Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Тере пломба” уйҙырма түгел
“Тере пломба” уйҙырма түгелКүҙ күңел көҙгөһө булһа, теш – йөҙҙөң көҙгөһө. Ни хәтлем матурһың да, ти, ә күренеп торған бер-ике тешең булмаһын әле... Кемдер – йәлләп, кемдер ытырғанып ҡараясаҡ. Ә үҙең ни хәтлем уңайһыҙланасаҡһың, әйтергә лә түгел. Тештәрҙе тәрбиәләп, дауалап тороуҙың бик мөһим икәне һәр кемгә мәғлүм.

Әгәр ҙә баш ҡаланың 2-се стоматология поликлиникаһына юлығыҙ төшһә, моғайын, үкенмәҫһегеҙ. Үҙегеҙ беләһегеҙ, дауалау сифаты ниндәй теш табибына осрауға бәйле. Юғиһә кабинеттан сыҡҡас, аҙна-ун көндән пломба төшөп, тағы шунда барғанығыҙ барҙыр бит? Ә был поликлиникала бик тәжрибәле белгестәр эшләй. Араларында алты медицина фәндәре кандидаты булып, йәнә өсәү баш табип вазифаһында башҡа урындарға киткән. Йыл һөҙөмтәләре буйынса райондың, ҡаланың, республиканың иң һәйбәт табибы булып танылғандарҙы исемләп һанап та бөтөрлөк түгел. Уйлап ҡарағыҙ: 237 хеҙмәткәр, 77 табип урынының береһе лә буш түгел! Бөтә Рәсәй “Милли сифат – 2013” конкурсында “Иң яҡшы медицина учреждениеһы” номинацияһында лауреат исемен яулауҙары юҡҡамы ни?!
“Тере пломба” уйҙырма түгелБелгестәр дәүләт клиникаларынан күпләп шәхси секторға ағылғанда, бында эшләүселәрҙе ниндәй ҡалас ашатып тоталар һуң? Баҡһаң, сәбәптәр төрлө. Эш урынында шарттар һәйбәт. Поликлиника төҙөкләндерелеп тора, медицина бүлмәләре заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыла.
Белемеңде камиллаштырам тиһәң дә, рәхим ит! Мәскәүгә генә түгел, Кореяға, Францияға, Израилгә, Америкаға ла барып уҡып ҡайтыу мөмкинлеге бирелә. Бына әле алты хирург яңы технология – синус-лифтинг буйынса Мәскәүҙән донъяның бөтә алдынғы белгестәре йыйылған симпозиумдан ҡайтһа, бер төркөм ортопед имплантация мәсьәләләрен тикшерер өсөн Ижевскиға бара. Әйткәндәй, 1997 йылда тап 2-се поликлиникала республикала беренселәрҙән булып имплантант ҡуя башлайҙар.
Тағы ла бында йәш кадрҙарға иғтибар ҙур. “Йә шунда уҡ китәләр, йә ғүмерлеккә ҡалалар”, – ти улар хаҡында поликлиника етәксеһе, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре кандидаты Винер Ғәбдрәхим улы Ғафаров. Яңы килгән белгесте тәжрибәле табипҡа беркетәләр икән. Өйрәнеп киткәнсе, шулай бер төптән егелеп эшләйҙәр. Ҡыҫҡаһы, йәш кеше һүҙ ярҙамы ла, ҡул ярҙамы ла тоя.
– Был йәһәттән иң алдынғылар рәтенә Елена Валентиновна Ткаченко, Ләйлә Илдус ҡыҙы Кәлимуллинаны, Зөлфиә Морат ҡыҙы Яхинаны, Мөхәрәм Миҙхәт улы Ваһаповты, Илдар Ҡәүи улы Зәкиевте, Тимур Вильсон улы Хановты, Рөстәм Хәкимйән улы Хәмитовты индерергә мөмкин, – ти баш табип урынбаҫары, медицина фәндәре кандидаты Ләлә Лоҡман ҡыҙы Ғиззәтуллина.
“Тере пломба” уйҙырма түгелЙәнә коллективта фән менән шөғөлләнеүҙе хуплайҙар. Хатта талап итәләр, тип әйтерлек. Ысынлап та, фәнде үҫтермәйенсә, көндәлек эштә яңы алымдар ҡулланып булмай. Ниндәйҙер ысул, тәжрибәләр үткәрелеп, ҡат-ҡат һыналғас ҡына, дауаланыусылар мәнфәғәтендә хеҙмәт итә башлай.
Бөгөн медицина өлкәһендә көн дә тиерлек асыштар тураһында ишетәбеҙ. Йөрәк, бөйөр генә түгел, хатта үпкә, яңаҡ, аяҡ-ҡул да күсереп ултырталар. Лабораторияларҙа тере туҡымаларҙан ағзалар үрсетәләр. Ә теш үҫтермәйҙәрме икән?
Шаҡ ҡатмалы, әммә тап 2-се поликлиникала был өлкәлә ҙур аҙым яһағандар ҙа инде. Күптән донъя ғалимдары баш ватҡан мәсьәләне хәл иткәндәр – “тере” материал, йәғни биопломба, уйлап тапҡандар. Ләлә Лоҡман ҡыҙы 2005 йылдан был йүнәлештә эш алып барып, өс йылдан ошо темаға диссертация яҡлаған.
Ә нимә ул биопломба? Ғәҙәттә, кариестан теш боҙола. Уны тәшкил иткән дентин үлгәс, нервыһын алып ташлап, яһалма материал менән каналдарҙы һәм тишекте ямап ҡуялар. Тыштан һау күренһә лә, бындай тештең көндәре һанаулы. Биопломба иһә, нервыны үлтермәй генә, өҫтөнә һалына. Ярты йылдан ул тештең айырылғыһыҙ өлөшөнә әүерелә. Йәғни тере күҙәнәктәр бер-береһенә үтеп инеп, ныҡлы бер бөтөнгә әйләнә. Тимәк, ана төшә, бына төшә, тип хафаланырға урын ҡалмай.
Ләлә Лоҡман ҡыҙы әйтеүенсә, биопломбаны 45 йәшкә тиклемге кешеләргә ҡуйыу хәйерле. Ә балаларға ул бигерәк тә килешә. Йәш организмда матдәләр алмашыныуы тиҙерәк бара, биоматериалды ла ул нығыраҡ үҙ итә. Етмәһә, бала-саға ауыртыуҙан уттан ҡурҡҡандай шөрләй, ә бында теш каналына бөтөнләй ҡағылмайҙар.
Нимәнән ғибәрәтме “тере” пломба? Ҡайһы бер балаларҙа артыҡ теш үҫә бит? Шуны һурып ташлайҙар. Ошо теште ваҡлап, порошок хәленә еткерәләр ҙә химик эшкәртеүгә дусар итәләр. Кемделер был ысул һағайтып ҡуйһа, шуны өҫтәргә була: Ләлә Лоҡман ҡыҙы биопломбаны иң беренсе үҙенең улында һынап ҡарай. Һөҙөмтә иҫ киткес һәйбәт килеп сыға.
Яңы ысул менән дауаланыу бик ҡиммәттер инде? Юҡ шул. Бер һауыт биоматериал мең ярым һум ғына тора. Ул дүрт тешкә етә. Ғәҙәти теш яматыуға ҡарағанда осһоҙораҡ та килеп сыға. Сифатлы хеҙмәтләндереүҙәрен теләһәң, ауыртыуҙы баҫа торған сит ил уколына, пломбаһына, башҡарылған эшкә аҡсаны күберәк тә тотонаһың әле. Һәр хәлдә, был суммаға яҡшы итеп бер генә тешеңде дауалата алаһың.
Ни өсөн һуң шундай иҫ киткес асыш тураһында бөтә донъя шауламай? Ниңә сит ил табиптары бында тәжрибә уртаҡлашыр өсөн ағылмай? Нилектән халыҡ сират тормай? Беренсенән, теш сирҙәре йөрәк һәм башҡа ауырыуҙар кеүек туранан-тура кеше ғүмеренә янамай, тимәк, был өлкәлә консерватив алымдар менән эш итеүҙән зарар юҡ, тип һанайҙар. Яңы ысул патентланғас, башҡаларға бушҡа эләкмәйәсәк, тип тә аңларға мөмкин. Икенсенән, хикмәт – халыҡтың биопломба хаҡында хәбәрҙар булмауында. Билдәле, һәр яңылыҡ тиҙ генә көнкүрештә ҡулланыуға инеп китмәй, байтаҡ ваҡыт уҙа. Ҡыҙыҡһыныу тыуып, ихтыяж ҙурайһа, ишетеп ҡалып, сит илдәрҙән дә Өфөгә дауаланырға килмәҫтәр тимә...

“Тере пломба” уйҙырма түгелВинер Ғәбрәхим улы Ғафаров Ғафури районының Яңғыҙҡайын ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуа. Стәрлетамак медицина училищеһын тамамлай. Армия сафында хеҙмәт иткәндән һуң, Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡый. Студент сағында саңғы спорты, биатлон менән әүҙем шөғөлләнә. Спорт мастерлығына кандидат. Хеҙмәт юлын Өфөнөң 13-сө дауаханаһында башлай. Артабан 5-се поликлиникала начмед була, Мулдашевтың күҙ ауырыуҙары үҙәгендә эшләй. 1997 йылдан 2-се стоматология поликлиникаһын етәкләй. Икенсе юғары белем ала – Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын бөтөрә. Стоматология өлкәһендәге хеҙмәте өсөн орденға һәм миҙалдарға лайыҡ була.
Эштән һуң яратҡан шөғөлдәре менән булышып, йөрәгенә ял таба. Ваҡытында билдәле хирург Эрнст Мулдашев менән бергә донъяның төрлө төбәктәренә сәйәхәт итә. Бары Австралияла ғына булмай ҡала. Бигерәк тә боронғо индеец ҡәбиләләре төйәге Пасха утрауына сәфәр онотолмай.


Белгес кәңәше

Пародонтология бүлексәһе мөдире, медицина фәндәре кандидаты Лилиә Ринат ҡыҙы ӘҒЗӘМОВА:

– Күп кеше ауыҙ ҡыуышлығы сирҙәренән яфалана. Бигерәк тә стоматит – киң таралған күренеш. Сәбәптәре төрлөсә булырға мөмкин: ниндәйҙер микробтың үрсеп китеүе, тешкә ултырған ҡуныҡтың ташҡа әйләнеүе, ауыҙ ҡыуышлығының йәрәхәтләнеүе, химик бешеү, аллергия, тамаҡ ауырыуҙары... Бынан тыш, аҙ ҡанлылыҡты, ашҡаҙан-эсәк юлдарының һау түгеллеген белдереүе лә ихтимал. Әгәр ҙә стоматит бер нисә көндә үтмәй икән, тимәк, иммун системаһы көсһөҙләнгән, эсәк юлы сирҙәре булыуы бар.
Иң беренсе табипҡа күренеп, дөрөҫ диагноз ҡуйылыуы фарыз. Һәм, әлбиттә, тештәрҙе дөрөҫ таҙартып, тәрбиәләп, ауыҙҙы аптекаларҙа һатылған махсус шыйыҡсалар йәки аҡ сәскә (ромашка), пәйғәмбәр тырнағы (календула), йылан тамыры (шалфей) үләне төнәтмәләре менән сайҡатып торорға кәрәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 16

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 13

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 16

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 18

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 17

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 26

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 23

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 30

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 21