Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Әл-леү, тешем һыҙлай!”
“Әл-леү, тешем һыҙлай!”Теш һыҙлағанда халыҡ медицинаһының ниндәй генә төрөн ҡулланырға тәҡдим итмәһендәр, әйтәйек, кемдер шул урынға һарымһаҡ баҫыу ярҙам итә, ти, икенселәр ауыҙҙы үлән төнәтмәһе менән сайҡарға ҡуша, бүтәндәр йылытҡыс түшәп йоҡлауҙан да баш тартмай, әммә стоматология поликлиникаһына барып, белгестәргә мөрәжәғәт итеүҙән дә ҡулайлырағы юҡ. Күпселек минең менән килешер.

Республика стоматология поликлиникаһында саҡта табиптарға ошо турала һорау биргәс, бына нимә тинеләр:
– Ярҙамы тейер-тейеүен, ләкин ул ваҡытлыса ғына. Барыбер ҡасан да булһа теш табибын иҫегеҙгә төшөрөп, йүгереп килерһегеҙ. Ошоларға түбәндәгеләрҙе өҫтәмәксебеҙ – пациенттарҙы бер нисә төркөмгә бүлеп ҡарарға мөмкин. Тәүгеләре үҙҙәренең һаулығына битараф түгел, уларҙы барыһына ла өлгө итеп ҡуябыҙ. Икенселәр сәләмәтлеге тураһында әҙме-күпме хәстәрлек күрергә маташа, ләкин ваҡыты етмәйме, әллә бүтән сәбәптәр арҡаһындамы, уны артҡы планға күсерә. Эш ҙурға киткәс кенә ярҙам һорайҙар. Кариес борсой башлағандан уҡ уны дауалау отошло икәнен аңлатабыҙ һәммәһенә лә. Ә ҡайһы берәүҙәр бөтөнләй ҡул һелтәп ҡарай, ундайҙар аптырауға һала, сөнки теш ҡуйҙырыу һис тә арзан түгел.
“Әл-леү, тешем һыҙлай!”1951 йылда Өфөлә асылған Республика стоматология поликлиникаһында тәүге осорҙа бәләкәй генә бер хирургия кабинеты, унан саҡ ҡына ҙурыраҡ лаборатория бүлмәһе һәм теште дауалау өсөн алты ултырғыс булған. Ошоларҙы иҫкә төшөрә башлаһаң, ҡыҙыҡ.
– Кеше һаулығы – беренсе урында. Элек тә шулай булған, изге йола әле лә һаҡлана, – тип һөйләй медицина фәндәре докторы, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, Башҡорт дәүләт медицина университетының дөйөм практика стоматологияһы кафедраһы мөдире, Республика стоматология поликлиникаһының баш табибы Рәйес Бүләков. – Бөгөн беҙҙә теште дауалауҙа заманса технологиялар киң ҡулланыла. Ҡоролмаларҙы даими яңыртып тороу – мөҡәддәс бурыстарҙың береһе. Әгәр ҙә стоматолог иҫкергән әйберҙе ҡулына тотһа, унан бер ниндәй ҙә фәтүә юҡ, күпкә лә өлгәшә алмаясаҡ. Хәйер, табиптар үҙҙәре лә һәр саҡ эҙләнеү, белемдәрен камиллаштырыу юлында.
Әйткәндәй, хәҙер берәү ҙә микроскопһыҙ эшләүҙе күҙ алдына килтермәй. Уның ярҙамында сирҙең төрөн асыҡлау һис тә ауыр түгел. Артабан инде эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Бынан тыш та сит илдә етештерелгән бик күп ҡоролма ҡайтарылған.
Ҡайҙа ла кадрҙар барыһын да хәл итә. Бында иһә 160 тирәһе хеҙмәткәр иҫәпләнә. Кемделер айырып күрһәтеү урынһыҙ, шуның өсөн дә Рәйес Тимерғәле улы һәр береһенә ҡарата маҡтау һүҙҙәре әйтте, ал-ял белмәй тир түгеүҙәрен телгә алды.
Поликлиникаға тотош республиканан киләләр, пациентты комплекслы хеҙмәтләндереү – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе.
Имплантация (имплант, йәғни протез ҡуйыу) төшөнсәһенең хәҙер йыш телгә алыныуына аптырайһы түгел. Һурып ташланған теш урынына өр-яңыны ҡуйыу хаҡында кем генә хыялланмай, бигерәк тә өлкәндәрҙе был һорау ныҡ борсой. Әйҙәүсе клиникала алдынғы алым күптән ҡулланыла. Стоматолог-табип Хәмит Усманов билдәләүенсә, күптәр титандан яһалған теште һайлай, һәм улар дөрөҫ юлда. Ысынында коронкаға ҡарағанда, импланттың ыңғай яҡтары бихисап. Беренсенән, йәнәш торған тештәрҙе йоҡартырға кәрәкмәй. Икенсенән, аҙыҡты сәйнәгәндә коронкаға түгел, ә эргәләге ошо игәлгән тештәргә көс төшә, билдәле уларҙың "ғүмере ҡыҫҡара". Өсөнсөнән, нисек кенә оҫта итеп ҡойолмаһын, коронка аҫтына һәр ваҡыт ризыҡ эләгеп ҡалыусан. Шулай уҡ алынмалы тештәр ҙә мәшәҡәтле. Ә импланттың бындай етешһеҙлектәре юҡ.
Поликлиника ойоштороу-методик һәм консультация үҙәге һанала, табип-стоматологтар интернатура үтә, табиптар белемен камиллаштыра. Теш ҡуйыуҙа дәүләт программалары уңышлы тормошҡа ашырыла.
Республика стоматология поликлиникаһы республика ғына түгел, ә тотош ил кимәлендә ойошторолған сараларҙан да ситтә ҡалмай. Быйыл октябрҙә стоматологтарҙың Бөтә Рәсәй форумында ҡатнашыуҙары — шуға асыҡ миҫал, унда улар һикһәндән ашыу экспонат ҡуйҙы.


Автор: Илдар АҠЪЮЛОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә