Гөлнара менән Айрат Әминевтәр — Әбйәлил районында ғына түгел, республикала ла танылып өлгөргән эшҡыуарҙар. Үҙ тырышлыҡтары, ныҡышмаллыҡтары менән күтәрелгән был ғаилә.
Эйе, бөгөн уларға ҡарата мөнәсәбәт бер төрлө генә түгел. Әминевтәрҙең район өсөн, кешеләр хаҡына күпме көс һалғанын күрмәйенсә йә иһә күрергә теләмәйенсә, улар кеҫәһендәге аҡсаны иҫәпләүселәр ҙә етерлек. Моғайын, бик һирәктер "айға ла, көнгә лә ярай белеүселәр". Айрат менән Гөлнараның иһә был хаҡта уйланып, фәлсәфәгә бирелеп ултырырға ваҡыты юҡ. Улар — эш өҫтөндә, бизнестарын артабан да үҫтереү юлында. Бер эште алға ебәреүгә икенсеһе көтөп тора, бер юлы бихисап мәсьәләне хәл итергә кәрәк.
"Ул һиңә тиң түгел..."
Бөгөнгө бейеклеккә күтәрелеүе еңелдән булманы, әлбиттә. Күпме ҡаршылыҡты емерергә, күпме ауырлыҡты еңергә тура килгәнен улар үҙҙәре генә белә. Әммә шуныһы хаҡ: тырышлыҡ бөтәһен дә еңә, маҡсатына ынтылған кеше барыбер ҙә берәй ваҡыт ниәтен бойомға ашыра. Бөгөн һүҙебеҙ — ауырлыҡтар аша муллыҡҡа килгән, бер-береһенә терәк-таяныс булып, үҙҙәренең мәнфәғәтен күҙәтеп кенә ҡалмай, районыбыҙ өсөн иҫ киткес ҙур эштәр башҡарған Әминевтәр хаҡында.
Гөлнара — Михайловка ауылынан. Атаһы Сәфәрғәли Нурғәли улы оҙаҡ йылдар колхозда баш инженер булып эшләне, әсәһе Хәтфә Сабирйән ҡыҙы Таштимер ауыл Советы рәйесе булды. Бөтә күңелдәрен башҡарған вазифаларына һалған намыҫлы, тырыш кешеләр. Әлбиттә, улар баҫалҡы, эшһөйәр ҡыҙҙары өсөн буласаҡ тормош иптәшен яҡын-тирәнән, хәллерәк ғаиләнән ҡараштырған. Гөлнараның йорт тирәһендә белмәгән эше юҡ, бәләкәй генә сағынан һыйыр ҙа һауа, сөнки атай-әсәй көнө-төнө тиерлек эштә. Оялсан, ләкин егәрле ҡыҙыҡай дәрестәре, өй мәшәҡәттәре араһында яратҡан уҡытыусыһы Зөлфирә Зиннәт ҡыҙына ла ярҙам итергә өлгөрә.
— Әсәйем менән атайыма рәхмәт әйтәм: мине лә, ҡустым Маратты ла бәләкәйҙән эшкә өйрәттеләр. Өйҙөң таҙалығы, кәртә-ҡураның сүп-сарһыҙ булыуы, аш-һыу — былар минең өсөн һис ауырлыҡ тыуҙырмай ине, — ти Гөлнара.
Өҫтәүенә, мәктәптә гел "бишле"гә уҡый, комсомолка, спорт ярыштарында еңеүсе, дружина советы рәйесе... Ата-әсә ҡыҙҙарына ҡарап ҡыуанып бөтә алмай. Мәктәптән һуң Гөлнара иҡтисадсы һөнәрен үҙләштереп, колхозға ҡайтырға, сусҡа үрсетергә хыяллана. Йәйге каникул ваҡытында ла йәп-йәш кенә үҫмер ҡыҙыҡай иген эшкәртеүҙә ырҙын табағында эшләй, хатта уны бер ваҡыт ашлыҡ таҙартыусыларға бригадир итеп ҡуялар. Хеҙмәт кенәгәһе асалар. Шулай итеп, уның эш стажы мәктәп йылдарынан килә...
Һәр яҡлап бығаса шатландырып ҡына торған балаң көндәрҙән бер көндө Асҡар "хулиганы"на, үткер, ут кеүек Айратҡа ғашиҡ булһын әле! Туғыҙынсы класта ғына уҡып йөрөгән Гөлнараны унан теүәл биш йәшкә олораҡ был егет армиянан отпускыға ҡайтып, апаһы Зөлфирә Зиннәт ҡыҙына ҡунаҡҡа килгән сағында күреп ҡала. "Шәп ҡыҙыҡай, — ти уҡытыусы апаһы Айратҡа. — Ҡулдан ысҡындырма".
— Мине Айрат дәрестән саҡырып сығарҙы ла: "Һин миңә оҡшайһың", — тине. Унан кире армияға китеп барҙы. Хат алыша башланыҡ, – тип хәтирәләргә бирелеп, йылмайып ҡуя Гөлнара. — Ул бик ҡыйыу, тәүәккәл ине, ә мин йыуаш ҡына. Өйҙә ығы-зығы китте. "Әле һиңә кейәүгә сығырға иртә, уҡырға кәрәк, унан, шул Асҡар хулиганынан башҡа егет бөткәнме?!" — тип әсәйем "пыр" туҙҙыра. Ә миңә Айрат оҡшай. Үҙемдән өлкәнерәк булыуы ла, саялығы ла. Ул хеҙмәттән ҡайтыуға, мин мәктәпте тамамланым. Айрат бер ваҡытта ла эргәмә бүләкһеҙ килмәне. Хатта кейем-һалым да бүләк итә ине. Мине үҙе ниндәй итеп күрергә теләй, шулай кейендерҙе. Дуҫлашып ҡына йөрөгәндә бер мәл ике сумка туп-тулы кейем килтергән. Шул саҡта уҡ мин Айраттың киләсәктә үҙемә ҙур терәк буласағын аңланым. Мөнәсәбәттәребеҙ саф дуҫлыҡтан ары китмәгән осорҙа ла ул үҙенсә минең өсөн яуаплылыҡ тойған. Шулай, икебеҙ ҙә Өфөлә, ауыл хужалығы институтында уҡып йөрөйбөҙ. Мин сәстәремде мәктәптәгесә үреп ҡуйғанмын. "Әйҙә әле, ошонда ғына инеп сығайыҡ, — ти Айрат. — Сәсеңде киҫтерәйек". Үҙәк баҙар эргәһендәге бөҙрәханаға алып инде, миңә матур прическа яһанылар. Ә егетем миңә ҡарай ҙа эй ҡыуана үҙе!.. Пигмалион Галатеяны нисек хыялындағыса әүәләгән, Айрат та мине шулай үҙенсә тәрбиәләп алды...
Гөлнара бөгөн сикһеҙ ғорурлыҡ менән әйтә был һүҙҙәрҙе. Ләкин юғарыла инде беҙ уның ниндәй ғаиләлә үҫеүен, кеше өсөн иң мөһим әхлаҡи ҡанундарҙы кескәйҙән үҙләштереүен әйткәйнек. Дөрөҫ, тәүәккәллек, ҡыйыулыҡ, тормошҡа бүтәнсәрәк ҡараш, иҫәп-хисапты белеү — былары инде, ысынлап та, Айраттың хеҙмәте.
Өйләнешкәндәрендә Гөлнараға 19 ғына йәш була. Йәш кәләш ысын-ысынында үҙен терәкле итеп тоя. Айратының ҡулынан килмәгән эш юҡ. Берәй киноға йә театрға барһалар, башҡалар өсөн билет юҡ — ә ире биш минутҡа юғалып тора ла, балҡып, билет тотоп килә. Ғаиләһе өсөн үҙен һәр яҡлап яуаплы тойған Айрат, уҡыуҙан тыш, өс-дүрт урында эшләп тө өлгөрә. Урам да һеперә, транспортта контролер булып та йөрөй, оркестрға ла етәкселек итә һәм... ул замандарҙа бик ҡаты хөкөм ителгән "алыпһатарлыҡ" һөнәрен дә ҡуймай.
— Минең дә стипендиям менән бергә айына 300 һум сыға торғайны, — тип хәтерләй Гөлнара Сәфәрғәли ҡыҙы. — Барыбер тәүҙәрәк ауыр булды. Кейәүҙәренең бик егәрле икәнлеген күреп, яҡындарым мөнәсәбәтен үҙгәртте, ярҙам да иттеләр. 1989 йылда улыбыҙ тыуҙы, оҙаҡламай, өсөнсө курстан һуң, мин ситтән тороп уҡыу бүлегенә күстем.
Әлбиттә, тормошта барыһы ла ыңғай ғына бармай. Һәр төрлө ҡытыршылыҡтар Әминевтәрҙе лә һағалап ҡына тора. "Бар яраштыра, юҡ талаштыра" — ни тиклем оло дөрөҫлөк йәшеренгән әлеге әйтемдә! Ә йәш ғаиләлә, ғәҙәттә, барынан юғы күберәк. Ауыл хужалығы институтында урман хужалығы инженеры һөнәрен үҙләштергән Айрат та ғаиләһе менән тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа Гөлнара — бухгалтер, ә Айрат мастер булып урынлаша. Тик башҡарған эшенән һис тә генә ҡәнәғәтлек таба алмай егет. Ошо сәбәпле ғаиләлә ваҡыт-ваҡыты менән аңлашылмаусанлыҡ килеп тыуғылай. Бығаса үҙенә өр-яңы донъя асҡан көслө рухлы ире ни өсөн ҡапыл тәүәккәллек, ныҡлыҡ кеүек күркәм сифаттарын юғалтып ҡуйҙы һуң әле? Яҙмышынан нисек "йәшеренергә" маташа беҙҙең ир-ат? Эйе, рюмка төбөнә ҡарап. Ә уны ҡулға алып, бер йотоуҙан саҡ ҡына еңеллек кисерҙеңме — артабан "йәшел йылан"дың һине һаҙлыҡҡа һөйрәүен көт тә тор. Илап та, ялбарып та, әрләшеп тә рәт сыҡмағас, ҡатын айырылырға була. Ирен ул әле лә ярата, йәлләй, ләкин ундағы көтөлмәгән көсһөҙлөктө күреп, йәне үртәлә, күңеле әрней.
"Мин көслөрәк булып сыҡтым түгелме? — тип уйлана йәш ҡатын йоҡоһоҙ төндәрендә. — Ә ул көсһөҙ... Хәҙер улым менән мин кемгә арҡа терәргә тейеш?"
— Гөлнара артабан да минең менән ҡала алмауын белдергәс, кинәт башыма һуҡҡан кеүек булды. Нисек инде? Мин бит һаман да уны өҙөлөп яратам. Уның мөхәббәтен яулау өсөн күпме көс һалдым! Ә улым?! Шунан мин берҙән-бер сабыйымды ла ғүмерлеккә юғалтаммы инде? Һәм нимәгә алданып... Ул көндәр ҡурҡыныс төш кеүек булып ҡалды, — ти Айрат хәҙер. — Ҡырҡа ҡарарға килдем: кәләшем, улым хаҡына тормошомдо үҙгәртергә тейешмен!
Һәм үҙгәртә лә. Бының менән Айрат Зиннәт улы йәнә үҙенең көслө ихтыярлы кеше булыуын раҫлай, сөнки, беләһегеҙ, "йәшел йылан" тотҡононан ысҡына алыусылар бик-бик һирәк.
— Айрат эсеүен ҡапыл өҙҙө. Унда — йәшәүгә һыуһау тип әйтәйемме — ҙур бер ынтылыш тыуҙы, — Гөлнара ул мәлдәрҙе ҡабат күҙ алдынан үткәрә. — Әлбиттә, әрәмгә уҙған йылдар йәл, әммә әгәр беҙҙең тормошта шул ауырлыҡтар булмаһа, бөгөнгө хәлебеҙгә, әлеге бизнесҡа, бәлки, юл да асылмаҫ ине, тип уйлайым.
Ирле-ҡатынлы Әминевтәргә ҡарайым да тағы бер һоҡланам: утын-һыуын кисеп, яҡшыһын да, яманын да бергә кисереп, бер-береһенә ҡарата оло тойғолары һүрелмәгән, улар һаман да бер-береһен һөйә, ихтирам итә. Әгәр Гөлнара бөгөн: "Беләһегеҙме, мин донъяла иң бәхетле ҡатын", — тип әйтә ала икән, тимәк, был ысынлап та шулай. Ә улдарынан ата-әсә бик ҡәнәғәт. Айҙар быйыл Башҡортостан дәүләт аграр университетын тамамлай.
Яңыса йәшәргә өйрәнеү
Бөтәбеҙҙең дә көнитмеше теге йәки был дәрәжәлә бизнесҡа, алыпһатарлыҡҡа бәйле — Әминевтәр шундай фекерҙә. Урамда еләк һатып ултырыусы ҡатын, үҙе бәйләгән ойоҡбаштарҙы баҙарға сығарыусы әбей, йә булмаһа фотоға төшөрөүсе, кемгәлер түләүле хеҙмәт күрһәтеүсе... Моғайын, уларҙың һүҙендә хаҡлыҡ барҙыр.
Асылда Айрат Әминев бизнес менән йәштән шөғөлләнгән: туйҙарҙа фото төшөрөү, кинотаҫма әҙерләү... "Ни өсөн үҙ эшеңде асмайһың?" — тиеүселәр була, ә егет, күрәһең, нимәгә булһа ла ныҡлап тотонорға күңеле менән әҙер булмағандыр. Көндәрҙән бер көндө ул хәл итә: бары тик һәр яҡлап азат кеше генә үҙен тулыһынса бәхетле тоя ала. Ә ул азатлыҡты матди бойондороҡһоҙлоҡ ҡына алып килә. Тик шул саҡта ғына ул башҡалар, тәү нәүбәттә, ғаиләһе, шулай уҡ үҙе мөкиббән яратҡан Асҡар ауылы, тыуған ере өсөн ниҙер эшләй аласаҡ.
Уй-фекерҙәре менән уртаҡлашҡас, Гөлнараһы уны күтәреп ала. "Мин һиңә ышанам", — ти ул һөйгәненә.
— Миңә автобус туҡталыштарын рәткә килтерергә тәҡдим иттеләр. Ә-ә-ә... Уға тиклем күмәртәләп тауар һатыу базаһын булдырып ҡараныҡ. Күңел ятмай ҙа ҡуя. Ниҙер етешмәй. Эштән ҡәнәғәт түгелмен. Киттем. Мине аңламаны, әлбиттә, етәксем, — тип хәтерләй Айрат. — Тәүге уңышым — туҡталыштарҙа киоскылар ҡуйҙым. Асҡар күҙ алдында үҙгәртеп китте. Быға тиклем асыҡ һауала автобус көтөргә мәжбүр булған халыҡ та ҡәнәғәт, мин дә... Ғөмүмән, иң тәүҙә буласаҡ эшемде күҙ алдына килтерәм. Магнитогорск яғынан район үҙәгенә ингән урында алама ғына бер бина ултыра. Ә ни өсөн ауылым ҡапҡаһы ошолай йәмһеҙ булырға тейеш һуң әле, тип уйлайым. Матур кафе, транспортты хеҙмәтләндереүсе оҫтахана, ҡунаҡхана һәм башҡалар күҙ алдыма килә. Хәҙер һеҙ минең хыялдағы комплексты күрәһегеҙ...
"Элита" исемен йөрөткән был комплексты булдырыу өсөн Әминевтәргә фатирҙарын һатырға, өҫтәп кредит та алырға тура килә. Һыу каналы бинаһы урынында бөгөн кафе-бар, ҡунаҡхана, мунса, бильярд бүлмәһе, йәштәр клубы, автойыуғыс, банкет залы — барыһын бергә туплаған күркәм комплекс күрәбеҙ. Оло эшкә тотонғанда эргәңдә ышаныслы кешең булыуы кәрәк. Һаман да район хакимиәтендә эшләп йөрөгән ҡатынына Айрат бизнесты бергәләп дауам итергә тигән тәҡдимен еткерә.
— Һинән дә ышаныслыраҡ кемем бар, — тип, күҙҙәренә мөлдөрәп ҡараған иренең үтенесен кире ҡаға алмай Гөлнара.
Шулай итеп, хеҙмәтләндереү, кухня, ҡунаҡхана өлкәләре Гөлнараға тапшырыла. Айрат үҙе яңы объекттар төҙөй, баҙарҙағы сауҙа нөктәләренә етәкселек итә. Ҡасандыр "Аҡ ҡайын" баҙарында эшҡыуарҙар һалҡында ла, эҫелә лә урамда сауҙа итә ине, бөгөн улар өсөн йылы кибеттәр булдырылған. Ә баҙар һаман киңәйтелә, үҫә бара.
Ҡасан ғына әле Комсомол урамында урынлашҡан "Алмастау" ҡунаҡханаһы бер ниндәй йүнле йәшәү шарттары булмаған, ҡараңғы һәм һөмһөҙ бер йорт ине. Башҡа район үҙәктәрендәге ҡунаҡханалар менән сағыштырырлыҡ түгел. Әминевтәр әлеге "Алмастау"ҙы һатып алды ла уны заманса отелгә әйләндереү эшен башлап ебәрҙе. Шәхси предприятиеның үҙ төҙөлөш бригадаһы атҡарҙы күп эште. Бөгөн ҡунаҡхананы танымаҫлыҡ. Йөҙ кешелек тантаналар залы юғары зауыҡ менән биҙәлгән, бында аҙна һайын йә туй, йә тыуған көн байрамы үтә. Ә ҡунаҡхана бүлмәләре ыҫпайлығы, уңайлылығы менән үҙенә тартып тора. "Ҡунаҡ ихатаһы" ("Гостиный двор") иң яҡшы сит ил отелдәре менән дә ярыша алалыр. Йәй көндәре башҡортса йыһазландырылған тирмә ҡуйыла. Уның тирәһендә эшләүселәр мотлаҡ милли кейемдә. Һәм, әлбиттә, килгән ҡунаҡтарға телеңде йоторлоҡ милли аш-һыу тәҡдим ителә. "Ҡунаҡ ихатаһы"ның иҫ киткес зауыҡлы эшләнгәнен һәм биҙәлгәнен күреп, мин дизайнеры кем икәнлеге менән ҡыҙыҡһындым.
— Барыһы ла Айраттың ижад емеше, — тине Гөлнара. — Ул бит бик һәләтле рәссам да...
Эшҡыуарлыҡ тәүәккәлдәрҙе ярата
Район үҙәгендә "Төҙөлөш ихатаһы"ның ("Стройдвор") эшләй башлауы ла әбйәлилдәр өсөн бик тә ҡыуаныслы ваҡиға булды.
— Хәҙер кеше күп төҙөй, яңы йорттар һалына, һәр кем көнкүрешен яҡшыртырға тырыша. Бәләкәй генә сөй өсөн дә ҡалаға сабыу эшме ни! — тип үҙе үк халыҡ өсөн шатлана эшлекле бизнесмен. — Беҙҙә хаҡтар шул уҡ Магнитогорскиҙағы һымаҡ. Кил, йәнең теләгәнеңде һайлап ал — бөтәһе лә һатып алыусы өсөн.
"Төҙөлөш ихатаһы" булдырыу өсөн Әминевтәр банктан ике миллион һум кредит алған, ай һайын 110 мең һум түләп барырға кәрәк булған. Төҙөлөштө тиҙ тамамлағандар, ә инде дүрт айҙан сауҙа үҙәге табыш килтерә башлаған.
— Ҡурҡырға ярамай. Бизнестың бер йүнәлешендә уңмайһың икән, икенсеһен башла, өсөнсөһөн... Беҙ алыпһатарлыҡ өлкәһендә генә лә дүрт мәртәбә эшләп ҡараныҡ, — бизнестың тәүәккәлдәрҙе яратыуын Айрат Әминевтән дә яҡшыраҡ аңлаған берәйһе бармы икән?
Эшҡыуарҙар бизнестарын Өфөлә йә Магнитогорскиҙа түгел, ә мотлаҡ үҙебеҙҙә, Әбйәлилдә, киңәйтергә хыяллана. Илһөйәрлек тойғоһо көслө Әминевтәрҙә. Тиҫтә йылдан ашыу район үҙәге уртаһындағы ҡайынлыҡ бикле тора. Ағастар ҡартая, йәштәре ултыртылмай. Аулаҡта эсергә теләүселәр ҡайынлыҡтың бигенә ҡарап тормай, билдәле. Ә ҡасандыр асҡарҙарҙың ғорурлығы булған урын сүп-сар ояһына әүерелә бара. Айрат менән Гөлнара киләсәктә бында ял баҡсаһы эшләү теләге менән яна. Шәп хыял. Һәм ул мотлаҡ бойомға ашыр — быға ышанам, сөнки Әминевтәр тотонған эштең уңышлы дауам итерен һәр кем белә.
Эшҡыуарҙар мәрхәмәтлек акциялары ла уҙғара. Йыш ҡына һәр төрлө сараларға күпләп аҡса бүләләр, ә инде Рауил ауылында урынлашҡан балалар йорто менән райондың инвалидтар йәмғиәте Әминевтәрҙең ярҙам-шәфҡәтен даими тойоп йәшәй. Хеҙмәт ветерандарын гәзит-журналдарға яҙҙырыу, спорт ярыштарын финанслау, йәш таланттарҙы күтәреү — был эштәр Әминевтәр өсөн яңылыҡ түгел.
— Һеҙ бик көсөргәнешле тормошта йәшәйһегеҙ. Ял итеп буламы һуң? — тип һорамай булдыра алманым.
Ни тиһәң дә, Гөлнара ҡәйнәһе менән егерме йылдан ашыу татыу йәшәй белгән килен дә бит әле. Нәжиә апай иһә килененән үтә лә ҡәнәғәт, балаларына бәхет кенә теләп ултыра. Улы менән килене йортҡа төн урталарында ғына ҡайтып инә, унда ла әле эш хаҡында кәңәш-төңәш итеү туҡтамай. Өҫтәүенә, Тирмән ауылында үҙ йорттарын һалалар. Ҡайҙа инде бында ял!
Ләкин мин яңылышҡан булып сыҡтым. Айрат менән Гөлнара концерт-спектаклдәргә йөрөргә лә, сит илдәргә сәйәхәт ҡылырға ла, хатта йылына бер тапҡыр шифаханаға барырға ла өлгөрә, Греция, Төркиә, Ғәрәп илдәре, Мысыр, Ҡытай һәм башҡа ерҙәрҙә булып, үҙҙәренә тәьҫораттар, бизнестарына тәжрибә өҫтәп ҡайтҡан икән дә баһа улар!
— Беҙҙә утыҙҙан ашыу кеше эшләй, ҡайһы бер мәлдә етмеш-һикһән булып китәләр. Бөтә ошо коллективтың эшенә күҙ-ҡолаҡ булырҙай ышаныслы хеҙмәткәрҙәребеҙ бар, — тип аңлата улар.
Беҙ Әминевтәрҙең ҡул аҫтында эшләүселәр тураһында яҙыуҙы маҡсат итеп ҡуйманыҡ, уларға артабан да уңыштар юлдаш булһын. Ә инде үҙҙәренә килгәндә, улар халыҡ өсөн дә хеҙмәт итеү өҫтөндә. Айрат Зиннәт улы бына инде бер нисә саҡырылыш рәттән район Советы депутаты, һайлаусылар уның өсөн ихлас тауыш бирә. Улар белә: был эшҡыуарҙар уларҙың мәнфәғәтен ҡайғырта.
Социаль ғәҙелһеҙлек, эшһеҙлек, эскелек, һуҡбайлыҡ кеүек иләмһеҙ күренештәрҙең артыуы уларҙы, ирле-ҡатынлы Әминевтәрҙе, битараф ҡалдырмай.
— Берәҙәктәр күбәйә. Мөмкинлек булыу менән мин улар өсөн приют төҙөр инем. Әҙәм балаһы һис юғында көнөнә бер мәртәбә ҡайнар аш менән туҡланырға тейеш, уның баш өҫтөндә ҡыйығы ла булһын. — Айрат был маҡсатын яҡын киләсәккә билдәләгән.
Арабыҙҙа хәлле, бай милләттәштәребеҙ күбәйгән һайын халҡыбыҙ ҙа күтәреләсәк. Айырыуса Гөлнара менән Айрат Әминевтәр кеүек халыҡ, тыуған ер тип өҙөлөп торған эшҡыуарҙарыбыҙ булғанда.