Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡар тотҡононан кем ҡотҡарыр?
Ҡар тотҡононан кем ҡотҡарыр?
Был хәлдән ҡотолорбоҙмо, юҡмы? Көлөрһөң дә, иларһың да: урамдарҙы һәм юлдарҙы ҡаплаған көрттән автомобиль менән түгел, хатта йәйәүләп тә үтермен тимә. Аллам һаҡлаһын, көтмәгәндә берәй бәлә-ҡаза була ҡалһа, "Ашығыс ярҙам" йә янғын һүндереү машиналары нисек килеп етер икән?


Бер-ике көнлөк яуындан һуң Өфөнөң ҡар тотҡононда ҡалыуы тураһында яҙып сыҡҡайныҡ инде. Тау-тау булып өйөлөп ятҡан көрт, һис шикһеҙ, урамдарҙың тарайыуына килтерә. Шул арҡала бөтәбеҙ ҙә зыян күрәбеҙ: автомобилдәр тығыны барлыҡҡа килә, кешеләр "тимер ат"ын ҡайҙа ҡалдырырға белмәй йонсой (бөтәһенең дә гараж һатып алырлыҡ мөмкинлеге юҡ), "Ашығыс ярҙам" һәм янғын һүндереү машиналары үтә алмай. Буранлы көндәрҙә юлдарҙың һәм урамдарҙың ваҡытында таҙартылмауы автоһәләкәттәрҙең төп сәбәбенә әүерелеп бара. Әлбиттә, бында ғәмһеҙ автомобиль хужаларының да ғәйебе бар – ҡайһы берәүҙәрҙең "тимер ат"ы айҙар буйы юл ситендә тора һәм бөтәһенә лә өҫтәмә мәшәҡәт тыуҙыра. Шулай ҙа уларҙы ғына ғәйепләү дөрөҫ түгел: әгәр урамдар ҡарҙан үҙ ваҡытында таҙартылһа, моғайын да, шул тиклем үк мөшкөл хәлдә ҡалмаҫ инек.
Баш ҡалабыҙҙың күрке булған йүкәләрҙе ҡырҡып булһа ла, урамдарыбыҙҙы киңәйтеүгә өлгәшкәйнек. Тығындарҙан ҡотолдоҡ былай булғас, тип иркен тын алып та ҡуйғайныҡ. Әммә шул ҡәҙәре эштең бер фәтүәһе булмауы ҡыш етеү менән асыҡланды ла ҡуйҙы. Көрттәр өйөлөп ятҡас, юлды киңәйттең ни ҙә, киңәйтмәнең ни? Бәлки, юлдар киңәйтелмәгән булһа, ҡала халҡына бөтөнләй йәйәүләп кенә йөрөргә тура килер ине...
Ысынлап та, ауыл-ҡалаларҙа ҡарҙың ваҡытында таҙартылмауы бөтөн республикабыҙ өсөн ҙур ҡатмарлылыҡ һәм сығым тыуҙыра. Быны, моғайын, аҡылы булған һәр кем төшөнәлер. Ҡарҙы көнөнә бер тапҡыр һөрөп үтеүҙе генә таҙартыу тип атап буламы икән? Һис шикһеҙ, мәсьәләне хәл итеүгә етдиерәк ҡарарға кәрәктер. Көн һайын тиерлек юл фажиғәләренең ҡабатланыуы, "Ашығыс ярҙам" машиналарының тығындан үтә алмай йонсоуы, ҡотҡарыусыларҙың үҙ мәлендә килеп етә алмауы айсбергтың башы ғына. Юлдарыбыҙҙың ваҡытында ҡарҙан таҙартылыуы ошондай хәлдәрҙе саҡ ҡына булһа ла кәметеү мөмкинлеген бирмәҫ инеме ни?

Рәфҡәт ҒАРИФУЛЛИН, Ишембай районының Этҡол ауыл Советы рәйесе:
– Ҡарҙың күп яуыуы бер аҙ мәшәҡәт тыуҙырҙы-тыуҙырыуын. Мәҫәлән, кисә тракторсыбыҙға төнгө икегә ҡәҙәр эшләргә тура килде. Өс ауылда юл тулыһынса таҙартылды, бәләкәйҙәрендә урам араларын ғына таҙартырға ҡалды. Был эштәргә бюджетта ҡаралған аҡса тотонола, беҙҙең менән килешеү буйынса эшләйҙәр. Халыҡтан "көрт аҫтында ҡалдыҡ" тигән ялыуҙар ишеткәнебеҙ булманы, һуңғы ике йылда бөтөн ауылдарға ла юл бар.

Мария ВОИНОВА, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығындағы матбуғат хеҙмәткәре:
– Ысынлап та, янғын һүндереүселәр ҡайһы бер мәлдәрҙә ут тоҡанған урынға ваҡытында барып етеп өлгөрмәй. Автомобилен ярамаған урында ҡалдырғандарҙың ғәмһеҙлеге, шулай итеп, ҡайһы саҡта кеше ғүмерҙәрен ҡыя. Юлды рөхсәтһеҙ шлагбаум менән ҡаплау, урамдарҙа көрттөң йыйылып китеүе лә янғын һүндереүҙә ҙур ауырлыҡ тыуҙыра.
Йорттарға һәм янғын һүндергәндә ҡулланған һыу сығанаҡтарына юл һәр ваҡыт иркенләп үтә алырлыҡ һәм ҡарҙан таҙартылған булырға тейеш. Әгәр ниндәйҙер сәбәптән улар ошо талаптарға яуап бирмәй икән, был турала кисекмәҫтән янғын һүндереү бүлексәһенә хәбәр итергә кәрәк.


Автор: З. РӘШИТОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә