Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Милли мәғарифтың алтын бағанаһы
Милли мәғарифтың алтын бағанаһыМәктәпте юҡҡа ғына йөрәккә тиңләмәйҙәр. Уның эш кимәле бөгөнгө тормоштоң һулышын күрһәтә, киләсәктең тынын һиҙҙерә. Был йәһәттән республикабыҙҙағы милли белем усаҡтарының яҙмышында төбәгебеҙҙең, халҡыбыҙҙың аң-кимәл үҫеше, уй-теләге, маҡсаттары асыҡ сағыла. Уларҙың араһында иң ауыр осорҙа барлыҡҡа килеп, йәш быуынға алға атларға көс биргән данлыҡлы Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты айырым урын биләй.
Тарихҡа күҙ һалғанда, Өфөлә башҡорт мәктәбе уҙған быуаттың егерменсе йылдарында асыла. Ленин исемен йөрөткән был уҡыу йортоноң яҡшы йыһазлы кабинеттары, оҫтаханалары, бай китапханаһы, шулай уҡ 200 балаға иҫәпләнгән интернаты була. Уҡыусылар араһында күпселекте башҡорт райондарынан килгән балалар тәшкил итә. Бында милли мәктәптәр өсөн сығарылған әсбаптарҙан тәүге дәрестәр бирелә, урыҫ телен уҡытыу ысулдары эшләнә.
Ленин мәктәбе 1933 йылда төрлө сәбәптәр менән ябылып, Стәрлетамаҡҡа күсерелә. Һөҙөмтәлә Өфөлә бер генә башҡорт класы ҡала. БАССР-ҙың мәғариф халыҡ комиссары Ғөбәй Дәүләтшин (әйткәндәй, 29 декабрҙә уның тыуыуына 120 йыл тула — ред.) был хәлде төҙәтеү юлын эҙләй башлай. Ҙур ҡаршылыҡтар аша 1937 йылда баш ҡалала 9-сы башҡорт мәктәбе асыла. Зенцов урамында урынлашҡан милли уҡыу йорто тәүгеһенән күпкә ҡайтыш була: ул республиканыҡы түгел, ҡаланыҡы ғына, интернаты юҡ, бина тығыҙ, дәреслектәр етешмәй...
Унан Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Нисек кенә ауыр булмаһын, уҡыу йортон һаҡлап ҡалыу бурысы килеп баҫа. 1943 йылда БАССР-ҙың мәғариф халыҡ комиссары Зәйнәшев юғары органдарға 9-сы башҡорт мәктәбен интернатлы итеп үҙгәртеү тәҡдиме менән мөрәжәғәт итә. Мәсьәлә ошо уҡ йылдың ноябрендә ВКП(б) өлкә комитетының бюро ултырышында ҡарала һәм ыңғай хәл ителә. Һөҙөмтәлә интернатҡа күберәк башҡорттарҙы, тәү сиратта етемдәрҙе, һуғыш инвалидтарының, фронтовиктарҙың балаларын алыу бурысы ҡуйыла. Был ҡарар 1944 йылдың 25 мартында РСФСР Халыҡ комиссарҙары советы тарафынан раҫлана. 1 сентябрҙә интернатҡа райондарҙан һуғыш осороноң барлыҡ ауырлығын татыған 47 бала килә. Бына шунан башлана ла инде бөгөнгө данлыҡлы гимназия-интернаттың тарихы. Һуғышта ата-әсәһен, туғандарын юғалтып, киләсәккә өмөтө өҙөлгән, ышанысы һынған, күңеле ҡаҡшаған балаларға йәшәү көсө, ынтылыш биреү күпме батырлыҡ, фиҙакәрлек талап итә! Өҫтәүенә, бинанан бинаға күсенеп йөрөүҙәр, уҡыу йортоноң матди хәлен яҡшыртыу, педагогтарҙың тормош шарттарын хәстәрләү... Һыуҙы мискәләп ат менән ташыған, урмандан утын килтереп, күмәкләп бысҡан, ярған, ҡаҙанлыҡта ут яғып, аш-һыу бешергән саҡтар була. Барыһын да үҙ иңендә күтәреп, лайыҡлы атҡарып сыға мәктәп коллективы. Уҡыусыларҙа хеҙмәткә һөйөү, ныҡышмалылыҡ, еңеүгә ынтылыш, берҙәмлек тәрбиәләүгә тап шул ауыр замандарҙа нигеҙ һалынғандыр — Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты уҡыусылары тап шул сифаттары менән айырылып тора. Һәр заманда ла үҙ һүҙен әйтә алған көслө директорҙар, легендар уҡытыусыларҙың өлгөһөндә белем, тәрбиә алған йәштәр төбәгебеҙҙең төп милли ҡеүәтен тәшкил итә.
— Электән килгән йолалар, тәрбиә алымдары бөгөн дә эшмәкәрлектең асылын билдәләй, — ти гимназияның әлеге директоры Әлфир Ғайсин. — Заманса үҫешкә ынтылған мәлдә тарихи ҡиммәттәрҙең ярҙамы баһалап бөткөһөҙ. Күркәм тәрбиә алымдарын быуындан быуынға тапшыра килгән директорҙарҙың, уҡытыусыларҙың тәжрибәһен киң ҡулланабыҙ, улар һәр байрамда, кисәлә — хөрмәтле ҡунаҡ.
Милли мәғарифтың алтын бағанаһыТарихҡа хөрмәтле ҡарашы, киләсәккә ышаныслы атлауы менән Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты бөгөн дә үҙ абруйын юғарылыҡта һаҡлай. Һәр йүнәлеш буйынса башҡа белем усаҡтарына өлгө күрһәтеп алдан килеүе, сифатлы ғилем һәм тәрбиә биреү өҫтөнә спорт, мәҙәниәт буйынса йылдан-йыл ҙурыраҡ ҡаҙаныштарға өлгәшеүе, сығарылыш уҡыусыларының белем алыуын республиканың, илдең төп юғары уҡыу йорттарында дауам итеүе, техник белгестәрҙең күпләп сығыуы һәм башҡа бихисап уңыштары менән билдәле гимназия һәр яҡлап әҙерлекле, рухлы шәхестәр тәрбиәләп, төбәгебеҙҙе, милләтебеҙҙе, телебеҙҙе һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҙур өлөш индерә.


Ғайса ХӨСӘЙЕНОВ, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы, Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты, уҡыу йортоноң тәүге — 1947 йылғы — сығарылыш уҡыусыһы:
— 1944 йылдың сентябрь урталары. Баҫыуҙа молотилка менән иген һуғып йөрөгәндә, миңә ҡош телендәй генә хат килтереп тотторҙолар. “Ғайса туғаным, тиҙерәк Өфөгә килеп ет! Башҡорт интернаты асылды, һине шунда уҡырға алырға килештем”, — тип яҙған ине “Әлифба”ның авторы Закир Айыуханов. Минең өсөн күктән төшкән бәхет булды был кескәй генә ҡағыҙ киҫәге.
Яңы асылған мәктәп-интернат ҡаланың Нуриманов һәм Лесопильный урамдары киҫешкән мөйөштә урынлашҡайны. Интернаттың был бинаға яңы күскән сағы. Карауат, бер нисә ултырғыс, матрас, юрған-фәләндән башҡа бер ни ҙә юҡ. Утынды үҙебеҙ бысып, ярып индереп, тимер мейескә яғабыҙ, хужалыҡтағы барлыҡ эштә ҡатнашабыҙ. Ат менән икмәк, аҙыҡ-түлек килтерешәбеҙ...
Мәктәптең директоры фронтта яраланып ҡайтҡан Фәхри Солтанов ине. Ул ифрат сабыр, хәстәрлекле булып иҫемдә ҡалған.
Беҙ X класты тамамлаған йылда, илдә тәү башлап булһа кәрәк, өлгөргәнлек аттестаты бирҙеләр. Әкрәм Закиров, Ләбиб Мәмлиев һәм мин мәктәпте миҙал менән тамамланыҡ. Беҙгә төплө белем биргән уҡытыусыларыма — Әминә Әминеваға, Мөсәлиә Хәйруллинаға, Нәфисә Илһамоваға, Шәриф Чураевҡа, Нәфисә Мөхтәроваға — ғүмерем буйы рәхмәтлемен.
Туған мәктәбемде юғары квалификациялы милли интеллигенция вәкилдәрен тәрбиәләү үҙәге һәм өлгөһө тип ҡыйыу әйтергә була. Тартынмай әйтә аламдыр: ҡәҙерле мәктәп-интернатымдың исем-шәрифен, данын күтәреүгә күпмелер өлөш индереүем менән ғорурмын, бәхетлемен. Уҡыусыһы, тәрбиәләнеүсеһе булараҡ, изге бурысымды үтәгәнмендер, тим.

Фәүзиә ЛАТИПОВА, билдәле журналист, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, 1964 йылғы сығарылыш уҡыусыһы:
— Өфөгә тәү башлап аяҡ баҫыуым һәм 1-се мәктәп-интернатта уҡый башлауым бөгөнгөләй хәтеремдә. 1960 йылдың август аҙағы. Эҫе. Таш урамдарҙа күп йөрөүҙән аяғым ауыртып, һыуһап-сарсап, арып-талғайным. Туҡталыштарҙа этеш-төртөш, магазиндарҙа сират...
Мәктәп иһә шунда уҡ оҡшаны. Директорыбыҙ Төхвәт Аслаев алдынғы ҡарашлы педагог ине. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы С.Х. Зайлалова, математиканан Р.Ә. Бакирова, урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән Ә.Ҡ. Йыһаншина, географиянан Ә.М. Яппаров һәм башҡалар тәжрибәле, итәғәтле шәхестәр булып хәтерҙә ҡалған. Тәрбиәсебеҙ Сажиҙә Әсәҙуллинаны ла һағынып иҫкә алам.
Ул йылдарҙа Рәсәй урамы тотош ағас йорттарҙан тора ине. Мәктәптә тәүге мәлдә һыу булмағас, иртәләрен урамдағы шишмәгә йыуынырға йөрөнөк. Белем усағы янындағы ағастарҙы ла тәүләп ултыртыусы беҙ булдыҡ. Ҡариҙел йылғаһы яры буйында үҫкән шыршылар ҙа ҡулдарыбыҙҙың йылыһын һаҡлайҙыр, тип уйлайым. Бына шулай эшләтеп, яҡшы белем биреп, артабан да уҡығыҙ, республикабыҙға белемле кешеләр кәрәк тип ҡабатлап, ышаныс бағлап, бик дөрөҫ эшләгәндәр. Директорыбыҙҙың, уҡытыусыларыбыҙҙың ошондай педагогик һәләтенә һаман да һоҡланам.


Интернатым
Интернатым,
Тыуған йортом минең —
Өйрәндек беҙ һиндә тормошҡа.
Йөрәгебеҙ шуға ҡайнар хискә,
Ҡайнар тойғоларға тулышҡан.

Шатлыҡ менән ҡыуаныста йәшәп,
Йыл үҫәһен айлап үҫкәйнек;
Тейәп алып тау-тау ғилем йөгөн,
Ҙур тормошҡа һинән күскәйнек.

Шылтыраны кеүек кисә генә
Беҙҙең өсөн һуңғы ҡыңғырау.
Уның сыңы, ахыры, күңелдәрҙә
Ғүмер буйы торор яңғырап.

Тынғы бирмәй яна ҡараштарҙа
Һиңә беҙҙең тәбрик-теләктәр.
Наҙлы әсә, наҙлы ата булдың —
Рәхмәт һиңә ихлас йөрәктән!

Интернатташ, тиеп өндәшәмен
Күпме туғаныма мин бөгөн —
Беҙҙән бит һин шундай татыу бер йорт,
Шундай матур ғаилә төҙөнөң.

Интернатым,
Тыуған йортом минең,
Һиндә тыныу белмәҫ усаҡ бар.
Гөрләп торһон һиндә һәр саҡ тормош,
Өҙөлмәһен беҙҙең һуҡмаҡтар.

Рәмил ЙӘНБӘК.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 085

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 444

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 977

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 886

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 638

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 236

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 459

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 961

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 504

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 513