Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Шундай олатай йәшәй беҙҙә...
Шундай олатай йәшәй беҙҙә...Сәйетбабаның Үҙәк урамын халыҡ Татыулыҡ урамы тип тә йөрөтә. Оло хеҙмәт юлы үткән хөрмәтле ветерандар йәшәй бында: Миңнур Мәүлетҡолов, Зәйтүнә Рахманғолова, Хәйҙәр Фәйзуллин, Мәүә Фәттәхова, Мөнирә Ғәзизова, Тутыя менән Кәбир Мәүлетҡоловтар, Әҡсән Шәрипов, Минзәр Рахманғолова, Хәфиҙә һәм Уйылдан Шәриповтар, Клара Ибраһимова, Роза менән Ханнан Байбулдиндар, Мөхтәр Рәхимғолов, Гөләйфә Сөләймәнова...

Балалар үҫтереп, хәҙер ейән-ейәнсәренән, бүлә-бүләсәренән ҡәҙер күреп ултырған олатай-өләсәй улар. Һәр береһе заманында ил күтәргән ауырлыҡты үҙ иңдәрендә татып, "тормош академияһы"н ҡыҙыл дипломға тамамлаған, йәш быуынға фәһем бирерлек аҡыл эйәләре. Уларҙың һәр береһе маҡтауға лайыҡ. Ауылымдың ҡото, йәме булып оҙаҡ йәшәһәгеҙ ине, хөрмәтле аҡһаҡалдар, ағинәйҙәр!
Мәҙинә өләсәйем мин бәләкәй саҡта ошолай һамаҡлап ултырыр ине: "Ун биштә — сабый, егермелә — аҡыл кермәй, утыҙҙа — уйнап торор, ҡырҡта — ҡыран төлкөләй, иллелә — ил ағаһы, алтмышта — алғыр бүреләй, етмештә — ерән төлкөләй, һикһәндә — һикереп атҡа менә алмаҫ, туҡһанда — туңҡайып ятыр..."
Баш ҡаланың Конгресс-холл сәхнәләрен дер һелкетеп, йырлап-бейеп тамашасыларҙы таң ҡалдырған аҡһаҡал һәм ағинәйҙәрҙең сығышын ҡарағандан һуң, өләсәйемдең һамағын саҡ ҡына үҙгәртеп ебәрергә булдым: һикһәндә — һикереп төшөп бейеп китер, туҡһанда ла туҡтамаҫ...
Ошо көндәрҙә 85 йәшен билдәләгән, ғүмеренең 43 йылын балаларға тарих уҡытыуға биргән оло йөрәкле педагог Әҡсән Әйүп улы Шәрипов — туҡһанда ла туҡтамаҫ кешеләрҙең береһе. Ғаилә, мәктәп, йәмғиәт эше өсөн янып, тормоштоң ҡап уртаһында әле лә ҡайнап йәшәй ул. Хәләл ефете Суфия Фәрүәз ҡыҙы Жданова менән (хәҙер мәрхүмә инде) 53 йыл бергә татыу ғүмер кисерҙе. Бер ҡыҙ, биш малай үҫтереп, уҡытып, һәр береһен оло тормошҡа сығарҙылар.
Ғүмер юлы, ысынлап та, аҡҡан һыу кеүек. Сәйетбаба урта мәктәбе, Стәрлетамаҡ уҡытыусылар әҙерләү институты... Барыһы ла әле генә булғандай. Студент эскәмйәһенән яңы ғына күтәрелгән егетте Ҡурған өлкәһенең Сафакүл районындағы Оло Солтан ете йыллыҡ мәктәбенә директор һәм тарих уҡытыусыһы итеп ебәрәләр. Оло тәжрибә туплана, етәксенең хеҙмәте яҡшы баһалана.
Әммә тыуған яҡтар барыбер үҙенә тарта. Бер нисә йыл уҡытҡандан һуң, Әҡсән Әйүп улы Ғафури районына ҡайта. Толпар, Йөҙимән ауылдарында уҡытыусы, директор вазифаларын башҡара. Татыу, тырыш коллектив туплауға өлгәшә. Уҡытыу-тәрбиә эшен юлға һалыу, мәктәп баҡсаһы булдырыу, аллеялар ултыртыу — барыһы ла уңған директорҙың тырышлығы.
Ырымбурҙағы Чкалов исемендәге педагогия институтының тарих бүлеген ситтән тороп уңышлы тамамлаған педагог ғаиләһе менән үҙенең тыуған ауылына эшкә ҡайта. Ҡатыны Суфия Фәрүәз ҡыҙы урыҫ теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен уҡыта. Әҡсән Әйүп улы тарих, йәмғиәтте өйрәнеү, хоҡуҡ нигеҙҙәре дәрестәрен алып бара.
Уҡытыу-тәрбиә эшендәге юғары күрһәткестәре өсөн ул "РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы", "Башҡорт АССР-ы мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы" тигән почетлы исемдәргә лайыҡ була. Бихисап Маҡтау грамоталары ла педагогтың хеҙмәтенә юғары баһа.
Уның ораторлыҡ оҫталығы 37 йыл дауамында комсомолды, партияны пропагандалаусы булып эшләүендә асыҡ сағыла.
2002 йылдан хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, ул — ветерандар советының алыштырғыһыҙ рәйесе. Ауылда 600-ҙән ашыу һуғыш һәм хеҙмәт ветераны йәшәй. Оло йәштәгеләрҙе ҡарау өсөн алты кеше беркетелгән. Ҡышҡылыҡҡа утын хәстәрләү, ололарҙың үтенесен ҡәнәғәтләндереү — быларҙың барыһы ла рәйестең күҙ уңында.
Сәйетбаба ауылында Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре онотолмай — уларҙың һаны меңгә яҡын. Әҡсән Шәриповтың атаһы Әйүп Шәрифулла улы ла, 1942 йылда һуғышҡа алынып, Ленинград фронтында немецтарға ҡаршы батырҙарса һуғыша. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тыуған ауылына, ҡатыны, береһенән-береһе бәләкәй балалары янына әйләнеп ҡайта алмай, яу ҡырында ятып ҡала. Һуғыштан ғәзиз кешеләрен көтөп ала алмағандар һәр өйҙә тиерлек бар. Әҡсән Әйүп улы мәктәп уҡыусылары менән бергәләп ҡаһарман ауылдаштарының хәтерен мәңгеләштереү йәһәтенән яуҙа һәләк булған яугирҙәрҙең исемлеген төҙөй. Өс йыл дауамында барған эҙләнеүҙәр һөҙөмтәһендә 212 кешенең исеме асыҡлана. Был эштә ул ваҡытта мәктәптең өлкән пионервожатыйы булып эшләгән Тәнзилә Хәкимованың да ярҙамы ҙур була. Урындағы партком секретары Уйылдан Шәриповтың, колхоз рәйесе Аҙнабай Йәноҙаҡовтың, ауыл халҡының берҙәм тырышлығы менән Сәйетбаба ауылында мөһабәт обелиск асыла. Хәҙер был урындан йәйен дә, ҡышын да тере сәскәләр өҙөлмәй. Яңы өйләнешкән йәштәрҙең ихтирам йөҙөнән батыр ауылдаштары иҫтәлегенә ҡуйылған обелискыға килеп баш эйеүе матур йолаға әүерелде.
Ветеран мәктәп, йәмғиәт тормошондағы бер саранан да ситтә ҡалмай, күңел биреп ҡатнаша. Егерме йыл һуҙымында Нәфисә Сәғәҙиева менән урындағы радио аша ауылдаштарына хәйерле иртә теләп, яңы хеҙмәт көнөнә дәртләндереүсе лә ул.
Әгәр Әҡсән ағайыбыҙ уҡытыусы һөнәрен һайламаһа, мотлаҡ артист булыр ине, тигән уй йыш ҡына башҡа килә, сөнки уға Хоҙай һәләтте йәлләмәгән. Үҙен белә башлағандан алып ошо көнгәсә ул — һәүәҫкәр артист.
Балалар баҡсаһына йөрөгәндә, мәктәптә уҡығанда, Яңы йыл байрамы етеүен көтөп, ихлас ҡыуанып йөрөгәнем иҫтә. Имеш, Ҡыш бабай иң тәүҙә беҙҙең ауылға килә икән. Ҙурая төшкәс, ул "ысын" Ҡыш бабайҙарҙың үҙебеҙҙең уҡытыусыларыбыҙ Әҡсән менән Ханнан ағайҙар булғанын белеп ҡалдым. Сәйетбаба театрына "халыҡ" исеме бирелеүендә лә Әҡсән Шәриповтың өлөшө ҙур. Халыҡ яратып ҡараған өсөн уға һәр ваҡыт төп ролдәрҙе бирәләр: Нәжиб Асанбаевтың "Һыу юлы"нда — Ҡәҙерғол ҡарт, Мәжит Ғафуриҙың "Ҡара йөҙҙәр"ендә — Кәрим бай, Сәрүәр Суринаның "Аласыбар атыңды менеп йәнем" пьесаһында — ҡоҙа, Мөнир Ҡунафиндың "Ике ус бойҙай"ында Әнүәр булды ул.
Барыһына шөкөр итеп, тыуасаҡ көнгә яҡты өмөт бағлап йәшәй Шәриповтар. Ошо көндәрҙә 85 йәше тулыу айҡанлы юбиляр бихисап ҡотлау ҡабул итә. Ҡапҡа төбөнән еңел машиналар өҙөлмәй: балалары йә уҡыусылары килеп хәл белеп китә.
— Хәрәкәттә — бәрәкәт. Шунһыҙ тормош алға бармай, — ти хеҙмәт ветераны. — Тик ятырға форсат юҡ, йәшелсә, еләк-емеш үҫтерәм. Баҡса тултырып бәрәңге сәсәм. Суфия апайыңдың ғына тормоштан иртә китеүе күңелде әрнетә. Ҡайғы-ауырлыҡтарҙы еңеү, тормошта йәшәү өсөн аҡыл зирәклеге, күңел сафлығы, рухи байлыҡ та кәрәк икән.


Автор: Зөбәржәт ҒӘЗИЗОВА. Район: Ғафури районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 0

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә