Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йәмғиәтте тотоп торған рухи бағана
Йәмғиәтте тотоп торған рухи бағанаКәкүк сәйенә бәйле тыйыуҙар, ҡағиҙәләр

1. Кәкүк сәйен кәкүк ҡысҡырғандан һуң аҙна үткәс билдәләргә ярамай, бер-ике көн эсендә ойошторорға кәрәк. Юғиһә, ҡош “үпкәләй”.
2. Кәкүк һаҡауланғас, ул байрамды һис тә үткәрергә ярамай. Тормош өҙлөгә, сабыйҙар һаҡау, йәштәр ишһеҙ була, балалар ҡырға сыҡһа, зәғифләнә, ти халыҡ.
3. Байрамда иң тәүҙә ҡошто маҡтау, гел яҡшыны ғына һөйләү кәрәк.
4. Ап-аҡ күлдәк кейергә ярамай.
5. Йыл да билдәле бер урында үткәреү зарур.
6. Уйын, бейеү урынында йығылған үләндәрҙе ҡосаҡлап-ҡосаҡлап торғоҙоп китергә. Ер рәнйеп ҡалмаһын, ти ололар.

Аңлатмалар

Кәкүк сәйе мәлендә йомортҡа тәгәрәтеү – киләһе түл-ырыҫты арттырыу, ғүмер рухын ризалатыу ырымы ул. Донъя мифологияһында күкәй – киләсәк тормош, донъя барлығына башланғыс һалыусы үҙәк матдә. Уны төрлө төҫкә (ҡыҙыл балсыҡ төҫө, йәшел үлән төҫө) буяу әҙәмде яратҡан Хоҙайға һәм тормош стихияларын һынландырып, уларға баш эйеү “йәнләндереп” ебәреү, көстәрен арттырыу, ризалатыу мәғәнәһенә эйә. “Күкәй буяу” йолаһы һис кенә лә урыҫ йолаларына яраҡлашҡан күренеш түгел. Ул әле лә Белорет, Учалы, Нуриман, Әбйәлил яҡтарында һаҡлана. Йомортҡа буяу төнө тылсымлы һаналған. Кәкүк сәйе байрамында ҡошто маҡтау йолаһы ла быға тиклем яҙып алынмағайны. Уның да шомло ҡошто ризалатыуға, һүҙ тылсымына ышаныуға бәйле махсус сара булғаны күренә. Юғиһә, ҡошҡа шул тиклем ышаныс менән яҙмыш билгеһен, йәш, ғүмер һорар инеме кеше?
Оло инәйҙәрҙең “кәкүкте маҡтағыҙ тәүҙә” тип әйтеүе лә серле ҡош иҫкәртеүен билге итеп аңлап, киләсәк яҙмыш, ғүмер рухын ризалатыу, юл асыу тылсымы булғандыр. Сөнки Ибн Фаҙлан башҡорттарҙың 12 раббыһы араһында ғүмер тәңреһен дә билдәләй бит. Тимәк, беренсе йәшеллеккә сығыу, күңел асыу, күмәкләп ризыҡ эйеү һәм йырлап-бейеүҙәрҙең йөкмәтке асылы оҡшатыу тылсымына ла бәйле. Тәбиғәт-Әсә уянған, йәшелләнгәндә, нисек уны ҙурлайһың, шатланаһың, киләсәк йылың да шулай була тигән аҡыл сағыла.
Кәкүк – изге ҡош тигән ышаныу мәгәр ошондай ырым-йолаларҙа ла һаҡланған бит: кәкүк саҡырғанда бәпкә ултыртһаң – уңаһың, себеш күп була. Тәбиғәт көстәрен кеше үҙе дәртләндереп тә, өйрәтеп тә ебәрә.
– Кәкүк саҡырғанда көтөү сыҡһа, йәй һәйбәт, уңышлы була. Кәкүк ҡысҡырғанда теләк теләп өлгөрһәң, ҡабул ҡылына. Кәкүк һынсыллыҡ, төрлө ырым, юрау символдарына мәғәнә бирә. Ҡибла яҡтан ишетһәң, йылың һәйбәт була.
Һул ҡолаҡ менән ишетһәң – һаҡ бул, кеше һүҙе баҫыр. Артың менән торғанда ишетһәң, юлда, сәфәрҙә уяу бул.
Алдың менән торғанда ишетһәң, яҡшы, тура юлға сығаһың. Әммә киҫәтеүсе ырымдар ҙа бар:
– Кәкүк ҡысҡырғанда бала имеҙеүҙе ташлама – балаң яңғыҙ булыр.
– Кәкүк ҡысҡырғанда оло мал һатма – йорттан ҡот китер.
Борон байрамға тик ҡатын-ҡыҙ ғына сығыу талабы ла Тәбиғәт-Әсәне терелеүсе алиһә, ҡатын сифатындағы Яҙ раббыһы тип ҡабул итеүгә бәйле, күрәһең. Түл-тереклек тылсымын көсәйтеү йолаһына ҡарай был күренеш, шул уҡ ваҡытта кәкүк байрамдарында махсус йола бейеүҙәре, ҡошҡа оҡшатып ҡыланыуҙар ир-атҡа ла хас.
Кәкүк сәйендә кәкүк булып бейеү тотем ҡош, ырыуҙың һаҡсы-ҡурсалаусыһына махсус ритуаль мөрәжәғәт, рухын ризалатыу, килер бәләнең юлын бүлеү сараһы булараҡ бик боронғо йолаларға бәйле. Хәҙерге көндәрҙә ирмәк итеп башҡарылған йәш кәкүк булып ҡыланыуҙар ҙа изгеләштерелгән ҡошто олоҡлау, уға “ҡорбан килтереү” эҙҙәрен һаҡлап ҡалған.
Бейеүсе хәрәкәттәрен башҡарғанда: “Мә һиңә ҡулым!”, “Мә һиңә аяғым!” — тип әйтә-әйтә бейей һәм үҙен шулай “тарата”. Был хәрәкәттәрҙә ҡырағай тәүтормошта ҡошҡа, әҙәм ҡорбаны тәғәйенләнеүен, ризалатыуын бейеү теле шулай сағылдыра. Ул хаҡта Л.И. Нагаева менән Ф.А. Нәҙершинаның хеҙмәттәрендә мәғлүмәт күп. Әммә беҙҙең тарафтан йола бейеүҙәренә бәйле яңы мәғлүмәттәр, күренеш варианттары табыу дауам итә һәм ҡыҙыҡлы һығымталарға фекер аса. Был урында беҙ махсус мәҡәлә талап иткән теманы йомғаҡлайбыҙ.
“Кәкүк сәйе”ндә борон йола бейеүҙәре әлбиттә, башҡарылған, махсус йырҙар яңғыраған. Шомло ҡош бәләһен күмәк халыҡ араһында үҙ-үҙеңде ҡорбан итеп бағышлап бейеү “Кәкүк сәйе” байрамы ғына түгел, ә ваҡиғаға ҡарап – ауылға кәкүк килеп ҡысҡырһа, бер нисә рәт ауыл аша ҡысҡырып үтһә, йот-сир күбәйһә – атҡарылғандыр. Бәлә, ҡайғы юлы шулай “ябылған” күрәһең.
“Кәкүк сәйе”ндә түңәрәк уйындар, йөрөүҙәр, ритуаль бейеүҙәрҙең лексик үҙенсәлеге, ирҙәр ҙә, ҡатындар ҙа бейей алыуы шуны һөйләй. ХХ–ХХI быуаттарҙа “Кәкүк сәйе”ндә күңел асыу бейеүҙәре тотороҡло һаҡланып ҡала.

(Дауамы бар).


Автор: Рубриканы филология фәндәре докторы Розалия СОЛТАНГӘРӘЕВА алып бара.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә