Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡыш көнө лә эш тынмай
Ҡыш көнө лә эш тынмайЫсын баҡсасы өсөн ҡыш та эш бөтмәй. Иң төп хеҙмәт — күберәк ҡар туплау, ҡыуаҡ тирәләрен ҡар менән ҡаплау һәм ағас янындағыһын тапау. Ҡаты һалҡындарҙа емеш-еләк ағастарының һәм ҡыуаҡтарының төбөнә хатта ботағына тиклем ҡар өйөргә кәрәк. Ә бына ҡар ныҡ яуһа, ботаҡтарҙан уларҙы тиҙерәк ҡағып төшөрөгөҙ.
Билдәле булыуынса, ҡышын ҡуян, сысҡан кеүек кимереүселәр өсөн аҙыҡ кәмей. Уларҙың ризыҡ эҙләп еләк-емеш баҡсаһына юл һалып алыуы ла ихтимал. Шуға күрә ағастарҙың бәйләнгән урындарын тикшереп торорға, ә йылыраҡ көндәрҙә епшек ҡарҙы тығыҙлап ҡабат-ҡабат тапарға кәрәк. Тығыҙ ҡар аша сысҡан олонға төшөп етә алмай.
Ҡыш көнө баҡсалағы ағастар, ҡыуаҡтар шәп-шәрә ултыра һәм ботаҡтары яҡшы күренә. Әгәр уларҙа пәрҙә кеүек уралған, кипкән япраҡтар күрһәгеҙ, был — күбәләк, алтын ҡорһаҡ, алтын күбәләк кеүек ҡоротҡостарҙың ҡышҡы ояһы. Уларҙың һәр береһенең эсендә йөҙәрләгән ҡорт. Яҙын йылытыу менән улар терелә һәм үҙ эшенә тотона. Ағастарға бәҫ ҡунмаған көндә ҡоротҡостарҙың ояларын ентекләп йыйырға һәм яндырырға кәрәк.
Баҡсала яҙ көнө ултыртыу өсөн күмеп ҡуйылған үҫентеләр булһа, уларға сысҡан теймәһен өсөн янындағы ҡарҙы тапап тығыҙлап тороғоҙ.
Ҡарһыҙ ҡыш та ҡурҡыныс. Айырыуса баҡса еләге өсөн хәүефле. Уның тамырҙары ер өҫтөнә яҡын, ҡар ҡалын итеп яумағанда өшөй. Шуға күрә еләк түтәленә ситтән килтереп булһа ла ҡар өйөгөҙ.
Декабрҙә ялғау өсөн сыбыҡсалар ҡырҡып алырға өлгөрмәгәнһегеҙ икән, быны ғинуарҙың йылы көндәрендә лә эшләргә була.
Был айҙа тиреҫ әҙерләүҙе дауам итергә, утын көлө, ҡош тиҙәге йыйырға һәм уларҙы ябыҡ урында һаҡларға кәрәк. Минераль ашламалар, эзбиз һәм йорт-баҡса янында ҡулланырға рөхсәт ителгән ағыу-химикаттарҙы ла һатып алып ҡуйыу насар булмаҫ. Уларҙы бикле урынға һаҡларға ҡуйығыҙ. Шулай уҡ “баҡса санитарҙары” — ҡоштар тураһында ла онотмағыҙ. Уларға емлектәр ҡуйып, бигерәк тә ҡар яуған һәм боҙлауыҡ көндәрҙә йышыраҡ ашатығыҙ. Был айҙа йәйен мул уңыш биреүсе еләк-емеш ағастары өсөн терәктәр хәстәрләп ҡуйыу өсөн дә уңай. Әҙерләнгән ағас таяуҙың ҡабығын таҙартырға онотмағыҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә