөрәжәғәт итте. Бөрйән, Ишембай, Йылайыр, Күгәрсен һәм Мәләүез райондары хакимиәттәре ризалыҡ бирҙе. ЮНЕСКО был ғаризаны быйыл ҡарарға тейеш. Ул июнь-июль айҙарында хәл ителер тип көтәбеҙ.

Мәғлүмәт:
Рәсәйҙә барлығы 101 ҡурсаулыҡ эшләй. Дөйөм алғанда, улар Рәсәй территорияһының 2 процентын тәшкил итә. Башҡортостанда өс ҡурсаулыҡ, ике милли парк, 30 заказник һәм 150 тәбиғи ҡомартҡы бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өс ҡурсаулыҡ та тау-урман зонаһында урынлашҡан, ә республика флораһының ҙур өлөшө тупланған дала зонаһында бер ҡурсаулыҡ та юҡ. “Асылыкүл” һәм “Ҡандракүл” парктары Урал алды далаларын бер аҙға һаҡлай, ләкин парктарҙа биотөрлөлөктө һаҡлау дәрәжәһе ҡурсаулыҡтарға ҡарағанда түбәнерәк.
Рәшит Кәлимуллин әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә