Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йырҙары күңелгә уйылып ҡала
Йырҙары күңелгә уйылып ҡала
Республиканың барлыҡ сәнғәт һөйөүселәренә йырсы Харис Шәрипов яҡшы таныштыр, моғайын. Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы сирек быуаттан ашыу Башҡортостанды аҙ иңләмәне. Үҙенсәлекле тауышлы, баҫҡан урынында ут уйнатҡан Мәләүез егете сәхнәлә башлап күренеү менән олоһоноң да, кесеһенең дә иғтибарын йәлеп итте. Шөкөр, тамашасыларҙың өмөтөн аҡланы Харис Мөбәрәк улы. Сәнғәт донъяһында үҙ урынын тапты.


— Харис Мөбәрәк улы, берсә балҡып, берсә янып-көйөп, көсөргәнешле ижадта уҙған йылдарығыҙға әйләнеп ҡарап: "Вәт, әй, ҡайһылай ваҡыт һиҙҙермәй үтә", — тип баш сайҡарға ла була. Ижади эшмәкәрлегегеҙгә 25 йыл тулған да баһа! Хәтеребеҙҙә, Ағиҙел буйында тыуып үҫкән Харис Шәрипов тигән йәш йырсыны баш ҡала тамашасыһы тәү күреүҙән йылы ҡабул иткәйне. Шунан, һеҙҙең өсөн сәхнә нимә ул?
— Сәхнә — тамашасыларыма йырҙарым аша уй-фекеремде һәм бар булмышымды еткерә торған урын. Унда эшләйем генә түгел, йәшәйем тип әйтһәм дә була, сөнки йырлы-моңло тормошом шунда үтә. Үҙемә ҡарата талабым ҡаты: һәр һүҙендә тәрән мәғәнә ятҡан, халыҡ үҙ иткән, күңелдә уйылып ҡала торған йырҙарҙы ғына башҡарырға тырышам. Ошо хаҡта ижади эшмәкәрлегемде күҙәтеп барған тамашасыларымдан ишетеү айырыуса шатлыҡлы. "Атайым тураһында", "Дуҫтар менән", "Яҙҙар үткәс" кеүек йырҙарыңды ҡат-ҡат тыңлайбыҙ", — тиеүҙәре ҡанатландыра.
— Сәхнәгә тәүге тапҡыр ҡасан аяҡ баҫтығыҙ? Ғөмүмән, сәнғәт юлынан китеүгә нимә этәргес булды?
— Бала саҡта бик оялсан инем, шуға сәхнәгә сығырға баҙнат итмәнем. Туғыҙынсы класта уҡығанда район смотр-конкурсында ҡатнаштырҙылар. Мәҙәниәт һарайы сәхнәһенә "Ҡара муйыл сәскәһе" тигән йыр менән сыҡтым. Әммә, мөхәббәт йырын башҡарҙы тип, артабанғы турға үткәрмәнеләр. Үҙемде күрһәтергә тырышыуым, сәмселлегем көслө булғандыр, күрәһең, киләһе йылда "Азамат"ты яңғыратмайыммы! Шулай итеп, беренсе урынды халыҡ йыры менән яуланым. Өйрәтеүсе юҡ ине, радио аша тапшырылған йырҙарҙы отоп ала торғайным.
Йырсыларҙы Өфө сәнғәт училищеһында әҙерләйҙәр тип ишеткәйнем, уҡырға шунда ғына барасаҡмын тип хыялландым. Шөкөр, буй етмәҫтәй тойолған уҡыу йортона инергә насип булды. Абруйлы, байтаҡ йырсы әҙерләгән Джон Әхмәт улы Мусин класында белем алдым.
Бала саҡтан артистарға оло хөрмәт менән ҡарай, ғөмүмән, талант эйәләренә мөкиббән ғашиҡ инем. 30-лап ҡына йорттан торған ауылда тыуып үҫһәм дә, сәнғәткә тартылып йәшәнем. Концерт ҡуйырға киләләр икән тигән хәбәр ишетелеү менән тинләп аҡса туплай башлайым. Беҙҙең яҡтағы бер тамашаны ла ҡалдырманым, ахыры.
— Йырға маһир булыуығыҙ тиккә түгелдер, моғайын...
— Әсәйемдең тауышы матур, күңеле тулы йыр-моң. Мәләүез баҫыуҙарында сөгөлдөр үҫтереү оҫтаһы Дамира Ғүмәр ҡыҙының, әлбиттә, йырлап ултырырға ваҡыты ла булманы, форсат та сыҡмағандыр. Шөкөр, миңә насип булды сәнғәт донъяһында ҡайнап ижад итеү!
— Артислыҡ эшмәкәрлегегеҙ нисек башланды?
— Сәнғәт училищеһын тамамлағас, Башҡорт дәүләт филармонияһына килдем, тәүҙә хорҙа йырланым. Бер мәл Илфаҡ Смаковтың концертын алып барыусы юҡлыҡтан, был бурысты миңә йөкмәттеләр. Ризалаштым да ҡуйҙым. Шулай итеп, Белорет районында үҙемде нәфис һүҙ оҫтаһы булараҡ танытып ҡайттым. Эстрадаға юл ошо саранан һуң асылды ла инде. Йырсы һәм алып барыусы итеп "Илһам" ансамбленә саҡырҙылар. Концерттың уңышлы сығыуы алып барыусыға ныҡ бәйле икәнлеген шул саҡта яҡшы аңланым. Ул тамашаның бәҫен күтәрергә, темпын һүрелтмәҫкә тейеш. Әле лә: "Хоҙайым, тел асҡысы бир!" — тим дә сәхнәгә сығам.
— Һеҙҙе пародист итеп тә белә инек. Йәшлектәге шаярыу ғына булдымы ул?
— Эйе, пародия менән "шаярғылай" торғайным. Элек ул беҙҙә һирәк күренгән жанр ине, хәҙер киң таралды, кемде әләкләһәң дә ярай. Ҡыйыулыҡ та булған икән, тип үҙемә көлөп ҡарайым. Фәриҙә Ҡудашева, Мәғфирә Ғәлиева, Флүрә Ноғоманова, Тәнзилә Үҙәнбаева, Фән Вәлиәхмәтов һәм башҡа байтаҡ билдәле артистарҙы ҡаршылағыҙ тип иғлан итәм дә... уларҙың тауышы менән йырлап килеп сығам. Тамашасы бер мәлгә аптырап ҡала. Хатта атаҡлы, танылған йырсылар араһынан бер нисәүһен шулай үпкәләттем дә. Ә күптәр пародия жанры тип аңлап ҡабул итте. Йәшлек шуҡлығы ине ул.
— Йырсы йырҙы эҙләйме, әллә көй һәм шиғыр авторы башҡарыусыны табамы?
— Төрлөсә була: үҙең дә эҙләнәһең, һиңә лә йырлап ҡарарға тәҡдим итәләр. Ижад юлымды башлағанда Айрат Ғайсин, Нурия Абдуллина, Йәүҙәт Усманов, Роза Сәхәүетдинова, Ғәзиз Дәүләтбирҙин һәм Данил Хәсәншиндың йырҙарын яратып башҡарҙым. Эҙләнһәң, күңелеңә оҡшаған, тамашасы йылы ҡабул итерҙәй йыр табыла.
— Ә йырҙы ниндәй талаптан сығып һайлайһығыҙ?
— Минең өсөн иң мөһиме — йөкмәтке. Яңғыраған һәр һүҙе тыңлаусының күңел түренә барып етһен. Йәнә көйө арбар көскә эйә булһын. 25 йылдан ашыу ваҡыт эсендә тамашасы минән тәүләп ишеткән, репертуарымдағы йырҙарҙы ғына башҡарырға, бүтәндәрҙең йырҙарын йырламаҫҡа тырыштым һәм әле лә шулай итәм. Ижади эшмәкәрлегемде башлағанда төрлө стилдә йырланым. Әле килеп, дөрөҫ эшләгәнмен, тип иҫәпләйем. Йырҙарҙы төрлө жанрҙарға бүләм, төрлөһөн башҡарам, шуға ла тамашасы концертта арымай һәм ялҡмай.
— Репертуарығыҙҙа халыҡ йырҙары ла байтаҡ. Уны башҡарыу өсөн айырым оҫталыҡ та кәрәк бит әле...
— Халыҡ йырҙарын кем йырлаһа ла яратып, ихлас тыңлайым. Бәхеткә күрә, төбәгебеҙҙә уларҙы иҫ киткес юғары кимәлдә башҡарыусылар күп. Абдулла Солтанов, мәрхүмә Фәриҙә Ҡудашева, Әлфиә Авзалова һәм башҡалар үҙҙәре генә ни тора! Халыҡ йырҙарын башҡарыу нескәлектәренә Рамазан ағай Йәнбәков өйрәтте, ә эстрадалағы остазым тип Нәзифә Ҡадированы иҫәпләйем. Икеһенә лә оло рәхмәтлемен.
— Сәхнә тормошонан хәтерҙә уйылып ҡалған берәй осраҡты һөйләмәҫһегеҙме?
— Хәтеремдә 1994 йыл ныҡ уйылып ҡалды. Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашып, лауреат булған осор ул. Людмила Зыкина рәйеслегендәге жюри 22 кешенән тора ине. Поезда барғанда һалҡын тейҙерҙем, ауырып киттем. Йәшлек ғәләмәтелер инде, тауышымды һаҡлау тураһында уйламағанмын да, тәҙрәне асып, рәхәтләнеп тирә-яҡты күҙәткәйнем. Йырлай алмаҫмын тип ҡатнашмаҫҡа ла уйлағайным тәүҙә. Шулай ҙа тәүәккәлләнем. Радио аша тура эфир ине, микрофон ҡуймағайнылар. Аккомпаниаторҙарым Редик Фәсхетдинов менән Рәмил Ғәйзуллин булды. Конкурс шарты буйынса һәр турҙа өс-дүрт йыр йырларға тейеш инек. Урыҫ халыҡ йырын башҡарыу ҙа мотлаҡ. Һайлап алыу турын үтеүемә ышанмайыраҡ торҙом, етмәһә, һаман ауырыйым. Шулай ҙа өсөнсө турға барып еттем, ул йомғаҡлау концерты ла ине. Һис өмөтләнмәгәндә көмөш миҙал менән бүләкләнеп ҡайттым. Бына ошо конкурс артабанғы ижадыма киң юл асты. Һуңынан Мәскәүҙең Колонналар залында ла йырланым. Етмәһә, сығышымды үҙәк телевидениенан бер нисә тапҡыр күрһәттеләр.
Әйткәндәй, унда бер ҡыҙыҡ хәлгә лә тарыным. Сығышымды иғлан иттеләр, сығып баҫтым, әммә башлай алмайым бит, һүҙҙәрен оноттом. "Һа-а-й, элмәлек..." тип бер аҙ һуҙғас ҡына иҫкә төшөрөп, йырлап алып киттем. Уны, моғайын, жюри һиҙмәгәндер ҙә, сөнки юғалып ҡалмай, "элмәле-е-е-к" тип һуҙып тик торҙом.
— Артистың ярты ғүмере юлда үтә. Ғаиләгеҙ быға нисек ҡарай?
— Ырымбур өлкәһе ҡыҙы менән яҙмыш беҙҙе Өфөлә таныштырҙы. Вәлимә Сәфәрғәли ҡыҙы менән Урал исемле ул, Юлиә исемле ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙек. Урал юғары уҡыу йортонда белем ала, Юлиә — мәктәп уҡыусыһы. Ҡатыным — башҡа һөнәр эйәһе, әммә уның сәнғәт өлкәһенән алыҫ тороуы һис тә ғаиләләге мөнәсәбәткә ҡамасауламай, эшемдең нескәлектәрен яҡшы аңлай.
— Әгәр сәнғәт юлынан китмәһә, Харис Шәрипов кем булыр ине икән?
— Шуныһын икеләнмәй әйтә алам: ҡайҙа ла намыҫлы һәм тырыш хеҙмәткәр булыр инем. Аҡ йәки ҡара эш тип тормайым, бер хеҙмәттән дә ҡурҡмайым. Был, күрәһең, ҡаныма һеңгән, ата-әсәмдән күскән матур сифаттыр. Мәҫәлән, атайым 40 йыл тракторҙан төшмәне тиһәң дә була. Шөкөр, хеҙмәтен лайыҡлы баһаланылар, күкрәген ике орден һәм әллә күпме миҙал биҙәне, Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Күңелемә уҡытыусы һәм журналист һөнәрҙәре яҡын, бәлки, үҙемде шул өлкәләрҙә һынап ҡараған булыр инем. Буш ваҡытымда ҡулыма ҡәләм алғылайым, хеҙмәттәштәрем хаҡында һүрәтләмәләр яҙам, республика баҫмаларында донъя күргән мәҡәләләрем дә байтаҡ. Уҡытыусы һөнәренә килгәндә шуны әйтә алам: йәштәргә белгәнемде ихлас өйрәтәм, күңелдәрен үҫтереп ебәрерлек һүҙҙәр таба беләм. Шуға үҙҙәре лә миңә тартылып тора.
— Харис Мөбәрәк улы, артабан да тәбиғәт бүләге булған тауышығыҙ оҙаҡ йылдар һәммәбеҙҙе лә һөйөндөрһөн!

Тыуған төйәге — Мәләүез районының Апас ауылы.
Йәшәү девизы — "Бары тик алға!"
Өнәмәгән сифаттары — алдаҡсылыҡ, икейөҙлөлөк, ялағайлыҡ.
Яратҡан шөғөлө — фитнес, сканворд сисеү, китап уҡыу.
Табыныуы — Хоҙай Тәғәләгә генә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 700

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 829

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 774

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 482

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 104

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 802

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 047

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 179

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 779

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 828

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 619

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 874