Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Һыҙылып киткән ҡара мыйыҡ, һыҙылып киткән дә киткән...


Былар ҡыҙыҡлыРаджстанда алтмыш йәшкә етеп барыусы Рам Синкх Чохан исемле бер кеше йәшәй, ти. Уның мыйығы 4 метрҙан ашып киткән икән… Әкиәт һөйләй тип уйлап ҡуймағыҙ, бөгөн 4,3 метрлы мыйыҡ йөрөтөүсе ир «байлығын» 18 йәштә үҫтерә башлаған.
Әйтеүе генә еңел – 4 метрлыҡ мыйыҡ! Әммә уны тәрбиәләргә лә кәрәк бит әле: йыу, тара, үреп ҡуй. Шуға ла мыйыҡ хужаһы элегерәк ҡатыны менән йыш «һауыт-һаба шалтыратыр» булған. Миңә иғтибарың аҙ, көнө буйы шул мыйығың менән булышаһың, тип үсеккән әлеге гүзәл зат. Ләкин тормош иптәшен киноға төшөрә башлағастар, киреһенсә, һоҡланып, ғорурланып йәшәй башлаған. Бына бит мыйыҡ мөхәббәт менән нисек уйнай: йөрәкте йә боҙға әйләндерә, йә ут-ялҡынға һала.
Әйткәндәй, Рам Синкхтың улы, атаһынан айырмалы рәүештә, бер ҙә мыйыҡ үҫтерергә теләмәй икән. Киреһенсә, һәр иртә менән тап-таҙа итеп ҡырынып ҡуя, ти.

Толом-толом сәстәреңде нисек үреп бөтәһең?


Былар ҡыҙыҡлыДонъяла иң оҙон сәс үҫтереүсе кеше берәй ҡатын-ҡыҙҙыр тип уйлай инем. Яңылышҡанмын икән, баҡһаң, әлеге көнгә ҡәҙәр вьетнам милләтле Тран Ван Хай исемле 67 йәшлек ирҙең сәсенән (ете метрҙан ашыу) оҙонорағы юҡ. 31 йыл буйы уны киҫтермәгән бабай ғүмеренең аҙағына тиклем ошо йолаһына тоғро ҡалырға ниәтләй. Һис шикһеҙ, был тиклем сәсте әлеге йәшендә тәрбиәләп тотоуы еңелдән түгелдер – 4 метрлыҡ ҡына мыйыҡ түгел дә баһа. Әммә Тран Ван Хай был хаҡта борсолмай.
Вьетнамда быға тиклем дә оҙон сәслеләр йәшәгән. Мәҫәлән, 6,5 метрлыҡ сәс йөрөтөүселәр булған.

Ат ҙурлыҡ эт


Былар ҡыҙыҡлыУрамда берәй ҙур ғына дүрт аяҡлы дуҫты осратһаҡ, ат ҡәҙәр эт күрҙем, тип һөйләргә яратабыҙ. Бына Америкала йәшәүсе Джордж исемле йорт һаҡсыһына тап булһаҡ, нимә менән сағыштырыр инек икән, сөнки ул, ысынлап та, аттан бер ҙә ҡалышмай.
Аризона штатында йәшәгән дүрт йәшлек эттең буйы (танауынан алып ҡойроҡ осона тиклем оҙонлоғо) – 221 сантиметр. Тимәк, аяғүрә баҫһа, донъяның иң бейек кешеһенән дә аша ҡарап торасаҡ. Тәпәйе иһә – 110 сантиметр. Ауырлығы ла буйынан ҡалышмай икән дог тоҡомло был эттең – 110 килограмм!
Донъяның рекордтар китабына ингән хайуандың хужаһы булыуы үҙе ғорурлыҡтыр ҙа ул, тик бына бәһлеүәндең тамағын да туйҙырырға кәрәк бит әле. Ғөмүмән, аҙмы-күпме, айына 50 килограмм ризыҡты йәлп иттереп ҡуя, ти, Джордж.
Әйткәндәй, кәүҙәһенең ҙурлығына ҡарамаҫтан, бик йыуаш икән ул.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә