Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
БАҺИТИЯБАРЫҺЫ ЛА ҺИНЕҢ ТИРӘ-ЯҒЫҢДА

Ҡабаҡсыҡ
(кабачок)

Ҡабаҡсыҡ — ҡабаҡтың яҡын туғаны. Ризыҡ булараҡ та, дарыу булараҡ та ҡулланыла. Ҡабаҡсыҡтың "ысығын", йәғни ҡырҡылған урынынан сыҡҡан һутын, яраға һөртәләр, сайыр һымаҡ дауалай ул. Артыҡ өлгөрөп етмәгән йәшелсәне һай ғына итеп тишкеләп, сыҡҡан һутын ҡуйырғансы алмай торалар. Бына ошо "һағыҙ"ҙы йөрәк хәлһеҙләнгәндә, теңкә ҡороғанда тел аҫтына һалып һурыу көс бирә. Ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары менән яфаланғандарға, оло йәштәгеләргә алыштырғыһыҙ ризыҡ. Аҡһым да, май ҙа, органик кислоталар ҙа, калий менән кальций ҙа, фосфор ҙа бар унда. Шуға ла йәшелсә еңел үҙләштерелә, артыҡ холестеринды сығара.

Ҡабаҡсыҡ менән мышарҙан ҡайнатма

Мышар хәҙер боҙолоп бөткән тиерлек инде, әммә күләгәле ерҙәрҙә үҫкәнен һаман да йыйырға була. Уҙған ялда шундай урындан сүпләп алып ҡайттым да, һаҡлыҡҡа һалып ҡуйған ҡабаҡсыҡ менән ҡушып, ҡайнатма эшләп ҡуйҙым.
Ҡабаҡсыҡтың ҡаты тышсаһын ҡырҡып ташлағас, ваҡ ҡына итеп шаҡмаҡлап тураным, мышарҙы, теге юлы әйтелгәнсә, тоҙло һыуҙа ҡайнатып торманым — ҡырау уның ҡырҡыуын алып бөткән тиерлек инде. Икеһен бергә ҡушып, орлоғо алынған бер лимон, бер әфлисун тураным. Килоһына 1,3 кг нисбәтенән шәкәр һалдым (үткәндә яҙған алма менән мышар ҡайнатмаһында ла шул уҡ нисбәт булырға тейеш. — Авт.). Бер нисә сәғәт тотҡас, блендер менән иҙеп, ҡәҙимге ысул менән ҡайнатырға ҡуйҙым. Ҡайнап сыҡҡас, 30 минут самаһы һүрән утта бешереүҙе дауам итергә кәрәк. Был ҡайнатма — тәмлелеге өҫтөнә бик күп ауырыуҙарға дауа.

Ҡабаҡсыҡ ҡоймағы

Был йәшелсәгә аллергия булғаны теркәлмәгән. Ул үт юлдары, бауыр ауырыуҙарын дауалағанда ла ҡулланыла. Етмәһә, бәүелде лә ҡыуа, ябығырға ярҙам итә. Тимергә бай булыуы аҙ ҡанлылар өсөн үҙе бер шифа. Ул арзан да, етмәһә, оҙаҡ һаҡлана. Тик шуны иҫтә тотоғоҙ: боҫратып йә һүрән утта быҡтырып бешергәндә файҙалыраҡ.
Ҡоймаҡты бер нисә ысул менән ҡойорға була — уға һарымһаҡ, йәшел тәмләткестәр ҡушып, үткер тәмле итеп тә, сөсө итеп тә әҙерләнә ала. Иң ябай ысул — ҡабаҡсыҡты ваҡ ҡырғыс аша үткәрәбеҙ ҙә теләгән ҡуйылыҡта он ҡушабыҙ (шыйыҡ булмаһын — таралып торор), йомортҡа һытабыҙ. Шунан ғына тоҙ, һүндерелгән сода өҫтәргә мөмкин. Ныҡ итеп туғыйбыҙ.
Ҡыҙған табаға һалып ҡоймаҡ ҡоябыҙ. Әгәр ҡоймағығыҙ ҡалын килеп сыҡһа, әйләндергәс, 3-4 минут ҡапҡас менән ҡаплап бешерергә була. Табынға ҡаймаҡ менән дә, ҡайнатма менән дә ҡуйырға мөмкин.


Автор: Рубриканы яҙыусы Гүзәл Ситдиҡова алып бара.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә