Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Есемеңде асыр исемең
Малайҙар өсөн
Муллабай ғәр., баш. — мулла (уҡымышлы кеше)+бай; бала белемле булһын тигән теләктә ҡушылған исем
Муллағол ғәр., баш. — мулла+ғол (ҡол)
Муллағәли // Муллағәле ғәр. — мулла+ғәли
Муллағәләм ғәр. — мулла+ғәләм
Муллаҡай ғәр. — “мулла” һүҙенең иркәләү формаһынан
Мулланур ғәр. — мулла+нур
Муллаян ғәр., фарс. — мулла+йән; бала уҡымышлы булһын тигән теләктә ҡушылған исем
Муллаяр ғәр., фарс. — мулла+яр
Мулләхмәт ғәр. — мулла+әхмәт
Муса ғәр. — пәйғәмбәр исеменән (һыуҙан сығарып алынған; бала)
Мусабай ғәр., баш. — ир бала, ул, улан
Мырҙа фарс. — 1. ҡусты; түрә балаһы; 2. ир-ат исемдәренең бер өлөшө булып йөрөй
Мырҙабай фарс., баш. — мырҙа+бай
Мырҙабулат фарс., ғәр. — мырҙа+булат; ҡорос һымаҡ ныҡ бала
Мырҙагилде фарс., баш. — мырҙа+килде
Мырҙағол фарс., баш. — мырҙа+ҡол
Мырҙағәли // Мырҙағәле фарс., ғәр. — мырҙа+ғәли
Мырҙаҡай фарс. — “Мырҙа” исеменең иркәләү формаһынан
Мырҙахан фарс., баш. — мырҙа+хан
Мәғдән ғәр. — металл, аҫыл таш
Мәғдәнур ғәр. — мәғдән+нур
Мәғзүм ғәр. — гонаһһыҙ, саф
Мәғмүр ғәр. — йәшәүсе; төҙөк, һәйбәт; сәскә атыусы
Мәғриф ғәр. — аңлы, белемле
Мәғрүф ғәр. — атаҡлы, данлыҡлы, танылған, билдәле
Мәғсүм, Мәғәсүм ғәр. — гонаһһыҙ, саф
Мәғсүт, Мәҡсүт ғәр. — ниәт итеп, теләп алынған
Мәғәриф ғәр. — аңлы, белемле
Мәғәфүр ғәр. — кисерелгән, ғәфү ителгән
Мәжит ғәр. — данлы, маҡтаулы
Мәзит ғәр. — артыу, күбәйеү, ишләнеү
Мәлик ғәр. — батша, солтан, хаким
Мәлих ғәр. — һөйкөмлө, яғымлы, гүзәл
Мәмбәт ғәр. — маҡтауға лайыҡ (“Мөхәмәт” исеменән ҡыҫҡартылған)
Мәмбәтҡол ғәр., баш. — мәмбәт+ҡол
Мәргән бор. төрк., монг. — оҫта, төҙ атыусы, мәргән
Мәрғүп ғәр. — теләп, көтөп алынған
Мәрҙән // Мәрдән фарс. — ир-егет; батыр
Мәрүән фарс. — яҡшылыҡ билдәһе
Мәрүәр ғәр. — 1. ынйы, гәүһәр; 2. ир кеше; батыр, ғәйрәтле
Мәрһәм ғәр. — бальзам; күңел йыуатҡыс
Мәсғүт, Мәсәғүт ғәр. — бәхетле
Мәүли ғәр. — теләп, һорап алған; әфәнде
Мәүлит // Мәүлет ғәр. — 1. тыуған ер, тыуған ил; 2. тыуған көн; 3. байрам; Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең тыуған көнө
Мәүлитбай // Мәүлетбай ғәр., баш. — мәүлет+бай
Мәүлитйән // Мәүлетйән ғәр., фарс. — мәүлит+йән
Мәүлитдин // Мәүлетдин ғәр. — мәүлит+дин
Мәүлитҡол // Мәүлетҡол ғәр., баш. — мәүлит+ҡол
Мәүлитхан // Мәүлетхан ғәр., баш. — мәүлит+хан
Мәүләүи ғәр. — ғалим, уҡымышлы
Мәхийән // Мәхйән ғәр., фарс. — 1. айға оҡшаш, матур; 2. йән биреүсе, терелтеүсе
Мәхмүт ғәр. — маҡтаулы, маҡталған
Мәхмүтйән ғәр. — мәхмүт+йән
Мәхтүм ғәр. — 1. ҡәҙер-хөрмәткә лайыҡ; 2. дин әһелдәре балаларының ҡушаматы
Мәһәҙи // Мәһәди ғәр. — тура юлда тороусы; өйрәтеүсе
Нағман ғәр. — 1. ғәрәп исеме “Нуман”дан; 2. ҡан
Надир ғәр. — бик һирәк осрай торған
Назар ғәр. — 1. уй, ҡараш, иғтибар; 2. ярҙам, яҡшы ниәт
Назарбай ғәр., баш. — назар+бай
Назарғол ғәр., баш. — назар+ғол
Назим ғәр. — 1. тәртипкә һалыусы, ойоштороусы; 2. шағир
Назип ғәр. — аҫыл зат, аҡһөйәк (“Нәжип”тән үҙгәртелгән)
Наиб // Наип ғәр. — урынбаҫар, ярҙамсы
Наиб фарс. — һирәк осрай торған, берҙән-бер
Наил ғәр. — бүләк, мираҫ; вариҫ
Найман — боронғо монгол ырыуы атамаһынан
Нарат монг. — ҡарағас; ныҡ булһын тигән теләктә ҡушылған
Наҡый ғәр. — саф, таҙа
Нарбулат фарс. — көслө, ғәйрәтле+булат
Нариман фарс. — ғәйрәтле, батыр
Нарынбай фарс., баш. — нарын (ғәйрәт)+бай
Насибулла ғәр. — насип+улла (Аллаһ); Аллаһ биргән бала
Насип // Насиб ғәр. — яҙмыш, өлөш

Ҡыҙҙар өсөн

Нәсилә ғәр. — нәҫел; тоҡомдо дауам итеүсе
Нәсимә ғәр. — йомшаҡ ел; йомшаҡ күңелле
Нәсихә ғәр. — ысын дуҫ; кәңәшсе
Нәсиә ғәр. — күркәм, матур
Нәфиға ғәр. — файҙа килтереүсе; табыш; игелек
Нәфилә ғәр. — бүләк
Нәфисә ғәр. — матур, күркәм
Нәһәр ғәр. — йылға, шишмә
Орҡоя ғәр. — күңелде тартыусы, үҙенә йәлеп итеүсе; алдан барыусы; тылсымлы
Орҡоямал ғәр. — орҡоя+ямал; күңелде яулаусы, сибәр
Өлфәт ғәр. — дуҫлыҡ, мөхәббәт
Өминур ғәр. — өмм (әсә)+нур; нур хужаһы
Өммиә // Өмиә ғәр. — әсә, инә кеше
Өммө ғәр. — инәһе, әсәһе, ҡыҙ баланың әсәһе, хужаһы
Өммөниса ғәр. — өммө+ниса (ҡатын-ҡыҙ исеменең бер өлөшө)
Өмөтбикә фарс., баш. — өмөт итеп, көтөп алған ҡыҙ
Өмөямал // Өмъямал ғәр. — әсәнең иң матур ҡыҙы

* баш. — башҡорт һүҙе, фарс. — фарсы һүҙе, бор. — боронғо, ғәр. — ғәрәп һүҙе, неол. — неологизм (яңы үҙләштерелгән), монг. — монгол һүҙе, лат. — латин һүҙе.

"Башҡорт исемдәре" (авторҙары — Т.Х. Кусимова һәм С.Ә. Бикҡолова) китабынан алынды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Үлемһеҙ полк» акцияһына онлайн ҡушылырға саҡырҙы
Республикала бер айҙан ҡабанға һунар башлана

Республикала бер айҙан ҡабанға һунар башлана 05.05.2026 // Йәмғиәт

12 майҙан республиканың Экология министрлығында һунарсыларҙан рөхсәт ҡағыҙы алыуға ғаризалар ҡабул ......

Тотош уҡырға 1

Республикала Еңеү көнө уңайынан 68 ветеран түләү алды

Республикала Еңеү көнө уңайынан 68 ветеран түләү алды 05.05.2026 // Йәмғиәт

Йыл һайын түләү Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында хәрәкәттәге армияла хеҙмәт иткән йәки хәрби хәрәкәттәр ......

Тотош уҡырға 2

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла 05.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 1

Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана

Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана 05.05.2026 // Йәмғиәт

Был үҙгәрештәр һауа киңлеген файҙаланыу буйынса ғәмәлдәге сикләүҙәргә бәйле....

Тотош уҡырға 1

Республикала аномаль эҫе булыуы көтөлә
Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә

Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә 04.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Еңеү парадының нисек үтәсәге билдәле булды

Башҡортостанда Еңеү парадының нисек үтәсәге билдәле булды 04.05.2026 // Йәмғиәт

9 майҙа Башҡортостандың баш ҡалаһында 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 81 ......

Тотош уҡырға 1

Ишембайҙа «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһы ҡуйыла

Ишембайҙа «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһы ҡуйыла 04.05.2026 // Йәмғиәт

Ишембайҙа «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһы ҡуйыла...

Тотош уҡырға 3

Республикала йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә

Республикала йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә 04.05.2026 // Йәмғиәт

Республикала йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда бала табыу йорттарының береһендә апрелдә 24 игеҙәк тыуған

Башҡортостанда бала табыу йорттарының береһендә апрелдә 24 игеҙәк тыуған 04.05.2026 // Йәмғиәт

Республика клиник перинаталь үҙәгендә яҙҙың икенсе айы өсөн ҡыуаныслы статистика мәғлүмәттәре менән ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда өс көнгә һауа торошо: ямғыр, йәшен һәм +22° тиклем йылыта

Башҡортостанда өс көнгә һауа торошо: ямғыр, йәшен һәм +22° тиклем йылыта 04.05.2026 // Йәмғиәт

Шаршамбы, 6 майҙа, һауа температураһының +22° тиклем күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 1


Комментарий өҫтәргә