Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Үәт, белемле сибайҙар!
Үәт, белемле сибайҙар!Йыл коллективы

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты – көньяҡ- көнсығыш райондарҙың йәштәре өсөн төп белем усаҡтарының береһе. Егерме йылдан ашыу Урал аръяғы төбәге өсөн белгестәр әҙерләгән уҡыу йортоноң матди-техник базаһы ныҡ, төрлө йүнәлештә белем биреү өсөн һәйбәт шарттар тыуҙырылған, “Төйәләҫ” фәнни-тәжрибә комплексы бар, хеҙмәткәрҙәре туҡтауһыҙ үҙ өҫтөндә эшләй.
Башҡа уҡыу йорттарынан айырмалы, Сибай институты студенттарҙа ватансылыҡ, телһөйәрлек тәрбиәләү йәһәтенән ғәйәт ҙур эш алып бара. Халҡыбыҙҙың рухлы ир-уҙамандарының береһе, арҙаҡлы шәхесебеҙ Зиннур Йәрмөхәмәтов етәкселек иткән коллектив республикала ғына түгел, хатта Рәсәй кимәлендә киң танылды. Уҡыу йортоноң матди-техник базаһына көнләшерлек. Бында заман талаптарына яуап бирерлек лабораториялар, ике ҡатлы спорт комплексы, яңы ҙур ашхана, өс китапхана, редакция-нәшриәт үҙәге, 12 компьютер класы, студенттар телевидениеһы бар. Шулай уҡ институттың ун аудиторияһы мультимедиа ҡорамалдары, интерактив таҡта менән йыһазландырылған.
“Ете ырыу” һәм “Сармат” халыҡ бейеү, башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары ансамблдәре, тынлы оркестр, “Арҡайым” фольклор ансамбле уңышлы эшләп килә. Төрлө секцияларында студенттар уҡтан атыу, көрәш кеүек милли спорт төрҙәре менән ихлас шөғөлләнә. Барлыҡ тәрбиә сараларында этнопедагогикаға, йәғни халҡыбыҙҙың матур йолаларына, ғөрөф-ғәҙәтенә таяныла.
“Эшҡыуарлыҡ һәм технология” бүлегендә халҡыбыҙҙың боронғо кәсеп-һөнәрҙәрен тергеҙеү һәм уларҙы йәш быуынға өйрәтеү буйынса маҡсатлы эш алып барыла. Йәштәрҙе күренекле шәхестәребеҙ өлгөһөндә тәрбиәләүгә лә етди иғтибар бүленә. Студенттарға рухи тәрбиә биреүҙең тағы бер юлын Сибай институты етәкселеге милли матбуғатҡа даими яҙылыуҙа һәм уны йәштәргә яҡынайтыуҙа күрә. Шуға күрә туған телдә сыҡҡан гәзит-журналды күпләп алдыралар.
Киләһе йылға ла Сибай институты директоры Зиннур Йәрмөхәмәтовтың ярҙамы менән “Башҡортостан”ға яҙылыу ойошторолдо. Иң күп гәзит алдырыусы һәм уны уҡып таратыусы Сибай институты коллективына рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Киләсәктә лә бергә ҡалайыҡ!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә