Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡаф тауына илткән сәфәр
Ҡаф тауына илткән сәфәрЧечня
Грозный ҡалаһы баҙарындағы киосктарына яңы әйбер алып китеп барған ике азербайжан менән Гудерместы үттек. Юлдың ике яғынан да кәртә ҡуйылған. Һәр бағана араһында электр лампаһы яна. Рәсәй юлдары буйында аҙым һайын кафе, кемпинг, ҡунаҡхана, машина йүнәтеү урындары, аҙыҡ-түлек магазиндары булһа, Грозный ҡалаһына еткәнсе шул кәртәләрҙән башҡа бер ни күрмәнем.
Ҡараңғыла Грозный баҙарына килеп туҡтаныҡ. “Апай, асыҡҡанһыңдыр”, — тип миңә сәй, самса тотторҙолар.
Грозныйға ингән ерҙә, юл буйында урынлашҡан ҡунаҡханала йоҡлап, иртә менән ҡалаға барырмын, тип уйлағайным. Унда ҡунып сығыу осһоҙораҡ. Ҡала эсендә ҡунаҡхана эҙләп йөрөү — бигерәк этлек, ҡыйбат та.
Әммә был уйым килеп сыҡманы: юлдаштарым мине чечендарға тапшырҙы. Йәш ғаилә, еңел машиналарына ултыртып, уңайлыраҡ ҡунаҡхана эҙләп китте. Уңайлы тигәне — осһоҙораҡ инде. Арыу уҡ йөрөгәс, ҡала ситендәрәк урынлашҡан бәләкәй ҡунаҡханаға килтерҙеләр. Мине администратор менән ҡунаҡхана кафеһында аш-һыу бешереүсе оло йәштәге чечен ҡатыны ҡаршы алды. “Бер төн йоҡлап сығыу — 1200 һум”, — тиҙәр. “Ҡиммәт. Ул тиклем түләгәнсе, тупһала ултырып таң аттырам”, — тинем. Хаҡты 500 һумға төшөрҙөләр. Быныһына риза булғайным, администратор 500-ҙөң 300-өн кире ҡайтарып бирҙе.
Душта йыуынып сығыуға, бөтөнләй үҙҙәренекеләй күреп, мине һыйлай башланылар. Улар менән ашап-эсеп, тағы ла бер көн йоҡланым. Ҡабат бер тин дә алманылар. Ғөмүмән, чечен халҡы бик ҡунаҡсыл икән. Иртәнсәк ҡала үҙәгенә барырға автобус туҡталышына сыҡтым. “ГАЗель”гә ултырып, түләргә аҡса соҡой башлағайным, бергә ултырған ҡатын минең өсөн түләгәнлеген әйтте.
Чечен Республикаһының мәғариф министры ярҙамсыһы Зина Серганова менән осраштым. Ул бик яҡшы ҡабул итте. Йәһәт кенә сәй әҙерләтте. Ул арала миңә кәрәкле мәғлүмәтте әҙерләп индерҙеләр.
Чечня мәктәптәрендә белем биреү — урыҫ телендә. Чечен теле һәм әҙәбиәте һәр ерҙә уҡытыла: I класта — аҙнаға биш, II — IV кластарҙа — алтышар, V — VI кластарҙа — алты, VII — VIII кластарҙа — биш, IX — XI кластарҙа — өс сәғәт. Бынан тыш, V — XI кластарҙа аҙнаға берәр сәғәт дин тарихы (ислам) һәм чечен халҡының мәҙәниәте һәм этикаһы тигән фәндәр инә икән.
Әле Чечняла чечен халҡы — 70, ингуш һәм башҡа яҡын-тирә кавказ милләттәре — 20, урыҫ, украин һәм башҡа кавказлы булмаған халыҡ 10 процентты тәшкил итә.
Зина Зәйнетдиновнанан мәктәптә чечен телен уҡытыу торошо менән ҡыҙыҡһындым. Миңә яуап итеп, министр ярҙамсыһы башланғыс мәктәптәр өсөн әҙерләнгән, киләсәктә донъя күрәсәк китаптар, материалдарҙы күрһәтте һәм алдағы көндәрҙә эштәр тап шул тәңгәлдә барасағы хаҡында белдерҙе. Хушлашҡанда “Чечен халыҡ мәҙәниәте тарихы” тигән китапты бүләк итте.
Грозный ҡалаһының үҙәгенә йүнәлдем. Йорттарҙың бейеклеге (30 — 35 ҡатлы) хайран итте. 42 ҡатлы ҡунаҡхана бар. Унан алыҫ түгел матур мәсет урынлашҡан. Президент Рамзан Ҡадиров һәр аҙнаның йомаһында, иртәнге 4-тә, ошо иман йортона килеп, намаҙ уҡый икән.
Етәксенең үҙ халҡы өсөн барыһын да эшләүе күренеп тора. Республикала тәртип булдырған. Бөтә ерҙә таҙалыҡ. Эскелек күҙәтелмәй. Араҡы, һыра һатылған урын юҡ, шуға ла урамда иҫерек йә һоранып йөрөгән кешене осратмаҫһың. Ҡатын-ҡыҙҙың башында — яулыҡ. Тәмәке тартҡан, фәхишәлек менән булған көсһөҙ затты туғандары уҡ юҡҡа сығарасаҡ, тиҙәр. Теш араһынан “сырт” төкөрөп, ҡаҡырып йөрөү юҡ. Машинала китеп барыусы тәҙрә аша ҡый, сүп-сар ташлаһа, иртәгәһен машинаһыҙ ҡалыуы бар.
Бомбаға эләгеп емерелгән, электән йүнһеҙерәк иҫке өйҙәрҙе бөтөнләй алып ташлап, уларҙа йәшәгән кешеләрҙе яңы төҙөлгән йорттарға күсерәләр икән. Емереклектәр күренмәһен өсөн кәртәләр ҡуйып, бөтә халыҡты өмәләргә сығарып, ҡый таҙартыу айҙарға һуҙыла, тиҙәр. Был сарала бар халыҡ, вазифаһына ҡарамай, ҡатнаша икән. Өмәнән ҡасҡан министрҙарҙы ла эшенән бушатҡан осраҡтар булды, тиҙәр. Грозный урамдарында унда-бында палатка ҡороп, емеш-еләк, аҙыҡ-түлек һатыу юҡ — барыһы ла ҡала баҙарында, дөйөм ҡыйыҡ аҫтында.
Баҙарҙа Рамзан Ҡадиров һүрәте төшөрөлгән һәм “Рамзан, мы с тобой” тип яҙылған кепка һатып алырға булдым. Һатыусы минән аҡса алманы, бүләк итеп бирҙе.
Асығып киткәс, бер кафеға инеп ашап сығырға булдым. Сәфәрҙә йөрөгәндә көнөнә бер тапҡыр мотлаҡ эҫе аш ашауҙы тәртип итеп ҡуйғанмын. Йылы аш, сәй алып, тамаҡ туйҙырҙым. Түләргә касса янына барһам, аҡса алмайҙар. “Хозяйка велела с вас деньги не брать”, — тиҙәр...
Унан, бер хәбәрҙең ысынлығын тикшерергә теләп, ҡаланың үҙәге буйлап киттем. Төп урам, ысынлап та, Путин проспекты булып сыҡты. Ифрат оҙон, уртала күпере бар. Күперҙең бер яғында — “Әхмәт Ҡадиров проспекты”, икенсеһендә, мәсет торғанында — “Путин проспекты”.
Телевизорҙа бер каналдың тауышы юҡ, ә экранда 20-ләп оло йәштәге һәм йәшерәк ир-ат түңәрәктә сәғәт стрелкаһына ҡаршы йүнәлештә башта атлап, аҙаҡ йүгереп, унан түңәрәк уртаһына йөҙ менән тороп ҡул саба, ялан аяҡтарын алмаш-тилмәш күтәрә, унан тағы түңәрәк буйлап хәрәкәт итә ине. Ауыҙҙары асылып-ябылып тора. Сәғәттәр буйы шулай ҡыландылар. Арығанлыҡтары, кейемдәренең лысма һыу булғаны күренә. Хәлдән тайғандары, түңәрәктән сығып, ситкәрәк баҫа ла һаман да ҡул сабып, аяҡтарын күтәргеләп тора. Грозныйҙан сығып киткәндә сираттағы машина водителе приемнигын асты. Ирҙәр йырлай, ә берәү һыҡтап-һыҡтап илай. Телевизорҙан тауышһыҙ ҡараған тапшырыуҙың “Зикер” икәнен һәм әле тыңлағаным шул тапшырыуҙан булғанын аңланым.
Зикерҙе ошо рәүештә үтәү беҙҙең илдә тик чечен һәм ингуштарҙа бар икән. Хажға барыр алдынан Рамзан Ҡадиров үҙе лә зикерҙә ҡатнаша тиҙәр. Ҡала үҙәгендәге ҙур, матур мәсеткә халыҡ, шул иҫәптән йәш кенә ҡыҙҙар ҙа, инеп, тәһәрәт, мәсих ҡылып намаҙға баҫа.
Чечен һуғышы, әлбиттә, күп чечен ғаиләһенә ҡайғы, юғалтыуҙар килтерҙе. Чечен еренән урыҫ һәм башҡа халыҡ күпләп киткән, әммә дөйөм ҡаза шул уҡ ваҡытта милләтте берләштергән, милли мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә кәртә юҡ.
Ҡаф тауына илткән сәфәрИнгушетия
Ингушетияның Магас ҡалаһына килеп, ундағы Мәрйәм исемендәге гимназияны эҙләп киттем. Урамда минең йәштәге ир юлды өйрәтте лә, ай-вайыма ҡуймай, өйөнә алып инде. “Башта мин һине үҙебеҙҙең аш менән һыйлайым. Унан гимназияға барырһың. Ҡатыным унда математиканан уҡыта. Ә мин инсульттан һуң әлегә өйҙәмен”, — тине. Бекхан исемле журналист булып сыҡты. Бик тәмле итеп бешергән лобионы ашап алғандан һуң гимназияға киттем.
Тәнәфес ваҡыты икән. Инеү менән уҡыусылар һорауҙарын яуҙыра башланы: “Һеҙ сәйәхәтсеме?”, “Парижды күрҙегеҙме?”, “Тоҙло Үле диңгеҙҙә булдығыҙмы?” “Тап өҫтөнә баҫтығыҙ. Мин Парижда ла булдым, Үле диңгеҙҙә лә һыу индем”, — тигәс, янымда ҡулса тағы ла тығыҙланды. Директор, уҡытыусылар уҡыусыларҙы йәһәт кенә тамаша залына йыйып, минең менән осрашыу үткәрҙе. Ингуш һәм Төньяҡ Осетия (Алания) мәктәптәрендә лә туған тел (шул республика телен) бөтә мәктәптәрҙә лә өйрәнеү кластарына ҡарап, өс, дүрт, биш йәки алты сәғәт индерелә.
P.S. Оҙайлы сәфәремдә Татарстан, Ҡалмыҡстан, Дағстан, Чечня һәм Ингушетияла күргән-кисергәндәремде ҡыҫҡаса ғына бәйән иттем. Туған телгә мөнәсәбәт, милли рух төрлө ерҙә төрлөсә. Сәйәхәтнамәмдән кемдәрҙер ғибрәт, кемдәрҙер фәһем алыр, тип уйлайым. Яҙғандарым — аҡыллыға ишара.
(Аҙағы. Башы 1-се һанда).
Сания СӘҒИТОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 16

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 13

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 16

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 18

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 17

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 26

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 23

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 30

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 21