Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ябай һәм бөйөк Ғафаров
Ябай һәм бөйөк ҒафаровҒафаров. Иҫән сағында уны студенттарынан алып хеҙмәттәштәренә тиклем барыһы ла шулай фамилияһы менән генә атап йөрөтөр ине: "Ғафаров ағай", "Ғафаров ни тиер икән?..", "Ғафаров бит үҙе әйтте"… Хөрмәт, ҙурлау, ышаныс сағыла ине был ғәҙәттә.
Бына һалмаҡ ҡына атлап, фамилия эйәһе үҙе күренә. Булат Баҡый улы Ғафаров — ғүмерен Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында башҡорт әҙәбиәте методикаһын уҡытыуға арнаған кеше, башҡорт филологияһы факультетына нигеҙ һалыусыларҙың береһе, уның тәүге деканы. Иғтибарлы, һынсыл, аҡыллы ҡарашлы, шул уҡ ваҡытта мөләйем, етди, уның менән аралашыуы еңел дә, түгел дә… Булат Баҡый улы күптәрҙең хәтерендә шулай һаҡлана. 2003 йылда, ни бары 64 йәшендә, арабыҙҙан ҡапыл ғына китеп барҙы ул. Студенттарҙың ҡышҡы сессияһы тамамланған мәл. Ай ярым элек, шул һынауҙың теҙмәһен төҙөгән саҡта, хәүеф-хәтәр һиҙелмәй ҙә ине. Оҙаҡ ауырыманы Ғафаров. Холҡона хас булғанса, донъя менән ипле генә итеп хушлашты ла, кемдер ниҙер аңлап өлгөргәнсе, һалҡын ғинуар бураны араһына инеп юғалды...
Булат Баҡый улы 1938 йылдың 27 авгусында Ейәнсура районының Өмбәт ауылында донъяға килгән. Тыуған ауылында ете йыллыҡ, Абзанда урта мәктәпте тамамлаған. Унан, Башҡорт дәүләт университетының тарих-филология факультетында белем алып, оҙаҡ йылдар балаларҙы уҡытҡан. Стәрлетамаҡ педагогия институтына иһә 1970 йылда килгән. Мәғариф өлкәһендә танылыу, абруй яулаған талантлы мәктәп уҡытыусыһына республика йәмәғәтселеге ҙур өмөт бағлағандыр. Ышанысты аҡлай Ғафаров: филологтар, уҡытыусылар әҙерләү эшенә башкөллө сумып, ваҡыт менән иҫәпләшмәйенсә, алһыҙ-ялһыҙ хеҙмәт итә.
Атҡаҙанған уҡытыусы, ғалим, һайлаған өлкәһендә ғәжәп ныҡышмалылыҡ менән юғары үрҙәр яулаясаҡ Ғафаровтың һөнәри баҫҡысында төп ваҡиғаларҙың береһе 1974 йылда була: Булат Баҡый улы филология факультеты деканының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. Уға — 36 йәш. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, декан урынбаҫары бурыстарын — белем биреү процесының уртаһында ҡайнау, уны ойоштороу, уҡыу пландары, дәрестәр теҙмәһе төҙөү, педагогтарҙың йыллыҡ йөкләмәһенең үтәлешен хәстәрләү, иҫәпләү, студенттар менән көндәлек эш алып барыу, белем сифатын яҡшыртыу, сессиялар уҙғарыу һәм башҡа күҙгә ташланып бармаған, ләкин факультет өсөн мөһим булған хеҙмәттәрҙе — тыныс һәм түҙемле башҡара Булат Баҡый улы. Шулай башта — урынбаҫар, унан декан булараҡ (йәмғеһе 30 йылға яҡын) ауыр йөктө ҙур яуаплылыҡ менән намыҫлы атҡара. Әйткәндәй, республикала "Стәрлелә уҡытыусыларҙы яҡшы әҙерләйҙәр" тигән фекерҙең нығыныуы тап ошо осорға тура килә. Бындай ҡаҙанышта, һис шикһеҙ, Б.Б. Ғафаровтың өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
1982 йылда Булат Баҡый улы декан итеп һайлана. Ул осорҙағы рәсми мәғлүмәттәргә ҡарағанда, филология факультеты ғилми дәрәжәгә эйә булған, белемле уҡытыусылар һаны буйынса институтта иң алда килгән. С.Ә. Галин, В.А. Зарецкий, Х.Ғ. Йосопов, О.М. Трахтенберг, Т.Ә. Бикҡужина, Д.С. Тикеев И.Е. Карпухин, Ғ.Ғ. Ҡаһарманов, М.Ш. Ҡаһарманова, Л.Л. Сәмиғуллина һәм башҡалар — бына ниндәй быуын эшләй ул осорҙа! Телгә алынған һәр исемде институт һәм республика йәмәғәтселеге яҡшы белә, юғары баһалай.
Булат Баҡый улы һәр саҡ уҡытыусылар, студенттар араһында ҡайнап йәшәне. Был эш, вазифа булыуға ҡарағанда, уның өсөн йәшәү мәғәнәһе булғандыр. Юғары мәҙәниәтле, белемле, егәрле шәхескә ҙур коллективҡа етәкселек итеү бик еңел кеүек тойола торғайны. Бәлки, уға фекерҙәштәренең күплеге ярҙам иткәндер. Әлбиттә, ауыр саҡтар ҙа булғандыр, ләкин беҙ уларҙы күрмәнек, ишетмәнек. Күрәһең, Булат Баҡый улы тормоштоң ҡатмарлы яҡтарын оло йөрәге аша сабыр үткәрә белгән, үҙенә хас булғанса, уларҙы дөйөм эш хаҡына тыныс, ипле хәл итеү юлдарын тапҡан. Ошо рәүешле коллективтың ҙур хөрмәтен ҡаҙанды ул. Әммә бынан һауаланманы, шул уҡ ваҡытта ваҡланып та китмәне, ә баш баҫып эшләүен белде: ҡышҡы сессия, йәйге сессия, яңы уҡыу йылы… Бер ҡараһаң, уның ғүмер миҙгелдәре студенттарҙың ана шул һынауҙарынан тора һымаҡ.
Уҡыу йылына, ҡышҡы, йәйге сессияларға йомғаҡ яһап сығыш яһаған Булат Баҡый улы күҙ алдына килә. Ул, һәр ваҡыттағыса, бөхтә, йыйнаҡ, эшлекле ҡиәфәттә. Алдында — һандар, факттар менән тулы ябай дәфтәр. Һалмаҡ телмәр. Айырым факттарҙы дөйөмләштерә белеү, туған коллективын ихтирам итеү, дөйөм маҡсатҡа инандыра, башҡаларҙы эйәртә алыу хас ине уға.
Юғары уҡыу йорто етәксеһенә уҡыу-уҡытыуҙы ойоштороу үҙенсәлектәрен, ошо өлкәләге закондарҙы һәйбәт белеү генә етмәй, ул мотлаҡ фән үрҙәрен яулаған ғалим, ижади эшләгән уҡытыусы ла булырға тейеш. Б.Б. Ғафаров был йәһәттән һәр саҡ лидер ине, алдан юл ярып барҙы. Фән өлкәһендә тәүге етди аҙымын 1978 йылда яһаған ине ул: мәктәптә башҡорт әҙәбиәтен уҡытыуҙың көнүҙәк мәсьәләләренә арналған ғилми хеҙмәтен тамамлап, диссертация яҡлаған, педагогика фәндәре кандидаты дәрәжәһенә эйә булған.
1980 йылда Булат Баҡый улына рәсми рәүештә доцент дәрәжәһе бирелә. Был да — уның тормошонда ҙур уңыш, мөһим ваҡиға. Юғары белем биреү өлкәһе менән таныштар шуны абайлар: Ғафаровтың ассистенттан доцент дәрәжәһенә тиклемге юлы ҡәҙимгесә, артыҡ тиҙ ҙә түгел, теүәл ун йыл. Әммә был арауыҡтың алты йылын ул ифрат мәшәҡәтле вазифала, уҡыу-уҡытыу буйынса декан урынбаҫары булып, үткән. Тимәк, ғилми эшкә ваҡытын бүлер өсөн икеләтә тырышырға, көндө төнгә ялғарға тура килгән. 1995 йылда иһә Ғафаров профессор дәрәжәһен ала.
Булат Баҡый улы — тиҫтәләрсә фәнни мәҡәлә, китаптар, дәреслектәр авторы. Был өлкәлә ифрат нескә механизмдар аша эш итеүе менән айырылып тора ул. Ғафаровты ҡыҙыҡһындырған, ғүмере буйы оҙата барған фән тармағы — балаларға әҙәбиәт уҡытыу мәсьәләләре. Был уның йөҙөп йөрөп башҡарған эше, һис яратып туймаған шөғөлө булды. Башҡорт әҙәбиәте уҡытыусылары фекеремде йәнә бер раҫлап ҡуйыр: Булат Баҡый улы әҙәбиәтте тәрән аңлап, яратып, ябай һәм төплө итеп яҙҙы. Дәрес барышын ғәмәли күҙлектән баһалап, балаларҙың йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, мәсьәләнең теоретик яҡтарын тәфсирләп аңлатҡан хеҙмәттәре бөгөн дә уҡымлылығын, кәрәклеген юғалтмай. Уларға 100-ҙән ашыу мәҡәлә, ике монография, биш дәреслек, 16 уҡытыу-методик ҡулланма һәм башҡалар инә. Бер нисәһен телгә алайыҡ: "Башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә төрлө жанрҙағы әҫәрҙәрҙе өйрәнеү" (1992), "Лирик әҫәрҙәрҙе өйрәнеү" (1996), "Әҙәбиәттән яҙма эштәр" (1994), "Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы" (2001). Бындай хеҙмәттәр беҙҙә күп түгел, иҫәпле һәм уларҙы мәктәп уҡытыусылары эшендә яратып ҡуллана, ошондай яңы әсбаптар яҙылыуын көтә. Ғалим китаптарҙы баҫтырып сығарыр алдынан мәктәптәрҙә әллә күпме асыҡ дәрес үткәрә, алымдарын һынап ҡарай, бүтәндәрҙең һүҙенә ҡолаҡ һала, өйрәнә һәм өйрәтә. Тимәк, Ғафаров, үҙе лә һиҙмәйенсә, тәбиғи рәүештә мәктәптә әҙәбиәт уҡытыуҙың көнүҙәк мәсьәләләренә арналған фекер алышыу майҙаны асып ебәргән, үҙ тирәһенә ижади эшләгән туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларын туплап, уларҙың белемен камиллаштырыу, заманса технологияларҙы һынау, таратыу, ғәмәлгә ашырыу менән шөғөлләнгән. Ҙур тәжрибәле педагогтар ҙа Булат Баҡый улының методикаһын, ғәйәт тәрән һәм күп яҡлы белемен ихтирам итте, үҙҙәренә осрашыуға килеүен көтөп алды. Әле беҙ "өҙлөкһөҙ уҡыу" тигән төшөнсәне бөгөн генә килеп тыуғандай ҡабул итһәк, Ғафаров уны уҙған быуат аҙағында уҡ уңышлы тормошҡа ашырыу өлгөһөн күрһәтә, юғары уҡыу йорто менән мәктәп практикаһын берләштереүҙе алға ҡуя, студенттарҙы ғәмәли миҫалдар, ә мәктәп педагогтарының белемен яңы теоретик асыштар нигеҙендә тәрәнәйтеү өлкәһендә емешле хеҙмәт итә.
Ғөмүмән, ХХ быуат аҙағында, ХХI быуат башында һәм бөгөн дә көнүҙәклеген юғалтмаған был мәсьәләләрҙең нәҡ уртаһында башҡорт әҙәбиәте уҡытыу методикаһы белгесе, киң эрудициялы, абруйлы ғалим Б.Б. Ғафаров торҙо. Ул осорҙа Стәрлетамаҡ педагогия институтының филология факультеты республикала киң танылыу яулаған үҙенсәлекле мәҙәни, ғилми-методик үҙәккә әйләнде. Булат Баҡый улына тапшырылған наградалар — Башҡортостан, Рәсәй Мәғариф министрлыҡтарының маҡтау грамоталары, "РСФСР-ҙың мәғариф алдынғыһы" билдәһе, "Рәсәйҙең атҡаҙанған уҡытыусыһы", "БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы" һәм башҡа исемдәр ана шундай тынғыһыҙ эҙләнеүҙәр аша яуланды.
"Дәрес — уҡытыусының ижад емеше", тип өйрәтте Ғафаров, шуның менән педагогтың шәхесен күтәрҙе, уға яуаплы бурыстар өҫтәне. Был ҡараш бөгөнгө белем биреү өлкәһендәге иге-сиге күренмәгән реформаларҙың маҡсатынан, дәресте — ябай технологик сылбыр, ә уҡытыусыны уҡыу-уҡытыу өлкәһендә ябай ойоштороусы итеп күрергә теләгән "яңылыҡтар"ҙан ҡырҡа айырыла. Уҡытыусының эше шәхес тәрбиәләү кеүек мөҡәддәс бурыстан ғибәрәт икәнлеген Булат Баҡый улы китаптарында, йәшәү һәм хеҙмәт өлгөһөндә ныҡлы раҫланы.
Б.Б. Ғафаров белем һәм тәрбиә, милли интеллигенция, ауыл мәктәптәре өсөн кадрҙар әҙерләүгә бәйле мәсьәләләр хаҡында етди уйлана. Был яҡтан ул, декан булараҡ, халҡыбыҙ өсөн бик тә файҙалы эштәр башҡарған. Мәҫәлән, ауыл мәктәптәре өсөн сит тел уҡытыусылары етмәүен иҫәпкә алып, үҙе етәкләгән факультетта уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдары уртаһында "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте" специальносы буйынса уҡыған студенттарға өҫтәмә белем биреүҙе маҡсат итә. Уҡыу пландары төҙөй, Ғилми совет аша раҫлатыуға өлгәшә, һөҙөмтәлә ике йүнәлештә киң профилле белгестәр әҙерләнә башлай. Шулай уҡ тарих, урыҫ теле һәм әҙәбиәте буйынса өҫтәмә белем биреүгә йүнәлтелгән уҡыу пландары төҙөлә һәм яңыртыла. Мәғлүм булыуынса, төрлө яҡлап әҙерлекле йәштәргә эш табыу ҙа, тормошҡа яраҡлашып китеү ҙә күпкә еңелерәк. Ошондай киң, тормош талаптарын иҫәпкә алынған ҡараш һөҙөмтәһендә БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында (элекке З. Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы) "башҡорт теле һәм әҙәбиәте, урыҫ теле һәм әҙәбиәте", "башҡорт теле һәм әҙәбиәте, тарих", "башҡорт теле һәм әҙәбиәте, сит телдәр" специальностары буйынса ҙур тәжрибә, кадрҙар тупланған.
"Наҙан кеше, наҙан халыҡ милләт яҙмышын хәл итә алмай". Төпкөл башҡорт ауылында тыуып үҫкән, туған телендә белем алып, ғилем үрҙәренә күтәрелгән уҙамандың, милләтебеҙҙең аҫыл һөйәге булған Ғафаровтың, был һүҙҙәре бөгөн дә заманса яңғырай.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 697

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 177

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872