Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Баймаҡтар энциклопедия яҙҙы
Баймаҡтар энциклопедия яҙҙы
Баймаҡ ҡалаһының — 75, Баймаҡ ҡорос ҡойоу-механика заводының 100 йыллығына арналған тантаналарға әҙерлек барышында уҡ хакимиәт башлығы Илшат Хәмит улы Ситдиҡов район хаҡында күләмле баҫма әҙерләнеүе тураһында әйтеп үткәйне. Күләмле баҫма тигәне ысын мәғәнәһендә энциклопедия – район һәм ҡаланың үткәнен, бөгөнгөһөн, ниндәйҙер кимәлдә киләсәген сағылдырған, мөһим ваҡиғалар, предприятиелар, ойошмалар, күренекле шәхестәр, ер-һыу атамалары тураһында ҡыҫҡа һәм аныҡ мәғлүмәт тупланған китап булып сыҡты. Баҫмаға әҙерләүсе – «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы.
Уның махсус проекттар бүлеге мөдире Гөлдәр Әхмәҙи ҡыҙы ИШКИНИНА менән әңгәмәлә һүҙ ошо хаҡта бара.


– Гөлдәр Әхмәҙи ҡыҙы, энциклопедия «тәүге ҡарлуғас»мы?
– Беренселәрҙән үк тип әйтеп булмай. Бындай тәүге баҫма – Йылайыр районыныҡы, уны ла, әйткәндәй, беҙҙең нәшриәт әҙерләне. Әлегә, белеүебеҙсә, район һәм ҡалалар араһында энциклопедия сығарыусылар бер нисәү генә. Әммә, ысынлап та, «Баймаҡ энциклопедияһы» – бик ҙур, күләмле һәм мәғлүмәтле китап.
– Быға тиклем нәшриәт «Башҡортостандың ҡыҫҡаса энциклопедияһы»н сығарҙы. Әле күптән түгел генә ете томлыҡ «Башҡорт энциклопедияһы» донъя күрҙе. Уларҙа, һис шикһеҙ, һәр бер район тураһында мәғлүмәт бар. Айырым район йәки ҡала энциклопедияларын нәшер итеп тороуҙың кәрәге бармы һуң?
– Әлбиттә, ете томлыҡ «Башҡорт энциклопедияһы» беҙҙең артабанғы эшебеҙҙең төп нигеҙе булып тора. Унда тупланған мәғлүмәттәрҙең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Әммә шул уҡ ваҡытта район йәки ҡала энциклопедияларының концепцияһында урындағы күренекле шәхестәр, ваҡиғалар тураһында мөмкин тиклем тулы һәм ентекле мәғлүмәт туплау һалынған. Быға беҙ «Баймаҡ энциклопедияһы»н әҙерләгәндә яҡшы төшөндөк.
– Ошо энциклопедия өҫтөндәге эшмәкәрлегегеҙ хаҡында ентекләберәк һөйләп үтһәгеҙ ине. Бәлки, уның ниндәйҙер үҙенсәлектәре булғандыр?
– «Баймаҡ энциклопедияһы»н эшләү идеяһы бер үк ваҡытта тип әйтерлек төрлө кешелә тыуҙы. Ғилми-нәшриәт комплексының генераль директоры Уйылдан Ғилман улы Сәйетов райондарҙың энциклопедияһын эшләү тураһындағы уйҙары менән уртаҡлашты. Шул уҡ фекер беҙҙең ғаиләлә лә бар ине. Беҙ, тормош иптәшем, билдәле журналист Таһир Ишкинин менән бер аҙ материал туплап та өлгөргәйнек. Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Илшат Хәмит улы Ситдиҡов һәм уның ярҙамсылары ла шул уҡ уйҙа булып сыҡты. Шулай итеп, уйҙар берегеп, алда оло маҡсат торғас, уны тормошҡа ашырмайынса туҡтаманыҡ. Илшат Хәмит улы районда ҙур эш башлап ебәрҙе. Көслө ойоштороу комитеты, эш төркөмө булдырылды. Генераль директорыбыҙ бойороғо менән комплекста махсус проекттар бүлеге, уның нигеҙендә шулай уҡ ун һигеҙ хеҙмәткәрҙән торған эш төркөмө ойошторолдо. Мине уның етәксеһе итеп тәғәйенләнеләр. Беҙҙең алдыбыҙҙа бик ҙур һәм яуаплы мәсьәлә ҡуйылғайны. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ғәйәт ҙур эш атҡарып сығырға кәрәк ине. Баймаҡ халҡы бөтә донъяға һибелгән. Был районда тыуып үҫкән күренекле шәхестәр Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә йәшәгән һәм йәшәй.
– Энциклопедия эшләгәндә иң мөһиме көнүҙәк һәм дөрөҫ, документтар менән раҫланған материалдар туплауҙыр, моғайын. Иң тәүҙә архивтар, дәүләт учреждениелары менән берлектә эшләү кәрәк. Районда архив берәү генә, тағы ла урындағы гәзит бар, йәғни мәғлүмәт сығанаҡтары сикле тип әйтмәксемен…
– Мәғлүмәт туплауҙы урындағы халыҡтың ҡатнашлығынан тыш башҡарып сығып булмаҫ ине. Район китапханалар селтәре (директоры – Луиза Ҡаһарман ҡыҙы Дәүләтшина), район архивы (мөдире – Фатиха Ғүмәр ҡыҙы Харрасова), загс (начальнигы – Зөлфиә Яҡуп ҡыҙы Әминева), тыуған яҡты өйрәнеү музейы (директоры – Найлә Мөйәссәр ҡыҙы Ғәлина), район хакимиәте идаралыҡтары һәм бүлектәре, уҡытыусылары, ауыл хакимиәттәре башлыҡтары һәм хеҙмәткәрҙәре мәғлүмәт туплауға ҙур өлөш индерҙе. Быларҙан тыш, райондың һәр бер ауыл хакимиәтендә, мәктәбендә, музейында, китапханаһында, предприятиеларҙа яуаплы хеҙмәткәрҙәр билдәләнде, ауылдар тарихы менән ҡыҙыҡһыныусылар, оло йәштәгеләр буласаҡ энциклопедия өсөн материал туплауҙы үҙ өҫтөнә алып ҙур ярҙам күрһәтте. Урындағы тыуған яҡты өйрәнеүселәр Әмир Закир улы Сәйғәфәров, Рамаҙан Исмәғил улы Үтәғолов, Азамат Әғзәм улы Тажетдинов һәм башҡаларҙың район, ауылдар тарихына, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, Бөйөк Ватан һуғышы һәм башҡа темаларға арналған китаптарында тупланған ҡиммәтле мәғлүмәттәргә нигеҙләндек. Өфөлә йәшәгән яҡташтар ҙа үҙ өлөшөн индермәй ҡалманы. Ғөмүмән, район башлығы тырышлығы менән энциклопедияны яҙыу Баймаҡ халҡының уртаҡ эшенә әүерелде. Әммә шунда уҡ иҫкәртеп ҡуяйым: энциклопедия – ул тәү сиратта мәғлүмәт сығанағы. Уға мөрәжәғәт итеүсе үҙен ҡыҙыҡһындырған шәхес, ойошма йәки ваҡиға тураһында ҡыҫҡа, аныҡ, әммә бөтә йәһәттән дә тулы, документаль сығанаҡтар менән раҫланған хәбәр табырға тейеш. Шуға күрә беҙ Башҡортостан Республикаһының Үҙәк дәүләт тарихи һәм Ырымбур өлкәһенең тарихи архивтарынан алынған мәғлүмәттәргә лә таяндыҡ.
Ете томлыҡ «Башҡорт энциклопедияһы»н әҙерләгәндә ҡулланылған критерийҙарҙы, методик ҡулланмаларҙы «Баймаҡ энциклопедияһы»на ла яраҡлаштырҙыҡ. Эсенә ике меңдән ашыу мәҡәлә индерелгән һүҙлек (словник) әҙерләнек. Эш барышында ҡайһы бер мәҡәләләр төшөп ҡалды, күпмеһелер өҫтәлде. Шулай итеп, бөгөн Баймаҡ районы үҙенең энциклопедияһына эйә. Был – район өсөн ҙур ҡаҙаныш, ә беҙҙең нәшриәт өсөн – оло юлдың башы. Әлеге ваҡытта Әбйәлил районы һәм Сибай ҡалаһы менән ошондай уҡ энциклопедиялар әҙерләү тураһында килешеүҙәр бар. Башҡа райондарҙың етәкселеге лә ҡыҙыҡһыныу белдерҙе.
– Шулай ҙа район һәм ҡала энциклопедияларының үҙенсәлеге нимәлә?
– Тотош ил йәки айырым республика, өлкә тураһындағы энциклопедияларҙың критерийҙары, эшләү методикаһы район йәки ҡала энциклопедияһы өсөн яраҡлаштырыла, эшкәртелә, был ваҡытта күләм һаҡлана, ә йөкмәткеһе яғынан үҙгәрә. Мәҫәлән, «Башҡорт энциклопедияһы»на Башҡортостандың иң бейек тауҙары, ҙур йылғалары, халыҡ артисы исеменә лайыҡтар ғына инһә, Баймаҡтыҡына бейеклеге 500 метрҙан ашыу тауҙар, район ере буйлап ағып үтеүсе ун километрҙан оҙонораҡ бәләкәй йылғалар, атҡаҙанған артистар ҙа бар.
– Теүәлерәк әйткәндә, ниндәй мәҡәләләрҙән тора Баймаҡ энциклопедияһы?
– Ул ҙур күләмле инеш мәҡәлә менән башлана, Баймаҡ районының тарихи үткәне, бөгөнгө торошо тураһында дөйөм мәғлүмәт бирелә. Артабан алфавит буйынса мәҡәләләр, улар 2240-тан ашыу, 500-ҙән артыҡ иллюстрация бар.
Административ-территориаль берәмектәр, йәғни хәҙерге Баймаҡ районы биләмәһе ингән элекке Ырымбур губернаһы, өйәҙҙәр, кантондар, райондар, ауылдар, бөгөн йәшәп килгән һәм юҡҡа сыҡҡан ауылдарҙың бөтәһе лә индерелде. Райондың үҫемлектәр, хайуандар донъяһы, йәғни унда төйәкләнгән йәнлектәр, ҡоштар, төрлө бөжәктәр, “Ҡыҙыл китап”ҡа ингән, тик район биләмәләрендә генә осраусы үҫемлектәр һүрәтләнә. Шулай уҡ күлдәр, тәбиғәт, археология ҡомартҡылары, баҡыр рудаһы, алтын ятҡылыҡтары, уларҙы эшкәртеүсе предприятиелар, медицина, мәғариф учреждениелары, йәмәғәт ойошмалары, китапханалар, музейҙар, театрҙар, ижади коллективтар, районда булып үткән тарихи ваҡиғалар, унда йәшәүсе ерле халыҡтың ауыҙ-тел ижады, фольклоры тураһында мәғлүмәт тә урын алды Баймаҡ энциклопедияһында. Биографик мәҡәләләрҙә Баймаҡтың билдәле кешеләре тураһында тулы мәғлүмәт тупланды. Райондың үҫешенә үҙ өлөшөн индереүсе тарихи шәхестәр, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, Советтар Союзы Геройҙары, Социалистик Хеҙмәт Геройҙары, районда тыуып үҫеп, илебеҙҙең фән, әҙәбиәт, сәнғәт өлкәләрендә ҙур уңыштарға өлгәшеүсе арҙаҡлы шәхестәр, дәүләтебеҙҙең почетлы исемдәренә, ордендарына, премияларына лайыҡ булыусылар – береһе лә онотолманы. Китапта ошонда тыуып үҫкән, төрлө ерҙә йәшәүсе фән кандидаттарының, «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булған күп балалы әсәләрҙең исемлеге лә урын алды.
– «Баймаҡ энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексының һуңғы проекты түгелдер тигән ышаныстабыҙ...
– Әлбиттә. Алда – ҙур яңы проекттар. Әлеге ваҡытта «Башҡортостан халыҡтары» энциклопедияһы әҙер, ул тиҙҙән донъя күрәсәк. Шулай уҡ Әбйәлил районы, Сибай ҡалаһы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты тураһындағы энциклопедиялар, республикабыҙҙың билдәле кешеләренең юбилейҙарына арналған баҫмалар өҫтөндә эш башланды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 701

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 829

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 774

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 483

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 105

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 803

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 047

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 180

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 780

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 830

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 619

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 874