Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » "Экологияла киләсәк заман юҡ"
"Экологияла киләсәк заман юҡ"Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы тамам. Һығымталар яһар мәл етте. Нисек үтте ул? Ҡуйылған маҡсаттарға ирешеп булдымы? Ҡаҙаныштар бармы? Ошо һәм башҡа һорауҙарға Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар ҺАҘЫЕВ яуап бирҙе.
— Илдар Рим улы, быйылға ҡуйылған маҡсаттарҙы тормошҡа ашырғанда төп еңеү тип ниндәй ваҡиғаны атар инегеҙ?
— Йыл тәбиғәтте һаҡлау үҫешенә яңы этәргес бирҙе. Рәсәй Федерацияһы закондарының ҡайһы бер акттарына үҙгәрештәр индерелде. Ил кимәлендә киләсәк өсөн бик мөһим булған программалар ҡабул ителде. Республика кимәлендә иһә ошо программаларға байтаҡ проекттар менән ҡушылыуыбыҙҙы һәм уларҙың киләсәктә экологик хәлде яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәген билдәләргә кәрәк. Тәү сиратта "Өфөхимпром" биләмәһендә таҙартыу-санация үткәреү проектын билдәләр инем. Совет осоронан мираҫ булып ҡалған был предприятиеның экологияға килтергән зыяны ҙур. Икенсе сара Баймаҡ районының Семеновск алтын йыуыу фабрикаһында үтәсәк. Бынан тыш, нефть шламдарын эшкәртеү проекттары менән федераль программаға "Башнефть" һәм "Газпром нефтехим Салауат" компаниялары ла инде. Был эштәрҙе финанслауҙың дөйөм күләме 9,5 миллиард һумға барып баҫасаҡ. Был объекттарҙың барыһы ла беҙҙең өсөн мөһим, шулай ҙа төп еңеү тип ошо программаға "Өфөхимпром" предприятиеһының инеүен атар инем, сөнки Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылында был предприятиеға бәйле проблемалар хәл ителә башланы. Киләһе йыл бында санация эштәре башланасаҡ.

— Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов сығыштарының береһендә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын утилләштереүҙе көн ҡаҙағына һуҡҡан проблемаларҙың береһе тип атағайны. Бөгөн экологтар тарафынан был йәһәттән ниндәй эштәр башҡарыла? Сәнәғәт ҡалдыҡтарын утилләштереү программаһы нисек эшләй?
— Стәрлетамаҡ ҡалаһында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигоны базаһында сүпте эшкәртеү линияһы эшләй, уға инвестициялар йәлеп ителгән. Был — "тәүге ҡарлуғас". Тик уның эшен яйға һалыу еңел түгел, сөнки фатирынан сүпте сорттарға бүлеп сығарасаҡ халыҡ, уны йыйыусылар, полигонға алып килеүселәр, эшкәртеүселәр араһында бәйләнеш булдырыу, ошо схеманың теүәл эшләүен тәьмин итергә кәрәк. Шулай ҙа ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү мәсьәләһендә Стәрлетамаҡ алда бара.
Дөйөм алғанда, был өлкәлә хәл киҫкен тора. Әлеге мәлдә республикала 42 полигон бар. Уларҙың күбеһе тулған, сүпте күмеү дөрөҫ алып барылмай. Шуға ла уны эшкәртеүсе эшҡыуарҙарҙы йәлеп итеү мөһим. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн ауыл советтары сүпте уйһыулыҡтарға өйөп, уны яндырып ҡына ҡотола. Беҙ был мәсьәләне муниципалитеттар менән бергәләп хәл итәбеҙ. Быйыл бөтә район һәм ҡалаларҙа ла тирә-яҡты генераль таҙартыу схемаһы төҙөлдө, яңы йылдан тотош республика буйынса ошондай уҡ схема буйынса эшләй башлаясаҡбыҙ. Унда ҡайһы төбәктә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү заводы, ҡайҙа линияһы кәрәклеге асыҡ билдәләнәсәк.
Икенсе мөһим мәсьәлә — сәнәғәт ҡалдыҡтары менән эш. Быйыл проблеманы хәл итеү маҡсатында махсус программа эшләй башланы. Әлегә республикала 2600 гектар майҙанды биләгән сәнәғәт ҡалдыҡтары күмелгән 165 урын бар. Уларҙың күпселеге Стәрлетамаҡ районына тура килә. Рощинский ҡасабаһында, мәҫәлән, ләм майҙандары һәм быуалар бар. Ҡалалар араһында, әлбиттә, Өфө был "ҡара исемлек"тә беренсе тора, сөнки нефть эшкәртеү предприятиеларының шламдары күпләп йыйылған. Хәйбулла районында 678 гектар майҙан ерҙә ошондай уҡ проблема. Шуға ла үрҙә телгә алынған программаға ҙур өмөт бағлайбыҙ. Ошо ҡалдыҡтарҙы күмгән ойошмалар ҙа үҙ өҫтөнә яуаплылыҡ алып, был биләмәләрҙе таҙартыр тип өмөтләнәбеҙ.

— Быйыл бер нисә тапҡыр махсус һаҡланған биләмәләрҙә булдым. Уларҙың барыһы ла күҙгә күренеп бармаған мөһим эш башҡара. Киләсәктә был биләмәләрҙең яҙмышын нисек күрәһегеҙ?
— Быйыл министрлыҡ тарафынан ошондай биләмәләрҙе инвентаризациялау башланды. Был эштең маҡсаты — тәбиғәт объекттарының характеристикаларын дөрөҫләү, һаҡлауға мохтаж яңыларының исемлеген төҙөү.
Быға тиклем махсус биләмәлә биотөрлөлөктө һаҡлау маҡсаты тора ине. Бөгөн иһә туристарҙы йәлеп итеү эше лә алып барыла. Тәбиғәттең һоҡланғыс урындарын халыҡҡа күрһәтеү, шул уҡ ваҡытта биләмәнең үҙенсәлегенә зыян килтермәү — беҙҙең ҡулдан килгән эш.
Быйыл "Башҡорт Уралы" биосфера резерватын үҫтереү буйынса координация советы эшләй башланы. Республикала 232 махсус һаҡланған биләмә иҫәпләнә. Рәсәй менән сағыштырғанда, улар беҙҙә ике тапҡырға күберәк, Башҡортостан майҙанының 7 процентын биләй.
Башҡортостандың тәбиғәте бик үҙенсәлекле һәм гүзәл. Уны һаҡлау — һәр кемдең бурысы. Экология мәсьәләһендә киләсәк заман юҡ. Уны бөгөн ҡайғыртырға кәрәк.

— Йыл башында Һеҙ, республикалағы гидротехник ҡоролмаларҙы инвентаризациялауҙы декабрҙә тамамларға кәрәк, тигәйнегеҙ. Эш теүәлләнәме?
— Хужаһыҙ гидротехник ҡоролмалар — совет заманынан ҡалған тағы бер мираҫ. Ул ваҡытта был ҡоролмалар бер ниндәй документацияһыҙ, ауыл хужалығы ихтыяждары өсөн төҙөлгән. Йыл башында Ростехнадзор биргән мәғлүмәт буйынса, республиканың 26 районында 123 ҡоролма хужаһыҙ булып иҫәпләнә ине. Инвентаризация үтте. Бының өсөн махсус комиссия төҙөлдө. Уның составына федераль, республика һәм муниципаль власть органдары вәкилдәре инде. Был комиссия һәр ҡоролманы ҡарап тикшерҙе. Һөҙөмтәлә хужаһыҙ тип табылған 45 ҡоролма урындағы муниципалитеттарҙың балансына күсерелде. Был ҡоролмаларҙың уларға кәрәкме-юҡмы икәнен муниципалитет хәҙер үҙе хәл итәсәк.
Һуңғы йылдарҙағы ҡоролоҡ, көҙгөһөн көньяҡ-көнсығыш райондарындағы һыу баҫыу — гидротехник ҡоролмалар мәсьәләһен тиҙ арала хәл итеү кәрәклегенә йәнә бер дәлил.

— Декабрь башында Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса IV Бөтә Рәсәй съезы үтте. Уның эшендә Һеҙ ҙә ҡатнаштығыҙ. Был мөһим сарала ниндәй мәсьәләләр ҡаралды? Башҡортостанда йыш телгә алынған экологик проблемалар башҡа төбәктәр өсөн хасмы?
— Сарала көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды: һулар һауаның бысраныуы, ҡалдыҡтарҙы законһыҙ рәүештә һаҡлау, элекке йылдарҙан ҡалған экологик зыянды бөтөрөү. Һуңғы йылдарҙа был өлкәлә ҡануниәттең камил булмауының, тәбиғәтте һаҡлау сараларына етерлек күләмдә аҡса бүленмәүенең ил буйлап экологик хәлдең киҫкенләшеүенә килтергәнен һыҙыҡ өҫтөнә алдылар. Быйылдан Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендә лә хәлде яҡшыртыуға табан аҙымдар яһалды. "Йәшел" иҡтисадҡа күсеү механизмы булдырылды, экологик яҡтан таҙа технологиялар ҡулланыла башланы.
Шәхсән үҙем "Экорейтингтар һәм индекстар — үҫештең тотороҡло ҡоралы" тип аталған сессияла ҡатнаштым. Сараны Рәсәйҙең тәбиғәттән файҙаланыу һәм EY компанияһы ойошторғайны. Бында Башҡортостандың экологик күрһәт-кестәренә төрлө яҡлап ыңғай баһа бирелде. Бөтә донъя ҡырағай тәбиғәт фонды төҙөгән рейтингка ярашлы, Рәсәй төбәктәре араһында республика өсөнсө урында килә. Миңә ҡалһа, был – яҡшы һөҙөмтә.
Ысынлап та, сарала телгә алынған экологик хәлдәр Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәре өсөн дә хас. Айырыуса был ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары проблемаһына ҡағыла. Шуға ла барыһы ла түҙемһеҙлек менән ошо мәсьәләгә ҡағылышлы федераль закондың ҡабул ителерен көтә.
Ғөмүмән, Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы һөҙөмтәле үтте тип билдәләр инем. Быйыл башланған эштәр артабан да атҡарыласаҡ. Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы исеменән йыл буйы һөҙөмтәле эшләгән предприятиеларға, муниципалитеттарға, йәмәғәт ойошмаларына, халыҡҡа рәхмәт һүҙҙәре еткерге килә. Бергәләп һаҡлаһаҡ ҡына, тәбиғәтебеҙҙең гүзәллеген киләһе быуынға мираҫ итеп ҡалдыра аласаҡбыҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 697

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 770

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 177

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872