Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Яҡты иҫтәлеге онотолмай
Дошманды дөмбәҫләп, ғәрәсәтле һуғыш юлдарынан әйләнеп ҡайтыу бәхетенә өлгәшкән яугирҙәрҙең иң йәштәре лә бөгөн туғыҙынсы тиҫтәһен теүәлләп килә, сафтары йылдан-йыл һирәгәйә. Әйтәйек, беҙҙең районда йәмғеһе тиҫтәләгән ветеран ғына иҫән.

Яҡташыбыҙ, һуғыштың башынан алып аҙағына хәтлем ҡатнашҡан яугир Хәлит Мөтиғулла улы Байморатов 1904 йылдың яҙында Ҡашҡар ауылында тыуған, әммә бәләкәй сағынан етем ҡалған малай Исмәғил ағайы менән Гөлзәминә еңгәйҙәре тәрбиәһендә үҫкән. Зирәклеге менән тиҫтерҙәренән айырылып торған бала башланғыс белемде тыуған ауылында алған.
Ауыл Советтары өсөн кадрҙар әҙерләү буйынса туғыҙ айлыҡ курсты тамамлағас, рәсми хеҙмәт юлын 1925 йылда Юлдыбай ауыл Советы секретары булып башлай. Тура, йор һүҙле, эшкә һәләтле комсомол егеттең ихласлығын һәм белемгә ынтылышын күреп, ике йылдан Өфөгә рабфакка уҡырға йүнәлтәләр, унан һуң партияның Хәйбулла район комитетында бүлек мөдире вазифаһына тәғәйенләйҙәр. Йәш коммунистың һәләтен һиҙемләгән етәкселек бер аҙҙан Х. Байморатовты тағы Өфөгә КПСС-тың өлкә комитеты ҡарамағындағы марксизм-ленинизм мәктәбенә уҡырға ебәрә. Унан һуң партияның өлкә комитетында инструктор итеп ҡалдыралар. Ул унда 1933 – 1937 йылдарҙа эшләй. Артабан Баймаҡ районына икенсе секретарь вазифаһына күсерелә. Эшенә мөкиббән бирелеп, бурыстарын намыҫлы башҡарған Хәлит ағайҙы Матрай районының ҙур ғына ауылдарының береһенә, йәғни Воскресенка ете йыллыҡ мәктәбенә, директор итеп ебәрәләр. Ә ике йылдан, йәғни 1941 йылдың сентябрендә ул һуғышҡа оҙатыла.
Калининград фронтында 39-сы удар армияға ҡараған 361-се уҡсылар дивизияһының 925-се артиллерия полкы штабында писарь-секретарь булып хеҙмәт итә башлай. Бер аҙҙан уны Буй танк училищеһына уҡырға оҙаталар, ә һуңынан 5-се танк полкының 10-сы гвардия дивизияһында СУ-122 командиры итеп тәғәйенләйҙәр. Күп ауыл, ҡалаларҙы азат итешеүҙә ҡатнаша. Һуғышты гвардия өлкән лейтенанты Байморатов политрук дәрәжәһендә тамамлай.
Тыуған төйәгенә ул 1956 йылдың яҙында ғына ҡайтып төшә һәм ең һыҙғанып эшкә тотона. Әлбиттә, партия ҡайҙа ҡуша, шунда эшләй. “Ҡыҙыл Йылайыр” колхозы рәйесе, Матрайҙа партком секретары, Яманһаҙ менән Иҫәнгилде мәктәптәре директоры вазифаларын башҡара. Аҙаҡ, балалар ишәйгәс, 1956 йылда тыуған ауылына ҡайтып, йорт һалып төпләнеү маҡсатында башланғыс класс балаларын уҡыта. Өй һалып өлгөрөүен-өлгөрә, ләкин һалдатҡа унда йәшәү бәхете теймәй, сөнки ҡаты ауырығандан һуң 58 йәшендә вафат була.
Өлгөлө ғаилә башлығы Хәлит Мөтиғулла улы Аҡъяр һылыуы Латифа Талип ҡыҙы менән өс ҡыҙға һәм өс улға ғүмер бирә. Алты балаһы ла юғары белемгә эйә була. Бишәүһе – хеҙмәт ветераны, әле хаҡлы ялда.
– Атай-әсәйебеҙ менән ғорурланабыҙ. Улар беҙгә дөрөҫ тәрбиә биреп, уҡытып, ысын кеше итеп үҫтерҙе, – ти коллегам, мәғариф ветераны, икенсе ҡыҙы Ирина Хәлит ҡыҙы. Өлкән кейәүе, Ҡашҡар ауыл Советының ветерандар ойошмаһы рәйесе Хәйҙәр Юлдыбаев һөйләүенсә, зыяратта мәрмәр ташлы ҡәбер бар. Һәр яҙ һайын өҫтөндә ап-аҡ булып күпереп, тирә-яҡҡа иҫерткес хуш еҫ бөркөп муйыл сәскә ата. Ул – оло йөрәкле ир-уҙаман, иленең һәм халҡының патриоты, яугир, уҡытыусы, өлгөлө ғаилә башлығы Хәлит Байморатовтың мәңгелек йорто.


Автор: Фәрит РӘМОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә