Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һөйөнөстө лә, көйөнөстө лә уртаҡлашып...
Һөйөнөстө лә, көйөнөстө лә уртаҡлашып...Кеше үҙ ғүмерендә күп төрлө танытма-таныҡлыҡтар ала, шуларҙың иң беренсеһе һәм һуңғыһы мотлаҡ ЗАГС органдары тарафынан бирелә. Башҡортостан ЗАГС идаралығының Нефтекама ҡалаһындағы бүлек етәксеһе Фәнилә Нурыева менән әңгәмә барышында уларҙың хеҙмәтенең ябай ғына булмауын, яуаплы ла, мөһим дә икәнлеген аңланыҡ.

– “ЗАГС” тигәндә тәү сиратта беҙ туй тантаналарын, урамдарҙан ҡысҡыртып уҙған машиналарҙы күҙ алдына килтерәбеҙ...
– Шулайыраҡ күнеккәнбеҙ шул. Туй йолаһы һәр халыҡта борондан йәшәй. Кеше ғүмерендә онотолмаҫлыҡ ваҡиға булған никах теркәүҙе ғаилә ҡороусы егет менән ҡыҙ ҙа, ата-әсәһе һәм туғандары ла оло байрам итеп үткәрергә тырыша. ЗАГС органдарында эшләүселәрҙең бурысы – никах теркәүҙе тантаналы шарттарҙа, иҫтә ҡалырлыҡ итеп ойоштороу. Дәүләт исеменән йәмғиәтебеҙҙең тәүге ойошмаһы – ғаилә барлыҡҡа килеүен рәсми рәүештә раҫлайбыҙ икән, башҡаса мөмкин дә түгел. Никахтарҙы тантаналы теркәүҙе республикабыҙҙың дәүләт телдәрендә алып барабыҙ. Быйыл 1067 (былтырғыға ҡарағанда 60-ҡа күберәк) ғаилә тыуыуын теркәнек. Шуныһы ҡыҙыҡ: йәштәр йыл, ай һәм көн һандарының тура килгән ваҡытын һайларға ынтыла. Мәҫәлән, 2008 йылдың һигеҙенсе айының һигеҙенсе көнөндә (8.08.2008) 73 никах теркәлде – был бөтә Рәсәйҙә иң юғары күрһәткес булып сыҡты. 2011 йылдың 11 ноябрендә беҙҙә 35 пар яҙылышты – быныһы инде республикала иң күбе булды.
Никах һарайының үҙенсәлекле архитектураһы, сара үткәреү өсөн уңайлы шарттарҙың булыуы һәм хеҙмәткәрҙәрҙең үҙ эшен тейешле кимәлдә башҡарыуы күрше ҡала һәм район йәштәрен дә ылыҡтыра. Уларҙы беҙгә саҡырып, тартып торған тағы ла бер “тылсымлы” әйберебеҙ бар. Халыҡ араһында киң танылыу алған йоланы иҫәпкә алып, ҡала хакимиәте ярҙамында яҡындағы аллеяла тимерҙән яһалған парлы “Бәхет ағасы” ҡуйҙыҡ: никахҡа инеүселәр ҙур теләк менән уларға үҙҙәренең “мөхәббәт йоҙаҡтары”н элә. Шуға күрә беҙҙә яҡын сит илдәрҙә йәшәүселәрҙең дә, Өфөнән затлы лимузиндарҙа килгән парҙарҙың да күплегенә аптырайһы түгел.
– Йәшәгән урындан ситтә лә никах теркәп буламы ни?
– Ғәмәлдәге бер ҡанун да быны тыймай.
– Һәр ата-әсә өсөн иң шатлыҡлыһы – бәпес тыуыу...
– Әлбиттә. Донъяға килеүсе сабыйҙар һаны буйынса Нефтекама ҡалаһы республикала тәүгеләр рәтендә. Былтыр 2121 сабыйҙы теркәгәйнек, әле улар 2140-ҡа етте. Тағы ла бер ҡыуаныслы хәл: һуңғы йылдарҙа әсәләрҙең игеҙәк ике һәм өс бала табыу осраҡтары йышайҙы.
– Ҡаланың иң йәш граждандарына ниндәй исемдәр йышыраҡ ҡушыла?
– Башҡорт һәм татар ғаиләләре ҡыҙҙарын Әминә, Азалия, Самира тип, малайҙарын Әмир, Булат, Шамил һәм Хәлим тип атарға тырыша. Сабыйҙарын теркәргә килгән йәштәрҙең исем һайлауҙа ҡыйынлыҡ кисергәнен тойһаҡ, уларҙың теләген иҫәпкә алып, төрлө белешмәләр ярҙамында кәңәш бирәбеҙ.
– Эшегеҙҙең башҡа йүнәлештәренә лә ҡағылһағыҙ ине, Фәнилә Ғариф ҡыҙы.
– Туҡһан алты йыллыҡ оло тарихы булған Рәсәй ЗАГС органдарының төп бурысы – һәр кешенең гражданлыҡ хәлен теркәү. Тыуыу, атайлыҡты билдәләү, уллыҡҡа (ҡыҙ итеп) алыу, никахҡа инеү һәм айырылышыу, вафат булыу һәм исем алыштырыу факттарын раҫлаған таныҡлыҡ биреү беҙгә йөкмәтелгән. Уларҙы әҙерләү тәртибе тейешле ҡанундар менән билдәләнә. Быйыл биш мең ярымдан артыҡ гражданлыҡ хәлен теркәү акты төҙөлдө, юридик яҡтан әһәмиәтле ғәмәли эштәр алты меңдән артты.
Алтын һәм гәүһәр туйҙарын билдәләүсе оло быуын вәкилдәрен тәбрикләүҙе лә тантаналы шарттарҙа ойошторабыҙ. Быйыл 60 пар юбилярға республика Президентының ҡотлауын, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙыҡ.
Ҡала кимәлендә үткән төрлө байрам сараларында ла ихлас ҡатнашабыҙ. Йәй көндәрендә 50 йәш парҙың законлы никахын теркәү Нефтекаманың ярты быуатлыҡ юбилей тантаналарының бер өлөшө булды. Шулай уҡ 8 июлдәге “Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө”н, ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендәге “Әсә көнө”н матур итеп билдәләйбеҙ.
Беҙ йыл да ЗАГС идаралығы ойошторған төрлө республика конкурстарында ҡатнашабыҙ. “Никах теркәү тантанаһын иң яҡшы алып барыусы”, “Милли йолалар нигеҙендә никах теркәүҙең өлгөлө сценарийы”, “Яңы тыуған сабыйҙың үҙенсәлекле фотоһүрәте” тип исемләнгән бәйгеләрҙә тәүге урындарҙы алдыҡ. Рәсәй Юстиция министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан өс йылға бер уҙғарылған тикшереүҙе уңышлы үттек – был да эшебеҙгә юғары баһа.
Өҫтәүенә бала табыу йортонда, махсус интернат-мәктәптә ата-әсә һәм ғаиләнең роле тураһында әңгәмәләр ойошторабыҙ, лекциялар менән сығыш яһайбыҙ.
– Һанап киткән мөһим эштәрегеҙ, уңыштарығыҙ артында кемдәр тора һуң?
– Үҙ бурысына яуаплы ҡараған хеҙмәткәрҙәребеҙ менән ғорурланам. Тәү сиратта тәжрибәле Рәзидә Нуриәхмәтова, Татьяна Леушева һәм Лилиә Лисицынаны әйтер инем. Йәш белгестәребеҙ Ләйсән Насипова, Ирина Әхмәтйәнова, Регина Хөснимәрҙәнова һәм Гөлназ Хәйбрахмановалар уларҙан өлгө ала.
Һөнәри байрам көнөндә ветерандарыбыҙ – ЗАГС органдарында өс тиҫтә йылдан артыҡ фиҙакәр эшләгән Валентина Глуховаға, бүлекте ун йыл уңышлы етәкләгән Рәзинә Ғилмуллинаға, шулай уҡ хеҙмәттәре менән ҡала халҡының лайыҡлы ихтирамын яулаған Римма Хәлимуллина менән Ирина Хәйҙәроваға оло рәхмәттәр әйтеп, ҡотлау һүҙҙәрен еткергем килә.
– Һеҙгә уңыштар теләйбеҙ! Халыҡтың һөйөнөс-көйөнөстәрен уртаҡлашыусы хеҙмәткәрҙәргә именлек һәм һаулыҡ юлдаш булһын!


Автор: Ансар НУРЕТДИНОВ әңгәмәләште. Район: Нефтекама ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә