Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Ике уҙаманРим Сырлыбаев менән Петр Божеховский заманында халыҡ хужалығының төрлө тармағында уңышлы эшләгән етәкселәр булып танылды, райондың үҫешенә күп көс һалды, шуға күрә абруй һәм хөрмәт ҡаҙандылар. Былтыр уларҙың икеһе лә “Баймаҡ районы һәм ҡалаһының почетлы гражданы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.
Рим Сырлыбаев 1938 йылда Торф ауылында тыуа, Мерәҫ ауылы, Баймаҡ ҡалаһы мәктәптәрендә белем ала. Артабан Стәрлетамаҡ педагогия институтында математика уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштерә. Баймаҡҡа ҡайтҡас, төрлө мәктәптә уҡытыусы, директор урынбаҫары, директор булып эшләй. 1973 йылда ойоштороу һәләтенә эйә булған тәжрибәле педагогты партия район комитетының пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире итеп һайлайҙар. Ете йылдан һуң ул район башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләнә.
Рим Әшрәф улының әйтеүенсә, тормошоноң һынылышлы мәле 1982 йылға тура килә — ул район башҡарма комитеты рәйесе итеп һайлана. 1988 — 1990 йылдарҙа тыуған төбәгенә партия район комитетының беренсе секретары булараҡ етәкселек итә. Был осорҙа район ауылдарында социаль-мәҙәни төҙөлөшкә айырыуса ҙур иғтибар бирелә. 1982 — 1990 йылдарҙа йыл һайын 2-3 типовой мәктәп, 1-2 балалар баҡсаһы, берәр мәҙәниәт йорто төҙөлә. Был, әлбиттә, ауылдарҙы кадрҙар менән тәьмин итеүгә ыңғай йоғонто яһаны. Асфальт юлдар, төҙөкләндереү эштәре ауылдарҙың йөҙөн үҙгәртте.
Ауыл эшсәндәренең өлкән быуыны 80-се йылдар аҙағында райондың иген етештереү һәм һатыу буйынса республикала беренсе булыуын, малсылыҡ тармағының тотороҡло үҫешен әле лә ғорурлыҡ менән иҫкә ала. Бер нисә һан килтерәйек: 1986 йылда игенселәр ҙур күрһәткестәргә өлгәште — бөртөклө культураларҙың уртаса уңышын 28,8 центнерға еткерҙе, тулайым йыйым 300 мең тонна тәшкил итте, ә Тыуған илгә 177 мең тоннанан ашыу иген оҙатылды.
Риф Әшрәф улы ҡайҙа ғына, кем генә булып эшләмәһен, һәр саҡ алдына ҡуйылған бурысты еренә еткереп башҡарҙы. Оҙаҡ йылдар уҡытыусы, абруйлы мәктәп директоры булараҡ, республиканың, РСФСР, СССР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы исемдәренә лайыҡ булды. Ветеран ике тапҡыр республика Юғары Советы Президиумының Почет грамотаһы менән бүләкләнде, 1985 — 1995 йылдарҙа Юғары Совет депутаты һәм Президиум ағзаһы итеп һайланды (икенсе саҡырылышта даими комиссия рәйесе була).
Шуныһы үҙенсәлекле: Рим Сырлыбаев менән Петр Божеховский — ҡорҙаштар, икенсеһе ике айға ғына йәшерәк. Петр Максимович күптән инде һигеҙенсе тиҫтәһен ҡыуалай. Ә бит ул яңыраҡ ҡына йәштәрсә етеҙ хәрәкәтле, ғәйрәте ташып торған ир-уҙаман булараҡ, ҙур яуаплылыҡ менән ауыл хужалығы идаралығы начальнигы вазифаһын үтәп йөрөгән һымаҡ ине. Көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй бик ихлас, тырышып эшләне. Көн һайын райондың күп хужалыҡтарын йөрөп сыға ине. Был уға күп мәсьәләләрҙе ваҡытында һәм дөрөҫ хәл итергә ярҙам итте.
Петр Божеховский пенсия йәшенә еткәс, ветерандан эшен дауам итеүҙе һорайҙар. Ләкин ул вазифаһына йәбешеп ятмаҫҡа, ә ваҡытында эштән китергә һәм яуаплы бурысты йәш етәксегә тапшырырға ҡарар итә.
Петр Максимовичты яҡшы белгән һәр кем уның эшһөйәр булыуын билдәләй. Ә был һыҙат унда бала саҡтан тәрбиәләнә. Тыуған ауылы Кожзаводта, Темәстә, Түбәлә уҡый. Өлгөргәнлек аттестаты менән бергә шофер танытмаһын да ала. Ә бындай бәхет ул заманда бик һирәктәргә эләгә ине.
Урта мәктәпте тамамлағас та Петр туған “Һәүәнәк” совхозында хеҙмәт юлын башлай: автослесарь була, ә бер аҙҙан машина руле артына ултыра. Артабан техниканы һөйөү уны Башҡортостан ауыл хужалығы институтына килтерә. Ул бында инженер-механик һөнәрен алып сыға. Институттан һуң Петр Максимович туған совхозына ҡайта һәм үҙ һөнәре буйынса эш башлай. Тиҙҙән инициативалы, дәртле йәш белгесте партия сафына алалар, артабан партком секретары итеп һайлайҙар. Ә дүрт йылдан һуң ул — партия район комитетының ойоштороу бүлеге мөдире. Бер аҙҙан ауыл хужалығы идаралығы начальнигы итеп ҡуялар.
1982 йылда Петр Максимович “Баймаҡ” тәжрибә хужалығының директоры итеп тәғәйенләнә. Тормошондағы бындай ҡырҡа боролошто ул тыныс ҡабул итә, тиҙ арала коллектив менән уртаҡ тел табып, хужалыҡтың йылдам үҫешенә тос өлөш индерә.
Алты йылдан һуң яҙмыш Петр Божеховскийҙы тағы Баймаҡҡа алып килә: альтернатив нигеҙҙә партия район комитетының икенсе секретары итеп һайлана. Артабан Гостехнадзор инспекцияһын етәкләй. 1995 йылда тағы ауыл хужалығы идаралығы начальнигы вазифаһына саҡырыла.
Петр Максимович тормош юлын бик лайыҡлы үтте тип һис икеләнмәйенсә әйтергә мөмкин. Уның күп йыллыҡ фиҙакәр хеҙмәте “Почет Билдәһе” ордены, миҙалдар, бихисап грамоталар менән баһаланған, уға республиканың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исем бирелгән.
Рим Сырлыбаев менән Петр Божеховский Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантанала райондың хеҙмәт ярышы еңеүселәре булараҡ тәбрикләнде. Тәү ҡарамаҡҡа тыл аҡһаҡалдарының (уларҙың икеһенә лә 73 йәш тулды) иң алдынғы етәкселәр һәм белгестәр иҫәбендә хөрмәтләнеүе ғәжәп тә һымаҡ. Асылда иһә аптырарлыҡ бер нәмә лә юҡ, сөнки улар ауыл хужалығы тармағында эшләүен дауам итә һәм башҡа коллективтарға үрнәк булырлыҡ уңыштарға өлгәшә.
“Баймаҡ ПМК-һы” ойошторған “Толпар” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тап ветерандарҙың тырышлығы менән тотороҡло үҫеш алды. Төҙөүселәрҙең аграр подразделениеһы үҫемлекселек һәм йылҡысылыҡ менән шөғөлләнә. Ә был тармаҡтарға ошо ике уҙаман етәкселек итә лә инде. Хеҙмәтте дөрөҫ ойоштороу, технология талаптарын аныҡ үтәү нигеҙендә ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙе арттырыу мәсьәләһе тора уларҙың иңендә.
“Толпар” йәмғиәте ауыл хужалығы йыл һөҙөмтәләре буйынса юғары күрһәткестәргә өлгәште: үҙ төркөмөндә иген етештереү буйынса районда беренсе урынға сыҡты, йылҡысылыҡ өлкәһендә лә уңышлы эшләне.
Әле йылҡы малы 200 баш, бейәләр 70-тән 100-гә еткереләсәк. Былтыр 575 мең һумға 25 тай һатылған, 20 мең литр ҡымыҙҙан 1 миллион һум табыш алынған.
“Толпар” коллективы өлгәшелгәндәр менән тынысланып ҡалмайынса киләсәктә яңы үрҙәргә артылырға ниәтләй. Һөрөнтө ер майҙанын 1000 гектарға еткерергә иҫәп тоталар, өҫтәмә техника һатып алынасаҡ, йылҡы һаны ла ишәйәсәк. Бына шуға күрә Рим Әшрәф улы Сырлыбаев менән Петр Максимович Божеховский ял тураһында уйламай әле, туған коллективының уңышы өсөн йәштәрсә дәрт менән эшләүен дауам итә. Бәхетле ҡартлыҡ төшөнсәһен бына нисек аңлай абруйлы ир-уҙамандар!
Рәшит ҮТӘЕВ.
Баймаҡ районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә