Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сәйләндәргә йән өрә
Сәйләндәргә йән өрәБер ваҡыт ҡыҙ туғаныбыҙ биҙәүестәрен күрһәтеп таң ҡалдырҙы. Матур төймәләр, ялтыр-йолтор алҡалар һәм беләҙектәр ысынлап күҙ яуын алырлыҡ ине. “Бындай матурлыҡты ҡайҙан алдың?” тигән һорауға ул ҙур ғорурлыҡ менән: “Үҙем эшләнем. Ә уларҙы яһарға беҙҙе Нәзирә Үзбәк ҡыҙы өйрәтә”, — тине.

Был әйберҙәр миндә шул тиклем ҡыҙыҡһыныу уятты, шуға күрә кисекмәҫтән уларҙы үреүсе, ваҡ ҡына сәйләндәрҙән ҙур сәнғәт әҫәре – мөғжизә тыуҙырыусы оҫтабикәнең үҙе менән яҡынданыраҡ танышырға маҡсат ҡуйҙым. Хәйер, башҡа ҡатын-ҡыҙ ҙа бындай гүзәллеккә битараф булмаҫ ине.
Кескәй саҡтан ҡул эштәренә әүәҫ Нәзирә тормошта күңеленә хуш килгән шөғөлдө, һөнәрҙе оҙаҡ эҙләй. Ҡайҙа инде ул үҫкән ваҡытта баланың һәләтен асыу, үҫтереү өҫтөндә эшләү! Хәҙер генә бындай мөмкинлектәр аҙым һайын. Йәнең теләгән түңәрәкте һайларға мөмкин. Ә Илеш районының Теләпән ауылында бындай мөмкинлек булһамы, Нәзирә һис ҡулынан ысҡындырмаҫ ине.
Алма ағасынан йыраҡ төшмәй, тиҙәр. Ҡыҙҙың ата-әсәһе лә ауылда алтын ҡуллыларҙан һанала. Әсәһе — тирә-яҡта танылған тегеүсе, ә атаһы — колхоздың, райондың алдынғы комбайнсыһы. Бынан тыш, Үзбәк ағай балта оҫтаһы ла була. Өҫтәүенә, улар иртәнән кискә тиклем колхоз эшенән ҡайтмай. “Ауылда һәләтемде үҫтерерлек, дөрөҫ йүнәлеш алырлыҡ мөмкинлек булһа, бәлки, икенсе һөнәр һайлар инем. Бәхетемә, һуңлап булһа ла, яратҡан эшемде таптым. Шуға күрә атай-әсәйҙәргә балаларына ҡарата бик иғтибарлы булырға кәңәш итәм: уларҙың нимәгә әүәҫлеген ваҡытында асыҡлаһындар, һәләтен үҫтерһендәр һәм ынтылышына ҡаршы килмәһендәр ине”, — ти әңгәмәләшсем.
Һөнәр һайлау ваҡыты еткәс, Нәзирә Башҡорт дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетына юл тота. Дүртенсе курста уҡығанда яҙмышын күптән дуҫлашып йөрөгән егете Илдар менән бәйләй. Ә диплом алғас, үҙенең белем алған усағына – Үрге Йәркәйҙең 1-се мәктәбенә – эшкә ҡайта.
Курсташтары уҡыған ваҡытта һәр саҡ ҡыҙҙың ыҫпай, зауыҡ менән кейенеп йөрөүенә ҡыҙыға. Кибеттәрҙә лә тауарға ҡытлыҡ ваҡыт бит, Нәзирә уларҙы ҡайҙан таба һуң? Баҡһаң, ул матурҙан-матур күлдәктәрҙе үҙе тегә икән. Әсә булғас, балалары Эльвина менән Русланды ла яңы комбинезон, курткалар тегеп һөйөндөрә, йылы кейемдәр бәйләп кейҙерә.
1988 йылда ғаилә башлығы, бөйөк төҙөлөш тураһында ишетеп, Ағиҙел ҡалаһына сығып китә. Бер йылдан ғаиләһе лә бында килеп төпләнә. Тик Нәзирәгә һөнәре буйынса эш табылмай. Сараһыҙлыҡтан төрлө шөғөлдө үҙ итергә, эшһеҙ ултырырға ла, икенсе ҡалаға күсенеп торорға ла, “Савитар” балаларға өҫтәмә белем биреү үҙәгендә түңәрәктәр алып барырға ла тура килә.
Бер мәл ауыр сир уны аяҡтан йыға. Табиптар ниндәй генә яман диагноз ҡуйып бөтмәй. Бәхеткә, улар раҫланмай. Өйҙә ултырғанда Нәзирә: “Эшһеҙ нишләрмен?” – тип ҡайғыра. Ә башына көн дә “сәйлән” тигән һүҙ инә. Ни өсөн сәйлән һуң әле, ғүмергә ҡулына алған әйбере түгел дәһә?! Ә шулай ҙа бер көндә сәйлән һатып алып, “бонсай ағасы” эшләргә ниәт итә.
Нәзирәнең тәүге ижад емеше бик матур килеп сыға. Туғандары, яҡындары шаҡ ҡата. Ошо миҙгелдән башлап гүзәл ханымда, әйтерһең, икенсе һулыш асыла. Хәҙер ул үҙенең тормошон сәйләнһеҙ күҙ алдына ла килтермәй.
— Бер күрәҙәсе: “Һине сәйлән Хоҙай менән бәйләйәсәк”, — тигәйне. Бөгөн килеп, был һүҙҙәргә ышанып та ҡуям, сөнки эш кабинетыма инеү менән рәхәтлек, иркенлек тоям. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы араларҙа ҡағыҙ мәшәҡәте күбәйеп китте, ә көнө буйы яҙып ултырғансы, балаларға яңы әйберҙәр эшләргә өйрәтергә булыр ине. Ғәҙәттә, беҙ 8 Мартҡа тиклем сәскәләр, төрлө композициялар эшләйбеҙ, ә һуңынан биҙәнеү әйберҙәренә тотонабыҙ. Беләҙектәр, алҡалар, сәйләндәрҙең үрнәктәрен барлағанда ла модала булғандарын, Голливуд артистары, билдәле йырсылар таҡҡандарын ғына һайларға тырышам, шуға күрә мин телевизор ҡарағанда кешенең йөҙөнә иғтибар иткәнсе, башта уның биҙәүестәренә күҙ ташлайым. Ваҡыт булғанда “Модный приговор” тапшырыуын, Надежда Бабкинаның ынйы-мәрйендәрен ҡыҙыҡһынып күҙәтәм. Бөгөн, мәҫәлән, шамбала стилендәге биҙәүестәр модала, пандора беләҙектәрен, Америка бауын яратып тағалар.
Әйберҙәремде еренә еткереп, бер йөйөн дә ҡалдырмайынса әҙерләргә күнеккәнмен, уҡыусыларҙан да шуны талап итәм. Сифат менән бөхтәлек — ижадыбыҙҙа төп төшөнсәләр.
Тағы ла мин балаларҙы тәбиғәткә яҡыныраҡ булырға саҡырам. Урамда йөрөгәндә һәр япраҡҡа, ағас һәм сәскәгә иғтибар итергә ҡушам, сөнки һуңынан уларҙы ижадыбыҙға күсерәбеҙ. Ҡыҙҙар бигерәк тә биҙәүес әйберҙәр үрергә ярата. Был тәбиғи ҙә, сөнки һәр ҡатын-ҡыҙ үҙенең тышҡы ҡиәфәтенә, аксессуарҙарына иғтибар бирергә тейеш. Миңә Коко Шанелдең “Кем биҙәүес әйберҙәр йөрөтә белмәй, шул ғына алтын таға” тигән һүҙҙәре оҡшай. Тимәк, төҙәнеү-биҙәнеү ҙә үҙе бер сәнғәт икән.
Түңәрәктә беҙ бик күп эште күмәкләп башҡарабыҙ. Һуңынан ҡыҙ һәм малайҙар теге йәки был композицияны үҙҙәре яһай. Сәйлән ҡулдарҙың, бармаҡтарҙың йүгереклеген генә үҫтереп ҡалмай, ә баланы уйланырға, иғтибарлыҡҡа, сабырлыҡҡа ла өйрәтә. Әлеге шөғөл артыҡ күп сығым талап итмәй, бары теләк кәрәк. Сәйлән, ҡармаҡ ебе, тимер сым – беҙҙең төп эш материалдары.
Әлбиттә, ҡала кибеттәре фурнитураға бай түгел. Күберәк ҡытай сәйләнен һатып алабыҙ. Чех сәйләне сифатлыларҙан һанала, тик улар беҙҙә юҡ. Ярай, вахта ысулы менән эшкә йөрөүсе тормош иптәшем Мәскәүҙә осратһа, алып ҡайта. Әле түҙемһеҙләнеп һеңлемдең Америкала һатып алған сәйләндәрен көтәм. Ҡыҫҡаһы, туғандарым һәр яҡлап ярҙам итергә тырыша. Улым да, телефон аша ебәргән фотоларҙы баһалап: “Әсәй, әйберҙәрең иҫ китмәле, һиндә сағыу талант бар”, — тип күңелемде үҫтереп ебәрә.
Шәхсән үҙем сәскәләр яһарға яратам. Ә уларҙы һөйөү, әлбиттә, әсәйҙән киләлер, сөнки уның баҡсаһы яҙлы-көҙлө шау сәскәлә ултыра. Үҙебеҙ баҡса тотҡанда ла сәскәне күп итеп үҫтерә инем. Хәҙер иһә был матурлыҡты ижадымда сағылдырам. Бына был раузаларҙың да (иң яратҡан сәскәләрем) үҙ тарихы бар. Иптәшемдең 8 Мартҡа вахтанан ҡайтып етмәйәсәген белгәс, үҙемә үҙем бүләк яһарға булдым, сөнки Илдар байрамда һис сәскәһеҙ ҡалдырмай ине. Сәскәләрен эшләргә, әле япраҡтарын иҫәпкә алмайынса, берәр килограмлап сәйлән киткәндер. Ваҡыт булған һайын тырыштым һәм 8 Мартҡа бүләгемде өлгөрттөм, — ти Нәзирә Үзбәк ҡыҙы, ялҡын сәсеп торған рауза гөлләмәһен күрһәтеп.
Ҡараһаң, уның һәр эше янып, балҡып тора. Ә Нәзирә Нуретдинованың бер эше хатта “Золотая крона-2013” Бөтә Рәсәй дистанцион ижад конкурсында беренсе урынды алған! Афарин!
— Уҡыусыларымдың уңыштарын күреп һөйөнәм. Киләсәктә балалар менән Рәсәй һәм Башҡортостан флагын эшләргә, ә үҙем ҙур картина сигергә хыялланам, — ти етәксе.
Нәзирә Үзбәк ҡыҙы осрашыуға килгәндә әңгәмәләшсемдең костюмына тап килгән бик матур беләҙектәренә, төймәләренә иғтибар иттем. Баҡһаң, һәр күлдәгенә тәғәйен биҙәүестәре бар икән. Бәлки, муйындарыбыҙға ҡатлы-ҡатлы алтын сылбыр уратҡансы, геройым кеүек, килешле генә төймә тағып ҡуйһаҡ, тағы ла күркәмерәк күренербеҙ, ә?!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 709

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 835

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 778

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 487

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 122

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 809

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 055

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 184

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 792

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 835

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 629

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 885