Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ихатаңдан ситкә лә баҡ
Ихатаңдан ситкә лә баҡРегина менән Илһам Имаевтарҙы студент саҡтан беләм. Уларҙың танышып ҡауышҡан сағы, туйҙары, балалары тыуыуы ла күҙ алдында булды. Ҡулына диплом алғас, Илһамдың ҡәтғи рәүештә “ауылға ҡайтабыҙ” тип ҡырт киҫеүе лә ул заманда аптыратҡайны. Башҡорт дәүләт аграр университетын ҡыҙыл дипломға тамамлаған йәш белгескә аспирантураға ҡалырға тәҡдим итәләр ине. Кеше һүҙенә ҡарамай, Илһам йәш ғаиләһен Иглин районының Үктәй ауылына алып ҡайтты. Шунда төпләнделәр. Хәҙер ике бала тәрбиәләйҙәр. Ҡатыны мәктәптә математиканан уҡыта, ҡыҙҙары беренсе класта уҡый, малайҙары балалар баҡсаһына йөрөй. Ә бына ғаилә башлығы Илһам Имаев — республикала иң йәш ауыл хакимиәте башлыҡтарының береһе.

Иң киҫкене — ер мәсьәләһе

Быйыл йәй был һоҡланғыс ғаилә менән Ҡырмыҫҡалы районында үткән “Айыҡ ауыл” конкурсында йәнә осраштыҡ. Шунда Илһам киләсәккә пландары менән уртаҡлашып, ҡунаҡҡа ла саҡырғайны. “Айыҡ ауыл-2013” конкурсы еңеүселәре араһында Үктәй ауыл Советының да булыуына ҡыуанып, Иглинға юл тоттоҡ.
Ауыл Советына биш ауыл — Үктәй, Меңйетәр, Һарт-Лабау, Келәш, Иҫке Ҡарашиҙе ҡарай, 1600 кеше йәшәй. Мәктәп, мәҙәниәт йорто бар.
Тәү сиратта әңгәмәсемдән ауыл тормошо тураһында һорашам.
— Ауылда эш юҡ, тип ултырып булмай. Ауыл биләмәһендә 550 шәхси ихата иҫәпләнә. Һәр ғаиләнең 25 сутый тирәһе ере бар. Теләгән кеше эшләй. Йәшелсә-емешен дә үҫтерә, баҙарға алып барып һата ла. Халыҡ ниндәй хәстәрҙәр менән йәшәй, тиһегеҙме? Әлеге мәлдә беҙҙә ер мәсьәләһе киҫкен тора. Өфөгә яҡын урынлашҡас, бында төпләнеүселәр, ситтән килеп урман-һыуҙарыбыҙҙы ҡуртымға алырға теләүселәр йышайҙы. 2012 йылдан Башҡортостан Президенты ҡарары менән квартал һайын ауыл биләмәләренә 100 мең һум аҡса бүлеү бик тә ярап ҡалды. Был аҡсаны төҙөкләндереүгә тотонабыҙ. 15 эшҡыуар бар. “Әсәҙуллин”, “Юзанчук”, “Харрасов”, “Сәйфуллина”, “Роза” тип аталған крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары уңышлы ғына эшләй. 2011 йылға тиклем юл мәсьәләһе ауыр хәл ителә ине. Яҙлы-көҙлө ауылда бысраҡ. Урамдарҙы йүнәттек, юлдар һалына башланы. Зыяраттарҙы, шишмәләрҙе төҙөкләндереү йәһәтенән быға тиклем ауыл Советы биләмәһе башлығы булып эшләгән Зилә Ильясоваға рәхмәтлебеҙ. Унан беҙгә һәйбәт мираҫ ҡалды, – тип һөйләй Илһам.
Ихатаңдан ситкә лә баҡБерҙәмлек етмәй...

— Ауыл тормошо менән ауылдаштарҙың 80 проценты ҡыҙыҡһынмай тиерлек. Һәр кем үҙ ҡайғыһы, үҙ аһ-зары менән йәшәй. Шулай ҙа тормош ихата эсендә генә бармай бит ул. Кеше йөрөп тора, барыһына ла яҡшы юл кәрәк. Ҡышын кем көрәк тотоп юл көрәргә сыҡһын? Ауыл хакимиәте башлығының ойошторғанын көтәләр. Элек колхоздар мәлендә урамдарҙы биш-алты трактор “һә” тигәнсе таҙартып ҡуя ине. Хәҙер биш ауылға бер шәхси тракторҙы “тартҡылайбыҙ”. Буран башланһа, ҡурҡып торам, сөнки бер трактор яңғыҙы ғына өлгөрмәй. Совет заманында йәшәгән халыҡ бөтә проблемаларҙы ла колхоз хәл итер тип өйрәнгән.
Тағы бер етди мәсьәлә — берҙәмлек етмәй. Элек халыҡ бар эшен өмә үткәреп атҡара ине, ә хәҙер барыһы ла аҡса бизмәненә һалына. Шуға ла халыҡты берләштереү өсөн шәмбе өмәләре ойошторабыҙ, концерттар, спорт ярыштары, бүтән мәҙәни саралар йыш уҙғарыла. Һуңғы йылдарҙа саңғы ярыштары популяр булып китте. Күптәр саңғы һатып алды. Шуға был йәһәттән боҙ ҡуҙғалды тип әйтергә була.
Ил төкөрһә…
— “Башҡортостан” гәзите беҙҙең башланғыстарҙы гел хуплап сыға. Йыл башында халыҡты матбуғатҡа яҙҙырыу өсөн гөрләтеп осрашыуҙар үткәрҙек, унан һуң ауылыбыҙҙа спорт майҙансығы асылыу тураһында хәбәр баҫылды. Был спорт майҙансығын булдырыу идеяһы менән күптән яна инек. Тик аҡсалата һанап ҡараһаң, бер турниктың ғына хаҡы яҡынса 25 мең һумға төшә. Ауыл Советының бюджеты күтәрә алмаҫлыҡ хаҡ. Эшләтеүен эшләткәс, бер нисәү кәрәк. Шул саҡ ауылдашыбыҙ Фидан Сәйфетдиновтың башланғысы менән йәштәрҙе йыйып, майҙансыҡты күмәкләп яһап ҡуйҙыҡ. Күпкә осһоҙораҡ та килеп сыҡты, ҡәҙерле лә. Хәҙер был тирәлә гел бала-сағаның уралыуын күреп, бөтә ауыл халҡы ҡыуана. Беҙ үҫкәндә спорт менән шөғөлләнеү өсөн бындай шарттар булманы.

Бер йылда кешеләрҙе айнытыу мөмкинме?

— Был конкурс тураһында күптән ишетеп белә инек. Ләкин унда ҡатнашыуҙы бер нисек тә күҙ алдына килтерә алмай инем. Ауылда, нисек кенә булмаһын, эсәләр инде. Шулай ҙа тәүәккәлләргә булдыҡ. Былтыр Ҡырмыҫҡалы районында үткән “Айыҡ ауыл” конкурсында Санкт-Петербургтан килгән профессор Ефимовтың һүҙҙәре шаҡ ҡатырҙы: “Юғарыла ултырған кешеләргә ауылдың булыуы ҡиммәткә төшә, сөнки унда йәшәүселәрҙең үҙ баҡсаһы, кәртә-ҡураһы бар, ул үҙаллы, ә ҡалала йәшәгән кеше дәүләткә бәйле”, – тигәйне. Был фекерҙә ниндәйҙер кимәлдә дөрөҫлөк бар. Осрашыуҙа таратылған дисктар, китаптар менән танышып сыҡтыҡ. Ошолар барыһы ла уйға һалды.
Конкурста ҡатнашыуға теләк белдереп, аҙна-ун көндә документтарҙы әҙерләп бирҙек. Тәүҙә тиҫтерҙәремде йыйҙым. Улар менән һөйләшкәндән һуң, күптәребеҙ эскенән бөтөнләй баш тартты. Шунан быны халыҡ та күтәреп алды. Һуңынан депутаттар, уҡытыусылар, эшҡыуарҙар, ауыл халҡы йыйылып, “Айыҡ ауыл” лидерҙары лекция уҡыны. Эсмәйенсә лә байрамдарҙы күңелле итеп үткәрергә була икәненә инандыҡ. Әлбиттә, 1600 кешенең береһе лә эсмәй тип әйтеү мөмкин түгел. Ғөмүмән, алып барылған эш эскән кешеләрҙән бигерәк йәш быуынды тәрбиәләүгә йүнәлтелгән. Эскеселәр элек тә булды, хәҙер ҙә бар. Уларҙың һәр береһе менән һөйләшеп сыҡтыҡ. Аңлағаны – аңланы, аңламағаны — юҡ. Беҙҙең өсөн еңеү мөһим түгел, айыҡ быуын тәрбиәләү тәү шарт. Был конкурс менән генә туҡталып ҡалмаясаҡбыҙ.
Беҙҙең маҡтанырлыҡ һөҙөмтәгә ирешеүебеҙҙә район хакимиәтенең роле ҙур. Һәр башланғысыбыҙҙы хуплап торҙолар.
Ихатаңдан ситкә лә баҡТатыу ғаилә — Үктәй күрке

Татыу ғаиләләрҙе барлағанда, яңыраҡ гәүһәр туйҙарын билдәләгән Камалетдиновтарҙы ла телгә алды Илһам. Мөшфикә менән Вәкил Камалетдиновтарҙың ғүмер итеүҙәренә — алты тиҫтә йыл. Ил өсөн һынылышлы осорҙа күп ауырлыҡтар үтеүгә ҡарамаҫтан, улар бирешмәй. Ҡыйынлыҡтарҙы, тормош мәшәҡәттәрен дә бергәләп күтәреп, лайыҡлы хеҙмәт юлы үтәләр. Вәкил Йәләлетдин улы 40 йыл колхозда эшләп, “Почет Билдәһе” ордены, Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә.
Хеҙмәткә һөйөү, намыҫ, татыулыҡ — Камалетдиновтарҙың бәхет сере ошондай изге ҡиммәттәргә нигеҙләнгән. Улар һигеҙ балаға ғүмер биргән. Тормоштары, көткән донъяһы йәштәргә лайыҡлы үрнәк. Бынан тыш, Нуриевтар, Исхаҡовтар, Ваһаповтар һәм башҡаларҙың ғаиләләрен маҡтап үтте ауыл хакимиәте башлығы.
– Эшемдә тиҫтерҙәремә таянам, тип әйтеп киткәйнем. Шуларҙың береһе — Меңйетәр ауылының имам-хатибы Рәлис Исхаҡов, — тине ул.
Илһам менән һөйләшә-һөйләшә Рәлистең өйөнә барып еттек. Уның быйыл ғына һалынып бөткән йортона Үктәй ауылының символына әйләнгән билдәне ҡуйған сағына тура килдек. Исхаҡовтар ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә — 130-ҙан ашыу умарталары бар. Ана шул ҡарағай еҫе аңҡып торған яңы йортта бал менән сәй эскәндән һуң, ҡайтыр яҡҡа сыҡтыҡ.
Юл буйына, битарафлыҡтан арынып, үҙ ихатаңдан ситкә лә баҡһаң, ошондай оло эштәр башҡарырға мөмкиндер, тип уйланып барҙым.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Гузель Баймухаметова
    Гузель Баймухаметова от 23.12.2013, 12:16
    Һеҙҙең гәзит биттәрендә донья күргән,беҙҙең дуҫтарыбыҙ Имаевтар тураһында мәҡәләне уҡып беҙ шундай шатландыҡ. Беҙҙең менән бергә уҡыған тиҫтерҙәребеҙ ошондай юғары үрҙәрҙе яулағанына,ауылдаштарының киләсәген ,уларҙың сәләмәт тормош алып барыуҙарын ҡайғыртып йөрүе,айыҡ быуын тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуйыуы ҙур ихтирам уята.
    Мәҡәләне уҡығас тарих биттәре иҫкә төшә.Үткән быуатта алкоголизм менән көрәшеү проблемаһы киҫкен ҡуйылды. Тиҙ арала һатыу нөктәләре ябылды,виноградниктар юҡ ителде,ғәйеплеләр ҡаты язаға тарттырылды.Халыҡ араһында составында спирт булған төрлө шыйыҡсалар эсеү киң таралды.Шуның арҡаһында күпме кеше гүр иэйәһе булды.Ә хәзер төрлө әңгәмә,лекциялар ярҙамында кешене имандырыу эше алып барыла.Ә ҡалғанын кеше үҙе хәл итә.
    Ауыл халҡының һәр береһе менән уртаҡ тел таба белеү,уларҙы дөйөм эшкә ылыҡтырыу, ойоштору хәҙерге заманда еңел түгеллеген беҙ беләбеҙ. Ә бына Илһам өсөн булдыра алмайым тигән һүҙ юҡ. Аҡыллы,тырыш,тәүәкәлдә ул. Барыһын да алдан уйлап, анализлап, алдына аныҡ маҡсат ҡуйып ошоно тормашҡа ашырыуысы булараҡ беҙҙең хәтерҙә ҡалған. Ошо еңел булмаған эшендә уңыштар,ғаилә именлеге теләп ҡалабыҙ.






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 13

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 9

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 12

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 14

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 25

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 22

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 27

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 20