Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Урман башҡорттоң донъяһымы?
Урман башҡорттоң донъяһымы?Аң-тоң белмәй ҡырҡыу һөҙөмтәһендә урман сәнәғәте хужалыҡтарының базаһы ғәйәт ныҡ ярлыланды, уларҙан урман алыҫлашҡандан-алышлашты. Вахта ысулы менән йөҙәр саҡрымдарға йөрөп эшләргә мәжбүр булдылар. Урман төҙөлөшө буйынса документтарға ҡараһаң, запас күп һымаҡ, ләкин сифаты насар. Эшкәртеү өсөн ҡарағай, ҡайын етмәй башланы. Урман сәнәғәте министрлығы, “Башлеспром” берекмәһе ҡиммәтле ағас әҙерләү күләмен арттырҙы, әммә түбән сортлы ағасты, юғары һәм түбәнге келәттәрҙә хасил булған ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү мәсьәләһен хәл итмәне.
Һөҙөмтәлә урмандың мөмкинлектәре йылдан-йыл аҙайҙы. 1987 йылда бер төркөм урмансылар менән "түңәрәк өҫтәл" янында һөйләшеүҙә Белорет урман хужалығы берекмәһенең баш лесничийы Александр Хрусталев Инйәр урман сәнәғәте хужалығында ылыҫлы ағас — 10, Әүжәндә — 16, Белорет урман сәнәғәте хужалығында — 18, Мулдаҡайҙа — 22, районда ни бары 15 процент ҡына ҡалыуын белдерҙе. Ә 40 проценттан да ашыуырағын ҡырҡтылар.
Был ваҡытта урман әҙерләүселәргә район буйынса 40 миллион кубометр ағас беркетелгәйне. Әйҙә, рәхим итеп ҡырҡ та ҡырҡ һымаҡ. Ләкин саған, ҡарама, ерек, йүкә, имән 10-11 миллион кубометрға барып баҫа һәм файҙаланылмаған ағастың өстән бер өлөшөн тәшкил итә. Эшкәртеү предприятиеһы булһа, түбән сортлы ағас үҫә барған ихтыяждар өсөн ярар ине. Был мәсьәлә 50-се йылдар башында уҡ ҡуҙғатыла, Белорет урман сәнәғәте хужалығының түбәнге келәте урман-химия заводының тәүге сираты урыны итеп күрһәтелә. Илдең Урман-ағас әҙерләү министрлығы Белоретта 240 мең кубометр ағас-юнысҡы плитә етештереүҙе тәьмин иткән завод төҙөүҙе билдәләй. Иҡтисади һәм социаль үҫештең төп йүнәлештәрендә лә: "Бөтәһенән элек ағасты эшкәртеүҙең комплекслылығын күтәреү, ағас етештереүсе, әҙерләүсе һәм эшкәртеүсе предприятиелар булдырып, ағас сеймалы сығанаҡтарын файҙаланыуҙы яҡшыртыуҙы тәьмин итергә, химик-механик эшкәртеүҙе өҫтөнлөклө темп менән үҫтерергә", — тип аныҡ әйтелә. Тик Белоретта ағас-юнысҡы плитәләр заводы төҙөү планы ғына тормошҡа ашмай. Йылына 320 мең кубометр төҙөлөш ағасы әҙерләгән Белорет урман сәнәғәте хужалығы ғына ла ҡеүәте 60 мең кубометр плитә эшләп сығарыуға иҫәпләнгән цехты бер үҙе сеймал менән тәьмин итә алыр ине.
Урман сәнәғәте тотороҡло эшләһен өсөн булған байлыҡты хужаларса тотоноуҙы ойоштороу мотлаҡ. Етештереү ҡалдыҡтарын, түбән сортлы ағастарҙы эшкәртеү өсөн ҡеүәттәр булдырыу, ҡалдыҡһыҙ технология — заман талабы, көн талабы. Был урман фонды сифаты насарайған, ылыҫлы урман наҡыҫайған, бөтөп барған шарттарҙа айырыуса мөһим.
Шул уҡ ваҡытта урманға бай Белоретта әйтһәң кеше ышанмаҫ хәлдәр ҙә күҙәтелде. Урман сәнәғәтенең мебель фабрикаһы ситтән килтерелгән сеймалда эшләне. Ә Белорет урман сәнәғәте хужалығы йыл һайын 800 вагонды биләп, ситкә мебель өсөн технологик сеймал оҙатты. Юнысҡы-цемент плитәләрҙе иһә Белоретҡа Салауат ҡалаһынан килтерҙеләр. Ә урында ағас ҡалдыҡтарын ҡайҙа итергә белмәнеләр. Ғәжәп, әммә факт.
Нура урман сәнәғәте хужалығында арболит конструкциялар цехы төҙөлөү унда түбән сортлы ағас, турау-бысыу ҡалдыҡтарын эшкәртеүгә юл асты-асыуын. Мәгәр ағас сеймалын файҙаланыуҙы яҡшыртыу, ағас эшкәртеүҙең комплекслылығын күтәреү, ағас эшкәртеү буйынса предприятиеларҙы ишәйтеү, урмандарҙы тергеҙеү мөһим мәсьәлә булып ҡала. Теләк, йүнселлек, ярҙам булғанда, икенсел ағас сығанаҡтарын йыйыу һәм эшкәртеү — ҡулдан килә торған эш.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Башҡортостан урмандарының һыу, тупраҡ һаҡлағыс әһәмиәте, һауа торошона уңайлы тәьҫир яһауы, тирә-йүндәге тигеҙлектәрҙе, далаларҙы дымландырып, ҡоро елдәрҙең һәләкәтле йоғонтоһон кәметеүе иҫәпкә алынманы. Бының эҙемтәһендә урман һәм үҫемлектәр донъяһының торошо боҙолдо, ылыҫлы урмандарҙың иң яҡшы өлөшө харап ителде. Ике йөҙ йылдан ашыу туҡтауһыҙ ҡырҡыу һөҙөмтәһендә Башҡортостандың тауҙар төйәгендәге ҡарағай урмандары ғәйәт ныҡ аҙайҙы. Тотош ҡырҡыу ысулы ылыҫлы ағастарҙың бөтә яҙыуына ғына түгел, ә урман мөхитен тарҡатыуға, һаҡлау, ышыҡлау үҙенсәлектәрен боҙоуға, йәшеллек һәм тереклек донъяһын һәләкәткә этәреүгә, элекке ҡарағайлыҡтарҙың ҡыуаҡ, уҫаҡ менән ҡапланыуына, хатта ҙур аралыҡтарҙа тауҙарҙың яланғасланыуына килтерҙе. Бының кире һәм хәүефле яҡтары әйтеп бөткөһөҙ.
Көньяҡ Уралдың ҡарағай урмандары төрлө йәшле, бер нисә ҡатлы һәм быуынлы. Тотош ҡырҡҡанда ҡарағайҙың өлгөрөп етмәгәне лә, үҫеп килгәне лә әрәм ителә. Шуға күрә беҙҙең шарттарҙа аҡрынлап һәм һайлап, һыҙатлап ҡырҡыу ысулы отошло. Ул урманды даими файҙаланырға, тирә-яҡ мөхитте, тәбиғәтте һаҡларға, тергеҙергә булышлыҡ итә. Тимәк, ҡанға һеңгән, ғәҙәткә ингән тотош ҡырҡыу, аяуһыҙ ҡырыу, әрһеҙ тотоноу алымдарынан арынып, уйлап хужалыҡ итеүгә күсеү, ағас әҙерләү һәм уны файҙаланыу сараларын үҙгәртеү үтә мөһим. Бөгөн урмандың яңырыуына бөтә алымдар, ысулдар менән булышлыҡ итеү зарур.
ХХ быуат башында Белорет заводы урмансыһы поляк Пиоро Константин Венантьевич ҡайҙандыр орлоҡтар табып, бер ярым гектар самаһы майҙанда кедр ултыртҡан. Хәҙер ул мөһабәт урманлыҡҡа әйләнгән һәм тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән. Уңыш өлгөргән мәлдә бында йәнлектәр, ҡоштар кедр сәтләүеге менән һыйлана, орлоҡтарҙы эләктереп ситкә төшөрә, кедрҙың тирә-йүндә таралыуына булышлыҡ итә. Әле кедр 17 гектар самаһы ерҙә үҫә. Пиоро һымаҡ йүнсел, киләсәкте уйлаған һәм хәстәрләгән кешеләр тәбиғәтте, донъяны үлемһеҙ итә лә инде.
Рәсми мәғлүмәт буйынса, Белорет районында 2013 йылға ағас запасы 119 миллион кубометр тәшкил итә. Әүәл ул байтаҡҡа күберәк ине. Ошо запастың 48 миллион кубометры — ылыҫлы ағас. 2012 йылда бөтәһе 166,8 мең кубометр ҡарағай, шыршы ҡырҡылған. Иң күп ағас әҙерләүселәр — "Башлеспром" менән "Селена" компанияһы.
Халыҡ фекеренсә иһә, урман ҡағыҙҙа ғына ҡалып бара, ҡарағай, ҡарағас, шыршы бөткәндән-бөтә, тауҙар, Уралыбыҙ яланғасланғандан-яланғаслана, һәр ылыҫлы ағасҡа күҙе лә, нәфсеһе лә һис туймаған әҙәмдәр ҡулын һонған, урман еңел байыу, еңел табыш алыу сығанағына әйләнгән.
"Селена" ғәмәлдә ылыҫлы ағастарҙы ҡырҡа һәм оҙата, уны тәрән эшкәртмәй, ҡырҡылған диләнкәләрҙе тейешенсә тергеҙмәй, тиҙәр. Урындағы халыҡ хоҡуҡһыҙ. Инде Көньяҡ Урал урмандары, аҫаба ерҙәр башҡорттоң донъяһы түгел, ә олигархтарҙы туйындыра, уларға "сереп" байыу, аҡсаны көрәп алыу мөмкинлеген тыуҙыра.
Көньяҡ Урал урмандарының яҙмышы, киләсәге, халҡыбыҙҙың йәнтөйәге тураһында тәрәнерәк ҡыҙыҡһынған, уйланған һайын күңелде нығыраҡ хәүеф баҫа. Күрәһен күргән, әммә бындайҙы уҡ күрмәгән ҡарттар күҙҙәре йәшләнеп: "Эй, Иҙел йорт, Иҙел йорт, ҡайҙа беҙҙең имен йорт? — тип йөрәкһенә, "күгәреп ятҡан киң Урал малыңа үреш булмаҫ" тип үрһәләнә. Шул саҡ минең, ошо төйәктә "Башҡортостан" гәзитенең ун өс йыл буйы үҙ хәбәрсеһе булып эшләгән уҙамандың, бәғере телгеләнә, "Ай, Уралтау, Уралтау" ҡобайырындағы йәндәрҙе өтөр һүҙҙәр хәтеремде яңырта: "Бөҙрә сәстәй урманың дошман ҡырҡып ятҡанда... Түҙеп торһа батырҙар, уға бала булырмы?"




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 701

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 829

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 774

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 483

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 105

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 803

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 047

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 180

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 780

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 830

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 619

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 874