Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Ваҡытында дауаланыу кәрәк”
“Ваҡытында дауаланыу кәрәк”Рәсәй Хөкүмәте ултырышында 2014 йылға һәм 2015—2016 йылдарҙың план осорона граждандарға бушлай медицина ярҙамы күрһәтеүҙең дәүләт гарантиялары программаһы проекты хупланды.
Ошо яңылыҡҡа аңлатма биргәндә Дәүләт Думаһының Һаулыҡ һаҡлау комитеты ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева реабилитация ярҙамын үҫтереү сараларын айырып билдәләне. Программа менән медицина реабилитацияһы, уны тәьмин итеүгә мотлаҡ медицина страховкаһы аҡсаһы күләме билдәләнде. Страховкаланған һәр кешегә ул киләһе йыл — 1 293,8, 2015 йылда — 1539,3, 2016 йылда 1623,4 һум тәшкил итәсәк.
Депутат әйтеүенсә, медицина реабилитацияһы төшөнсәһе тәүге тапҡыр 2011 йылда "Рәсәй Федерацияһында граждандарҙың һаулығын һаҡлау нигеҙҙәре тураһында"ғы 323-сө Федераль закон менән ғәмәлгә индерелде һәм ҡаты ауырыуҙан йәки хроник сирҙең киҫкенләшеүенән һуң сәләмәтлекте нығытыуға, диагностика үткәреүгә, инвалидлыҡты иҫкәртеүгә, йәшәү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән саралар булараҡ билдәләнде.
Бөгөн бөтә донъяның һөҙөмтәле медицина ярҙамы күрһәтеү селтәрендә реабилитацияның әһәмиәте арта. Илебеҙҙә был йүнәлештә әле байтаҡ эш башҡарырға тура киләсәк.
"Һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү" дәүләт программаһында медицина реабилитацияһы йәһәтенән байтаҡ бурыстар ҡаралған. Был программа "Медицина реабилитацияһын һәм шифахана-курорттарҙа дауаланыуҙы үҫтереү" тип аталған айырым ярҙамсы программаны үҙ эсенә ала. Рәсәйҙең һәр төбәгендә заманса реабилитация ярҙамы селтәрен ойоштороу күҙаллана.
Сәлиә Мырҙабаева билдәләүенсә, быйыл һигеҙ айҙа республикала 3213 кеше сәләмәтлеген нығытҡан, шуларҙың 2313-ө — "Йәшел сауҡалыҡ" шифаханаһында. Һандарға ҡарағанда, Башҡортостанда медицина реабилитацияһынан файҙаланыу кимәле түбән булып ҡала. Шул уҡ ваҡытта халыҡты һауыҡтырыуға ихтыяж бик ҙур.
Рәсәйҙә уҙғарылған дөйөм диспансерлау мәғлүмәттәре лә ошоно раҫлай. Быйыл оло йәштәге 10 миллион кеше, 6,7 миллион бала медицина тикшереүе үткән, шуларҙың 22,5 проценты сирҙәре буйынса юғары хәүеф төркөмөнә инә, 41,8 процентында кәмендә бер ауырыу асыҡланған. Ваҡытында дауаланыу илебеҙҙәге үлем күрһәткесен 45-50 процентҡа кәметеү мөмкинлеген бирер ине. Ошо йүнәлештә күп йыллыҡ эш тәжрибәһенә эйә булған шифахана, курорт учреждениеларының көс-ҡеүәтен, яҡшы дауалау-диагностика сараларын, әҙер кадрҙарҙы файҙаланыу бик мөһим. Республикалағы шифаханалар селтәре сирҙе аҙағынаса дауалау, сәләмәтлекте нығытыу йәһәтенән ҙур әһәмиәткә эйә.
Реабилитацияның төп маҡсаты — һаулыҡты һаҡлап ҡалыу, әүҙем тормош оҙайлылығын арттырыу. Бынан тыш, ул киҫкен ауырыуҙарҙы дауалау өсөн стационар урындарҙы һөҙөмтәлерәк файҙаланыу мөмкинлеген бирәсәк. Һаулыҡ һаҡлау системаһын үҙгәртеп ҡороу шарттарында был да мөһим.
Сәлиә Мырҙабаева әйтеүенсә, Рәсәйҙә медицина реабилитацияһын үҫтереү өсөн норматив-хоҡуҡи нигеҙ бар. Һаулыҡ һаҡлау министрлығының фарманы менән Медицина реабилитацияһын ойоштороу тәртибе раҫланды. Медицина һәм фармацевтика хеҙмәткәрҙәренең вазифа номенклатураһына медицина реабилитацияһы табибы менән шәфҡәт туташы индерелде.
Ошо йүнәлештәге нормативтар һаулыҡ һаҡлау ресурстарын туплау, һәр төбәктә территориаль- үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып, ҡулай алымдар булдырыу мөмкинлеген бирәсәк. Депутат билдәләүенсә, медицина реабилитацияһын тәьмин итеү буйынса дәүләт гарантиялары ғәмәлдә үтәлергә тейеш.


Автор: Л. ДӘҮЛИЕВА әҙерләне.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә