Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ҡыҙҙарға — ҡанат, малайҙарға — бот...”
“Ҡыҙҙарға — ҡанат, малайҙарға — бот...”Ҡаҙ өмәһе – халҡыбыҙҙың матур йолаларының береһе. Бында кешеләр бер-береһе менән яҡындан аралаша, күңел аса. Ҡаҙ йолҡоуы еңелдән түгел, шуға күрә өмәгә ауылдың уңғандары ғына саҡырыла. Перволачан ауылының иң егәрле ғаиләләренең береһе Раушания менән Ҡасим Таҡаевтар ҡаҙ өмәһенә ауылдаштарын ғына түгел, хатта күрше яҡтарҙан иң етеҙ, таһыллы, уңған ҡатын-ҡыҙҙарҙы саҡырған, сөнки ҡаҙ йолҡоу үҙенә күрә ҙур оҫталыҡ талап итә.
Ихатанан уҡ байрам кәйефе һиҙелә: ишек алдында сәй өҫтәле ҡуйылған, өмәгә килеүселәрҙе хужабикә самауыр сәйе һәм ҡоймаҡ менән һыйлай. Баян, ҡурай моңдарына ҡушылып, өмәселәрҙе алданыраҡ килгәндәре таҡмаҡ менән ҡаршылай.
Өмә барған йортҡа егәрлеләр йыйыла барҙы. Бала-саға ҡаҙ тотоша, ир-егеттәр уны салып, йолҡоусыларға индереп тора. Матур итеп кейенгән инәйҙәр, үткер телле еңгәләр, бикәләр һәм апһындар уртаға ҙур шаршау һалып, уның ос-остарын үҙҙәренә тартып, нығытып, салынған ҡошто эшкәртә лә башланы. Һүҙ ыңғайында һәр кем ҡаҙға бәйле ҡыҙыҡ хәлдәрҙе, бала саҡта бәпкә көтөүҙәре тураһындағы хәтирәләрен иҫкә төшөрөп, көлөшөп тә алғылай. Тилбер ҡулдарға күҙ эйәрмәй, шаршау өҫтө шау мамыҡҡа күмелә. Өй хужабикәһе ҡаҙ ҡанаттарын бәйләй-бәйләй, таҡмаҡлап бейеп тә китә. Бындай күңелле өмәлә түҙеп ултырып булмай шул!
Эштәре, ысынлап та, уң Таҡаевтарҙың. Күптән түгел ҡырҡлап өйрәген һуйып, таҙалап алһалар, әле илленән ашыу ҡаҙҙы йолҡторалар. Уйын-көлкө, йыр-бейеү менән аралашып барған эш һис ауырға төшмәне. “Һә” тигәнсә йолҡоп та бөттөләр. Өмәселәр араһында район мәҙәниәт йортоноң халыҡ ижады буйынса методисы Миңзифа Ишемғолованың да булыуы сараны йәмләп ебәрҙе. Уның ҡаҙ өмәһенә бәйле йолаларҙы төплө белеүе барыһын һоҡландырҙы. Тап Миңзифа Ибраһим ҡыҙының тәҡдиме менән ҡаҙҙы йолҡоп бөткәс, мамығын йыймай, һәр кем аяҡ-ҡулын шунда тығып һамаҡланы.
Ололар әйтеүе буйынса, шулай иткәндә, аяҡ-ҡул һыҙлауһыҙ була икән. Әйткәндәй, хужабикәнең ҡаҙ мамығын ишек алдына һибеү йолаһын да Хәйбулла яҡтарында ғына осратырға мөмкиндер. Көн һыуыҡ тип тормай, Раушания Таҡаева ихатаға сығып, ҡаҙ мамығын осора-осора һамаҡланы. Иншалла, киләһе йыл да был йортҡа күпләп ҡаҙ үрсетергә насип булһын!
Әйткәндәй, ҡаҙ өмәһенең иң тулҡынландырғыс мәле – ҡыҙҙарҙың ҡоштоң ҡойроҡ ҡаурыйын ҡулдарына тотоп, бәхеттәре кем ҡулында булыуын юрауҙалыр. Боронғонан килгән һынамыш тип ҡабул ителһә лә, йәш ҡыҙҙарҙың бер аҙ тулҡынланыуы йөҙөнә сыҡҡан. Юлдарына кем осраһа, шуға ҡарап һынайҙар. Мәҫәлән, көләс Зәлиәгә ауылдың уңған килене Айгөл осрап, уға ҡыҙыл муйынсаҡ бүләк иткән. Тимәк, киләсәктә Зәлиә лә уңған килен буласаҡ тип юрап ҡуйҙылар. Ә бына Әлфиәгә олораҡ йәштәге ир осраған. Шуға ла ҡыҙҙың күңеле төшкән икән.
— Яҙмышың ҡарт кейәү ҡуйынында, балаҡай. Борсолма, ҡарт ҡуйынында ҡалас бар, — тип мәрәкәләшеп тә алды өмәселәр.
Көйәнтәләргә эленгән ҡаҙ түшкәләрен яурындарына һалып, йәшерәктәр һыу буйына ыңғайланы. Ҡалғандары гармунға ҡушылып йыр һуҙҙы. Егәрле килендәр иһә ҡаҙ түшкәләрен мәкелә сайҡаған арала, йәш ҡыҙҙар ҡаҙ ҡауырһынының бер өлөшөн алып, йылға яры буйлап һибеп, һамаҡ әйтте.
Әсе дала еле өмәселәрҙең бит остарын бер аҙ семеткелеп алһа ла, кәйефтәр күтәренке. Сыр-сыу килеп өйгә ҡайтҡас, уларҙы тағы ла яуаплыраҡ, ҡатмарлыраҡ эш көтә ине. Ҡаҙҙарҙың эсен ярып, таҙартыу барыһынан да сослоҡ һәм иғтибарлыҡ талап итә. Миңзифа Ишемғолова тәүге ҡаҙҙың эсен ярып, уның эс майын сығарып алып, йорт хужабикәһенең түшенә баҫты.
— Ярай, өмәселәр, һис тә һаранланмам, иң һимеҙ ҡаҙҙарҙы бешереп, киске ашҡа ҡунаҡҡа саҡырырмын, — тип яуапланы ул.
Бар эш тамамланып, ҡаҙҙар эленеп, өй эсе тәмле ҡоймаҡ еҫенә тулғанда, ҡаҙ түшкәһе түрҙән урын алды. Миңзифа Ибраһим ҡыҙы уны өлөштәргә бүлде.
— Әүәл-әүәлдән ҡаҙ итен ете өлөшкә бүлгәндәр. Ҡыҙҙарға – ҡанат, малайҙарға – бот, хужаға – баш, ҡатынға – түш, ҡунаҡтарға оса майы эләккән, — тип өмәселәрҙе таныштыра- таныштыра ит бүлде Миңзифа апай. – Бына Зәлиә ҡыҙым, һиңә ҡанат. Ҡанатланып өйөңдән тиҙерәк осоп сыҡ! Хужаға – баш, башлы булһын! Бына, Радмир улым, һиңә бот – ҡаҙ шикелле бейеп тор.
Ит өләшеүсе, һамаҡлап, һәр кемгә өлөшөн таратып сыҡты. Барыһы ла хужаларға киләһе йылда ла күп итеп ҡаҙ үҫтереүҙе теләне.
Ҡаҙ өмәләре гөрләп уҙа икән, тимәк, ауылдарыбыҙҙың ҡото һәм йәме һаҡлана, улар әле йәшәйәсәк, иң мөһиме — халҡыбыҙҙың милли йолалары юғалмаясаҡ, быуындан быуынға күсеп, дауам ителәсәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 697

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 798

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 177

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872