Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » "Кешеләргә ныҡ ярҙам иттем..."
"Кешеләргә ныҡ ярҙам иттем..."— Беҙҙең танышыу бик ҡыҙыҡ булды, — тип һөйләй Рәйсә апай. — Бында эшкә килгәс, клуб эргәһендә торам. Бер оло ғына әбей көйәнтә күтәреп һыу буйына төшөп бара. Шунда уға өндәшәм: миңә фатир кәрәк ине, тим. Ул ҡайтҡан да улы Рауилға былай тигән: "Бер матур ғына ҡыҙ ауылға эшкә килгән, шуны урынлаштырайыҡ әле". Рауил ни, ю-уҡ, тип ҡаршы төшкән. Белмәгән инде...

Бына шулай итеп, тәүге көндән үк бер өйҙә йәшәп алып китә йәш пар. Рәйсә апай ҙа хәҙер былай ти: "Буласаҡ ҡәйнәм бик оҫта ине. Шунан өйрәнеп ҡалыр ҙа инем барыһына..." Тик өс йылдан һуң ғына, Сабира апай мәрхүмә булғас, мәктәптә хеҙмәт дәрестәрен алып барған Рауил ағай менән китапханасы Рәйсә апай өйләнешә. Бәлки, шулай кәрәк тә булғандыр, яҙмыш әҙәм балаһын төрлөсә һынай бит ул...
Бөгөн Юлбарисовтар ярты быуатҡа яҡын ғүмер кисереп, өс ҡыҙ үҫтереп, биш ейән-ейәнсәренең шатлыҡтарын күреп йәшәй. Тағы ла бер мөһим нәмә: уларҙың икеһенең дә тирә-яҡҡа ҡул эштәре оҫтаһы булараҡ даны таралған.
Матур ҡапҡа аша семәрләп биҙәлгән өй ҡаршы ала, кәртә-ҡаралты төҙөк. Ошо ҡапҡаны асып ингәс, иҫ китте: бөгөн генә заводтан сыҡҡан тиерһең — бәләкәс трактор ҡаршылай.
— Төрлө ерҙән иҫке запчастар, металл йыйып эшләп алдым, — ти оҫта. — Ошондай дүртте яһаным инде. Әле кейәүгә ҡорам. Өс сапҡыс та бар был тракторға...
Ул ғынамы, Рауил ағайҙың оҫтаханаһындағы токарь станогы, "циркулярка" ла ошо юл менән эшләнгән. Иретеп йәбештереү аппараты ла. Тимер станоктарынан тыш, ағастан һырлау ҡорамалдарының күбеһен үҙе яһаған. Заманса ла, боронғоса ла. Йәшермәйем, ҡул эшенә оҫталарҙы күп күргәнем бар, ләкин Рауил ағай шикеллене тәүгә осратыуым.
Бар нәмә ҡандан килә. Атаһы Хажиәхмәт тә алтын ҡуллы кеше булған. Ауыл халҡына сана, тәҙрә рамдары эшләгән, көйәнтә бөккән. Колхоздың да ат саналары, дуғалары уның ҡулы аша үткән.
— Атайымдан иртә — ун алты йәштә — ҡалдым. Япон һуғышында, Порт-Артурҙа, яраланып ҡайтҡайны. Шунан ни, бар нәмә үҙемә ҡалды. Ул биргән һөнәр ғүмерлек булды, — тип хәтер һандығын аса Рауил ағай. — Үҙем әле йәшәгән Липовканан биш кенә саҡрымда ятҡан Көмәрле ауылыныҡымын. Һуғыштан һуңғы осор. Ирҙәр юҡ. Халыҡ килә: йә биҙрәләре тишелгән — ямап бирәм, сынаяғы ватылһа — ҡоршайым, элек бит улары ла юҡ ине. Үҙемдең иптәштәргә, бүтән балаларға бәләкәй сана, саңғылар эшләйем. Әҙерәк ҙурайғас, оҫтара башланым. Бына ошо өйҙө, 1956 йылда диләнкә алып, өс йылда бөтөрөп керҙем. Был яғын бер үҙем бураным. Липовкала мәктәптә эшләй башлағас, бында күсерҙем. Утыҙ бер йыл һүрәт, һыҙма, технология дәрестәрен алып барҙым...
"Кешеләргә ныҡ ярҙам иттем..."Рәйсә Закир ҡыҙы ла тик ултырмай: тормош иптәше ҡорған ҡоролмала йөн тетә, бәйләм бәйләй, башҡа ҡул эштәренә маһир. Хәҙер бит һатыуҙа төрлө эш менән шөғөлләнеүсегә ҡорамалдар, ҡоралдар етерлек — ал да эшлә.
— Йәштәрҙең ҡайһы береһенә аптырайым, — ти Рәйсә апай, — әйҙә, тот та өйрән, бер ваҡыт барыбер оҫтарып китәһең. Ә былай, эш юҡ тип ятҡас, булмай инде ул...
Юлбарисовтарҙың өйөндә, йорт-ҡаралтыһында әйтеп аңлата алмаҫлыҡ йылылыҡ, ихласлыҡ бөркөлә. Уның бар сере лә күңел матурлығын хеҙмәтеңә, яҡындарыңа, тирә-яҡтағыларыңа һалыуҙалыр.


Автор: Т. МУСИН. Район: Архангел районы, Благовещенка ауылы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде 30.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә 29.01.2026 // Йәмғиәт

Урыны менән елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе мөмкин....

Тотош уҡырға 1

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды...

Тотош уҡырға 1

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар 28.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар...

Тотош уҡырға 1

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат 28.01.2026 // Йәмғиәт

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат...

Тотош уҡырға 1

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған 27.01.2026 // Йәмғиәт

Ҡырмыҫҡалы районында ике пар игеҙәк тыуыуы теркәлгән....

Тотош уҡырға 1

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә 27.01.2026 // Йәмғиәт

Был байрамда республика халҡын 21 февралдән 23-нә тиклем өс көнлөк ял көтә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй 27.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй...

Тотош уҡырға 1

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар 27.01.2026 // Йәмғиәт

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала 27.01.2026 // Йәмғиәт

Енәйәт ҡылыуға әҙерлек тураһында белгән, әммә ошо турала хоҡуҡ һаҡлау органдарына ваҡытында хәбәр ......

Тотош уҡырға 1

Республикала көндәр йылыта

Комментарий өҫтәргә