Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ябырылып бәлә килһә...
Ябырылып бәлә килһә...Яҙылмаған китап сәхифәләре

Уҙған быуаттың 80-се йылдары аҙағына тап килгән хикмәттәрҙе, уйлап-уйлап та, әле булһа аңлай алмайым. Мәүлә был донъяны бар иткәндә уны төрлө хәүеф-хәтәрҙәргә юлыҡтырыуҙы ла уйында тотҡанмы икән? Дауылдар, үҙәккә үткес һыуыҡтар, ҡойма ямғыр йә ҡыуандар, һыу баҫыуҙар һәм вулкандар — афәттәрҙе һанап сығырлыҡ түгел. Әгәр гәзитте асһаң йә һуңғы хәбәрҙәргә ҡолаҡ һалһаң, Ерҙең әле был, әле икенсе тарафында донъяның аҫты-өҫкә килгәнен беләһең. Һанаулы ғына секундтарҙа ҡалалар харабаға әүерелә. Иң әсендергәне — ғүмерҙәр өҙөлә.

Биш ваҡиға — биш бәлә

Ноябрь баштарында Мәскәү каналдарының береһендә үткән телевизион тапшырыуҙа геология-минералогия фәндәре докторҙары, етди ике ғалим Ер шарының төпкөлөнән үкергәнме, иңрәгәнме тауыштың йышыраҡ ишетелеүе тураһында әйткәйне. Улар фекеренсә, техник белем менән ҡоралланған әҙәм балаһының үҙен яфалауҙарына түҙә алмай, ул мәрхәмәт һәм ярҙам һорай, имеш. Мәгәр кеше шул тауышҡа ҡолаҡ һалмаһа, тәбиғәт уға бәләләр менән яуап бирә.
Ҡуптарылған дауылдарҙы һанай башлаһаң, осона сыға алмайһың. Шуға күрә мин юғарыла әйткән осорҙа Советтар Союзы биләмәһендә булған биш ваҡиғаны иҫкә төшөрөү менән генә сикләнәм. 1986 йыл. 26 апрель. Украинаның Чернобыль атом электр станцияһында шартлау. 1988 йыл. 4 июнь. Горький (хәҙерге Түбәнге Новгород) тимер юлының "Арзамас" станцияһында шартлау. 91 кеше һәләк булды, 151 йорт емерелде. 1988 йыл. 7 декабрь. Әрмәнстанда ер тетрәү. Рәсми мәғлүмәттәргә ышанғанда, 28 854 кешенең ғүмере өҙөлгән. 1989 йыл. 7 апрель. "Комсомолец" атом һыу аҫты кәмәһендә ҡыйралыш. 1989 йыл. 3 июнь. Новосибирск — Адлер, Адлер — Новосибирск маршруттарындағы поездарҙың шартлауы. Утта 575 кеше янып үлде...
Ғүмерҙәр өҙөлгән фажиғәләрҙе сәйәсәт менән бәйләү — гонаһтыр. Конспирологик фараздар ҙа, бәлки, урынһыҙҙыр. Шулай ҙа 80-се йылдар аҙағында бер-бер артлы килгән ҙур ҡазаларҙың Советтар Союзының ҡыйраласағын алдан ебәрелгән иҫкәртеү булған, тигән уй күптәрҙең мейеһенә инеп оялағандыр.

Әрмән иле — әрнеүстан

Тотош донъя картаһында бармаҡ баҫымындай ғына урынды алып тороусы Кавказ ниңә тынғылыҡ белмәҫ булды һуң әле? Өҫтә ниҙәр булып ятыуы, шулай ҙа, беҙгә ни ҡәҙәрелер мәғлүм, әммә тәрәндә, Аллаһтың тамуғында, өлөшөбөҙгә ниҙәр әҙерләнәлер — ҡараңғы. Башҡорт риүәйәттәрендә Ҡаф тауы тип аталған, донъялыҡта иһә Кавказ тауҙары исемен йөрөткән ошо төйөр һәр даим ҡайнай, өҙлөкһөҙ шаулай, бында этнос-ара, социаль һәм тектоник ҡуҙғалыштар тынғаны ла юҡ. "Кавказ — ерҙең һөйәлле усындағы утлы ҡуҙ", — тигән Шекспир хаҡлы булғандыр ул.
Унда әлеге мәлдә лә һиллек юҡ. Донъя яратылғандан бирле торған тауҙарҙы, шундай уҡ боронғо ғибәҙәтханаларҙы әленән-әле шартлауҙар дер һелкетә, виноград, грушалар өлгөрөргә тейешле үҙәндәрҙең тупрағына мина күмәләр, ҡала һәм ауылдарҙың урамдарынан ҡораллы халыҡ өҙөлмәй.
Ошо яҙмаларҙа һүҙ барасаҡ Әрмәнстан үҙенең меңдәрсә йыллыҡ тарихында күпте күргән. Ләкин 1988 йылдың 7 декабрендә килеп баҫҡан ҡаза халыҡ башына төшә торған теләһә ниндәй бәләләрҙән дә уҙып китә.
Орущих камней
государство —
Армения, Армения!
Хриплые горы к оружью зовущая
Армения, Армения!
Был — Осип Мандельштам яҙған юлдар. Әгәр уларҙы башҡортсалаштырырға ниәтләһәм, шағир хисенең ҡайнарлығын һүрелтермен тип ҡурҡтым.
Ҡыйын булһа ла, 25 йыл әүәлге ҡот осҡос ер тетрәүҙе хәтерҙә яңыртайыҡ. Туҡта, үткәнде ни өсөн йәнә ҡуҙғатабыҙ, уңалған яраларҙы ниңә ҡанһыратабыҙ һуң әле? Ҡайғынан ләззәт эҙләүҙән түгел, әлбиттә. Алыҫтағы Кавказға, Әрмәнстан иленә уй менән генә булһа ла барып әйләнеүебеҙ өсөн етди сәбәп бар. Эш шунда, харабаларға әүерелгән Әрмәнстанға ярҙамға бөтөн ил ашыҡҡан мәлдә иң алғы сафтарҙа Башҡортостан ҡотҡарыусылары, төҙөүселәре, табиптары, юлсылары булды. Сирек быуат элек яҡташтарыбыҙ Ленинакан (хәҙер — Гюмри) һәм Спитак ҡалаларын, Кировакан (Ванадзор) һәм Степанаван ҡалаларының торлаҡ кварталдарын яңынан төҙөгән.
Әйҙәгеҙ, Әрмәнстанға диҡҡәтләберәк күҙ һалайыҡ. Был илдең тәбиғәте тураһында туҡтамай һөйләргә мөмкин. Әммә беҙ Севан менән генә сикләнәйек. Ул Әрмәнстан тауҙарында, диңгеҙ кимәленән 1900 метрҙа ята һәм шундай бейеклектәге иң ҙур күлдәрҙең береһе һанала. Ул һәр тарафтан ҡеүәтле һырттар менән уратып алынған, майҙаны 1200 квадрат километрҙан ашып китә. Аһ, Кавказдың күҙе тип йөрөтөлгән Севан! Уның гәлсәр һыуҙарында бағыр, алабалыҡ уйнай. Күл тирәләй милли парк, дүрт ҡурсаулыҡ һәм ун заказник булдырылған.
Был тауҙарҙа әрмәндәр үҙҙәрен белгәндән бирле ғүмер иткән. Матди һәм рухи мәҙәниәттең боронғолоғо, этник берләшеү, әрмән ҡәүеменең формалашыу процестарының бик иртә башланыуы тәрән ихтирам уята. Күп дошмандарҙың иҫәпһеҙ-һанһыҙ һөжүменә ҡарамаҫтан, әрмәндәр үҙ дәүләтселеген оҙаҡ ваҡыт һаҡлап ҡала алған, уларҙың цивилизацияһы күп халыҡтарға билдәле. Был хаҡта боронғо грек авторҙары Геродот менән Ксенофонт та яҙған.
Ошо юҫыҡта фекерҙе ослар алдынан шуны ла әйтеү кәрәктер. Әрмәнстан элек-электән Рус дәүләтенә тартылған, сөнки фәҡәт рус халҡының ғына әрмәндәрҙе күп бәләләрҙән ҡурсалай алырын һәм теләүен йөрәге менән тойған. Яҙмыш был халыҡты Ер шарының күп ҡитғаларына таратып ташлаған. Рәсәй Федерацияһында миллиондарса әрмән йәшәй. Эш һөйөүсән һәм батыр был халыҡтың ул һәм ҡыҙҙары Башҡортостанда ла байтаҡ. Ләкин изге атайсалдары итеп улар Әрмәнстанды ғына иҫәпләй.
Ябырылып бәлә килһә...Йәһәннәмдә яралған дауыл

Әрмән халыҡ эпосы "Давид Сасунский"ҙа шундай юлдар бар: "Ер үкерә, таяҡ эләккән эт шикелле, сәңкелдәй башланы. Ҡырҡ үгеҙ һөйрәтеп килгән һуҡа аҫтындағы һымаҡ, ер йыртылды, күпереп китте! Ҡараңғылыҡ һәм саң болото күкте лә, ерҙе лә ҡапланы. Был ҡараңғылыҡ, был саң тәүлек эсендә лә таралмаҫтай ине".
1988 йылдың 7 декабрендә Советтар Союзы Коммунистар партияһы Үҙәк Комитетының генеральный секретары Михаил Горбачев Берләшкән Милләттәр Ойошмаһында Көнбайыш менән социалистик лагерь араһындағы көсөргәнеште йомшартыу маҡсатында сығыш яһай ине. Һүҙ унда конверсия, хәрби юҫыҡта ҡоролған иҡтисадтан баш тартыу, ҡоралдарҙы күпләп ҡыҫҡартыу тураһында бара.
Донъялағы иң ҙур дәүләттең башлығы бойомға ашмаҫ пландар тураһында сафсата һатҡан бер мәлдә Кавказда донъяны ысынлап тетрәткән хәлдәр килеп тыуҙы. Белгестәр фекеренсә, Әрмәнстанда булған ер тетрәү Рихтер шкалаһы буйынса 7 балл самаһы тәшкил иткән, илдәге иң көслө тетрәүҙәрҙең береһе тип баһаланған. Тетрәү зонаһы Әрмәнстан, Азербайжан һәм Грузияның тиҫтәләрсә ҡалалары менән ҡасаба-ауылдарын үҙ эсенә алған. 16 мең кеше йәшәгән Спитак ҡалаһы, тетрәү үҙәгенә яҡын булыу сәбәпле, тотошлай емерелгән. Ә үҙәк 20 километр тәрәнлектә, Спитактан алты километр төньяҡ-көнбайышта булып сыҡҡан. 250 мең кеше йәшәгән, халыҡ һаны буйынса Әрмәнстанда икенсе ҡала иҫәпләнгән Ленинаканда (Гюмри) торлаҡ фондының 80 проценттан күберәге емерелгән. Кироваканда (Ванадзор) ҡаланың яртыһы ғына имен ҡалған. Йәмғеһе 400 ауыл-ҡала зыян күргән, шуларҙың илле һигеҙе харабаға ҡалған. Дәүләт комиссияһы һәләк булыусыларҙы 29 мең кеше тип хәбәр итһә лә, рәсми булмаған мәғлүмәттәр ҡорбандарҙы 55 мең тип күрһәтте, йәрәхәт алыусылар — 17 меңдән күберәк, 514–530 мең кеше йорт-еренән яҙған. Урамда тороп ҡалған бик күп халыҡ һыуыҡтан яфаланған.
Статистиканы дауам иткәндә, шулар ҙа билдәле: ер тетрәүе Әрмәнстан сәнәғәт потенциалының 40 процент самаһын сафтан сығарған. 7 миллион квадрат метрға яҡын торлаҡ, ғөмүмән, зыян күрһә, шуның 4,7 миллионы тотошлай емерелгән йәки, авария хәлендә булыуы сәбәпле, боҙоп алынған. Тетрәү һөҙөмтәһендә 210 мең урынлыҡ дөйөм белем биреү мәктәптәре, 42 мең бала йөрөрлөк баҡсалар, 416 дауахана, ике театр, 14 музей, 391 китапхана, 42 кинотеатр, 349 клуб һәм мәҙәниәт йорто емерелгән, етди зыян күргән. 600 километр автомобиль юлдары, 10 километр тимер юл яраҡһыҙ хәлгә килгән, 230 сәнәғәт предприятиеһы йә тотошлай, йә өлөшләтә емерелгән.
Бына ошондай ҡот осорлоҡ статистика. Белгестәрҙең раҫлауынса, тетрәүҙән һуң бер ай эсендә генә эпицентрға яҡын Кавказ сейсмологик хеҙмәттәре йөҙҙән күберәк көслө афтершок теркәгән. (Ул — һүнә барыусы тулҡындар серияһы.) Әрмәнстанда көслө афтершок төп тетрәүҙән һуң дүрт минут үтеүгә булған һәм, тәүгеһенең тулҡынына ҡушылып, емереү көсөн күпкә арттырып ебәргән.
Әйткәндәй, был илдә һәләкәтле ер тетрәүҙәр 1679, 1827, 1940, 1926, 1931 йылдарҙа булып үткән икән. Быны йылъяҙмалар, төрлө документтар раҫлай. Шуға ҡарамаҫтан, Спитактағы тетрәү урыны сейсмик йәһәттән хәүефле һаналмаған. Ғалимдар иҫәпләүенсә иһә, ер йыртылған саҡтағы көс Хиросимаға ташлаған ун атом бомбаһыныҡына тиң булған. Ер тетрәүҙән ҡупҡан тулҡын, Ер шарын урап үтеп, Европа, Азия, Америка һәм Австралиялағы сейсмографтар тарафынан теркәлгән.

Көлгә күмелһәң дә,
бергә көн күр

Ер тетрәү тураһында хәбәр килеү менән Оборона министрлығының тәүге самолеты, хәрби хирургтар һәм дарыуҙар алып, "Внуково" аэропортынан Мәскәүгә оса. Ереванда хәрби медиктар вертолетҡа күсеп ултыра ла ике сәғәттән Ленинаканға килеп төшә. Төн, дөм ҡараңғы. Аҫта бер генә ут янһасы! Балҡып ятҡан ҡала, уның йорттары, урамдары, майҙандары, баҡсалары ҡайҙа һуң? Ҡалала электр уты ла, имен бер генә йорт та юҡ. Улар урынында — ҡыҙғылт туф, кирбес, бетон, быяла һәм мебель ҡалдыҡтарынан хасил булған өйөмдәр. Һәр яҡтан ыңғырашҡан, ярҙам һораған тауыштар ишетелә. Шәм тотҡан ирҙәр, ҡатындарының, балаларының, юғалған туғандарының исемдәрен ҡысҡырып, әлеге өйөмдәргә күтәрелә.
Ғәжәпләнерлек мәлдәрҙең тап килеүе, Спитакта ер тетрәгән минуттарҙа ҡырҡ йыл элек емергес тетрәүҙе кисергән Ашхабад ҡалаһында сейсмологтарҙың Бөтә союз кәңәшмәһе үтә икән. Әрмәнстандан хәбәр килгәс, сейсмограммаларҙы залда уҡ йәйеп ебәрәләр.
Һуңғараҡ шул да мәғлүм була: Спитак, Гюмри, Кировакан ҡалалары сейсмик йәһәттән хәүефле урында төҙөлгән икән. Йорттар тетрәү ихтималлығын иҫәпкә алмай күтәрелгән. Төҙөлөштөң сифаты ла беҙҙең илдә ташҡа үлсәйем бит инде. Әйткәндәй, боронғо сиркәүҙәр һәм монастырҙар, һарайҙар, ҡәлғәләр тетрәүгә бирешмәгән, уларға, әйтерһең, йәһәннәм дауылы ҡағылмаған.
Фажиғәнең тәүге сәғәттәрендә үк республикаға донъяның бөтөн тарафтарынан тиерлек ярҙам тәҡдим итеү башлана. Әрмәнстанға төрлө ҡитғаларҙағы 111 дәүләт, халыҡ-ара һәм төбәк ойошмалары ярҙам ҡулын һуҙа. Ҡайғы килгәндә сәйәси ҡаршылыҡтар ҙа онотола. Ул саҡ Советтар Союзы менән дипломатик мөнәсәбәттә булмаған Израиль, Көньяҡ Корея, Чили, Көньяҡ Африка Республикаһы кеүек илдәр ҙә Әрмәнстанға ярҙам итә.
Ошо ҡайғы Александр Городницкийҙың шиғыр юлдарына ятты:
Безмерно человеческое горе,
Которое бессоницею душит, —
Армянские израненные горы,
Армянские истерзанные души.
Велик Аллах, в своем,
безумном гневе
Долины разрывающийся на части.
Созвездия, сходящиеся в небе,
Нам не сулят забвения и счастья.
Әрмәнстан өҫтөнә бәлә килгән көндәрҙә тотош дәүләт механизмының аныҡ эшләй алыуы күренде. Һәләкәт урынындағы һәр эштең нигеҙендә ҡеүәтле союздаш дәүләттең ғәйәт ҙур иҡтисади инфраструктураһы ята ине. Совет дәүләтенең мөмкинлектәре һәм көстәре сағыштырмаса ҙур булмаған бер урынға йүнәлтелә. Байтаҡ эшсе көс, транспорт, машина һәм механизмдар, яғыулыҡ, аҙыҡ-түлек бер йүнәлештә — Әрмәнстанға китә. Емереклектәр аҫтында ҡалған кешеләрҙе ҡотҡарыу өсөн меңдәрсә саҡрым аранан, ауыр самолеттарға тейәп, техника оҙатыла. Төҙөлөш материалдары тултырылған эшелондар юлға сыға. Илдең төрлө төбәктәрендәге йөҙҙәрсә заводтар етештергәнен тейәп оҙата. Ер тетрәүҙең тәүге көндәрендә үк республикаға меңдәрсә палатка, йылытылыусы тирмәләр, йыйылма өйҙәр килә. Шулай, 20 декабргә һәләкәт урынында меңдән күберәк кран, 1600 автомашина, 350 бульдозер эшләй. Ошо ваҡытҡа Әрмәнстанға 1000 самолет, 31 мең тимер юл вагоны, 8 мең автомашина килеп етә.
Һуңғы йылдарҙа тәбиғәттең уғата ярһып китеүе кешеләргә йәнә бер-береһенә нығыраҡ һыйынырға мәжбүр итте. Еребеҙ уртаҡ булғас, ундағы рәхәтлек тә, михнәттәр ҙә бергә була. Әгәр аңлашып йәшәһәк, ауырлыҡтар ҙа еңелерәк үтер.
Ябырылып бәлә килһә...Юлыңда юлдаш булһын

Әрмәнстан ҡалаларын харабаларҙан күтәреүҙә Башҡортостандан да йөҙҙәрсә кеше ҡатнашты. Ошо турала айырып һүҙ әйтмәһәк, яҙыҡ булыр.
"Күккә лә осор яҡшылыҡ, / Һыуҙа ла батмаҫ яҡшылыҡ,/ Утта ла янмаҫ яҡшылыҡ, /Телдән дә төшмәҫ яҡшылыҡ./ Бары эшкә баш булыр, /Үҙеңә лә, кешегә/ Мәңге йәшәр аш булыр".
Хәтерегеҙгә төштөмө? Халҡыбыҙҙың "Урал батыр" эпосынан алынған юлдар был. Алыҫ тауҙарҙа йәшәүсе алыҫ халыҡтың ҡайғыһын йөрәккә яҡын алыуға, бәлки, үлемһеҙ әҫәрҙәге хаҡ юлдар ярҙам иткәндер? Һәр хәлдә, Башҡортостан туғандар бәләһен еңеләйтеү өсөн дәррәү күтәрелгән. Ер тетрәү тураһында хәбәр килеү менән үк иртәгәһенә ярҙам күрһәтеү буйынса комиссия төҙөлгән, республика Министрҙар Советының ҡарары сығарылған. Хөкүмәт штабына етәкселек итеү Министрҙар Советы рәйесенең беренсе урынбаҫары Алексей Харловҡа йөкмәтелгән.
Байтаҡ йылдар үткәс, Башҡортостан вәкилдәренең Әрмәнстанда ниндәй эштәр башҡарыуы тураһында китап яҙыу өсөн материалдар туплау барышында, миңә әлеге комиссия ағзаларының байтағы менән осрашырға насип булды. Бына, мәҫәлән, РСФСР-ҙың Төҙөлөш буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Лев Васильевич Хихлуха. Әрмәнстанға ярҙам итеү буйынса Союз штабының ҡарары менән Башҡортостан төҙөүселәренә Ленинакан ҡалаһында эшләү бурысы йөкмәтелә. Лев Васильевич иһә ошондағы штаб етәкселәренең береһе була.
— Әрмәнстанға тәүге тапҡыр 1989 йылдың ғинуарында килдем, — тип хәтерләй ул. — Күргәндәрем мине шаңҡытты, әйтерһең, күҙ алдымдан һуғыш күренештәре үтә. Һәр урамда — харабалар, диуар ҡалдыҡтары, түбәләре. Емереклектәрҙе таҙартыу һәм юғалған кешеләрҙе эҙләү һаман дауам итә. Штабҡа илтеүсе юлдың ике яғында — мәрхүмдәрҙе ерләү өсөн әҙерләнгән табуттар. Ләкин ҡайғынан тирелеп ултырыр ваҡыт түгел, эш башларға кәрәк, сөнки төҙөүселәр килеүен дауам итә. Ер тетрәүгә тиклем Ленинакан Әрмәнстандың иң матур ҡалаларының береһе булған. Ул һәйбәтләп, зауыҡ менән төҙөлгән. Ҡалала мотлаҡ тергеҙелергә тейешле гүзәл архитектура комплекстары бар ине. Ләкин тиҫтәләрсә йылдар, хатта быуаттар буйы төҙөлгәнде ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә яңынан ҡайтарыу мөмкинме икән һуң?
Башҡортостан төҙөүселәре Әрмәнстанда 1991 йылға, республика үҙенең дәүләт мөстәҡиллеген иғлан иткәнгә тиклем эшен дауам иткән. Ундағы эштәр тураһында миңә "Строймеханизация" тресының шул саҡтағы баш инженеры Владимир Разинков, "Главбашстрой"ҙың 4-се төҙөлөш-монтаж поезы начальнигы Александр Габриелов, 2-се механизациялау идаралығының баш инженеры Карнук Гарибян, Салауат ҡалаһынан 11-се механизациялау идаралығы начальнигы Рәйес Хөснөтдинов, табип-травмотолог Булат Минасов, күҙ табибы Борис Фәттәхов һәм күптәр һөйләгәйне. Әйткәндәй, олоғайһалар ҙа, әңгәмәләштәремдең күптәре әле иҫән-һау. Мин уларҙың хәтерләүҙәрен, яҙмаларын, фотоһүрәттәрҙе архивымда һаҡлайым. Бары ошо документтарҙы китап рәүешенә килтерә алмауым ғына үкенесле...
Башҡортостан төҙөүселәре, ғәҙәттәгесә, намыҫлы хеҙмәт өлгөһөн күрһәткән. Бөтә донъяның ҡарашы Кавказға, кескәй генә Әрмәнстанға төбәлгән саҡта халыҡтың йөрәгендә ниҙәр ҡайнауын ябай һүҙ менән генә әйтеп еткереү мөмкин түгел. Ошонда мин Андрей Вознесенскийҙың шиғыр юлдарын хәтерләнем.
Если лес — помоги,
Если хлеб — помоги,
Если есть — помоги,
Если нет — помоги!
Если кровь — помогите,
Если кров — помогите,
Где боль — помогите,
Собой помогите!
Һәм, тәбиғи, Мостай Кәрим ағай һүҙен әйтмәй ҡала алманы.
— ...Әрмәнстанға, барыбыҙ өҫтөнә лә ҡот осорлоҡ ҡаза ябырылды. Бына нисәмә көн инде йәрәхәтле ерҙең ыңғырашыуы ватандаштарыбыҙҙың йөрәген өҙгөләй. Хәҙер ошонан да көслөрәк һыҙланыу, һәләк булғандар өсөн түгелгән күҙ йәштәренән дә әсерәк йәш юҡ. Ҡазаға тарығандар тураһында хәстәрлек күреүҙән дә мөһимерәк эш юҡ. Ҡайғы уртаҡлашыуҙың ғәмәлгә әүерелгән сағы. Йөҙҙәрсә миллион ҡулдар, уның өтөп барған яраларын ҡаплар өсөн, Әрмәнстанға һонолдо. Улар араһында мин яҡташтарымдың, Башҡортостанымдың дүрт миллион пар ҡулын, өлкәндәрҙең ҡулын һәм сабыйҙарҙыҡын, күрәм. Ҡеүәтле крандарҙың, экскаваторҙарҙың рычагтары, ауыр йөк автомашиналарының рулдәре, хирург ҡорамалдары, балалар уйынсыҡтары, йылы шәлдәр — шул ҡулдарҙа. Күҙҙәрҙә иһә — хәсрәт. Яҡын кешеләр тураһында ғына шулай ҡайғыралар...
Ваҡыт туҡтап тормай. Көлдән ҡалалар һәм ауылдар күтәрелде... Әммә кеше хәтере ике нәмәне мотлаҡ мәңгелеккә һаҡлаясаҡ. Был — кире ҡайтмаҫ юғалтыуҙар йөрәккә һалған яралар һәм фажиғәле ошо ваҡытта күренгән бөтә халыҡ мәртәбәһе һәм рухы.
Халыҡ шағирына ҡушылып ниҙер әйтеүе лә уңайһыҙ, әммә бер кәлимә һүҙ генә өҫтәргә тура килә. Әрмәндәрҙә бүтән телдәрҙә мәғәнәһен теүәл генә табыу ауыр булған һүҙбәйләнеш бар. Ҡаза килгәндә, яҡын йә таныш булмаған кешеләр менән аралашҡанда ҡыҫҡа ғына ике һүҙ әйтәләр: "цавт танэм" — "һыҙланыуҙарыңды үҙемә алайым, ҡайғыларыңды таратайым". Һәм был ҡанатлы һүҙ генә түгел. 1989 йылдың июнендә, Башҡортостандың Оло Тәләк ҡасабаһы эргәһендә тимер юл һәләкәтендә йөҙҙәрсә кешенең ғүмере өҙөлгәс, ярҙамға тәүгеләрҙән булып әрмән табиптары килде. Махсус самолет менән 6 тонна йөк, шул иҫәптән ҡанды алмаштырыусы шыйыҡса, бешеүҙән дауалау дарыуҙары, "яһалма бөйөр" аппараттары оҙатылғайны. Әрмәндәр һәләкәт ҡорбандарына ярҙам йөҙөнән йөҙҙәрсә мең һум аҡса күсерҙе.
Цавт танэм...

ҺҮРӘТТӘРҘӘ: Ленинакан (Гюмри) ҡалаһының 1988–1989 йылғы күренештәре (А. Габриелов менән Л. Хихлуханың шәхси архивынан).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 701

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 829

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 774

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 483

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 105

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 803

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 047

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 180

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 780

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 830

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 619

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 874