Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Көс-ҡеүәте артһын Баймағымдың!..”
Бәхетленең ҡунағы ла, байрамы ла бер көндә, тигәндәре хаҡтыр. Баймаҡ ҡалаһы һабантуйҙай гөрләне: район халҡы юбилейға килгән ҡунаҡтарҙы тирмәләр ҡороп ҡаршылаһа, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар байрам уңайынан төҙөлгән объекттарҙы ҡарап, һоҡланыуын йәшермәне.
Халыҡ араһында “баймаҡтар маҡтанып күкрәк һуғырға ярата” тигәнерәк шаяртыу бар. Республика алдында өлгө итеп күрһәтерлек эштәре барында ниңә күкрәк ҡаҡмаһындар, ти?! Байрамды иҫ китерлек матур ҡаршылаған Баймаҡҡа һис тә аҡһаҡал йәше бирерлек түгел, ул әле йәштәрсә яңы һулыш ала, төҙөкләнә. Республика башлығы Рөстәм Хәмитовтың, Баймаҡтағы оло юбилейға арналған сарала ҡатнашып, ҡаланың төрлө объектында булыуы хаҡында гәзитебеҙҙең алдағы һанында хәбәр иткәйнек инде.
Халыҡтың йәшәү шарттары ни тиклем яҡшы булһа, уға эшләүе, тормош көтөүе лә шунса еңелерәк икәне бәхәсһеҙ. Ҡаланың юбилейына арналған барлыҡ төҙөлөштәр ҙә тап ошо маҡсатта башҡарылған. Бөгөн танымаҫлыҡ итеп үҙгәртелгән Салауат Юлаев паркы ысын мәғәнәһендә халыҡтың сәләмәтлеген яҡшыртыу, ял итеү үҙәгенә әүерелгән. Бында хоккей һәм волейбол майҙансыҡтары, теннис корты, саңғы базаһы бар. Ҡасандыр гөрләп торған Баймаҡ хоккейсылары командаһы ҡайтанан тупланған. Был көндө “Ветеран” һәм “Йәштәр” командалары араһында дуҫтарса осрашыу үтте. Уларҙың боҙ өҫтөндәге ҡаты алышын күҙәткән Рөстәм Зәки улы ла, ҡулына сәкән алып, боҙҙоң ныҡлығын самалап ҡараны. Күмәкләшеп иҫтәлеккә төшкән фото Баймаҡ хоккейының ҡайтанан тергеҙелеүенә оло фатиха булғандыр. Артабан Башҡортостан Президенты Баймаҡтың ҡала булараҡ барлыҡҡа килеү тарихын сағылдырған тирмәләр менән танышты, халыҡ менән осрашты.
Ҡаланың 75 һәм Баймаҡ ҡойоу-механика заводының 100 йыллығы айҡанлы ойошторолған тантана халыҡ ижады үҙәгендә дауам итте. Унда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Премьер-министр урынбаҫары, Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова, көньяҡ-көнсығыш райондарҙың хакимиәт башлыҡтары, Илеш районы делегацияһы, мәртәбәле ҡунаҡтар, арҙаҡлы яҡташтар ҡатнашты. Ҡаланы оло юбилейы менән ҡотлап, төбәк етәксеһе баймаҡтарҙың ҡунаҡсыл, талантлы һәм хеҙмәт яратыусы халыҡ икәнлеген айырым билдәләп үтте. Президент әйтеүенсә, бөгөн Баймаҡ районы һәм ҡалаһынан сыҡҡан күренекле шәхестәр республикала ғына түгел, хатта бөтә илгә билдәле. Улар, ниндәй вазифа биләүенә ҡарамаҫтан, берҙәмлеге, татыулығы, эшһөйәрлеге менән айырылып тора, бурыстарына яуаплы ҡарай, халҡы, тыуған ере өсөн бар көсөн һала.
– Данлы Баймаҡ төбәге – республика тарихына исеме алтын хәрефтәр менән яҙылған райондарҙың береһе. Ҡасандыр Баймаҡ Бикбулатов тигән батырҙан барлыҡҡа килгән ҡала – бөгөн Урал аръяғының ҡеүәтле сәнәғәт һәм мәҙәниәт үҙәге. Мәғрур Ирәндек тауҙарының болоттарға ашҡан үрҙәре, халҡыбыҙҙың күңеле кеүек саф һыулы Талҡаҫ күле, йәмле Һаҡмар һәм Таналыҡ буйҙары, Ғәҙелша шарлауығы тиһеңме – был яҡтарҙың тәбиғәте үҙенең хозурлығы менән һәр кемде арбай. Башҡортостандың ете мөғжизәһенең береһе булған “Ирәндек айыуы”ның Баймаҡ ерендә табылыуы ҙур әһәмиәткә эйә. Башҡортостандың тәүге баш ҡалаһы Темәстең тап Баймаҡ районында урынлашыуы ла юҡҡа түгелдер. Һәр яҡтың, һәр төбәктең үҙенә генә хас матурлығы була. Баймаҡ еренең даны элек-электән йырҙарҙа йырланған, халҡы легендаларға инерлек батырлыҡтар ҡылған.
Шуныһы ҡыуаныслы: бөгөн дә баймаҡтар бирешмәй. Ҡалала өҫтәмә эш урындары барлыҡҡа килә, яңы социаль объекттар төҙөлә, етештереү предприятиелары асыла, юлдар төҙөкләндерелә. Иң мөһиме – сабыйҙар арта: быйыл ғына ҡалала 300 бала донъяға килгән. Ә район буйынса – 1001. Хәс тә әкиәттәге кеүек – “мең дә бер бала”. Тимәк, ҡаланың киләсәге бар, – тине үҙ сығышында Башҡортостан Президенты.
Артабан төбәк башлығы ҡалалағы төрлө ойошма һәм предприятиеларҙың хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында күп балалы әсәйҙәр, уҡытыусылар, сәнәғәт өлкәһендә эшләүселәр һәм башҡа һөнәр кешеләре бар ине. Ә инде Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Илшат Ситдыҡовтың Президент ҡулынан Салауат Юлаев ордены алыуын барса халыҡ көслө алҡыш менән ҡабул итте.
Баймаҡтарҙы шулай уҡ Илшат Тажетдинов, Йомабикә Ильясова, көньяҡ-көнсығыш райондарҙың хакимиәт башлыҡтары исеменән Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Хәлит Сөләймәнов, Урал аръяғындағы тау сәнәғәте предприятиелары исеменән “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Рөстәм Аблаев, Илеш районы хакимиәте башлығы Илдар Мостафин һәм башҡалар ҡотланы. Әйткәндәй, киләһе йыл Баймаҡ – Илеш дуҫлығына 50 йыл тула. Илшат Ситдыҡов республика етәксеһе Рөстәм Хәмитовтың Баймаҡ ҡалаһының почетлы граждандары иҫәбенә индерелеүен иғлан итте һәм уға башҡорт еләне менән ҡамсат бүрек кейҙерҙе. Һуңынан бик матур концерт булды.
Ике байрам бер тынала үтеп китте, уның артынан күңелдәргә сағыу биҙәктәр һибелеп ҡалды, яҡты хәтирәләр өҫтәлде. Баймаҡтарҙың рухы Ирәндек тауҙарынан бейек, уларҙың күңел киңлеге Талҡаҫ күленән тәрән, ҡунаҡсыллығы, ихласлығы – Хоҙайҙан һәм ҙурҙан. Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев яҙғанса, “Беҙ – баймаҡтар бит әле!”


Рөстәм Аблаев, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры:
– Баймаҡ ҡойоу-механика заводы менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Заводтың 100 һәм Баймаҡ ҡалаһының 75 йыллыҡ юбилейына бик теләп килдек. Шулай уҡ Һаҡмар һайлау участкаһына ҡараған баймаҡтарҙың мине депутатлыҡҡа һайлағаны өсөн ҙур рәхмәтлемен. Киләсәктә лә улар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итербеҙ, тигән теләктәмен. Иҫ киткес шәп тамаша булды, “Афарин, баймаҡтар!” тип әйтке килә. Уларҙан өйрәнәһеләр күп әле!

Рим Сыңғыҙов, Әбйәлил районы хакимиәте башлығы:
– Яҡташтарым өсөн һөйөнөп ултырҙым. Тиҙ арала барлыҡҡа килгән төҙөлөштәрҙе күреп, улар өсөн ҡыуандым. Республика тарихында тәрән эҙ ҡалдырған Баймаҡ күптән бындай иғтибарға лайыҡ. Киләсәктә лә яратҡан ҡалабыҙ сәскә атһын, үҫһен!

Сәғит Ишбирҙин, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Өфө ҡалаһы:
– Саҡырыуҙы алғас, райондаштарымдың шатлығын уртаҡлашырға бик теләп килдем. Баймаҡтың үҫешенә үҙ өлөшөмдө индерә алыуым менән бәхетлемен. Әле Өфөлә йәшәһәм дә, һәр саҡ уйҙарым менән тыуған яғымдамын: уларҙың башҡарған эштәренә һөйөнәм, ҡайһы саҡта уңышһыҙлыҡтарына көйөнәм. Үҙемдең Баймаҡ кешеһе булыуым менән ғүмер буйы ғорурланып йәшәнем.

Рәшиҙә Туйсина, Башҡортостандың халыҡ артисы:
– Иҫ киткес матур тамаша булды. Яҡташтарымды яратам, һағынам һәм улар менән һәр саҡ ғорурланам. Афарин, баймаҡтар!


Автор: Кәримә УСМАНОВА. Район: Баймаҡ ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә