Тимер рәшәткә артынан репортаж
Илебеҙҙең яза башҡарыу системаһы үҙгәрештәр кисерә – күптән түгел ил етәкселеге кимәлендә 2020 йылға тиклем реформа үткәреү мәсьәләләре тикшерелде. Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев енәйәтселәргә, ҡылған ғәмәленә ҡарап, иркенән мәхрүм итеү кеүек яза төрөн альтернатив заман ысулдары менән алмаштырыу, ә ауыр енәйәт яһаусыларҙы, киреһенсә, ҡаты күҙәтеүгә дусар итеү кеүек үҙгәрештәргә баҫым яһаласағын белдерҙе. Хәйер, ябай кешеләрҙе был реформа, бәлки, артыҡ борсомайҙыр ҙа: ни тиһәң дә, яҡшылыҡҡа өмөт итеп йәшәргә күнеккәнбеҙ. Шуға күрә, Шакша биҫтәһендәге холоҡ төҙәтеү колонияһында көн итеүселәрҙең йәшәйеше менән танышыу мөмкинлеге сыҡҡас, башта, йәшермәйем, баҙап ҡалдым: ауыр енәйәт ҡылып, тейешле язаһын алыусы әҙәми заттарҙан ни тураһында һорарға мөмкин? Талаған, урлаған, ул ғына түгел, Аллаһы Тәғәләнең оло бүләге – кеше ғүмеренә ҡул һуҙырға йөрьәт иткәндәр араһына ни йөрәгең менән бармаҡ кәрәк? Шулай ҙа тәүбәгә килеү, ҡылғандары өсөн үкенеү, намыҫ ғазабын кисереү кеүек тойғолар енәйәтселәргә лә хас, тип ышандырҙы мине Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре. Беҙ барасаҡ учреждениела бер нисә йыл элек мәсет менән сиркәү асылыуы, уларҙың бер ваҡытта ла буш тормауы хаҡында ла әйттеләр.
Урыҫта бер әйтем бар: «От тюрьмы и от сумы не зарекайся…» Мәғәнәһен бик яҡшы төшөнһәм дә, башҡортса уға тап килерҙәйен тапманым. Тура тәржемә итһәң, «тимер рәшәткә артына эләкмәҫмен, хәйерсе булмаҫмын тип ант бирмә» тигәнгә ишаралай, буғай. Киңерәк мәғәнәлә иһә, тормошта төрлө хәлдәр була, башыңа ни төшөрөн кем белә, тип аңлатырға теләгәндәрҙер.
Ғөмүмән, беҙҙә, ҡануниәтте хөрмәт иткән ҡәҙимге кешеләрҙә, енәйәтселәр ҡурҡыу ҡатыш ытырғаныс тойғоһо тыуҙыра, ә уларҙы тотҡон иткән төрмә-колониялар хаҡындағы уйҙар башыбыҙға һирәк инә, уныһы ла «Алла һаҡлаһын!» тигән теләктән ары уҙмай. Ҡыҫҡаһы, тимер рәшәткә артында көн итеүселәр эргәлә генә булһа ла (мәҫәлән, Өфөлә ошондай ете учреждение бар), беҙ инстинкт кимәлендә был теманан алыҫыраҡ торорға, белмәҫкә-күрмәҫкә тырышабыҙ, сөнки кеше булмышына, ғөмүмән, ирек һөйөүсәнлек хас.
…Беҙҙе ҡатлы-ҡатлы тимер ишектәр һәм…классик музыка ҡаршы алды: унда ла һәләтле кешеләр бар, улар яҡынлашып килгән байрамға әҙерләнә икән.
Документтарҙы ентекләп тикшергәндән һуң, рәсми телдә – 3-сө холоҡ төҙәтеү колонияһы, ә халыҡ телендә «Өс пингвин» тип йөрөтөлгән учреждениеға аяҡ баҫабыҙ (уның алдында был ҡоштарҙың статуяһы ла бар). Артымдан ябыла барған тимер ишектәр күңелде өшөтә, ә беҙҙе оҙата килеүсе Илшат Бикбулатов, Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе, шаяртып алырға ла өлгөрә: «Көймә, һинең өсөн яуап бирәбеҙ тип ҡул ҡуйҙыҡ бит. Эстә ҡатын-ҡыҙ заты булмағанға, улар өсөн айырым яуаплылыҡ тоябыҙ. Пионер лагеры түгел шул бында».
Мәсет менән сиркәүҙең ишектәре һәр саҡ асыҡ. Беҙ барғанда иман йортонда иртәнге намаҙ уҡыйҙар ине. Ҡара махсус кейемдәге тотҡондар менән башта һүҙ бәйләнмәй торһа ла, фотоға төшөргән ыңғайы йәнле әңгәмә ҡорҙоҡ. Бында иман вазифаһын үтәүселәрҙең береһе Джамал А. – Грозный ҡалаһынан. Бер нисә йыл элек ҡорал ҡулланып, кеше талауҙа ҡатнашып, Шакша колонияһына эләккән, әле тағы дүрт йыл тимер рәшәткә артында ултыраһы бар. Әйтеүенсә, ул бала саҡтан Исламға оло хөрмәт менән ҡарай, Азия илдәренең береһендә дини белем алған. «Ҡылыҡтарыбыҙ – Хоҙай Тәғәлә ғәмәле, барыһы ла уның ихтыярында. Яңылышҡанмын икән, тимәк, шулай яҙған, әммә тәүбәгә килеү өсөн бер ваҡытта ла һуң түгел», – ти Джамал. Тыуған ереңде һағынаһыңмы, тигән һорауға ул фәлсәфәүи яуап бирҙе: «Хоҙай Тәғәлә яратҡан бөтөн ер бәрәкәтле, әммә кеше тамыры төпләнгән урынға ҡасан да булһа әйләнеп ҡайтырға тейеш».
Сығышы менән Башҡортостандан булған берәү 12 йыл ғүмерен колонияла үткәргән, иреккә сығырға айҙан ашыу ваҡыт ҡалған. Уның намыҫында – кеше ғүмере. Әммә, үҙе әйтмешләй, ошо осор уға күп уйланырға, тәүбәгә килергә форсат биргән, ахырҙа ул дингә мөрәжәғәт иткән, гонаһын юйырлыҡ, күңелен таҙартырлыҡ рухи таянысты тап иман йортонда тапҡан. «Быға тиклем башҡа учреждениеларҙа булырға тура килде. Унда мәсет юҡ ине. «Өс пингвин»да иһә намаҙға баҫтым, был хаҡта ата-әсәйемә еткерҙем – бик ҡыуандылар. Иман йортона йөрөргә бер кем дә өгөтләмәне – күңеле тартылған кеше ҡайҙа ла булһа мәсеткә йөрөй: иректә лә, тотҡонлоҡта ла», – ти оҙаҡ йылдарын тимер рәшәткә артында уҙғарған ир. Уның һүҙҙәренә Тажикстан кешеһе лә ҡушылды: күңел ҡайҙа булһа ла рухи аҙыҡҡа ихтыяж кисерә. Ул колонияға эләгеү менән етәкселеккә мөрәжәғәт иткән, мәсеткә йөрөргә рөхсәт һораған. Тотҡондарҙың барыһы ла бер һүҙҙән: «Бәлки, беҙгә яҡшылыҡты аңлар һәм ҡәҙерен белер өсөн яман юлдарҙы үтергә яҙғандыр», – тип белдерҙе һәм иреккә сыҡҡас та имандан тайпылмаясаҡтарына ышандырырға тырышты. «Ышаныс» һүҙе бында урынһыҙ булһа ла, өмөтләнмәйенсә сара юҡ.
Сиркәүҙә лә иртәнге хеҙмәт бара ине. Тиҫтәнән ашыу кешенең доға ҡылғанын күргәс, рухи кинәнес кисергән минуттарын боҙорға ҡыйманыҡ, артабан колония менән танышыуҙы дауам иттек. Учреждениеның эске периметры тирәләй тиҫтәләрсә ҡар фигураһы теҙелеп киткән: унда Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙан башлап һәммә төрлө әкиәт персонаждарын һынландырғандар. Баҡтиһәң, тотҡондар колония биләмәһендәге ҡарҙы ысын мәғәнәһендә ҡырып-һепереп таҙарта ла (асфальт ялтырап ята!) унан һындар эшләй, имеш. Уларҙы төрлө төҫкә буяйҙар, матурлайҙар, унан һуң, Яңы йыл алдынан, отрядтар араһында бәйге үткәрелә. Еңеүселәрҙе торт, емеш-еләк, төрлө тәм-томдан торған бүләк көтә. Үҙемә килгәндә, быға тиклем ҡар фигураларын бала-сағаның ғына яһағанын күргәнгәме, ҡап-ҡара тотҡон формаһындағы әзмәүерҙәй ир-аттың, тышта яҡтырып бөтөр-бөтмәҫтән, ҡар һындарын эшләү менән мәшғүл булыуын күреп, бер аҙ сәйерерәк тойғолар кисерҙем.
Хәйер, «колонияла мәсеткә йөрөйҙәр һәм ҡар менән уйнайҙар» тигән хаталы ҡараш тыумаҫ борон уҡ әйтеп үтеү фарыз: тотҡондарҙың эше дәүләткә файҙа килтерә. Миҫал өсөн, 3-сө колонияның ағас эшкәртеү, йыһаз яһау, төҙөлөш материалдары етештереү цехтары бар, улар төп биләмәнән бер аҙ ситтәрәк урынлашҡан. Колонияның үҙендә тегеү цехы бар, тотҡондар заказ буйынса махсус кейем-һалым тегә. Килгәс, уны күрмәйенсә китмәнек.
Бер ҡатлы ҙур бинала заман көйҙәре шаулап тора. Ҡап-ҡара кейемдәге ирҙәр теген машиналары алдына эйелгән: эш гөрләй. Бер яҡта тауҙай өйөлөп туҡыма ята, икенсе яҡта – әҙер әйберҙәр. Бригадир вазифаһын үтәүсе берәү, рәттәр араһынан йылдам йөрөп, эш барышын тикшерә. Уның менән әңгәмәләшкәндән һуң, бында бер юлы 111 кешенең иртәнге 8-ҙән киске 7-гә тиклем эшләүен, күптәрҙең килеменең зыян күреүселәр алдында бурысын түләүгә китеүен белдек. Шулай ҙа байтағының ваҡытты бушҡа сарыфламау, көндө тиҙерәк үткәреү өсөн эшкә йөрөүен билдәләнеләр. Тәүге сменаны төнгөләр алмаштыра
икән.
Колонияла автосервис та бар. Унда иркенән мәхрүм ителеүсе тиҫтәнән ашыу кеше мәшғүл, ҡәҙимге граждандарҙы хеҙмәтләндерәләр. Учреждение хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, улар үҙ эшенә күпкә яуаплыраҡ ҡарай һәм заказды ваҡытында үтәй. Шулай ҙа был эш әллә ни ҙур килем килтермәй, шуға ла киләсәктә автосервисты ябып, уның урынына тағы бер тегеү цехы асып ебәрергә ниәтләйҙәр.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, учреждениеның мөмкинлектәре бөтә теләгәндәрҙе лә эш менән тәьмин итә алмай, шуға ла хеҙмәт урындарын белемле, һөнәрле, тәртибе яҡшы булған тотҡондар тәүге сиратта ала. Ә эшләргә теләүселәр күп! Беренсенән, иркенән мәхрүм ителгән һәр кешенең хеҙмәткә хоҡуғы бар, икенсенән, бер төрлөлөк ялҡыта, мәшғүллек иһә ваҡытты тиҙерәк үткәрергә ярҙам итә.
Колония начальнигының кадрҙар һәм тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары, эске хеҙмәт капитаны Андрей Чернов беҙҙе урындағы уҡыу йорто (кемдәр иректә төп дөйөм белем алмаған, уларҙы уҡыталар, ә һөнәр алырға теләүселәр өсөн махсус курстар эшләй), клуб, китапхана менән таныштыра. Енәйәтселәр араһында йыр-моңға ғашиҡтар ҙа бар: «ЧК» вокаль-инструменталь ансамбленең сығышын һәр ваҡыт яратып тыңлайҙар. Театраль төркөм ҡуйған инсценировкаларҙы урындағы телестудия төшөрә һәм эстәге селтәр аша күрһәтәләр. Китапхана тигәндән, унда 6550 дана баҫма һаҡлана, фондты З. Вәлиди исемендәге Милли китапхана һәм башҡа мәрхәмәтлек күрһәтергә теләгән ойошмалар тулыландырып тора. Гәзит-журналдар ҙа бар, әммә уларҙың күбеһе махсуслашҡан теманы яҡтырта, атап әйткәндә, тимер рәшәткә артындағы йәшәйеште.
…Сәнскеле тимер менән уратылған бейек ҡойма аръяғында тормош бармы? Әллә яңылыш, әллә яҙмыш, әллә үҙ булмышына хужа була белмәү бәләһе – енәйәт ҡылып, кеше рәнйешен алып, ғәзиз ғүмерен тотҡонлоҡта үткәргән әҙәм заттарын һәр хәлдә беҙҙең хөкөм итергә лә, йәлләргә лә хаҡыбыҙ юҡ. Эйе, УНДА тормош бар, ул хатта айырым бәләкәй генә дәүләт кеүек – ана бит, уҡырға, эшләргә, күңел асырға, хатта иман йортона йөрөргә мөмкинлектәре бар. Ашханалары ялтлап тора, үҙҙәре төшөргән картиналар стеналарын биҙәй. Көнкүреш шарттары, колония хеҙмәткәрҙәре әйтмешләй, армиялағынан яҡшыраҡ. Ҡыҫҡаһы, төрлө каналдан күрһәткән нәфис фильмдарҙағы кире йүнәлешле тарих-маҙар ысынбарлыҡҡа бик үк тап килмәй кеүек. Эйе, беҙҙең дәүләттең ҡанундарын йомшаҡлыҡта ғәйепләүселәр ҙә етерлек: ни эшләп енәйәтселәр фиҙакәр хеҙмәт итеүсе һалым түләүселәр елкәһендә йәшәргә тейеш, ни өсөн уларға яҡшы шарттар тыуҙыралар? Быға ни әйтергә ҡала? Бәлки, улар хаҡлылыр ҙа. Шулай ҙа, әҙәм затын иркенән мәхрүм итеү, атап әйткәндә, теләгән урынына барыу, йәне һораған ризыҡтан ауыҙ итеү, башҡалар менән аралашыу кеүек йәшәйешебеҙҙең бәләкәй генә шатлыҡтарынан яҙҙырыу, миңә ҡалһа, бик ҙур яза. Кеше булмышы өсөн ирек һөйөүсәнлек хас, шуға ла йәмғиәт ғәфү итмәҫтәй ҡылыҡ ҡылған әҙәм аҡтыҡтарын йылдар дауамына тимер рәшәткә артына оҙатыуҙың, бәлки, бер әһәмиәтле яғы барҙыр: уларға уйланырға, ҡылығын баһаларға, хатта күңелен таҙартырға (мәсет менән сиркәүгә ишаралауым) мөмкинлек бирәләр. Уны аңлау һәм файҙаланыу – һәр кемдең үҙ иркендә. Ғәзиз ғүмереңде, ғөмүмән, ниндәй ғәмәлгә сарыфларға хәл иткән кеүек…
Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА