Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡытай малайы өләсәй таптыра
Ҡытай малайы өләсәй таптыра— Лоло ҡайҙа? Миңә лоло кәрәк...
Йоҡоһонан уянған ҡытай малайы Пан Щан, өләсәһенең юҡлығын күреп, уны таптыра башлай. Ике ай эсендә бигерәк өйрәнгәйне шул.

Сажиҙә Йәғәфәр ҡыҙы Сөләймәнова Ҡытайҙа йәшәүсе ейәнсәре Лилиә янына ҡунаҡҡа килгәйне, ике ай ваҡыт үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалғандар. Хэбэй ҡалаһында йәшәүсе кейәүе Джан Юн Фон, ейәнсәре Лилиә, уларҙың балалары һигеҙ йәшлек Лина менән дүрт йәшлек Пан Щан өләсәй ризыҡтарына кинәнеп йәшәнеләр. Сажиҙә апай ҡытай аҙыҡтарын үҙ итә алмағас, үҙебеҙсә рәхәтләндереп туҡмаслап һурпа бешерә, картуф бәлештәре менән һыйлай.
Яҙмыш ейәнсәрен ҡытай егете менән таныштыра. Ҡырғыҙстанда баҙарҙа һатыусы булып эшләгән Лилиәгә Ҡытайҙан тундар алып килгән Джан Юн Фон иғтибар итә. Бер-береһен оҡшатып ике йыллап осрашып йөрөгәндән һуң, йәштәр тормоштарын бәйләй. Ҡыҙҙары Лина тыуа. Уға дүрт йәш тулыуға, атай кеше: "Минең балам ҡытай телен белеп үҫергә тейеш!" — тип Лилиәне үҙҙәренә алып ҡайтып китә. Өс йылдан һуң малайҙары донъяға килә. Хәҙер инде уға ла өс йәш.
Лилиә Пекинға йөрөп эшләй. Көн дә иртән ике сәғәтлек юл үтә. Уға йыш ҡына Ҡытай тауарҙары менән Мәскәүгә лә барырға тура килә. Сауҙа вәкилдәренә Рәсәйҙә Лилиә күп осраҡта тәржемәсе ролен башҡара. Магазин тигәс тә, беҙҙәге һымаҡ түгел икән. Унда төрлө тундар күрһәтеп ҡуйылған. Һатып алыусы килә лә үҙенә оҡшағанын кейеп ҡарай, ҡайһы бер ерҙәрен үҙгәртергә ҡуша, тәҡдимдәрен индерә, шунан һуң ғына уның үлсәме буйынса заказ ҡабул ителә. Һуңынан әҙер тауарҙы алырға килә.
Ҡырғыҙстанда йәшәүсе кешеләр хаҡында ни өсөн һөйләй әле был, тигән һорау тыуыр уҡыусыла. Эш шунда: Сажиҙә апайҙың ата-әсәһе Сабиха Рәхим ҡыҙы Әхмәтйәнова менән Йәғәфәр Закир улы Сөләймәнов икеһе лә тыумыштары менән Дәүләкән районының Айырыҡол (хәҙер Искәндәр) ауылынан. 1932 йылда хәлле йәшәгән кешеләрҙе кулак мөһөрө һуғып алып китә башлағас, байтаҡ ғаилә Урта Азия яҡтарына сығып китергә мәжбүр була. Ауылдаштар Әхмәтйәновтар менән Сөләймәновтар ҙа Ҡырғыҙстандың Ош ҡалаһына барып һыйына. Ана шунда осрашып, танышып өйләнешә лә инде Сабиха менән Йәғәфәр. Бер-бер артлы дүрт балалары — Рауза, Абдулбарый, Рауил һәм Сажиҙә тыуа. Үҫеп буйға еткән Сажиҙә Татарстандан апаһына ҡунаҡҡа килгән Наил Дәүләтшин исемле егет менән таныша. Армиянан яңы ғына ҡайтҡан егет, ҡыҙҙы оҡшатып, ошонда эшкә ҡала. Ике йылдан ғаилә ҡороп ебәрәләр. Ринат исемле улдары менән Алһыу исемле ҡыҙҙары тыуа. Лилиә — Алһыуҙың өлкән ҡыҙы, икенсеһе — Виктория. Сажиҙә апай үҙе лә, ҡыҙы менән улы ла, бәләкәс ейәнсәре лә әле Ҡырғыҙстандың Ҡарабалта ҡалаһында йәшәй.
Дөрөҫөрәге, Сажиҙә апай ике өйҙә ғүмер итә, тиһәк тә була. Хаҡлы ялға сыҡҡас, ул ата-әсәһенең тыуған төйәге Башҡортостанға ҡайтып, Рәсәй гражданлығын ала. Шуға йылдың бер нисә айын мотлаҡ Башҡортостанда үткәрә. Атайҙары бер туған булған Ирек Һаҙый улы менән уның тормош иптәше, билдәле яҙыусы Мөкәрәмә Садиҡова апайҙарға ҡайта. Өфөлә лә, Йәрмәкәйҙә лә, Серафимовкала ла көтөп алынған ҡәҙерле ҡунаҡ ул.
Сит ерҙәрҙә тыуып үҫһә лә, бер ҙә туған телен онотмаған, ғаиләлә балаларының барыһына ла үҙ телен өйрәтеп үҫтергән ата-әсә. Һәр кемгә лә ғәзиз шул туған тел. Ана бит ҡытай кейәүе лә: "Минең балаларым ҡытайса белеп үҫергә тейеш", — тип үҙ иленә алып ҡайтып киткән. "Бүләсәрем Лина Ҡырғыҙстанда тыуғас, урыҫса һәйбәт белә, үҙебеҙсә лә аңлай, тик һөйләшә алмай, — ти Сажиҙә апай. — Ул миңә Ҡытайҙа тәржәмәсе булып йөрөнө. Көнөнә ике тапҡыр балалар менән тышҡа сығабыҙ. Улар майҙансыҡта уйнай. Шунда үҙҙәренең ейәндәре менән ултырған ҡытай әбейҙәре миңә нимәлер әйтә, аңламағас, тегеләргә яуап бирә алмайым. Шунан Лина килеп тәржемә итеп китә. Улар минең ҡайҙан килеүемде, ҡайҙа йәшәүемде, исемемде һорайҙар, үҙҙәренә сәй эсергә саҡыралар икән. Телде белмәгәс, аралашып булмай инде, ымлашып аңлашҡан булдыҡ шунда”.
Балалар гәзитендә эшләгәс, мин Сажиҙә апайҙан Ҡытайҙағы мәктәп, уҡытыу тураһында ла һораштым.
— Балалар иртәнге һигеҙҙән бишкә тиклем мәктәптә була. Өс сәғәт уҡығас, өйгә сумкаһыҙ ғына ҡайталар ҙа, ял итеп, 2-гә тағы китәләр. Мәктәпкә барғанда юл аша үтергә кәрәк, машиналар күп, хәрәкәт көслө, шуға өлкәндәрҙең баланы оҙатып ҡуйыуы мотлаҡ. Ғаиләлә кемдер берәүҙең өйҙә тороуы мөһим. Нисек уҡыталар икән тип мәктәпкә инеп ҡарарға уйлағайным, рөхсәт итмәнеләр. Сәбәбен былай тип аңлаттылар: өс йыл элек билдәһеҙ кешеләр, мәктәпкә инеп, 20 баланы һәм уҡытыусыларҙы атып үлтергән, шуға сит кешеләрҙе хәҙер ихатаға ла керетмәйҙәр.
Артабан Сажиҙә апай уҡыу тәртибе, билдәләр хаҡында ла үҙе белгәндәрҙе һөйләне:
— Ҡытай балалары каникулға 5 июлдә генә туҡтай. Уҡыуҙы беҙҙәге кеүек, 1 сентябрҙә башлайҙар. Яңы йылды февраль айында ҡаршылайҙар. Өлгәш өсөн билдә түгел, ә балл ҡуялар. Иң яҡшыһы — 97-98 балл. 100 балл йыйыусылар бик һирәк икән. 35-тән 47-гә тиклем балдар беҙҙәге насар билдәләргә тура килә. Ундайҙарҙы хатта икенсе йылға класында ултыртып ҡалдыралар. Мәктәпте тамамлаған саҡта бирелгән документҡа насар билдәләргә өлгәшеүселәрҙең ҡайһы өлкәлә эшләй алмаясағы яҙыла. Мәктәптә уҡыу түләүле.
Туҡланыуҙары менән дә ҡыҙыҡһынғас, Сажиҙә апай түбәндәгеләрҙе һөйләне:
— Ашағандары дөгө лә соя инде. Күберәк төрлө үлән, тәмләткестәрҙе, йәшелсә салаттарын, емештәрҙе ҡулланалар. Диңгеҙ аҙыҡтарын да файҙаланалар. Кейәү бигерәк тә ҡабырсаҡ бешереп ашарға ярата. Биш минут ҡайнар һыуға һалып алһаң, әҙер ҙә була уныһы. Шуны соҡоп, ашап ултырырға әүәҫ.
Мин уларҙың ризығын ашай алмағас, үҙебеҙсә рәхәтләндереп төрлө аштар бешерҙем. Туҡмас киҫеп, итле аш әҙерләгәйнем, барыһына ла оҡшап ҡалды. Дөгө ашын да яраттылар. Билмәнгә кинәнделәр. Картуф, дөгө, һуған, йомортҡа һалып, бәлеш бешерҙем. Ҡытайҙа икмәк бөтөнләй юҡ тиерлек, булғаны ла ниңәлер татлы итеп әҙерләнгән. Шуға икмәк тә һалдым, көлсә лә бешерҙем, ҡоймаҡ та ҡойҙом.
— Ейәнсәрең йәшәгән Хэбэй ҡалаһынан тыш тағы берәй ергә барҙығыҙмы? — тип тә ҡыҙыҡһындым.
— Лилиә эшләгән Пекин ҡалаһында булдыҡ. Таҙа, матур ҡала, бик оҡшаны. Хэбэйҙы ауыл тип иҫәпләй үҙҙәре. Ә беҙҙең күҙлектән ҡарағанда, ул ҙур ҡала. 36-шар ҡатлы йорттар бар, күпселеге 15-әр ҡатлы. Бәләкәй өйҙәр бөтөнләй юҡ. Ейәнсәремдең ял көндәрендә ғаиләләре менән бергә зоопаркка, баҡсаларға ял итергә йөрөнөк. Ике ай эсендә Ҡытайҙа бер иҫеректе, бер хәйер һораған кешене күрмәнем.
— Урындағы халыҡтың үҙенә генә хас ниндәйҙер бер үҙенсәлекле яҡтары хәтереңдә ҡалдымы?
— Ҡытайҙарҙың бер йолаһы бар икән. Өйләнгәндә ҡыҙ менән егеттең икеһенең йәшен бергә ҡушҡанда, мотлаҡ 50 йәш булырға тейеш. Мәҫәлән, ҡыҙға 23 икән, егеткә 27 йәш тулыу мөһим. Шунан тағы ошоға иғтибар иттем: ҡытай халҡы, ғөмүмән ҡарағанда, йәш күренә. Тик 50 йәшкә еткәс, тиҙ генә ҡарт сырай инә, йыйырсыҡтар күпләп барлыҡҡа килә.
— Ҡытайса әҙерәк өйрәндегеҙме?
— "Һаумы", "Һау бул" кеүек сәләмләү һүҙҙәрен беләм инде. Ейәнем — бүләм мин ҡайтып киткәс ике көн: "Лоло ҡайҙа? Миңә лоло кәрәк!" — тип илаған. "Лоло" — беҙҙеңсә өләсәй тигән һүҙ. Үҙенең исеме — Пан Щан – бөркөт мәғәнәһен аңлата. Кейәүҙең ата-әсәһе юҡ, шуға минең килеп үҙемсә ярҙам итешеп ҡайтыуыма бик күңелдәре булды. Лина бүләсәрем быйыл III класта уҡый. Инглиз телен өйрәнә башланылар. Уға 13 йәш тулғас, атаһы ҡыҙын Ҡырғыҙстанға тотош йәйге каникулға тел өйрәнергә ебәрмәксе, урыҫса ла белеп үҫһен, кәрәге тейер, ти.
Бына шулай етмеште үткән Сажиҙә апай, ил-сиктәр тип тормай, әле Ҡытайҙы, әле Башҡортостанды ҡыҙырып йөрөп ята. Үҙе бында тыуып үҫмәһә лә, ата-әсәһенең тыуған ерен, туғандарын онотмай аралашып йәшәй. Киләсәктә лә шулай дәртле, теремек булып йәшә, бәхетле ҡартөләсәй — лоло!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 16

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 13

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 16

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 18

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 17

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 26

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 23

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 30

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 21