Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ғаилә ҡояшы илде нурлай
Ғаилә ҡояшы илде нурлайИзгелек, намыҫ, татыулыҡ сығанағы булған ғаилә тормоштоң һәр биҙәгенә ҡыуанып йәшәргә, ижад итергә, төрлө яҡлап үҫешергә ынтылыш бирә. Йәш быуынды ошондай бәхеттән айырырға яраймы? Был бит айырым кеше генә түгел, барлыҡ йәмғиәттең именлегенә ҙур хәүеф менән янай. Ошо йәһәттән етем, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы тәрбиәгә алған ғаиләләрҙе киләсәк тормошобоҙ өсөн яуаплылыҡты үҙ иңенә йөкмәгән ҡаһармандар тиергә мөмкин.

Дәүләт тә уларҙы даими хәстәрләй, төрлөсә дәртләндереп тора. Мәҫәлән, кисә Өфөлә күркәм байрам — республика конкурсында еңгән опекун һәм патронат ғаиләләрҙе тәбрикләү тантанаһы уҙҙы. Төбәгебеҙҙә бишенсе тапҡыр үткәрелгән сараның тәүге туры, ғәҙәттәгесә, район-ҡалаларҙа ойошторолдо. Һайлап алынғандар республика кимәлендә көс һынашып, араларынан 24-е финалға сыҡты. “Минең ғаиләм”, “Аҡыллы ғаилә — уңайлы йорт”, “Талантлылар бер ҡыйыҡ аҫтында”, “Ижади ғаилә оҫтаханаһы” һәм башҡа конкурстарҙа отҡорлоғон, маһирлығын, берҙәмлеген күрһәтте улар.
— Ярышта балаларҙың күтәренке кәйефтә ҡатнашҡанын күреү айырыуса ҡыуаныслы булды: бындай ихласлыҡ ата-әсәлеләргә генә хас, — тине бүләкләү тантанаһында республиканың мәғариф министры Әлфис Ғаязов. — Ауырлыҡтарға ҡарамайынса, иңегеҙгә ҙур яуаплылыҡ йөкмәүегеҙ, балаларҙы һәр яҡлап үҫтерергә ынтылыуығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Бындай конкурстар иһә изге эштең әһәмиәтен бермә-бер күтәрә: киләсәктә уларҙа тағы ла күберәк ғаиләләр ҡатнашыр, ярыштарҙың баһаһы тағы ла артыр тигән ышаныстабыҙ.
Әлфис Суфиян улының әйтеүенсә, республикала балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәр һаны йылдан-йыл кәмей. Мәҫәлән, йыл башында улар бер меңдән ашыу булһа, әле был һан 800 тирәһенә төшкән.
Артабан ведомство етәксеһе конкурстың еңеүселәренә бүләк тапшырҙы. Тәүге урынды алған өс ғаилә — Хәйбулла районынан Татьяна һәм Петр Мартенстар, Бәләбәй ҡалаһынан Людмила Кортюкова, Стәрлетамаҡ районынан Рәзимә һәм Рәшит Сәләхетдиновтар — республика Президенты Указына ярашлы 100-әр мең һумлыҡ премия һәм Мәғариф министрлығының I дәрәжәләге дипломына лайыҡ булды. Икенсе, өсөнсө баҫҡыстарҙа ла өсәр ғаилә билдәләнде, тәүгеләренә — 25-әр, аҙаҡҡыларына 15-әр мең һум аҡса, дипломдар тапшырылды.
Ҡалған 15 ғаилә республика Мәғариф министрлығының Рәхмәт хаттарын алды, төрлө номинацияла билдәләнде, шулай уҡ башҡа ойошмаларҙың приздарына лайыҡ булды.

Ринат ҒАЙСИН, Әбйәлил районының Озерный ауылы:

— Ҡатыным Лилиә менән өс йыл элек өс бер туған баланы тәрбиәгә алдыҡ. Өлкән улыбыҙ Руслан — VIII, ҡыҙыбыҙ Розалия VI класта уҡый, кинйәбеҙ Данилға өс кенә йәш әле. Шундай теремек, ихлас улар. Өлкәндәре ҡул эштәренә оҫта, бейеү түңәрәгенә йөрөйҙәр. Руслан эштән ҡайтыуыбыҙға ашарға ла әҙерләп ҡуя!
Конкурс иһә ғаиләбеҙҙе тағы ла яҡынайтты. Унда йәнә ҡатнашырға теләк ҙур.


Автор: Дилбәр ИШМОРАТОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә