Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Шыршыны нисек һайларға?
Шыршыны нисек һайларға?Әле Яңы йыл байрамына шыршы ҡуйҙығыҙмы? Әгәр эйе икән, афарин, өлгөрмәһәгеҙ ҙә, әлегә ваҡытығыҙ бар. Тик бына һорауҙар тыуа: “тере” шыршы ултыртырғамы, әллә яһалмаһын һатып алырғамы? Нисек итеп дөрөҫ һайларға? Беҙҙән — һеҙгә кәңәштәр. Ҡайһыһы оҡшағанын үҙегеҙ хәл итегеҙ.

Яһалма шыршы

Яһалма шыршы һайлайһығыҙ икән, уның ыңғай яҡтары байтаҡ:
d Йыл һайын ысын шыршыға аҡса тәләфләгәнсе, бер тапҡыр яһалманы алырға ла һәр саҡ файҙаланырға мөмкин.
d Балалар өсөн хәүефһеҙерәк. Уның энәләре ысыны менән сағыштырғанда йомшағыраҡ була, сәнселеү, яраланыу ҡурҡынысы юҡ.
d Яһалма шыршы алыу — тәбиғәтте һаҡлауҙың бер юлы.
d Ул матурыраҡ, күпереп ултыра.
Яһалма шыршыны йәнең теләгәнен һайлап алырға була. Уларҙың төрө күп: шыршы, ҡарағай, пихта, сәтләүектәр, ҡар бөртөктәре йәки уйынсыҡтары менән бергә... Төҫтәре һәм ҙурлыҡтары ла бихисап. Ҡупшыҡайҙар үҙҙәренең конструкцияһы менән айырыла. Арзаныраҡтары конструкторға оҡшаған, уны айырым ботаҡтарҙан йыйырға кәрәк. Яңыраҡтары шарнир конструкцияһы нигеҙендә эшләнә, был осраҡта шыршы ҡулсатыр кеүек асыла.
Энәләр һәм башҡа материалдары ике төрлө була. Береһе — махсус матдә һеңдерелгән ҡағыҙ. Улар күпереп тора, тик оҙаҡ һаҡланмай: ни бары өс-дүрт йылға етә. Өҫтөнлөктө икенсе төрөнә — утҡа бирешмәүсән пластик һәм синтетик сүстәрҙән яһалғанына бирергә кәрәк.
Оҡшаған шыршыны һайлағас, уның сифатын тикшереп ҡарағыҙ. Әгәр энәләре йомшаҡ икән, уны оторо яғына һыйпағыҙ; әгәр ҡаты булһа, энәләрен тартҡылап ҡарағыҙ. Сифатлы тауарҙың энәһе ҡойолмаҫҡа тейеш. Ботаҡтарын бөкләгеҙ, улар тиҙ генә үҙ торошона ҡайтырға тейеш.
Хәүефһеҙлек тураһында ла онотмағыҙ. Яҡшы шыршы янмай торған материалдан эшләнә. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: ҡағыҙ шыршы хәтәр шәп яна. Ундайын алһағыҙ, электр гирляндаларынан баш тартырға тура киләсәк. Һатыусынан сифат сертификатын һорарға онотмағыҙ. Сифатһыҙ тауарҙың майшәм йәки гирлянда йылыһында организм өсөн зыянлы химик матдәләр бүлеп сығарыуы ихтимал.
Шыршының ҙурлығын үҙегеҙ хәл итәһегеҙ. Улар 10 метрға тиклем бейеклектә була. Әлбиттә, өйҙә ҡуйыр өсөн 1-3 метрлығы етә. Унан тәбиғи ылыҫ еҫе сығып торһон өсөн махсус эфир майҙары алығыҙ.
Хаҡына килгәндә, ул төрлө ҡатлам кешеләре өсөн иҫәпләнгән. Башта шыршыны етештергән илде асыҡларға кәрәк. Иң сифатлылары һәм ҡиммәттәре Германия, Италия, Голландияла етештерелә. Уртасалары Тайвань менән Тайландтан ҡайтарыла. Ә иң арзаны, аңлашыла, Ҡытайҙыҡы. Хаҡты билдәләүсе икенсе мәсьәлә, ағастың бейеклеге һәм уны эшләгәндә ниндәй материалдар ҡулланылыуы. Шыршының нисек йыйылыуы ла хаҡ айырмаһы бирә. Ботаҡлап йыйылғаны арзаныраҡ, ҡулсатыр кеүек асылғаны ҡиммәтерәк.

Шыршыны нисек һайларға?“Тере” шыршы
Әлбиттә, ысын ағастың ыңғай яҡтары күберәк. Ул — ысын ылыҫ еҫе, тәбиғи йөҙө, бала саҡтан килгән байрам кәйефе. Өйрәнгән кеше өсөн бер ниндәй яһалма ҡупшыҡайҙың кәрәге лә юҡ.
Ауылда йәшәгәндәргә рәхәт: шыршыны яҡындағы урмандан барып ҡырҡалар. Ә ҡала халҡына уны һатып алырға кәрәк. Был осраҡта ла дөрөҫ һайлау мөһим. Шыршыны алдараҡ йүнләү кәрәк, сөнки башта күркәм, ҡупшылары була, ә байрам яҡынлашҡан һайын улар хөртәйә. Бик иртә алһағыҙ ҙа ҡайғырмағыҙ, уны, мәҫәлән, балконда һаҡларға була.
Ниндәй шыршы һайлауығыҙға ҡарамаҫтан, ул барыбер Яңы йыл байрамы осоронда өйгә йәм, күңелгә йылылыҡ һәм байрам кәйефе биреп ултырасаҡ. Айырыуса бәләкәй балалы йортто шыршыһыҙ күҙ алдына килтереп булмай. Шуға күрә ваҡытты артабан һуҙмай ғына шыршы алып ҡуйығыҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә