Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Есемеңде асыр исемең (Р-С)
Малайҙар өсөн

Рәсих ғәр. — ныҡлы
Рәсүл ғәр. — илсе, хәбәр килтереүсе; пәйғәмбәр
Рәүф // Рәүеф ғәр. — изгелекле, мәрхәмәтле, йомшаҡ күңелле
Рәфил неол., ғәр. — ҡупшы
Рәфис неол., ғәр. — билдәле, күренекле
Рәфҡәт ғәр. — юғары олғашыу, күтәрелеү; бөйөклөк
Рәхим ғәр. — рәхимле, мәрхәмәтле
Рәхимбай ғәр., баш. — рәхим+бай
Рәхимғол ғәр., баш. — рәхим+ҡол; рәхимле бала
Рәхимйән ғәр., фарс. — рәхим+йән; рәхимле бала
Рәхмәт ғәр. — 1. шәфҡәт, мәрхәмәт, аяу; 2. яҡшылыҡҡа яуап итеп әйтелә торған "рәхмәт" һүҙе
Рәхмәтулла ғәр. — рәхмәт+Аллаһ; Аллаһтың рәхмәте
Рәшит ғәр. — тура юлдан барыусы; батыр, ҡыйыу
Сабан баш. — "һабан" һүҙенән
Сабанай баш. — "һабан" һүҙенән, һабан ваҡытында тыуған
Сабир ғәр. — сабыр, түҙемле
Сабирйән // Сабирьян ғәр., фарс. — сабыр+йән; түҙемле, сабыр
Сабит ғәр. — һүҙендә ныҡ тороусы; даими
Сабур ғәр. — сабыр, түҙемле
Сағман — мәғәнәһе билдәһеҙ; бәлки, ғәрәпсә "сағ" — бәхетле, йомарт+ "ман" — кеше
Сағынбай баш. — 1. болан төрө атамаһынан; 2. "һағыныу" һүҙенән; һағынып, көтөп алынған бала
Садиҡ ғәр. — тоғро, ихлас күңелле, эскерһеҙ; дуҫ
Садретдин // Саҙретдин ғәр. — дин башлығы
Садри // Саҙри ғәр. — башлыҡ
Садрислам // Саҙрислам ғәр. — Ислам башлығы
Сайран ғәр. — күңел асыу, тәбиғәт ҡосағындағы байрам
Салауат — 1. баш. — башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың исеменән; 2. ғәр. — маҡтаулы доғалар, намаҙҙар
Салах ғәр. — тыныслыҡ; изгелек
Салих ғәр. — яҡшылыҡ, изгелек ҡылыусы; рәхимле, тәүфиҡлы
Сәлихйән ғәр., фарс. — яҡшылыҡ, изгелек ҡылыусы
Самарбай ғәр., баш. — һамар+бай (Һаҡмар йылғаһының атамаһынан булыуы ихтимал)
Самат ғәр. — мәңгелек, мәңге йәшәй торған; башлыҡ
Самиғулла ғәр. — самиҡ+улла; тыңлаусы
Самиҡ ғәр. — тыңлаулы
Сани фарс. — оҡшаш, оҡшаған; ғаиләлә икенсе бала
Санияр фарс. — оҡшаған, оҡшаш; ғаиләлә икенсе бала
Санъяп — мәғәнәһе билдәһеҙ (ауыл исемендә һаҡланған)
Санъяр баш. — 1. ҡәлғә, нығытма; 2. үҙәккә үткес, үткер
Санъяр баш. — батша, император
Сарбай баш. — һары+бай (боронғо төрки телендә һары, сары "аҡ йөҙлө" тигән мәғәнәлә лә ҡулланылған)
Саръян фарс. — танылған, билдәле кеше
Сатай монг. — һөйөклө, яҡын туған

Ҡыҙҙар өсөн

Рәйфә неол., ғәр. — ҡыҙғаныусан, мәрхәмәтле; билдәле, күренекле
Рәҡибә ғәр. — теләк, хыял
Рәҡиә ғәр. — алдан барыусы
Рәмзилә ғәр. — билдә, тамға; үрнәк
Рәмзиә ғәр. — ҡара: Рәмзилә
Рәмилә неол., ғәр. — тылсымлы
Рәмиә неол., ғәр. — атыусы, уҡсы
Рәсилә неол., ғәр. — илсе
Рәсимә ғәр. — рәсем төшөрөүсе, биҙәүсе
Рәүилә неол., ғәр. — яҙғы ҡояш; сәйәхәтсе
Рәүиә неол., ғәр. — риүәйәт һөйләүсе, хикәйәт ҡылыусы
Рәүфә неол., ғәр. — шәфҡәтле, мәрхәмәтле
Рәфисә неол., ғәр. — күренекле
Рәхилә йәһ., ғәр. — кәләш (был исем урыҫ, инглиз, немец, француз һәм башҡа халыҡтарҙа киң таралған)
Рәхимә ғәр. — рәхимле, мәрхәмәтле
Рәшиҙә ғәр. — дөрөҫ, тура юлдан барыусы; батыр, ҡыйыу
Сабира ғәр. — сабыр, түҙемле
Саҙиҡа ғәр. — тоғро, ихлас күңелле, эскерһеҙ
Сажиҙә // Сажида ғәр. — доға ҡылыусы; баш эйеүсе; баш эйеү
Саима // Сайма ғәр. — ураҙа тотоусы
Саира неол., ғәр. — сәйәхәтсе, юлсы
Салиха ғәр. — изгелек ҡылыусы, рәхимле, тәүфиҡлы
Сания ғәр. — икенсе бала
Сара фарс. — иң шәп, иң яҡшы, аҫыл
Сара ғәр. — хакимә, бикә
Сара йәһ. — ырыу башлығы, ырыу инәһе
Сатиға ғәр. — күҙҙең яуын алып торған
Сатира ғәр. — ғәфү итеүсе, ярлыҡаусы
Сатура ғәр. — бер юллыҡ шиғыр; ғәфү итеүсе, ярлыҡаусы
Сафия ғәр. — саф, эскерһеҙ
Сафура ғәр. — кешенең күңелен, холҡон төҙәтеүсе; фәрештә
Сибәр баш. — матур, сибәр
Сиҙыҡа ғәр. — тура һүҙле, ғәҙел
Сөйөмбикә баш. — һөйөклө, һөймәлекле ҡыҙ
Сөйәрбикә баш. — һөйәр+бикә; һөйкөмлө
Сөмбөл ғәр. — 1. август айының исеме; 2. гөл исеме; башаҡ, иген башаҡтары
Сорур ғәр. — шатлыҡ, һөйөнөс, ҡыуаныс
Солтанбикә ғәр., баш. — солтан+бикә
Солтания ғәр. — башлыҡ, хакимә
Сулпан баш. — таң йондоҙо
Сурия ғәр. — Етегән йондоҙ
Суфия ғәр. — суфый, тыйнаҡ, изге
Сыуаҡбикә баш. — сыуаҡ+бикә; сыуаҡ көндә тыуған
Сәбилә ғәр. — оло юл; сәйәхәтсе
Сәғдиә // Сәғҙиә ғәр. — бәхетле
Сәғиҙә ғәр. — бәхетле; мул тормошло
Сәғирә ғәр. — бәләкәй генә; ғазап уты; ялҡын
Сәғәҙәтбикә ғәр., баш. — сәғәҙәт+бикә; бәхетле ҡыҙ
Сәйҙә // Сәйдә ғәр. — түрә, башлыҡ

(Дауамы бар).

* баш. — башҡорт һүҙе, фарс. — фарсы һүҙе, бор. — боронғо, ғәр. — ғәрәп һүҙе, неол. — неологизм (яңы үҙләштерелгән), монг. — монгол һүҙе, лат. — латин һүҙе.

"Башҡорт исемдәре" (авторҙары — Т.Х. Кусимова һәм С.Ә. Бикҡолова) китабынан алынды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда +13 градусҡа тиклем йылыта

Башҡортостанда +13 градусҡа тиклем йылыта 18.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон фаразланы....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды 18.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла 16.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә күп ҡатлы йорттоң тәҙрәләре аҫтында мәктәп уҡыусыһының үле кәүҙәһе табылған
Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә

Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә 16.03.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан буйынса РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ашығыс хәбәр еткерҙе
Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде 13.03.2026 // Йәмғиәт

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде...

Тотош уҡырға 2

Республика халҡын томан һәм тайғаҡ булыуы хаҡында иҫкәрттеләр
Радий Хәбиров Талас ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны менән күреште
Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр 13.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр...

Тотош уҡырға 1

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды 13.03.2026 // Йәмғиәт

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде 12.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде...

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә