Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Хоҙай биргән һәр көнгә ҡыуанам”
“Хоҙай биргән һәр көнгә ҡыуанам”Исеме уның – Хәмиҙә. Ғәрәп теленән алынған был һүҙ «маҡтаулы, маҡтауға лайыҡ» тигән мәғәнәгә эйә. Ысынлап та, исеме есеменә тап килә. Тырышлығы, уңғанлығы, тормош, яҙмыш ауырлыҡтары алдында баҙап ҡалмауы һоҡландыра.

Һүҙем Баймаҡ районының Йомаш ауылы ҡыҙы Хәмиҙә Барлыбаева хаҡында. Мәстүрә менән Әбүбәкер ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килгән ул. Яҡташтары Барлыбаевтарҙы, ғилемле, белемле нәҫелдән, ти. Әбүбәкерҙе иһә ауылдаштары «матур бабай» тип йөрөткән. Бөйөк Ватан һуғышында контузия алып ҡайтһа ла, һыҙланыуҙарға зарланып ултырмай ул, эшкә егелә.
– Атайым колхоз мәшәҡәттәренән бушамағас, бөтә йорт, хужалыҡ эштәре әсәйебеҙ иңенә төштө. Ул иһә артыҡ һүҙсән булманы, – тип хәтерләй Хәмиҙә апай.
Бала саҡтың хәтер ҡапсығында иң оло ағаһы Зөбәйерҙең ҡатыны Вәсилә менән ойоҡбаш, бейәләй бәйләгән саҡтары уйылып ҡалған. Ағаһының күп күп ваҡыты дәүләт хеҙмәтендә үтә. Хәмиҙә еңгәһе эргәһендә йорт эш-тәре менән булыша. Ғөмүмән, эшкә сәмсел булып үҫә ул. Ир-егеттәр менән бергә бесән сабыу, утын әҙерләү кеүек хужалыҡ бурыстары менән бер рәттән тауыҡ сүпләп бөтмәҫ йорт мәшәҡәттәрен дә уфтанмай атҡара. Ете йәше тулғас, Хәмиҙәне мәктәпкә бирәләр.
– Атайыбыҙ һәр балаһының белемгә ынтылышын контролдә тотто. Әгәр бөтәбеҙ ҙә – туғыҙ балаһы ла – юғары белем алған икән, бында, һис шикһеҙ, уның өлөшө баһалап бөткөһөҙ, – ти әңгәмәсем.
Әйткәндәй, Хәмиҙә Әбүбәкер ҡыҙы үҙе лә, ағалары Зөбәйер, Хәлил, Ғәлим, апаһы Алһыу, ҡустыһы Дияр, һеңлеләре Кәбирә, Сәкинә һәм Зәбирә – бөтәһе лә юғары белемле. Дияр ғына зоотехник һөнәрен һайлаған, ҡалғандарының яҙмышы мәғариф менән бәйле. Хәлил Барлыбаев иһә – республикала ғына түгел, илдә танылған ғалим. Ул – иҡтисад, философия фәндәре докторы, әле Мәскәүҙә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы профессоры.
Һәләтле кеше һәр яҡлап һәләтле. Хәмиҙә оялсан кеүек күренһә лә, класта староста, отряд командиры, үҙенән кесерәктәрҙе бейеүгә өйрәтеүсе һәм башҡа башланғыстарға әйҙәп йөрөүсе була.
– Уҡытыусыбыҙ Роза Ильясова ысын педагог ине. Матур итеп кейенә, сәс толомдары биленә төшөп тора. Уға ҡарап мотлаҡ уҡытыусы буласаҡмын, тигән теләк уянды миндә. Хәҙер яңы алымдар менән уҡыталар, тигән булалар. Был ысулдар үткән быуаттың 60-сы йылдарында уҡ ҡулланыла ине. Ире Әмир ағайҙы фалиж һуҡҡайны. Роза апай яңғыҙы өс баланы кеше итте, өйөндәге лә, мәктәптәге лә эштәрҙе намыҫ менән атҡарҙы, – ти Хәмиҙә апай.
Тырыш ҡыҙ VIII кластан һуң Өфөләге 1-се республика башҡорт гимназияһына юллана. Ундағы математика класын, Башҡорт дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетын уңышлы тамамлай.
– Баймаҡ районының 2-се Түбә урта мәктәбенә юллама бирҙеләр. Яҡшы коллективҡа, уңған етәксегә эләктем. Рим Сырлыбаев эшкә өйрәтте. Үҙе уҫал ғына ине. Ул мәктәпте райондағы иң алдынғы уҡыу йорттарының береһенә әйләндерҙе, – тип хәтер йомғағын сисә ҡатын.
Юлламала ҡаралғанса, мәктәптә өс йыл эшләй ҙә аспирантурала уҡыу теләген һынап ҡарай. Әммә килеп сыҡмай. Яҙмыш елдәренә ҡаршы тороп булмаҫ тип, Хәмиҙә тыуған Йомашына ҡайта.
– Ауыл туҡталышында торам. Баймаҡтағы 1-се урта мәктәптең ул саҡтағы директоры Вилүр Рәхимғолов тап булды. Йомашҡа ҡайтыуымды белгәс, ул мине мәғариф идаралығына алып килде. Унда Вилүр ағай етәкселек иткән мәктәпкә эшкә барыуҙы рәсмиләштереп ҡайттыҡ, – ти, шул осорҙо хәтерләп, Хәмиҙә Әбүбәкер ҡыҙы.
Уҡытыу менән бер рәттән бейеү, шахмат кеүек түңәрәктәрҙе лә алып бара. Артабан Баймаҡ районының халыҡ мәғарифы бүлегенә инспектор итеп эшкә алалар. Был осорҙа Хәмиҙә Әбүбәкер ҡыҙы тормошонда тағы яҡты ваҡиға була — ҡыҙы Розалия тыуа.
– Мәктәптә уҡығанда ошондай исемле ипле, мөләйем, һөйкөмлө ҡыҙ бар ине. Киләсәктә минең дә шундай холоҡло ҡыҙым тыуһа ине, тигән теләгем бойомға ашты, – ти ҡатын.
1988 йылда Хәмиҙә ҡыҙы менән Магнитогорскиға йәшәргә күсә. Ҡаланан йыраҡ түгел Красная Башкирия ҡасабаһына йөрөп, балаларға белем бирә башлай. Был йылдарҙа башкөллө йәмәғәт эшенә сума уңған ҡатын. Магнитогорскиҙағы башҡорт мәҙәни үҙәге рәйесе була. Дамир Йәнекәев, Фәтих Фазылов, Ринат Самарбаев һәм башҡалар менән ҡалала башҡорт мәктәбен, телевидениеһын асалар. Бынан тыш, Хәмиҙә Әбүбәкер ҡыҙы башланғысында бейеү ансамблдәре ойошторола. «Салауат» исемендәге фольклор бейеү коллективы сығышын ҡарағанда бер ҡатын: «Әбйәлилдең «Йәшлеге»нә тиңдәр юҡ инде», – ти. Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Хәмиҙә уға Магнитогорск ҡыҙҙарының һәм егеттәренең шундай шәп бейеүе тураһында әйтә. Был ансамбль артабан данлыҡлы коллективтар кимәленә күтәрелә. «Гөлнәзирә» бейеү ансамбле лә һынатмай. Урыҫ мәктәбендә белем алған балалар башҡортса йырлай башлай. 1995 йылда Хәмиҙә Әбүбәкер ҡыҙы I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегат итеп һайлана.
Ошо йылда ҡыҙы Розалия ла Өфөләге 1-се башҡорт гимназияһына уҡырға инә. Әсә лә ҡыҙы артынса шунда төпләнеү тураһында уйлана башлай. Был осорҙа баш ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығы етәксеһе булып эшләгән Ғәлиә Мөхәмәтйәнова ҡатынды Өфөләге иҡтисад лицейы директорының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары итеп эшкә ебәрә. Әммә бында оҙаҡ тотҡарланырға тура килмәй Хәмиҙәгә. Башҡортостан Мәғариф министрлығының Дәүләт инспекцияһына эшкә саҡыралар.
1998 йылдың йәйендә бөтә яҙмышы үҙгәрә... Автоһәләкәткә осрай ҡатын. Бер минут уның тормошон селпәрәмә килтерә. Күп ҡан юғалтып, Йылайыр дауаханаһына эләгә. Артабан уны вертолетта Өфөгә оҙаталар. Баш ҡалалағы дауаханаларҙың береһендә иҫенә килә. Эргәһендә Алһыу апаһы менән Сәкинә һеңлеһе була. Уларҙың: «Уянды шикелле», – тигән һүҙҙәрен ишетә. «Һин иҫән ҡалғас, ап-аҡ һаҡалымды ҡырам инде», – ти Хәлил ағаһы. «Аҡмы ни?» – тип һорай Хәмиҙә. Бөтәһе лә уның күҙ нурҙарын юғалтыуын аңлай. Артабан ҡатын өсөн бөтөнләй икенсе тормош башлана. Ярай әле ҡыҙы эргәһендә була. Ул бөтә ауырлыҡты үҙ иңенә ала. Туғандары ла ярҙам итә ҡатынға.
...Был ваҡиғанан һуң әллә күпме ваҡыт үткән. Һәүетемсә генә барған тормошонан ҡатын ҡәнәғәт. Берҙән-бер ҡыҙы — уның әхирәте лә, кәңәшсеһе лә. Розалия Башҡорт дәүләт университетының иҡтисад факультетын, аспирантураны ҡыҙыл дипломға тамамлаған. Ул – ошо уҡ факультет деканының фән буйынса урынбаҫары. Әле кескәй Азат менән өйҙә ултыра. Ире, Миәкә егете Илдус Шәрәфуллин – Башҡорт дәүләт университеты Физика-техник институты директорының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары. Икеһе лә – фән кандидаттары.
– Хоҙай биргән һәр көн өсөн ҡыуанып бөтә алмайым. Үлемдән яманыраҡ нәмә юҡ. Донъям минең түңәрәк. Балаларымдың бәхетле ғүмер кисереүен теләйем. Уларҙың шатлыҡ-ҡыуанысы менән йәшәйем, – ти Хәмиҙә Барлыбаева.
...Ҡатындың рух ныҡлығына, тормошондағы бөтә ауырлыҡтарҙы ла еңеп сығырлыҡ көсөнә таң ҡалырлыҡ. Әйтерһең дә, көн дә уны һыҙланыуҙар йөҙәтмәй, уйланыуҙар хафаламай...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 13

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 9

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 12

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 14

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 25

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 22

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 27

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 20