Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Есемеңде асыр исемең (С)
Малайҙар өсөн

Саттар ғәр. — ғәфү итеүсе; яҡлаусы
Саубан — 1. боронғо төрки телендә сау (һау)+бан (ялғау); һаулығы бар, иҫән-һау; 2. бәлки, ғәр. — ҡарап, тәрбиәләп тороусы; ҡара: Һәүбән
Сафа ғәр. — сафлыҡ, паклыҡ, рәхәтлек, хозурлыҡ
Сафагәрәй ғәр., фарс. — сафа+гәрәй (эйәреүсе, дауам итеүсе)
Сафар ғәр. — 1. сәйәхәт, алыҫ юл; 2. Ай календарындағы икенсе айҙың исеменән
Сафи ғәр. — саф, таҙа; ысын дуҫ
Сафиулла ғәр. — сафи+Аллаһ; саф, таҙа
Сафуан ғәр. — сафлыҡ, паклыҡ; тотанаҡлы
Сафый ғәр. — саф, ысын дуҫ
Саяп // Саяф ғәр. — оҫта ҡылыссы
Саяр ғәр. — сәйәхәтсе, юлсы
Саярғәли ғәр. — саяр+ғәли
Саяфар ғәр. — "Саяф" исеменән яһалған
Саях ғәр. — илгиҙәр, сәйәхәтсе
Сибай бор. баш. — мәғәнәһе табылманы (был һүҙ кеше һәм ауыл исемдәрендә һаҡланған)
Сибәғәт ғәр. — төҫ, буяу
Сибәғәтулла ғәр. — сибәғәт+улла; Аллаһтың төҫө
Сирай ғәр. — яҡтылыҡ
Сираж // Сиражи ғәр. — яҡтыртҡыс, шәм, факел
Сиражетдин ғәр. — сираж+дин
Сиразетдин ғәр. — дин яҡтыртҡысы
Сирбай бор. баш. — сир, сиреү (ғәскәр)+бай (исем яһаусы компонент)
Сирғәли // Сирғәле баш., ғәр. — сир+ғәли; ғәскәри кеше
Сиреүсе бор. баш. — һуғышсы, һалдат, ғәскәри (Сирусин, Сирбаев, Сирғәлин кеүек фамилиялар, Сирғәли исеме Баймаҡ районында таралған)
Сисәмбай фарс., баш. — сисәмбе, шишәмбе+бай (ялғау); шишәмбе көн тыуған
Ситдиҡ // Ситдыҡ ғәр. — тура һүҙле, ғәҙел
Смаҡ фарс. — йомарт
Смаҡай фарс. — смаҡ+ай
Собхан ғәр. — дан, шөһрәт, маҡтау
Собханғол ғәр., баш. — данлы, шөһрәтле, маҡтаулы
Солтан ғәр. — 1. батша, хаким; 2. шәп, һәйбәт, иң яҡшы кеше; 3. исемдең бер өлөшө
Солтанбай ғәр., баш. — солтан+бай
Солтанбәк ғәр., баш. — солтан+бәк
Солтангилде ғәр., баш. — солтан+килде
Солтангирәй — ҡара: Солтангәрәй
Солтангәрәй ғәр., фарс. — солтан+гәрәй
Солтанғол ғәр., баш. — солтан+ҡол
Солтанғужа ғәр., фарс. — солтан+ғужа; шәп хужа
Солтанғәли ғәр. — солтан+ғәли
Солтанморат ғәр. — солтан+морат
Солтанәхмәт ғәр. — солтан+әхмәт
Сөйөндөк баш. — һөйөндөк
Сөйәрғол баш. — һөйәр+ҡол; һөйкөмлө, һөймәлекле бала
Сөләймән ғәр. — 1. тыныс, һаҡлы; 2. ҙур балыҡ (был исем төрки телдәренә — ғәрәптән, ә ғәрәпкә боронғо йәһүдтәрҙән ингән)
Сөнәғәт ғәр. — оҫталыҡ, һөнәрлелек
Сөнәғәтулла ғәр. — оҫта, һөнәрмән
Сура баш. — егет, батыр; бәһлеүәндең улы; дуҫ
Сурабатыр баш. — батырҙарҙың батыры (Сурабатырҙың исеменән; "Сурабатыр" тигән йыр бар)
Сурағол баш. — батыр, ҡыйыу егет
Сурай // Сураҡай баш. — "Сура" исеменең иркәләү формаһы
Сураман баш. — батыр; ир
Суфиян ғәр., фарс. — суфый, тыйнаҡ, тотанаҡлы
Суфияр ғәр., фарс. — суфый, тыйнаҡ, тотанаҡлы+яр (дуҫ, иптәш)
Сынбулат баш., фарс. — сын+булат, ысын ҡорос; бала ҡорос һымаҡ ныҡ булһын тигән теләктә ҡушыла
Сынғыҙ // Сыңғыҙ монг. — бөйөк; көслө
Сынтимер баш. — сын+тимер; ысын, иң шәп тимер; бала ныҡ булһын тигән теләктә ҡушыла
Сырлыбай баш. — һырлы, биҙәкле, матур+бай
Сыртлан баш. — һыртлан (сүл бүреһе); батырлыҡ билдәһе
Сыуаҡбай баш. — сыуаҡ+бай; сыуаҡ көндә тыуған
Сәбих ғәр. — матур, һылыу
Сәғиҙулла ғәр. — Хоҙайҙың бәхетле балаһы
Сәғит ғәр. — бәхетле
Сәғәҙи ғәр. — бәхетле
Сәғәҙәт ғәр. — бәхет, уңыш
Сәғәҙәтгәрәй ғәр., фарс. — сәғәҙәт+гәрәй

