Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Үҙгәреш осоро кисерәбеҙ”
“Үҙгәреш осоро кисерәбеҙ”Илебеҙ Конституцияһының, федераль ҡанундар үтәлешен дәүләт исеменән тәьмин итеү, граждандарҙың хоҡуҡтарын һаҡлау — төрлө кимәлдәге прокуратура органдарына йөкмәтелгән төп бурыстар. Уларҙың Нефтекамала нисек тормошҡа ашырылыуы тураһында һөнәри байрам алдынан ҡала прокуроры Нур ХАННАНОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

— Һуңғы ике тиҫтә йыл эсендә прокуратура органдары эшмәкәрлеге бер ни тиклем үҙгәреш кисерҙе. Улар ниҙән ғибәрәт һуң, Нур Флүр улы?
— Ысынлап та, телгә алынған осорҙоң киң күләмле үҙгәрештәре прокуратура органдарын да ситләп үтмәне. Шулай ҙа улар беҙҙең көндәлек эшмәкәрлекте баштан-аяҡ үҙгәртте тип әйтмәҫ инем. Элегерәк беҙҙең ҡарамаҡта булған енәйәт эштәрен тикшереүҙең махсус ойошторолған Тәфтиш комитетына бирелеүенән башҡа әллә ни оло үҙгәреш юҡ. Бурыстарға килгәндә инде, 290 йылдан ашыу тарихы булған Рәсәй прокуратураһы органдарының төп эше ҡанундарҙың үтәлешен тәьмин итеүгә һәм граждандарҙың, йәмғиәттең, дәүләттең хоҡуҡтарын һаҡлауға йүнәлтелгән. Уларҙы тормошҡа ашырыу йәһәтенән төрлө кимәлдәге, шул иҫәптән ҡала һәм район прокуратураларына ла, тейешле вәкәләттәр бирелгән. Прокуратура эшмәкәрлегенә һәр төрлө тәьҫир итеү тыйыла.
— Көндәлек эш һөҙөмтәләренә туҡталһағыҙ ине...
— Уҙған йылда 2123 ҡанун боҙоу осрағы асыҡланды, хоҡуҡи акттарҙы тикшереү һөҙөмтәһендә 316 протест белдерелеп, уларҙың барыһы ла ҡаралды һәм ҡәнәғәтләндерелде. Ҡанун боҙоуҙа ғәйепле 189 кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылды, тағы ла ун икеһенә рәсми киҫәтеү иғлан ителде. Тәфтиш органдарына ебәрелгән егерме бер ҡарар нигеҙендә ун туғыҙ енәйәт эше асылып, ун етеһе буйынса ғәйепләү ҡарары сығарылды. Бынан тыш, судҡа тапшырылған 1050 ғариза буйынса уларҙың хужаларына һигеҙ ярым миллион һумдан артығыраҡ аҡса ҡайтарып бирелде.
Һуңғы ваҡытта ҡала халҡының прокуратураға мөрәжәғәт итеүе һиҙелерлек йышайҙы, был иң тәүҙә ябай кешеләрҙең беҙгә ышанысы артыуынан киләлер. Былтыр булған 1983 мөрәжәғәттең 1427-һе ыңғай хәл ителде. Йыл барышында прокурор һәм уның урынбаҫарҙары 586 гражданды шәхсән ҡабул итеп, күтәрелгән һорауҙар буйынса тейешле яуап биргән йә ғариза алған. Был йәһәттән бер генә миҫал килтерер инем: ҡаланың Энергетиктар урамындағы күп фатирлы яңы йортта бер йылға яҡын газһыҙ йәшәүселәр прокуратура ярҙамында был мәсьәләне ыңғай хәл итте.
— Илдә экстремистик йүнәлештәге енәйәттәр артыуы күптәрҙе борсой. Был юҫыҡта ни әйтерһегеҙ?
— Тотош республикабыҙҙағы кеүек, Нефтекамала ла был йәһәттән хәлдәрҙең тыныс һәм тотороҡло булыуына ҡыуанырға ғына кәрәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, халыҡ араһында төрлө ҡарашта тороусылар, милләтселек шауҡымына бирелеүселәр булыуы һағайтып та ҡуя. Мәҫәлән, былтыр “Бәйләнештә” (“Вконтакте”) социаль селтәрендә экстремистик материалдар урынлаштырғаны өсөн ҡалала йәшәүсе Кузьминых фамилиялы егерме биш йәшлек егет Рәсәй Енәйәт кодексының 282-се статьяһы нигеҙендә хөкөм ителде. Был миҫал хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренә һәм йәмәғәтселеккә халыҡ араһында тейешле тәрбиәүи эш алып барыу кәрәклегенә асыҡ ишара, тип уйлайым.
— Коррупцияға ҡаршы көрәш мәсьәләһенә килгәндә, хәлдәр нисек?
“Үҙгәреш осоро кисерәбеҙ”— Был йүнәлештәге эшебеҙ Рәсәй Президенты раҫлаған “Коррупцияға ҡаршы милли план”ға нигеҙләнә. Мәҫәлән, 2013 йылда был йәһәттән 41 закон боҙоу осрағы тикшерелде, 13 вазифа биләгән кеше дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылды, прокуратура материалдары нигеҙендә ҡуҙғатылған 11 енәйәт эше буйынса суд тарафынан хөкөм ҡарары сығарылды. Бынан тыш, йыл барышында урындағы власть органдарының 207 норматив акты һәм уларҙың 108 проектына коррупция шигенә тикшереү үткәрелеп, алты акт ҡанун талаптарына тап килтерелеп яңынан эшләнде, 14 проектҡа тейешле төҙәтмәләр индерелде.
Шулай уҡ ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәр тарафынан дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт менән бәйле тыйыу, сикләүҙәрҙе инҡар итеү осраҡтары асыҡланып, улар буйынса тейешле саралар күрелде: атап әйткәндә, ун кеше дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылды.
— Был уңыштар кемдеңдер хеҙмәт емеше бит, Нур Флүр улы...
— Әлбиттә. Һәр коллективтағы кеүек, беҙҙең дә иң ҙур байлығыбыҙ – тырыш хеҙмәткәрҙәр. Билдәләнгән бурыстарҙы барыһы ла намыҫлы башҡара. Күптәр, кәрәк икән, шәхси мәнфәғәте һәм ваҡыты менән иҫәпләшмәй, эште сифатлы итеп теүәлләргә тырыша. Шулай ҙа прокурор урынбаҫарҙары Илнур Хәйретдинов менән Антон Сәлимгәрәевте, прокурор ярҙамсылары Игорь Гунбин менән Регина Шәһиҙуллиналарҙы айырым билдәләп, уларҙы ысын мәғәнәһендә үҙ һөнәрҙәренең оҫтаһы тип атар инем. Ошо хеҙмәткәрҙәр ҡала прокуратураһының матур йолаларын дауам итеүҙә барыһына ла үрнәк күрһәтә. Был башланғыстарға нигеҙ һалып, уларҙы тейешле йүнәлештә артабан үҫтереүселәр – ҡалабыҙҙың тәүге прокуроры Леонид Васильев, унан һуң был вазифаны биләүсе Владимир Чистонов һәм Рәйес Ҡотлобаевтарҙы хөрмәтләп иҫкә алабыҙ. Хаҡлы ялдағы ветерандарыбыҙ Риф Ғөзәйеров менән Риф Солтанов, шулай уҡ Фәнил Әҡсәнов, Виктор Логинов, Владлен Михайленко, уларҙың ҡулы аҫтында эшләгәндәрҙең барыһына ла сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Форсаттан файҙаланып, гәзит аша барлыҡ хеҙмәттәштәремде байрам менән ысын күңелдән тәбрик итәм.
— Һөйләшеү һуңында тағы бер һорау: Нефтекама ҡалаһы прокуроры Нур Ханнанов кем ул, ҡайҙан?
— Мин Белорет районының Сосновка ауылынан. Өфөләге 1-се республика мәктәп-интернатын, Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамланым, 2000 йылдан — прокуратура органдарындамын. Тәфтишсе булдым, Асҡын районы прокуроры вазифаһын башҡарҙым, бында тәғәйенләнеүемә икенсе йыл китте. Ҡатыным да — хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре, ике улыбыҙ бар.
— Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ, эшегеҙҙең бар йүнәлештәрендә лә уңыштар теләйбеҙ.

Ансар НУРЕТДИНОВ,
“Башҡортостан”дың үҙ хәбәрсеһе.


Район: Нефтекама ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә