Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Балам мине “әсәй” тимәй...”
“Балам мине “әсәй” тимәй...”— Теге Рәсимәнең хәлдәре нисек икән?
— Ҡуй, һорама ла, әхирәт! Бер туҡтауһыҙ илай ҙа илай, тиҙәр...
— Шулай уҡмы ни?
— Эйе. Ундай яҙмышты Хоҙай дошманыңа ла күрһәтмәһен!..
Хәҙер ауылда Рәсимәнең исемен телгә алмаған кеше һирәктер. Берәүҙәр уны йәлләп ҡуя, икенселәре иһә "уға шул кәрәк" тип кенә ҡул һелтәй. Әле ҡырҡ йәшен дә тултырмаған яңғыҙ ҡатын хаҡында төрлө хәбәрҙәр ишеткәс, үҙем дә уны яҡындан күреп, хәл-әхүәлен белешергә булдым...

— Ҡустым, минең һөйләгәнемдән, бәлки, кемдер ғибрәт алыр. Тик яҙғанда ысын исемемде күрһәтмә. Ояты ни тора!..
Никахһыҙ-ниһеҙ яратҡан егетем менән йәшәй башланым. Үлеп яраттым уны. Тормошобоҙ гел матур киноларҙағы кеүек барыр тип уйлағайным. Беҙгә бер кем дә кәртә ҡуя алмаҫ кеүек ине. Бергә йәшәй башлауыбыҙға йыл тулды тигәндә, улыбыҙ тыуҙы. Их, шунда ни тиклем ҡыуанғанымды белһәңсе! Мин — әсәй! Балам да бит хас үҙебеҙҙең затҡа тартҡан. Муйылдай күҙҙәре, йәтеш кенә танауы, ҡыйғас ҡара ҡашы... "Һуйған да ҡаплаған — Рәсимә!" — тип әйтәләр ине уны тәү тапҡыр күргәндәр. Бына шуныһы ҡәйнәмә оҡшаманы.
— Һин был малайҙы минең улымдан тапмағанһың! Беҙгә тамсы ла оҡшамаған. Ирең эштә саҡта сит яҡҡа уйнаш итергә йөрөгәнһең! — тип ысҡындырҙы ҡәйнә тейешле кешем. Башта иғтибар итмәҫкә тырыштым. Һөйгәнемә лә үҙемсә аңлатырға маташтым. Әммә ҡәйнәм ошо хаҡта улына тылҡый бирҙе, миңә ҡаршы ҡотортоуын дауам итте.
Тамсы тама-тама ташты тишә, тиҙәр бит. Күп тә үтмәй, ирем дә әсәһенең йырын йырларға тотондо. Ул да минең тоғролоғомда шикләнә башланы. Бер аҙҙан мине бәләкәсем менән бергә өйөнән ҡыуып сығарҙы. Законлы никахта тормағас, үҙемде бер нисек тә яҡлай алманым.
Балам менән ҡарт әсәйемә йәшәргә күстем. Шул тиклем мыҫҡылланыуға нисек түҙмәк кәрәк! Бик ныҡ ҡайғырҙым. Туҡтауһыҙ уйлана торғас, һөтөм юғалды.
Әхирәттәрем үҙенсә хәлемде еңеләйтергә тырышты, күрәһең.
— Рәсимә, үҙеңде бөтөрмә. Исмаһам, бер аҙ ял итеп ал. Әйҙә, бөгөн класташыбыҙҙың тыуған көнөнә барабыҙ. Рәхәтләнеп күңел асырбыҙ, — тинеләр.
Баламды әсәйемә ҡалдырып торҙом да, киттем ҡунаҡҡа. Бер аҙ эсеп алғас, хәлем еңеләйеп киткәндәй тойолдо. Иртәгәһенә ят өйҙә уянып киткәс, ҡайҙа килеп эләктем икән, тип оҙаҡ ҡына шаңҡып торҙом.
Дуҫтарым шәп булғас ни, аҙна һайын тигәндәй күңелемде күрергә ашыҡты. Йә берәйһенең һыйыры быҙаулаған, балаһының теше сыҡҡан, бесән мәлен тамамлаған, улына мәктәпкә кейемдәр алған. "Әйҙә, шуны йыуып алайыҡ. Шул ир тип бөтөрөнөп ултырмаһаң инде!" — ти ҙә саҡыралар мәжлескә.
Тәүҙә бындай күңел асыу саралары айына ике тапҡыр булһа, һуңынан аҙна һайын ҡабатлана башланы. Тора-бара араҡы, һыра кеүек нәмәләр минең көндәлек дуҫыма әүерелде. Ни генә тимәһендәр, ошо эсемлектәр ауыр ҡайғымды баҫырға ярҙам итте. Һәр хәлдә эскәндә шулай тип уйлағайным. Хаталандым, ныҡ хаталандым!..
Әсәйем дә, күршеләрҙең өндәүе лә туҡтата алманы. Өйҙән урлап әйберҙәр ҙә һата башланым. Ә бер көн килеп сабыйымды тартып алдылар. Балаһын ҡарай алмай, ауыл буйлап һөйрәлеп эсә, тип әсәлек хоҡуғынан мәхрүм иттеләр. Был турала Себерҙә йәшәгән апайым ишетеп ҡалғас, тиҙ генә ауылға килеп етте. Ул үҙе етеш тормошта йәшәй. Апайым район үҙәгенә бара һалып, документтар юллап, малайымды уллыҡҡа алды.
— Ярай, апайың бар. Яттарҙан йәберләтергә бирмәҫ, — тип әрләй бирҙе әсәйем.
Малайымдан айырылғас, ҡайғым икеләтә артты. Йәнә шешәгә үрелдем...
Әллә мине онотторорға тырышыпмы, улымды апайым оҙаҡ ҡына ауылға алып килмәне. Шулай өс йыл үтеп китте.
Улыма биш йәш тулыр саҡта апайым, Себерҙән ҡунаҡҡа киләбеҙ, тип хәбәр итте. Улар килер көндә таң һарыһынан юлға сығып көттөм. Бына автобустан теремек кенә малайҙы етәкләгән апайым килеп төштө. Мин йән көсөмә уларға табан уҡталдым. Хәҙер ғәзиз балам, ҡосағын йәйеп, мине килеп ҡосаҡлар. "Һағындым һине, әсәйем!" — тип әйтер төҫлө.
Иң тәүҙә улыма барып йәбештем. Уның алдына тубыҡландым да йән көсөмә үҙемә ҡыҫтым. Күптән көттөм ошо минуттарҙы. Үҙемде бер нисек тә тыя алманым, улымды битенән һурып үбеп алдым. Шул саҡ ул сарылдап илап ебәрҙе.
— Әсәй, әйт әле был апайға. Ниңә ул миңә тейә? Ебәр мине, ебәр! — тип тыпырсына башланы.
— Улыҡайым, әллә мине танымайһыңмы? Был бит мин — һинең әсәйең!
— Алдама, һин минең әсәйем түгел!.. Бына минең әсәйем, — тип апайыма күрһәтеп, уға һыйынды. Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, ҡойолдом да төштөм.
Байтаҡ йылдар үтте. Оло йәшкә етеп, әсәйем дә гүр эйәһе булды. Башҡа бер ир менән йәшәп ҡараным да ул. Бер булмағас, булмай икән!
Хәҙер мин берәүгә лә кәрәкмәйем. Элекке матурлығым да юҡ. Әхирәттәрем дә минең менән аралашмай. Һаулығым да бигүк шәптән түгел.
Быйыл йәй апайым ауылға килгәйне.
— Әйҙә, бында ятып дөмөгөп ҡуйғың килмәһә, миңә бар. Шунда йорт тирәһендә ярҙам итешһәң дә, ас итмәм, — тигән була. Барҙым Себергә. Тик улым ғына йәнемде өтә шул. Күрһәгеҙсе уның буй-һынын! Хәҙер мәктәпте тамамларға йөрөй.
Уңайы тура килгәндә, уның менән һөйләшергә тырышып ҡараным.
— Улым, һин мине иҫләйһеңме? — тип һорап ҡараным.
— Аныҡ ҡына иҫләмәйем. Тик шуны беләм: һеҙ минең әсәйемдең һеңлеһе...
Йөрәгемә ҡан һауғандай булды. Тәндәрем семерләп китте. Тешемде ҡыҫып түҙеүҙән башҡа әмәл ҡалманы. Шулай итеп, бер йортта йәшәй бирҙек. Улым минең алда апайымды "әсәй" ти, ә миңә "апай" тип өндәшә.
Ә бер көн килеп улым миңә былай тине:
— Апай, һин ниңә яңғыҙ ул? Ни өсөн балаң юҡ?
Күҙемдән йәштәр бәреп сыҡты. Ҡысҡырып илап ебәрҙем.
— Мин бит һинең әсәйең, мин! — тип уға аңлатырға тырыштым. Ул мине тыңламаны ла:
— Кит, шаяртма әле, апай, — тине лә бүлмәнән сығып китте.
Башҡаса бындай язаға түҙеп апайым янында ҡала алманым. Юлға аҡса һорап алдым да ҡайтып киттем.
Бына хәҙер ошо ҡараңғы өйҙә яңғыҙым ғына. Ауылдаштар күҙенә күренергә лә оят. Улымдың "һин минең әсәйем түгел" тигән һүҙҙәре мейемде телеп килә. Артабан нисек йәшәргә лә белмәйем...
Үҙ-үҙемде язаланым шул, ҡустым. Һиңә бер үтенесем бар. Ошо һүҙемде барлыҡ ҡатын-ҡыҙға еткер. Ниндәй генә ауырлыҡтар булмаһын, ғәзиз балаһын башҡалар ҡулына бирмәһендәр! Сабыйҙарын “шешә эсенә” һалмаһындар! Алыштырмаһындар уларҙы алдатҡыс кәйеф-сафа эсемлектәренә. Минең көнгә ҡалмаһындар...

*Геройҙың исеме үҙгәртелде.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 14

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 10

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 13

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 15

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 26

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 23

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 28

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 21