Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Афарин, аграрсылар!
Афарин, аграрсылар!Башҡортостан дәүләт аграр университеты студенттарын ҡотларға һәм маҡтарға урын бар: ошо көндәрҙә улар Алтайҙан шатлыҡлы хәбәр алып ҡайтты — Бөтә Рәсәй студенттарының махсус отрядтары слетында "Студенттар эшмәкәрлеген ойоштороусы иң яҡшы уҡыу йорто" номинацияһында икенсе урынға лайыҡ булды.
Башҡортостандың йәш аграрсылары өсөн мәртәбәле еңеү был, сөнки сарала илдең 40 төбәгенән 59 юғары уҡыу йорто ҡатнашҡан. Улар араһында Тимирязев исемендәге Рәсәй дәүләт аграр университеты кеүек абруйлылары булыуын да иҫәпкә алһаң, республикабыҙҙың йәш аграрсыларына, ысынлап та, "Афарин!" тиергә генә ҡала. Әйткәндәй, улар быға тиклем дә һыр бирмәне, һуңғы йылдарҙа өс тапҡыр — икенсе, ике тапҡыр беренсе урынды яуланы. "Башаҡ", "Ауыл тормошо", "Игенсе", "Төҙөкләндереүсе", "Айболит" отрядтары студенттарын йәйге семестрҙа республикабыҙҙың төрлө төбәгендә осратырға мөмкин. Йәштәр комбайн штурвалында ла һынатмай, заманса техникаға оҫта идара итә, малсылыҡ комплекстарына яңы һулыш алып килә. Юғары уҡыу йортонда белем алыусы егет һәм ҡыҙҙар, беренсенән, лайыҡлы алмашсылар буласағын хеҙмәттә раҫлаһа, икенсенән, Башҡорт дәүләт аграр университетының абруйын күтәрә.

Рим ӘБЛӘЕВ, Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығына ҡараған юғары уҡыу йорттары студенттарының төҙөлөш отрядтары ветерандары советы рәйесе: — Университетта махсуслаштырылған студент отрядтары 2007 йылда тергеҙелде, мине "Башаҡ"тың командиры итеп тәғәйенләнеләр. Шул уҡ йылда отрядыбыҙ республикала иң яҡшыһы булып танылды. Бөтә Рәсәй студенттар хәрәкәтен үҫтереүҙең әһәмиәте ҙур, сөнки үҙ-ара хеҙмәттәшлек киңәйә, ошо сараға ҡушылыусылар арта. Бынан тыш, буласаҡ белгестәр һөнәренең нескәлектәре менән ныҡлап таныша, тәжрибә туплай һәм, әлбиттә, яҡшы ғына эш хаҡы ла ала.


Автор: Зөлфиә МИНҺАЖЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


  1. Ирина
    Ирина от 20.12.2013, 16:30
    Молодцы, ребята! Так держать!

Комментарий өҫтәргә