Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Эй, Хоҙайым, үҙең һаҡла...
Эй, Хоҙайым, үҙең һаҡла...
Ялдың тыныс ҡына кисен Яңауыл яҡтарынан килгән ҡурҡыныс хәбәр тетрәндерҙе: күп фатирлы йортта шартлау булған, ҡорбандар араһында бәләкәй балалар ҙа бар...


Йәкшәмбе киске сәғәт 10 тирәһендә ҡаланың Совет урамындағы биш ҡатлы йорттоң дүртенсе ҡатында урынлашҡан фатирҙа газ баллоны шартлай, һөҙөмтәлә биш кеше һәләк була, бишәүһе (икенсе мәғлүмәттәр буйынса — унау), шул иѕәптән бер янғын һүндереүсе төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатыла. Дүрт фатир ныҡ, етәүһе уртаса зыян күрә. Төнгө сәғәт 3-4 тирәһендә генә янғын һүндерелә...
Рәсми сығанаҡтарҙан һәм Интернет селтәренән алынған ҡоро факттар был. Ә улар артында торған кеше ғүмерҙәре, тетрәнеү, үкенес һәм ҡурҡыу тойғолары... Уныһын бер нисек тә баһалап бөтөп булмай шул.
Янғын сығырҙан алда фатирҙа ремонт эштәре бара. Донъяһын матурларға тырышҡан кешеләр ҙур бәлә булыр тип башына ла килтермәй, мәшәҡәттәре менән була. Йорт хужаһы тарттырылмалы түшәм эшләү өсөн газ баллондары ала. Кисен көн һыуытҡас, уны машинанан алып, өйгә индерә...
Шартлауҙың аныҡ ҡына нимәнән барлыҡҡа килгәнен әле белгестәр асыҡлай. Ул шул тиклем көслө була: пластик тәҙрәләрҙе тулыһынса бәреп сығара, күрше фатирҙарға ла йоғонто яһай. Көслө янғындан ҡотолорға тырышып, хужабикә, 32 йәшлек ауырлы ҡатын, тәҙрәнән һикереп, һәләк була. Шулай уҡ уларҙың янындағы фатирҙа уйнаған алты йәшлек, күршеләрҙең 11 йәшлек ҡыҙҙарының, эргәләге фатирҙан 1946 һәм 1970 йылғы әсәле-ҡыҙлы ҡатындарҙың ғүмере өҙөлә. Йорт хужаһы һәм уның 1998 йылғы улы әле дауаханала. Ирҙең тәне — 90, малайҙыҡы 50 процентҡа янған. Шулай уҡ дауаханаға 1983 һәм 1955 йылғы ирҙәр, 1974 йылғы янғын һүндереүсе эләккән.
Фажиғә урынына кисә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та барҙы. Ул зыян күргән йортто һәм фатирҙарҙы ҡарап сыҡты, ҡаза күргәндәр менән осрашып һөйләште. Президент шунда уҡ ғәҙәттән тыш һәм социаль хеҙмәттәр вәкилдәре менән кәңәшмә уҙғарҙы, уларға мөмкин булғанса тиҙ арала кешеләрҙе ҡайҙалыр урынлаштырыу әмәлен табырға, кәрәкле шарттар булдырырға ҡушылды. Рөстәм Зәки улы төҙөүселәр менән дә осрашты, тиҙ арала йортто ремонтлау һәм яңыһын төҙөү буйынса бурыстар ҡуйҙы.
Кисә фажиғәле һәләк булғандар иѕтәлегенә Яңауыл ҡалаһы һәм районында матәм көнө иғлан ителде. Бынан тыш, бәләгә тарығандарға ярҙам итергә теләүселәр өсөн банкта махсус иѕәп асылды.

Наименование получателя:
Янаульское финансовое управление (МАУ «Дворец молодежи» л/с 30070002120)
ИНН 0271002940 КПП 027101001 Банк получателя: филиал ОАО «Уралсиб» в г. Уфа,
к/с 30101810600000000770 БИК 048073770, р/с 40701810800053000001
КБК дохода 30399050057060000180.


Шулай уҡ өҫ һәм аяҡ кейеме, башҡа кәрәкле әйберҙәр йыйыла. Уларҙы Яңауыл ҡалаһы, Азин урамы, 9а адресы буйынса урынлашҡан Йәштәр һарайына килтерергә кәрәк.
Яңауылдар һәм барлыҡ республика халҡы бер нисә ғаиләнең ҙур ҡайғыһын үҙенеке кеүек яҡын күреп, улар менән бергә ҡайғыра.

Әлфиә МИҢҒӘЛИЕВА.


Павел ГАРМАШ, Яңауыл районы хакимиәтенең граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса сектор етәксеһе:
— “Пропан” газ баллоны һигеҙ подъезлы йорттоң дүртенсе ҡатында шартланы. Ошо арҡала биш кешенең ғүмере өҙөлдө, тағы ла ун кеше дауаханаға оҙатылды. Янғын һөҙөмтәһендә 30 — 35 фатир зыян күргән, шуларҙың дүртеһе – тулыһынса, етеһе өлөшләтә янған. Иртәнге дүрт тирәһендә янғын тулыһынса һүндерелде. Ҡаза күргән йортта йәшәгән ике йөҙ иллегә яҡын кеше эвакуацияланды. Уларға ярҙам күрһәтеү өсөн дүрт күсмә пункт булдырылды, унда медицина хеҙмәткәрҙәре һәм психологтар эшләй.
Янғын булған йорттоң хужалары әлегә башлыса туған-таныштарында һыйыныу тапҡан. Бындай мөмкинлеге булмағандар өсөн район мәҙәниәт һарайында – 500, ҡалалағы өс мәктәптә 60 һәм ике йәйге ял лагерында 100 урын әҙерләнгән.
Районда матәм көнө иғлан ителеү менән бер рәттән, янғында зыян күргәндәргә һәр төрлә ярҙам күрһәтеү, шулай уҡ махсус иҫәпкә аҡса йыйыу ойошторолдо. Тейешле хеҙмәттәр янғын урынында үҙ эшен ойошторған, тикшереү бара.
Ҡала һәм район халҡы был көтөлмәгән бәләне бик ауыр, шул уҡ ваҡытта дөрөҫ аңлап ҡабул итте. Бик күптәр һәләкәт ҡорбандарына ярҙам итергә әҙерлеген белдерә.

Ансар НУРЕТДИНОВ яҙып алды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөлә Еңеү көнө айҡанлы тантаналы йыйылыш бара

Өфөлә Еңеү көнө айҡанлы тантаналы йыйылыш бара 08.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Еңеү көнө айҡанлы тантаналы йыйылыш бара...

Тотош уҡырға 2

Еңеү көнө алдынан баш ҡалала хәрби техника күргәҙмәһе асылды

Еңеү көнө алдынан баш ҡалала хәрби техника күргәҙмәһе асылды 08.05.2026 // Йәмғиәт

Күргәҙмә 8 һәм 9 майҙа байрам саралары тамамланғансы эшләй....

Тотош уҡырға 3

Өфөнөң Совет майҙанында өсөнсө тапҡыр «Еңеү вальсы» акцияһы үтте

Өфөнөң Совет майҙанында өсөнсө тапҡыр «Еңеү вальсы» акцияһы үтте 08.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөнөң Совет майҙанында өсөнсө тапҡыр «Еңеү вальсы» акцияһы үтте...

Тотош уҡырға 2

Аҙна һуңында Ерҙә геомагнит әүҙемлек көсәйә

Аҙна һуңында Ерҙә геомагнит әүҙемлек көсәйә 08.05.2026 // Йәмғиәт

Аҙна һуңында Ерҙә геомагнит әүҙемлек көсәйә...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда 8 майҙа эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара

Башҡортостанда 8 майҙа эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара 08.05.2026 // Йәмғиәт

Байрамдарҙан һуң республика халҡын ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә....

Тотош уҡырға 2

Йырсы Адель Шәйхетдиноваға тәҡдим яһағандар

Йырсы Адель Шәйхетдиноваға тәҡдим яһағандар 07.05.2026 // Йәмғиәт

[isimage=thumb][/isimage]Йырсы Адель Шәйхетдиноваға тәҡдим яһағандар...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанға «Александр Бенуа» теплоходы килде

Башҡортостанға «Александр Бенуа» теплоходы килде 07.05.2026 // Йәмғиәт

Туристар Түбәнге Новгородтан сәйәхәткә сыҡҡан....

Тотош уҡырға 1

Миҙгел башынан республикала 1347 кеше талпандарҙан зыян күргән
Яҡташыбыҙға башҡорт тирмә-музейын асырға ярҙам иткәндәр

Яҡташыбыҙға башҡорт тирмә-музейын асырға ярҙам иткәндәр 07.05.2026 // Йәмғиәт

Яҡташыбыҙға башҡорт тирмә-музейын асырға ярҙам иткәндәр...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда эҫе һауа торошо һаҡлана

Башҡортостанда эҫе һауа торошо һаҡлана 07.05.2026 // Йәмғиәт

Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы һәм йәшен йәшнәүе ихтимал....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде

Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде 06.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде...

Тотош уҡырға 1


Комментарий өҫтәргә