Ҡыҙҙар өсөн

Сәкинә ғәр. — тыныс күңелле, сабыр
Сәлимә ғәр. — сәләмәт, иҫән-һау; пак; ғәҙел
Сәлисә ғәр. — шат күңелле
Сәлиә неол., ғәр. — йыуатыусы
Сәмиғә ғәр. — тыңлаусы, ишетеүсе; тыңлаусан
Сәмсибәһәр ғәр. — яҙ ҡояшы; ҡара: Шәмсибәһәр
Сәмәрә неол., ғәр. — емеш; уңыш
Сәнә ғәр. — яҡты нур, балҡыш; маҡтау
Сәрби ғәр. — кипарис; зифа буйлы
Сәрбиямал ғәр. — зифа буйлы, матур
Сәриә ғәр. — аҫыл, затлы; шишмә
Сәрүәр фарс. — башлыҡ; дәрәжәле
Сәскә баш. — сәскә һымаҡ матур булһын тигән теләктә ҡушыла
Сәсәк баш. — сәскә һымаҡ матур
Сәтиғә ғәр. — күҙҙең яуын алып торған Сәүҙә // Сәүдә ғәр. — һүнмәҫ дәрт
Сәүиә ғәр. — тиң, тиңдәш
Сәфинә ғәр. — яҡын дуҫ
Сәфәрбикә ғәр., баш. — сәфәр+бикә
Сәхибә ғәр. — юлдаш; дуҫ, иптәш
Сәхипкамал ғәр. — сәхип+камал; иң шәп дуҫ
Сәхипъямал ғәр. — сәхип+ямал; матур, шәп дуҫ
Сәхиә ғәр. — киң күңелле, йомарт




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда +13 градусҡа тиклем йылыта

Башҡортостанда +13 градусҡа тиклем йылыта 18.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон фаразланы....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды 18.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла 16.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә күп ҡатлы йорттоң тәҙрәләре аҫтында мәктәп уҡыусыһының үле кәүҙәһе табылған
Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә

Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә 16.03.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан буйынса РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ашығыс хәбәр еткерҙе
Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде 13.03.2026 // Йәмғиәт

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде...

Тотош уҡырға 2

Республика халҡын томан һәм тайғаҡ булыуы хаҡында иҫкәрттеләр
Радий Хәбиров Талас ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны менән күреште
Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр 13.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр...

Тотош уҡырға 1

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды 13.03.2026 // Йәмғиәт

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде 12.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде...

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә