Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Аусы һәм сеймал йыйыусы
Аусы һәм сеймал йыйыусыҒүмере буйы Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарында белем биргән Сәлиха Сәйетгәрәй ҡыҙы Бакирова тиҫтә йыл әүәл иренең тормошо менән таныштырғайны. Ҡадир Һаҙый улы иһә башҡорт сәнғәтен илһамлы ижади хеҙмәте менән данлаған күренекле режиссер, педагог, йәмәғәт эшмәкәре булыр.

Ул ваҡытта минең иғтибарҙы башҡорттарҙың үткән быуат башындағы йәшәү рәүешен, торлағын, кейемдәрен, ялын, кәсептәрен сағылдырған фотоһүрәттәр ҙә йәлеп итте. Улар, моғайын, сәхнә әҫәрҙәрен ҡуйғанда, актерҙарға кейем һайлағанда ҡулланылғандыр, күргәҙмәләр ойоштороу өсөн дә файҙаланылғандыр.
Һәр ҡәрҙәшебеҙгә мәғлүм: ҡанбабаларыбыҙҙың төп кәсептәренең береһе һунарсылыҡ булған. Эпостарҙа, хикәйәттәрҙә, риүәйәттәрҙә әйтелеүенсә, ауламаған йәнлеге, атмаған ҡошо, тотмаған балығы ҡалмаған башҡорттоң. Айыу, бүре, төлкө, ҡуян, мышыға ла һунар иткәндәр, шоңҡар сөйөп тә йәнлек, ҡош типтергәндәр. Ошо рәүешле ризыҡ та ейгәндәр, өҫ-баштарын да бөтәйткәндәр, бөтмөрлөктәрен үә таҫыллыҡтарын да күрһәткәндәр.
Фотоһүрәттәрҙең береһе тап ошо күренеште сағылдыра: үткер ҡарашлы, мыйыҡлы ике ир-уҙаман, һунар эте, мылтыҡ, кеше буйы бүре тиреләре. Ҡош-кейек аулау шөғөлөнә үтә әүәҫе, хиресе, аусыны аяғы туйҙыра тигәне — Хәбир Хөснөтдин улы Хөснөтдинов. Икенсеһе — тире һәм башҡа нәмәләр йыйыусы Сәйетгәрәй Мөхәммәтгәрәй улы Гәрәев, Сәлиха Сәйетгәрәй ҡыҙының атаһы. Ул 1883 йылда тыуған, батша армияһында хеҙмәт иткән, арыу ғына урыҫса һөйләшкән, Дәүләкән районының Ҡыҙрас ауылында совет осоронда сеймал әҙерләүҙе ойошторған. Ике уҙаман да үҙ шөғөлдәренең алдынғылары булып торған, йүнселлеге, уңғанлығы өсөн 1936—1938 йылдарҙа хөрмәт грамоталары менән бүләкләнгән. Хеҙмәт һөйөүсәнлек, тырышлыҡ, булдыҡлылыҡ ҡәрҙәштәре тарафынан юғары баһаланған.
Ҡайһы ғына мәлгә баҡһаң да, олатайҙарыбыҙ, өләсәйҙәребеҙ, бабайҙарыбыҙ, ағайҙарыбыҙ ҡул ҡаушырып йөрөмәгән, хәйерселәмәгән, күңеле тартҡан кәсеп менән шөғөлләнгән: көтөү-көтөү мал баҡҡан, ҡорт ҡараған, урман ҡырҡҡан, мәғдән сығарған, ҡуҙсыҡҡандарының утын һүндермәгән, хеҙмәт ҡоралдары яһаған, еләк-емеш йыйған, балыҡ тотҡан, йәғни һис төңөлмәй донъя көткән. Сәйетгәрәй Мөхәммәтгәрәй улы менән Хәбир Хөснөтдин улы ла бөтә хикмәт тир түгеүҙә икәнен, шуға ла һәр даим эшләмәк кәрәклеген, шул ваҡытта хур булмаҫын яҡшы аңлаған.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең осорҙа күп шөғөлдәр һүнеп ҡалды, шулай уҡ сеймал әҙерләү ҙә. Мал аҫраған, шуның менән көн күргән ауыл халҡы һыйыр, һарыҡ, ат тиреһен ҡайҙа итергә белмәй, ташлай. Әлбиттә, йүнселдәргә сеймал йыйыуҙы ойоштороу үҙе бер шөғөл булыр ине.


Автор: Б. СӘЛИМЙӘНОВ. Район: Дәүләкән районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә