Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
***
Әсәй! Һинең менән тормошобоҙ бөтөн, аҙымдарыбыҙ ышаныслы. Тормош һынауҙарына бирешмәйенсә, ауырлыҡтар алдында баш эймәйенсә, йәшәүҙән йәм табып, изгелектәреңдең игелеген күреп, балаларыңдың күңел йылыһын тойоп, бәхет-шатлыҡта, мул тормошта, иҫәнлектә-һаулыҡта атайым менән оҙон, тигеҙ ғүмер кисерергә насип итһен!
Балаларыңдың һәм ейән-ейәнсәрҙәреңдең яҡты киләсәген күреп, уларҙың һөйөнөстәренә ҡыуанып, донъя рәхәтлектәре кисереп, яҡындарыңа йәшәйеш сығанағы булып, күңелең нуры менән килер көндәребеҙҙе яҡтыртып йәшә!

Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә!
Һибелә нур яҡты йөҙөңдән,
Ауыр саҡта еңел булып китә
Һинең әйткән йылы һүҙеңдән.
Йөрәгеңә йыйған яҡшылыҡтар
Изгелектәр булып ҡайтһындар.
Тыуыр таңдар алып килһен һиңә
Сәләмәтлек, бары шатлыҡтар.


***
Атай!
Ҡайтҡан һайын һинең яндарыңа
Ҡолас йәйеп ҡаршы алаһың.
Мең-мең рәхмәт, атай, тәрбиәңә,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәкһең!


***
Ҡәҙерлебеҙ, ғүмер иртәләреңде бәхеттә, балалар ҡыуанысында, матур уйҙар һәм яҡты өмөттәр менән, һау-сәләмәт булып, бергә-бергә ҡаршыларға яҙһын! Теләктәрең уң, барыр юлдарың оҙон, тыуасаҡ таңдарың һәр ваҡыт нурлы, тормош күгең аяҙ булһын!

Тыуған көнөң кеүек йәмле булһын
Йәшәр йылдарыңдың ағышы.
Дәрт-дарманлы булһын хыялыңдың
Йәшәр өсөн ҡанат ҡағышы.

Ғүмер юлдарыңа аҡ нур һипһен
Тыуыр таңдарыңдың балҡышы.
Томбойоҡло күңел күлдәреңдең
Йәшә булып гүзәл аҡҡошо!


***
Яҡын кешебеҙгә һөйөнөстәргә тулы бәхетле ғүмер, ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, бағлаған өмөттәренең тормошҡа ашыуын теләйбеҙ. Йөрәгенән дәрт-дарман, беләгенән көс-ғәйрәт ҡайтмаһын! Яҡты уй-хыялдар, киләсәккә ышаныс, күңел бөтөнлөгө менән артабан да ғүмер үрҙәренә артылырға яҙһын!


***
Яҙғы ҡояш йылыһы күңелдәргә нур бүләк иткән матур айҙа тыуғанғамы, һин сабыр ҙа, мәрхәмәтле лә, ярҙамсыл да, гүзәл дә, эшлекле лә! Һиңә тик аяҙ көндәр, яҡты иртәләр, ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер, аҡ бәхеттәр теләйбеҙ.

Йән рәхәте бирһен һиңә Хоҙай,
Тән сихәте бирһен ғүмергә.
Насип итһен оҙаҡ йылдар шулай
Бергә-бергә матур йәшәргә!

***
Атай-әсәй! Беҙгә, балаларығыҙға, терәк-таяныс булып, ҡәҙер-хөрмәттә, шатлыҡ-һөйөнөстә, оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип итһен һеҙгә Хоҙай.
Балаларығыҙға, туғандарығыҙға һәр ваҡыт бөгөнгөләй матур, өлгөлө пар булып ҡалығыҙ.
Киләсәктә лә бала-сағаларығыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең изгелеген күреп йәшәргә насип итһен. Мең-мең рәхмәт һеҙгә!


***
Йәнендә Салауат рухын, күңелендә Ҡаратау серҙәрен, йөрәгендә Йүрүҙән сафлығын йөрөткән арҙаҡлы замандашыбыҙға ырыҫлы ғүмер юлы, бәрәкәтле табыштар, мөхәббәт, ҡаҡшамаҫ сәләмәтлек теләйбеҙ. Балалары, ейәндәре шатлығын уртаҡлашып яҡты үрҙәргә артылырға яҙһын!

Салауаттар, ана, ниндәй була:
Егеттәре ҡыйыу йөрәкле,
Улар һәр саҡ алғы сафта бара,
Улар Ватанына кәрәкле.
Ҡаҡшамаҫ рух, ғорур ҡаяларҙай,
Ғаиләгә, илгә ҙур терәк.
Шундай иргә дуҫтары таяна,
Шундай иргә — изге, аҡ теләк!


***
Аҡ бәхеттәр менән атһын таңың,
Ҡояш көлһөн мәңге йөҙөңдә.
Теләктәрҙең ихлас, изгеләрен
Беҙ теләйбеҙ тыуған көнөңдә.

***
Ҡотло булһын тыуған көнөң,
Матур булып атһын таңдарың.
Рәхәт йәшә, изгелеге ҡайтһын
Һин үҫтергән һәр бер балаңдың!

Ғүмерҙе бит йылдар билдәләмәй,
Йәшәү дәрте булһын күңелдә.
Сәләмәтлек, бәхет, ҡыуаныстар
Юлдаш булһын һиңә ғүмергә!

***
Ғүмерең хазинаһына
Өҫтәлде тағы бер йыл.
Моңайма йылдар үтә тип,
Йылмай һин – бәхетле бул!
Ҡотло булһын байрамың,
Тыныс булһын күңелең,
Шатлыҡ-һөйөнөстәр менән
Тулы булһын ғүмерең!
Ғәмле йылдар, йәмле көндәр
Теләйбеҙ саф йөрәктән!
Һис кисекмәй ысынға ашһын
Беҙҙең күркәм теләктәр!

***
Һөйкөмлө ҡарашың ҡояшҡа тиң –
Бар тормошто нурға күмәһең.
Был донъяның барлыҡ хикмәттәрен
Бары тик һин генә беләһең.
Тормошта гел ярҙам итеп тора
Зирәк кәңәштәрең, йылы һүҙең,
Иркәләйһең, яратаһың, йыуатаһың,
Тыңлайһың да, аңлайһың да үҙең.
Сәләмәтлек, оҙон ғүмер яҙһын,
Гел көләс һәм йәш бул хәҙергесә!
Күңелең һинең күтәренке булһын,
Һөйөнөп һәм һөйөндөрөп мең-мең йәшә!

***
Тормош һуҡмағынан ғорур атла,
Ҡаршылыҡтар булһа, туҡтама.
Һау-сәләмәт булып, оҙаҡ йәшә
Туғандарың менән йәнәшә.

***
Баҡсаларҙа ҡоштар һайрап туймай,
Һине ҡотлап тыуған көнөңдә.
Ер йөҙөндә булған изгелектәр
Һыйған һинең күңел түреңә.
Һин бит беҙҙең һәммәбеҙгә
Яҡты ҡояш, нурлы ай кеүек.
Бәхет-шатлыҡ, ныҡлы сәләмәтлек
Юлдаш булһын һиңә ғүмерлек.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә