Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бөрйәндәрҙән үрнәк алайыҡ
Бөрйәндәрҙән үрнәк алайыҡ
Экологтарҙың эше, бурыстары менән яҡындан танышыу маҡсатында Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Белорет территориаль комитеты рәйесе Рәшит Килдейәровҡа юлландыҡ. Әйткәндәй, был комитеттың һигеҙ кешенән торған коллективы Белорет, Бөрйән, Учалы, Әбйәлил райондарын һәм Белорет, Учалы, Межгорье ҡалаларын хеҙмәтләндерә.


— Рәшит Рәйес улы, төп бурыстарығыҙҙың береһе — тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтенең үтәлешен контролдә тотоу. Был йүнәлештә ниндәй эштәр башҡарыла?
— Инспекторҙарыбыҙ тәбиғәтте һаҡлау ҡанундарын боҙоусыларҙы асыҡлар өсөн даими рәүештә рейдҡа сыға. Экология айлығы ваҡытында 144 объект тикшерелде.
Былтыр беҙҙең инспекторҙар планға ярашлы — 97, пландан тыш 27 тикшереү үткәрҙе, шул иҫәптән 175 протокол төҙөнө, административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында килгән 50 эште ҡараны. Алдан үткәрелгән тикшереүҙәр буйынса сығарылған бойороҡтоң үтәлешен контролдә тотабыҙ. Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр эксперт сифатында прокуратура менән бергә 52 тикшереүгә сыҡты, шулай уҡ прокуратураның һорауы буйынса дүрт тикшереү үткәрҙе, 91 ҡанун боҙоу осрағын теркәне. 192 административ эш ҡаралғандан һуң, 52 ябай, 127 вазифалы кешегә, 13 ойошмаға 3 миллион 86 мең һум күләмендә штраф һалыу тураһында ҡарар сығарылды.
— Был һандар ғына булды. Бер нисә осраҡты миҫалдар менән дәлилләһәгеҙ ине...
— Тикшереү ваҡытында белгестәр Белорет ҡалаһында, райондың Тимер юл, Инйәр ауыл Советтары биләмәләрендә рөхсәтһеҙ сүплектәр барлыҡҡа килеүен, Белорет ҡалаһында, Абҙаҡ ауыл Советында контейнерҙар майҙансығын файҙаланыуҙа санитар нормаларҙың үтәлмәүен, Учалы районының Миндәк ҡасабаһында сүплекте файҙаланыу ҡағиҙәләренең боҙолоуын, Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында Ағиҙел йылғаһы буйындағы һаҡланған зонала рөхсәтһеҙ сүп-сар түгеү осраҡтарын асыҡланы.
Белорет ҡалаһының Тимер юл ауылы эргәһендәге ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигоны, 1971 йылда асылып, күптән тулһа ла, әле һаман файҙаланыла. Сүп-сарҙы яндырғандары өсөн 2012 йылда уны хеҙмәтләндергән Авария-диспетчерлыҡ хеҙмәтенә 100 мең һум штраф һалдыҡ. Яңы полигон төҙөлһә лә, һаман сафҡа индерелмәгән. Прокуратураға мөрәжәғәт итеп, уны асыуға өлгәшергә торабыҙ.
Сүплектәр көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала. Кеше матур йәшәргә теләй, әммә үҙҙәре тырышмай. Йортонан сыҡҡан сүп-сарын да ҡайҙа етте шунда ташлап китәләр. Рөхсәтһеҙ барлыҡҡа килгән сүплектәрҙә янғындар сығып тора. Ғөмүмән, хакимиәттәрҙең әлеге проблеманы хәл итеүгә аҡсаһы юҡ, ә халыҡ был мәсьәләгә аңлы ҡарамай. Быйыл ғына беҙгә ҡараған дүрт районда рөхсәтһеҙ 36 сүплек барлыҡҡа килеүен асыҡланыҡ.
— Ҡаланың иң ҙур предприятиеһы — Белорет металлургия комбинаты. Унда тәбиғәтте һаҡлау буйынса ҡанундар үтәләме?
— Былтыр административ тикшереү ваҡытында комбинаттың 3-сө һыу сығарыу урынында тимер һәм баҡыр миҡдарының норманан күпкә артыҡ булыуы асыҡланғайны. Ойошмаға 20 мең һум штраф һалынды.
Комбинаттың һыу объекттарына кире тәьҫирҙе кәметеү планы бар. Шул пландың һуңғы пункттарының береһендә 2015 – 2016 йылдарҙа таҙартыу ҡорамалдарын яңыртыу һәм төҙөкләндереү ҡаралған. Әммә бөгөн комбинат файҙаланған һыу сифатының яҡшырыуы күҙәтелмәй. Бысраҡ һыу түгелеүе һөҙөмтәһендә быуа төбөнә ләм ултыра. Һыу объектын бысратҡаны һәм тәбиғәткә зыян килтергәне өсөн БМК-нан 5 700 240 һум штраф түләттереүҙе юллаған дәғүә судҡа ебәрелде.
— Урманды ҡуртымға алыусылар тәбиғәтте һаҡлау ҡағиҙәләрен үтәйме?
— Уларҙың урманға һаҡсыл ҡарамауы үкенесле. Ағасты ҡырҡыу менән генә сикләнмәйҙәр, ҡырын эштәрен дә ҡылалар. Мәҫәлән, Тирлән урмансылығына ҡараған бер биләмәлә карьер барлыҡҡа килеүе тураһында мәғлүмәт булды. Беҙ был фактты тикшерҙек. 1 октябргә тиклем карьерҙы бөтөрөргә ҡушҡайныҡ, әммә был талап үтәлмәне. Әле материалдар йыйып, тәбиғәткә килтерелгән 130 мең һум күләмендәге зыянды ҡайтартыу маҡсатында предприятиены судҡа бирҙек.
“Селена” йәмғиәте буйынса ла былтыр шундай хәл булғайны. Ул келәт нигеҙен тигеҙләр өсөн рөхсәтһеҙ таш алған. Предприятиеға 800 мең һумлыҡ штраф һалынды. Бер аҙҙан суд ҡарарын үтәмәгән өсөн штраф ике тапҡырға арттырылды.
— Карьер тигәндән, Белорет районының Асы ауыл Советы биләмәһенә ҡараған ауылдар халҡы рөхсәтһеҙ таш сығарыусыларға ризаһыҙлығын белдерә, сабынлыҡтарҙы тапайҙар, тип зарлана...
— Рейдтарға сығабыҙ, законһыҙ эш итеүселәргә штраф һалабыҙ. Әбйәлил районының Ташбулат ауылы эргәһендә юл төҙөү-ремонтлау идаралығы рөхсәтһеҙ ер ҡаҙып, автомобилдәр туҡталҡаһы өсөн таш түшәй ине. 40 мең һум штраф һалынды.
Учалы районының Мансур ауылынан 800 метр алыҫлыҡта “Саңғалыҡ диорит карьеры” йәмғиәте руда булмаған файҙалы ҡаҙылмаларҙы сығарыу, эшкәртеү һәм һатыу менән шөғөлләнә. Асыҡ ысул менән эшләгән карьерҙың саңы ауылға килә. Прокуратура ҡушыуы буйынса “СДК” йәмғиәтен тикшерҙек, һөҙөмтәлә, органик булмаған саң миҡдарының рөхсәт ителгәндән күпкә артыуы, саң таҙартыу ҡорамалдарының проектта ҡаралғандан түбәнерәк ҡеүәтле булыуы, шулай уҡ хужалыҡ иткән объектта санитар-һаҡлау режимы күҙәтелмәүе асыҡланды. Санитар-һаҡлау зонаһы сигендә саң норманан өс тапҡырға күп. Һауаға ташланған зарарлы матдәләр инвентаризация ваҡытында иҫәпкә алғандағынан 20 тапҡырға күберәк. Саң аҙыҡ-түлеккә, баҡсалағы йәшелсәгә, емеш-еләккә, үпкәгә ултыра. Бының өсөн ойошмаға бер нисә тапҡыр штраф һалынды.
— Төп эшегеҙҙән тыш район, ҡала тормошонда әүҙем ҡатнашаһығыҙ. Ошо эшмәкәрлегегеҙ тураһында ла һөйләһәгеҙ ине...
— Комитет ҙур биләмәне хеҙмәтләндереүгә ҡарамаҫтан, тәжрибәле хеҙмәткәрҙәр үҙ бурыстарын лайыҡлы атҡара, йәмәғәт эштәренә лә ваҡыт таба.
Былтыр беҙ ҡала һәм ауыл биләмәләрен таҙартыу, төҙөкләндереү, йәшелләндереү буйынса экологик айлыҡтарҙа, өмәләрҙә әүҙем ҡатнаштыҡ. Экологик айлыҡ ваҡытында ҡала территорияһын, һыу һаҡлағысты сүп-сарҙан таҙартабыҙ, ағас ултыртабыҙ.
Экологик йүнәлештәге сараларҙа предприятиелар, бюджет ойошмалары, уҡыу йорттары әүҙем ҡатнаша. Ағас ултыртҡан көндә Белорет ҡалаһының “Йәш натуралистар станцияһы” педагогтары һәм тәрбиәләнеүселәре Белорет металлургия колледжы студенттары менән берлектә экологик акцияға сыҡты. Улар Ағиҙел йылғаһы һәм шишмә буйҙарын таҙартты. Ике сәғәттә 35 тоҡ ҡаты көнкүреш ҡалдығы йыйҙылар, шул иҫәптән биш тоҡ пластик шешә ҡабаттан эшкәртеүгә ебәрелде. Таҙартылған биләмәгә 50 төп ағас ултыртылды.
Йәш быуында илһөйәрлек, яуаплылыҡ тойғолары тәрбиәләү маҡсатында “ЭКА” хәрәкәте “Ергә бүләк-2013” экологик акцияһына сыҡты, шишмәләрҙе таҙартып, алты тоҡ быяла шешә йыйып тапшырҙы. Ҡалған сүп-сар ҡыйлыҡҡа сығарылды.
Белорет территориаль комитетына ҡараған биләмәләрҙе төҙөкләндереүҙә бөтәһе 45 377 кеше ҡатнашты, 4062,5 тонна сүп-сар сығарылды, 50 671 төп ағас һәм ҡыуаҡ ултыртылды.
Эш буйынса төрлө райондарға сығып йөрөгәс, кешеләрҙең тәбиғәткә ниндәй ҡарашта булыуын сағыштырып ҡарағанда, Бөрйән районы халҡының тирә-яҡ мөхитебеҙгә һаҡсылыраҡ икәнлеген билдәләп үтер инем. Бөрйәндәрҙең тәбиғәткә булған мөнәсәбәтен башҡаларға үрнәк итеп ҡуйырға була.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Башҡортостанда уҡыусылар һәм студенттар ҡатнашлығында «Еңеү вальсы» акцияһы ойошторола

Башҡортостанда уҡыусылар һәм студенттар ҡатнашлығында «Еңеү вальсы» акцияһы ойошторола 07.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда уҡыусылар һәм студенттар ҡатнашлығында «Еңеү вальсы» акцияһы ойошторола...

Тотош уҡырға 29

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаевты һуңғы юлға оҙаттылар

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаевты һуңғы юлға оҙаттылар 07.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаевты һуңғы юлға оҙаттылар...

Тотош уҡырға 20

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаев менән бәхилләштеләр

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаев менән бәхилләштеләр 07.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаев менән бәхилләштеләр...

Тотош уҡырға 20

Өфөлә «Ете ҡыҙ» аллеяһы барлыҡҡа килде

Өфөлә «Ете ҡыҙ» аллеяһы барлыҡҡа килде 07.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә «Ете ҡыҙ» аллеяһы барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 18

Башҡортостан Башлығы Павел Качкаевтың хәтерен мәңгеләштереү тураһында указға ҡул ҡуйырға ниәтләй

Башҡортостан Башлығы Павел Качкаевтың хәтерен мәңгеләштереү тураһында указға ҡул ҡуйырға ниәтләй 07.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы Павел Качкаевтың хәтерен мәңгеләштереү тураһында указға ҡул ҡуйырға ниәтләй...

Тотош уҡырға 25

Алдағы өс көндә республикала үҙгәреүсән һауа торошо көтөлә

Алдағы өс көндә республикала үҙгәреүсән һауа торошо көтөлә 07.05.2025 // Йәмғиәт

Алдағы өс көндә республикала үҙгәреүсән һауа торошо көтөлә...

Тотош уҡырға 21

Өфөлә «Үлемһеҙ полк» акцияһында 200 мең кеше ҡатнаша

Өфөлә «Үлемһеҙ полк» акцияһында 200 мең кеше ҡатнаша 06.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә «Үлемһеҙ полк» акцияһында 200 мең кеше ҡатнаша...

Тотош уҡырға 28

Республикала -1° тиклем ҡырау төшөүе фаразлана

Республикала -1° тиклем ҡырау төшөүе фаразлана 06.05.2025 // Йәмғиәт

Республикала -1° тиклем ҡырау төшөүе фаразлана...

Тотош уҡырға 25

Башҡортостан «Еңеү утын һаҡлайбыҙ» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды

Башҡортостан «Еңеү утын һаҡлайбыҙ» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды 06.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан «Еңеү утын һаҡлайбыҙ» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды...

Тотош уҡырға 41

Өфөлә йәнә «Өйгә ҡайтыу аллеяһы» булдырыла

Өфөлә йәнә «Өйгә ҡайтыу аллеяһы» булдырыла 06.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә йәнә «Өйгә ҡайтыу аллеяһы» булдырыла...

Тотош уҡырға 27

Республика пенсионерҙарына Еңеү көнө уңайынан аҡса түләнә

Республика пенсионерҙарына Еңеү көнө уңайынан аҡса түләнә 06.05.2025 // Йәмғиәт

Республика пенсионерҙарына Еңеү көнө уңайынан аҡса түләнә...

Тотош уҡырға 26

Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың мәғлүмәттәр базаһын булдырырға тәҡдим итте

Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың мәғлүмәттәр базаһын булдырырға тәҡдим итте 06.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың мәғлүмәттәр базаһын булдырырға тәҡдим итте...

Тотош уҡырға 31