Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡаһарман ғалим
Ҡаһарман ғалимҠаһарман тигән рухи саялыҡ яуҙарҙа ғына тыумай. Хәйер, филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, республиканың атҡаҙанған фән эшмәкәре Ғәли Сәйетбатталовтың һәр көнө яуға тиң булғандыр. Үкенескә ҡаршы, арҙаҡлы ғалим менән, башҡорт теленең синтаксисын үҫтереүгә шаҡтай ҙур өлөш индергән ҡабатланмаҫ шәхес менән ихлас ултырып һөйләшеп тә булманы.

Синтаксис – туған телдең башҡа кимәлдәренән ныҡ айырылып тороусы ҙур фән донъяһы. Ул ике тармаҡҡа бүленә: һүҙъяһалыш синтаксисы, һөйләм синтаксисы. Һуңғыһы – үҙ сиратында тағы ла ике бүленештә үҫә барыусы фән: ябай һөйләм синтаксисы, ҡушма һөйләм синтаксисы. Ошо өс йүнәлештә ул ең һыҙғанып эшләй бирҙе. Синтаксис тиһәк, Ғәли ағайҙы күҙ алдына килтерҙек. Сәйетбатталов тип әйтһәк, башҡорт теленең ҡатмарлы синтаксик категориялары беҙҙең зиһендән сыҡманы. Шуға күрә уны башҡорт теле синтаксисының аҡһаҡалы тип хаҡлы рәүештә атарға мөмкин. Утыҙ йылдан ашыу фән докторы булып эшләп, Ғәли Ғәли улы башҡорт теле синтаксисын юғары фән кимәленә күтәрҙе, уны яңы асыштар, табыштар, үҙенсәлекле теоретик концепциялар менән байытты. Әйткәндәрем дөйөм һүҙҙәр генә булып ҡалмаһын өсөн миҫалдар менән нығытам.
Башҡорт теленең синтаксисын фән булараҡ үҫтереүгә Н.К. Дмитриев, Ҡ.З. Әхмәров үҙ өлөшөн индерҙе, әммә уларҙың хеҙмәттәре һөйләм теорияһынан юғарыраҡ күтәрелә алманы. Билдәле булыуынса, синтаксик категориялар – фекерләүҙе, зиһенде үҫтереүсе саралар. Синтаксис фәненең методикаһында һәм методологияһында ана шул саралар төп нигеҙ булып тора. Үҙенең “Ябай һөйләм синтаксисы” тип аталған монографияһында (Башҡортостан китап нәшриәте. Өфө, 1972, 284-се бит) тюркология фәненә тәү тапҡыр синтагма тураһындағы тәғлимәтте индереп ебәрә. Нимә һуң ул синтагма? Аңлатам: телмәрҙең иң мөһим берәмеге. Байтаҡ ҡына материалға таянып, ғалим синтагманың башҡа синтаксик берәмектәрҙән, мәҫәлән, һүҙбәйләнештәрҙән, һөйләм киҫәктәренән, идиоматик әйтемдәрҙән, фразеологик берәмектәрҙән айырмаһын әйтеп биргән. Телмәрҙең үҙенә хас ритмик-мелодик яңғырашы, үҙаллы мәғәнәһе булған синтаксик берәмек синтагма тип атала. Ул бер йәки бер нисә һүҙҙән тора, телмәрҙә бер фраза баҫымы менән әйтелә. Икенсе төрлө әйткәндә, интонация һәм мәғәнә яғынан бер бөтөн синтаксик берәмекте тәшкил иткән һүҙбәйләнеш. Һөйләмдең бер нисә синтагманан тороуы мөмкин.
Телмәр – ҡатмарлы күренеш. Ғәҙәттә, ниндәйҙер хәл-ваҡиғаны көсәйтеп ебәреү ниәтендә ҡайһы бер киҫәктәрҙе һөйләм тышына сығаралар. Телмәрҙә хәбәрҙе, аныҡлаусыны, тултырыусыны, ваҡыт һәм урын хәлдәрен, һөйләмдең ҡайһы бер эйәрсән киҫәктәрен һөйләм тышына сығарыу осраҡтары бар. Был күренеште тел ғилемендә парцелляция тип атайҙар. Башҡорт теленең синтаксисында ана шул күренеште фәнни әйләнешкә индереүсе лә Ғәли Сәйетбатталов булды.
Ғәли ағай телмәр синтаксисы проблемалары буйынса башҡа ғалимдарҙың фекеренә ҡушыла һалып барманы. Фәндә уның үҙ концепцияһы булды. Ә ул концепция синтаксис офоғон киңәйтә төштө. Мәҫәлән, ҡайһы бер ғалимдар (Д.М. Овсянико-Куликовский, Г.Д. Санжеев, А.Б. Шапиро) ҡушма хәбәрҙең синтаксик тәбиғәтен фәҡәт ҡылымға ғына ҡайтарып ҡалдырҙы. Бындай нигеҙһеҙ тәғлимәтте лә Ғәли ағай юҡҡа сығарҙы. Мәҫәлән: “Гәзит — коллектив агитатор һәм коллектив-пропагандист ҡына түгел, коллектив ойоштороусы ла” (В.И. Ленин). Был һөйләмдә ҡушма хәбәр вазифаһын коллектив агитатор һәм коллектив-пропагандист ҡына түгел, коллектив ойоштороусы ла тигән һүҙҙәр бәйләнеше башҡара.
Ғәли Сәйетбатталовтың хеҙмәттәрендә һүҙбәйләнеш мәсьәләһе лә үҙенсәлекле яҡтыртыла. Төрки телдәрҙә һәм дөйөм лингвистикала һүҙбәйләнеш тип аталған синтаксик берәмеккә төрлөсә ҡараштар барлыҡҡа килде. Уны берәүҙәр — синтагма, икенселәр — һөйләм, өсөнсөләр һөйләм киҫәктәре менән тиңләштерергә тырышты.
Башҡорт тел ғилемендә лә һүҙбәйләнеш мәсьәләһе аныҡ ҡына хәл ителмәй килә ине. Мәктәп грамматикаларында ул ғәҙәттә һөйләмдә һүҙҙәр бәйләнеше тип кенә аталып йөрөтөлдө. “Башҡорт теленең ябай һөйләм синтаксисы” тигән монографияһында (Өфө, 1958) профессор Ҡ.З. Әхмәров һүҙбәйләнештең асылына үтеп инә алманы. Уныңса, “һүҙбәйләнеш синтаксик берәмек булараҡ һөйләмдә үҙ-ара мәғәнәүи һәм грамматик яҡтан бәйләнгән кәмендә ике тулы мәғәнәле һүҙҙән тора”. Артабан ул миҫалдар килтерә: ауыл эргәһендә, ил өҫтөндә, күпер аша һәм башҡалар. Миҫалдарға ҡарап, һүҙ йөрөтһәк, һөйләмдең һәр киҫәге һүҙбәйләнеш булырға мөмкин. Бындай ҡараш менән Ғәли Сәйетбатталов килешмәй. Ҡ.З. Әхмәров килтергән миҫалдарҙа тик бер генә һүҙ тулы мәғәнәгә эйә. Бындай ҡарашты һүҙбәйләнеш синтаксисы ҡабул итмәй. Шуға күрә Ғәли Сәйетбатталов был фаразды юҡҡа сығара. Уның фекеренсә, “үҙ-ара мәғәнәүи һәм грамматик яҡтан бәйләнеп килгән, һөйләмдең ике йәки бер нисә киҫәген берләштергән синтаксик берәмек һүҙбәйләнеш тип атала".
Һүҙбәйләнеш теорияһы хаҡында һүҙ сыҡҡас, тағы ла шуны әйтергә кәрәк: ғалим идиоматик, фразеологик берәмектәрҙе һүҙбәйләнеш тип ҡарамай, сөнки улар һүҙбәйләнештең бары тик бер компоненты ғына. Нығынған һүҙбәйләнештәр һөйләм киҫәктәренә тарҡалмай. Улар һөйләмдең бары тик бер киҫәге вазифаһын башҡара.
Ғәли Сәйетбатталовтың башҡорт һәм дөйөм төрки телдәре синтаксисына алып ингән теориялары, концепциялары, ҡараштары, фараздары тураһында күп яҙырға мөмкин. Әммә уның фәндәге ҡаҙаныштарын тәрән аңлай, күрә, аныҡ баһалай белеү кәрәк.
Шуны ла әйтергә кәрәк: Фәндәр академияһында һәр ғалимдың артынан этеүсеһе, үрләтеүсеһе бар. Был осраҡта профессор Ғәли Сәйетбатталов яу ҡырында бер үҙе ине. Уға яҡташ булған ғалимдар ҙа ярҙам ҡулы һуҙманы. Күрәһең, бөйөклөк тигән ҡая башында һәр кем фәҡәт үҙе генә булырға теләне. Бына шундай психологик мөхиттең баҫымы аҫтында йәшәһә лә, фәндә уның башҡаларҙыҡына ҡарағанда ҙурыраҡ та, фәһемлерәк тә, мәғәнәлерәк тә үҙ өлөшө, асышы, табышы, ҡарашы, фараздары булды.
Әйткәндәй, Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә башҡорт тел ғилеменең көнүҙәк мәсьәләләренә, бигерәк тә башҡорт теленең синтаксисына, стилистикаһына арналған хеҙмәттәр 7 том булып донъя күрҙе, тағы ла 3 томы нәшер ителәсәк.
Фәндә һиңә кеше тип ҡараған, хеҙмәтеңде кешесә баһалаған, һине аңлаған түрәләрең, арҡа терәр дуҫ-таяныстарың барҙа ғына, ғалим булараҡ тормошта тотҡан урының, мәғәнәң, әһәмиәтең асыла баралыр. Әлеге көндә башҡорт теленең синтаксисы ныҡ үҫешкән фәндәрҙән һанала икән, бында профессор Ғәли Сәйетбатталовтың ныҡышмалы, фиҙакәр хеҙмәтен күрмәү мөмкин түгел. Рәсми булмаған бер һөйләшеүҙә кемдер берәү: “Сәйетбатталовтың хеҙмәттәрендә теория юҡ”, — тип һүҙ ысҡындырғайны. Быны мин һәр кемдең үҙ манараһынан тороп аҙан әйтеүенә оҡшаттым. Һәр фәндә маһир мулла булып булмай, әммә синтаксиста Ғәли Сәйетбатталов – көслө теоретик.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Уҡыусы
    Уҡыусы от 17.12.2013, 11:06
    Эйе, ул, ысынлап та, ҡурҡыу белмәҫ, ҡаһарман ғалим ине. КПСС ваҡытында, "милләт", "башҡорт", "башҡорт теле" һүҙен әйтергә лә ҡурҡыныс заманда, ул милләтте тәрбиәләүгә ҙур көс һалды.Рәхмәт ошо хаҡта яҙғанығыҙ өсөн !






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 647

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521