Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ағинәйҙең оҙаҡ йәшәү сере
Ағинәйҙең оҙаҡ йәшәү сереКеше донъяға килгәндә, дөрөҫөрәге, яралғанда уҡ уның яҙмышы маңлайына яҙыла, тиҙәр. Әҙәм балаһы нисек кенә белергә тырышмаһын, үҙенең күпме йәшәрен, күрәсәген алдан әйтә алмай. Быны беҙ Аллаһы Тәғәлә тарафынан яҙылған тәҡдир тип ҡабул итәбеҙ. Ә шулай ҙа йөҙйәшәр ағинәй-олатайҙарҙы күргәс, ирекһеҙҙән башҡа шундай уйҙар килә: ниҙәр кисерҙе икән хөрмәтле ҡарттарыбыҙ үҙ ғүмерендә? Ғәҙәттә, ихлас күңелле, күпте күргән-кисергән ололарҙан йылылыҡ бөркөлөп тора, сабыйҙарса эскерһеҙлек, яҡтылыҡ нуры йөҙҙәренә яғылған.
...Теремек кенә бер инәй бүлмәһенән йүгереп килеп сыҡты ла, күптәнге таныштар һымаҡ, беҙҙе ҡосаҡлап уҡ алды. Хәл-әхүәлдәрҙе һорашып, хәйер-фатихалар биргәс, доғалар уҡырға тотондо. “Әл-Фәтиха”нан башлап, бер нисә сүрәне уҡып сыҡты. Егерме минут буйы бер өнөн дә яңылышмайынса, талғын ғына уҡыны ағинәй доғаларын. Ә йөҙө яҡты, битендә сырыш әҫәре күрмәҫһең. Бына ниндәй ул йөҙйәшәр инәйебеҙ!
Ғәйнехәйәт Фәтҡулла ҡыҙы Ғиззәтуллина 1911 йылдың 23 ноябрендә Ауырғазы районының Мостафа ауылында донъяға килгән. “Егерме йәшемдә күрше Үрге Ләкәнде ауылындағы егеткә кейәүгә бирҙеләр. Кейәүгә ҡартайып сыҡтым, — тип көлә инәй. — Әлеге шул оялсанлыҡ инде, күпме һоратһалар ҙа, ҡасып тик йөрөнөм. “Гөлрәйхан, ҡыҙың ҡартаймаҫ борон кейәүгә бирә һал!” — тигәстәр, инәйем тотто ла Мәхмүт исемле егеткә бирҙе. Ирем һуғышта хәбәрһеҙ юғалды...
Ғәйнехәйәт инәйҙең тәүге ике сабыйы ла ауырып вафат була. Икәүһе иҫән ҡала. Ире һуғышҡа киткәндә Ғәлиәгә — дүрт, Нәғимәһенә ике генә йәш була. Әле ул Ғәлиә ҡыҙы менән йәшәй. Яңыраҡ Нәғимәһе 72 йәшендә йөрәк сиренән донъя ҡуйған.
“Инәйем эшкә шул тиклем күндәм булған. Мине тапҡас, иртәгәһенә йәнә ураҡ урырға сығып киткән. Бала асығып илаһа, ауыҙына ҡаптырырға тип, арыш икмәген сепрәккә һалып ҡәйнәһенә ҡалдырған. Аҙаҡ үҙе бик ҡаты ауырып китеп, саҡ-саҡ үлемдән ҡалған”, — тип һөйләй 75 йәшлек ҡыҙы Ғәлиә апай.
Көнө-төнө колхозда бил бөккән Ғәйнехәйәт инәй. Урағын да урған, көлтәһен дә бәйләгән, бесәнен дә сапҡан, сөгөлдөрөн дә үҫтергән. Ирҙәр эшен емертеп эшләй, мал-тыуарын да буйтым аҫрай, буш ваҡытында ла ҡул ҡаушырып ултырмай: мамыҡ иләп, шәл бәйләп үткәрә ул ғүмерен. Ҡышын таңғы дүрттән тороп, һуҡыр шәм яҡтыһында бәйләү менән мауыҡҡан саҡтары ла булған. 85 йәшкә тиклем шәл бәйләп, 95 йәшкә тиклем йөн иләп, ойоҡбаш-бейәләй бәйләп көн күргән.
Һуғыш ваҡытында аслыҡтан кеше бик ныҡ ҡырыла. “Кем он, кем май һорап килә, береһен дә буш сығарып ебәрмәнем”, тип хәтерләй йөҙйәшәр инәй. Бер ҙә аптырап тормай, күп итеп картуф сәсеп үҫтерә. Мохтаждарға бирер өсөн көн һайын бер биҙрә картуф әҙерләп ҡуя, үтескә түгел, хәйер итеп. Үҙенә ҡалмаһа ҡалмай, аҙаҡҡыһын булһа ла тоттороп сығара — бына шундай изгелекле була ул.
Ҡәйнәһе менән — 26, ҡәйенһеңлеһе менән 50 йыл бергә тороп, бер ҡасан да һүҙгә килмәгәндәр. Ғәйнехәйәт инәйҙең ауылдан Стәрлетамаҡҡа күсеп килгәненә хәҙер – егерме дүрт йыл. “Ҡала тормошо ялҡытмаймы һуң, бесән сапҡан, ураҡ урған ерҙәр һағындырмаймы?” тигән һорауыма ул: “Юҡ, унда таныштар ҡалманы, — тип яуапланы. — Беҙҙең нәҫелдә оҙон ғүмерлеләрҙән 102 йәшлек бер туған Миңнебанат апайым иҫән, әле Мәләүездә йәшәй. Ҡартинәйем 105-кә етте, әсәйем 95-тә вафат булды”.
— Инәйемдең хатта һалҡын тейҙереп тә ауырығаны юҡ, — ти ҡыҙы. — Быйыл Еңеү байрамы алдынан өйгә бер төркөм табип килеп, һаулығын тикшереп китте. Бер сире лә юҡ, йөрәге генә әҙерәк хөртәйгән, тинеләр.
Ғәлиә апай әсәһен бик матур ҡарай. Ғәйнехәйәт инәй, барына шөкөр ҡылып, һәммәһенә хәйер-фатихаһын биреп, изге доғаларын уҡып, тиҫбеһен тартып, тәсбих әйтеп ултыра. Һис булмаһа, ейән-ейәнсәрҙәре бүләк иткән хушбуйҙарҙы һөртөп, бит-ҡулына кершән яғып, ҡупшыланып та ала. Ошоғаса Ҡөрьән аштарына йөрөгән. Биш йәшлек Арыҫлан ҡартинәһе менән мөкиббән китеп уйнарға ярата икән. Ғәйнехәйәт инәйҙең 100 йәшлек юбилейын үткәрергә барлыҡ балалары, бүләләре йыйылыуы үҙе бер ваҡиға булды.
Был оло ғаиләлә йөҙйәшәр инәй һалған әҙәп, тыйнаҡлыҡ уңышлы дауам итә. Изге ғәҙәт-йолаларҙың балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә, бүлә-бүләсәрҙәренә күсә килеүе һоҡландыра.
“Инәй, һинең урының ожмахта булыр инде”, тигәс: “Әллә инде”, — тип кенә ҡуйҙы. Аллаһы Тәғәлә һауаланғанды яратмай, тиелә бер хәҙистә. Инәйҙең ҡылған һәр ғәмәле дөрөҫ, изге. Бәлки, ошонан киләлер оҙаҡ йәшәүҙең сере!
Роза ҠОБАҒОШОВА.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 3

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә