Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Илһам сығанағы – балалары
Республика көнөнә арналған район йәрминкәһендә йыл һайын аллы-гөллө балаҫтар, келәмдәр, башҡа ҡул эштәре тәҡдим итеүсе ҡатын күптәрҙең иғтибарын йәлеп итә. Ғәлиәкбәрҙән Хөснә апай Исламбаева ул. Сығышы менән дә ошо ауылдан. Атаһы һуғышҡа киткәндә, үҙе әйтмешләй, әсәһенең күкрәгендә генә ҡалған ҡыҙға тиҫтерҙәре ыңғайына ауыр йылдарҙың, унан һуңғы осорҙоң байтаҡ әсе-сөсөһөн татырға тура килә.

— Атайҙан өс бала ҡалдыҡ. Апайым ауырып үлеп китте. Белемде тыуған ауылымда алдым. Мәктәп VII класлыҡ ҡына ине. Район үҙәгендә артабан уҡырлыҡ әмәл булмағас, уҡыуҙы туҡтаттым, сөнки әсәйҙең ҡулы һынып ҡуйҙы, Сәғит ағайым армияға китте, ә Әсмә апайым ауырый. “Ҡыҙыл байраҡ” артелендә эшләнем. Ҡап та һуҡтыҡ, ҡыуғында ла йөрөнөк. Ҡыҫҡаһы, ниндәй эш бар, барыһына ла егелдек. Бер мәл мәктәп директоры Зәки Хаммат улы Сәғитов миңә: “Тырыш ҡына күренәһең, артабан уҡы”, – тине.
Ауылда VIII класс асылғайны был мәлдә. Ҡабат партаға ултырыу насип булды. IХ—ХI кластарҙа Иҫке Собханғолда уҡып йөрөгән саҡта Зәки Хаммат улы ауылда башланғыс синыфтарға уҡытыусы итеп саҡырҙы. Әсәйем, ағайым менән кәңәшләштем дә ризалаштым. Шулай 1965 йылдың 18 авгусында эш башланым. Ул ваҡытта балалар күп булды. Бер уҡытыусыға — ике класс. 30-ар бала булып китә торғайны. Комсомол, профсоюз ойошмаларында ла эш алып барҙым, ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы ла булдым. Тырыш хеҙмәтем баһаланды — “Башҡортостандың халыҡ мәғарифы отличнигы” тигән маҡтаулы исем бирелде.
Хаҡлы ялға сыҡҡас та эшләнем. Мәктәптә ҡыҙҙарҙы — ҡул эштәренә, малайҙарҙы оҫтаханала ағас эшенә өйрәтәләр ине. Шул осорҙа эҙләнергә, яңы шөғөлдәр үҙләштерергә тура килде. Бәләкәйҙән әсәйемдән ҡул эштәренә өйрәнеүем ныҡ ярҙам итте. Балаларҙы төштән һуң түңәрәктәргә йөрөттөм. Әле лә оҫталыҡ серҙәренә өйрәнергә теләүселәр килеп кәңәш һорап тора.
Пенсияға сыҡҡас, ваҡыт күбәйҙе. Бар күңелемде ҡул эштәренә һалдым. Бер 8 мартта Фәрит Әминев, әйҙә, апай, ойошторайыҡ, тип дәртләндереп ебәргәс, ауыл клубында күргәҙмә эшләнем. Район конкурстарында ла ҡатнашам. “Аллы-гөллө алъяпҡыс” тигән бәйгелә эштәрем яҡшы баһа алды. Мунсаҡтар, ынйыларҙы теҙеп, төрлө сувенирҙар эшләйем. Әле ейәнсәрҙәремә өйрәтәм, — тип үҙенең тормош-көнитмеше, шөғөлдәре хаҡында ихлас бәйән итте Хөснә апай.
Майлы көршәк тышынан билдәле, тигәндәй, апайҙың өйөнә ингәс тә бында оҫта кеше йәшәгәне асыҡ күренә. Хужабикәнең ижад өлгөләре үҙҙәре үк уның хаҡында шатланып “һайрап” тора. Диван япмалары, ултырғыс түшәктәре, салфеткалар, келәмдәр, мендәр тышлыҡтары – зауыҡ менән эшләнгән әйберҙәр өйгә нур тарата.
Өс бала үҫкән был йылы, ҡотло йортта. Ҡыҙы Рәйлә журналист һөнәре алған, әле ғаиләһе менән Себерҙә йәшәй. Әнүр атай нигеҙендә төпләнгән, Флүр йәнәшәлә генә донъя ҡорған. Бөгөн Хөснә апай бәхетле өләсәй булып, малайҙарының балаларын тәрбиәләшеп ултыра. Улдарының ғаиләләре ишле генә: береһендә – биш, икенсеһендә алты бала үҫә.
— Гел бәйләм менән генә лә булышып ултырмайым, “Ағиҙел”дә баҫылған хикәйә-повестарҙы уҡып барам, район гәзитен дә ҡалдырмайым. Тормошома шөкөр итеп йәшәйем. Бабай ошо өйгә төкәтмә эшләргә уйлағас, ҡуй, ҡыялма, беҙгә ошоноһо ла етер, ана, малайҙарға өй һала башлайыҡ, тигәйнем. Тыңланы. Хәҙер улдарымдың икеһенең дә бына тигән өйҙәре бар. Олоһо үҙе ағас эшенә оҫта, — тип ҡыуанып бәйән итте Хөснә апай.
Йөрәк йылыһын, күңел матурлығын ҡушып, бына тигән сәнғәт әҫәрҙәре ижад итеүсе Хөснә апайҙың донъяһы түңәрәк. Ейән-ейәнсәрҙәрен бағыу ҡыуанысын кисереү, улдарының, килендәренең гөрләтеп тормош көткәнен күреү уға дәрт, илһам бирә. Хаҡлы ялға сыҡҡас та буш ултырмаған, һәр көндән ниндәйҙер шатлыҡ табырға, кешеләргә матурлыҡ бүләк итергә ынтылып йәшәгән Хөснә апайға һоҡланмау мөмкин түгел. Йәшәү асылы – хеҙмәттә, тырышлыҡта, хәрәкәттә бәрәкәт икәнен үҙ булмышы, йәшәйеше менән раҫлай ул.


Автор: Т. БАҺАУЕТДИНОВА. Район: Бөрйән районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла 16.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә күп ҡатлы йорттоң тәҙрәләре аҫтында мәктәп уҡыусыһының үле кәүҙәһе табылған
Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә

Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә 16.03.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан буйынса РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ашығыс хәбәр еткерҙе
Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде 13.03.2026 // Йәмғиәт

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде...

Тотош уҡырға 2

Республика халҡын томан һәм тайғаҡ булыуы хаҡында иҫкәрттеләр
Радий Хәбиров Талас ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны менән күреште
Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр 13.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр...

Тотош уҡырға 1

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды 13.03.2026 // Йәмғиәт

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде 12.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде...

Тотош уҡырға 3

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә