Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Архангелдәр яҡшыраҡ тормошҡа лайыҡ
Районыбыҙ гүзәл тәбиғәтле, саф һауалы, йылға-күлгә, урман-тауға бай төбәктә урынлашҡан тип әйтһәм, һис яңылышмаҫмын. Инфраструктураһы яйға һалынған, республиканың баш ҡалаһына яҡын, юл селтәре лә яҡшы, тимер юл да бар. Халыҡ мәғарифы, мәҙәниәт, сәнғәт, етештереү һәм идара итеү өлкәләрендә республика, Рәсәй күләмендә танылған кешеләр ҙә байтаҡ сыҡҡан был ерҙән. Ысынлап та, ҡасандыр һауынсыларыбыҙ республикала беренселәрҙән булып Ленин ордены алды, ә М.Горький исемендәге миллионер колхоз Бөтә Союз халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә даими ҡатнашты. Совет власы осоронда 20 — 25-әр мең гектар һөрөнтө ер була торғайны. Үҙгәртеп ҡороу, унан һуң яңыртыу башланды, ахыр сиктә, ҡулайлаштырыуға ла сират етте.

Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы М.Н. Иҫәнбаев 1928—1929 йылдарҙа республика райондарындағы халыҡ кәсебен һәм мәшғүллеген тикшергәйне. Ул осорҙа 45 төрлө бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ йүнәлеше теркәлгән. Коллективлаштырыу һөҙөмтәһендә илдә йүнселлек кимәле ҡырҡа түбәнәйҙе. Быны шул осорҙағы дәүләт сәйәсәтенең кире яғы тип әйтергә лә мөмкин. Кеше шәхси башланғыстан ситләшеп, ауыр осорҙа үҙен аҡлаған колхозға күсте. Коллектив хужалыҡтар бөтөрөлгәс, нимә эшләргә, ҡайҙа барырға белмәй, халыҡ юғалып ҡалды. Районыбыҙҙа һуғыштан һуңғы осорҙағыса етештереүҙең түбәнәйеүе, халыҡ һанының кәмеүе күҙгә ташланып тора: һөрөнтө ер майҙаны ун тапҡырға кәмене, киләсәкһеҙ тип танылған 30 ауыл ер йөҙөнән бөтөнләйгә юҡҡа сыҡты. Образлы әйткәндә, ярыҡ ялғаш янында ҡалдыҡ.
Шулай ҙа күңел төшөнкөлөгөнә бирелергә ярамай. Райондың рухи һәм мәҙәни яңырыуын республикабыҙҙың дөйөм үҫеше, Башҡортостандың беренсе Президенты М.Ғ. Рәхимовтың эшмәкәрлеге менән бәйләйбеҙ. М.З. Рәхмәтуллин, В.Я. Карклин кеүек эшҡыуарҙарҙы, ҙур фермер хужалыҡтары төркөмөн айырып билдәләргә кәрәк. Минең өсөн яҡын булған Тәүәкәс ауылына газ үткәреү һымаҡ ваҡиғалар халыҡтың матди һәм рухи тормошон яҡшыртыу йәһәтенән ҙур әһәмиәткә эйә. Туғаным Рим Солтанов ауылда үҙ аҡсаһына мәсет һалды, улым Нәдир уны аудио-видеоаппаратура менән йыһазландырҙы. Һуңғы ваҡытта Тәүәкәс һәр яҡлап төҙөкләнә, матурлана. Бының өсөн ауыл Советы рәйесе Ф.Х. Аҫылғужинға һәм бөтә ауылдаштарыма рәхмәт әйтергә кәрәк.
Шулай ҙа ниңәлер районыбыҙ республикала үткәрелгән байтаҡ акцияларҙан ситтә ҡала. Баш ҡаланан 200 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Белорет районында Өфөнөң "Уҫманғәле" тигән юлдаш ҡалаһы проекты эшләнгән икән. Урбанистика серҙәренә төшөнөп етмәйем, әммә бындай "фантастик" проекттар яҡлымын тип әйтә алмайым. 1970 йылда БАССР-ҙың Министрҙар Советында СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалындағы ҡайһы бер хеҙмәттәрҙе урынлаштырыу өсөн Архангел районында рекреация зонаһын ойоштороу проекты менән танышҡайным. Хәҙер ул онотолдо инде. Шулай ҙа тейешле төҙәтмәләр индереп, ошо идеяны ниңә артабан үҫтермәҫкә?
2009 йыл аҙағында республикабыҙҙа эске туризмға арналған конференция уҙғарылғайны. Унда 12 туристик-рекреация районы билдәләнде. Тик ниңәлер был исемлектә лә беҙҙең район юҡ. Туризм Архангелдә әлегә тиклем ҡырағай булып ҡала. Күптән түгел генә Тәүәкәс ауылындағы Инйәр буйында булып үткән ваҡиғаларҙың төп сәбәбен тап ошонан эҙләргә кәрәк.
Өс йыл элек "Башҡортостандың ете мөғжизәһе" республика акцияһы ойошторолғайны, унда ла беҙҙең объекттар ҡатнашманы. Һис юғында районыбыҙ күләмендә үҙебеҙ өсөн булһа ла ситтән килеүселәрҙең иғтибарын йәлеп итерлек күренекле урындарҙы билдәләйек. Йоҡонан уянырға ваҡыт.
"Бындай хәлгә кем ғәйепле? Артабан ни эшләргә һуң?" тигән мәңгелек һорау тыуа.
Һуңғы дүрт йылда район хакимиәтендә генә дүрт башлыҡ алмашынды. Шуларҙың береһе (исем-шәрифен әйтеп тормайым) гәзиттә, "Әлбиттә, йолаларҙы тергеҙергә кәрәк. Ләкин ауылда үҙ тырышлығы менән аҡса эшләргә теләүселәр аҙ. Уның ҡарауы, мөмкинлек етерлек: эшкәртерлек ер ҙә бар, ағас эшен ойошторорға була. Ләкин беҙҙә бөтәһен дә етәкселектең әҙерләп биреүенә күнеккәндәр", тигән фекер белдерҙе. Уның менән бер ҙә килешмәйем. Ғаиләһен туйындырыу, балаларының уҡыуына аҡса түләү өсөн ир-егет "мигрант"ҡа әүерелергә мәжбүр бит. Бәғзеләре Ғафури, Ҡырмыҫҡалы һәм бүтән күрше райондарға эшкә китә, күпселеге Көнбайыш Себергә юллана. Сит-ят ерҙә, ҡағиҙә булараҡ, уларҙың хоҡуҡтары, урындағы халыҡ менән сағыштырғанда, байтаҡҡа сикләнгән, матди, әхлаҡи ҡыйынлыҡтар ҙа байтаҡ. Әйткәндәй, профессор Иҫәнбаев ерҙе яңынан коллектив эшкәртеүгә әйләнеп ҡайтыу мөмкинлеген инҡар итмәй.
Икенсе яҡтан, элекке етәкселәрҙең сығышы ҡайһы яҡтан икән, тигән һорау тыуа. Тәүге өс башлыҡҡа илдәге хоҡуҡи тәртипһеҙлек осоронда эшләргә тура килде. Икенсенән, мине ғәфү итһендәр, улар барыһы ла сит райондарҙан булып сыҡты. Хужалар төрлө сәбәп арҡаһында бер-береһен алмаштыра торҙо. Яңы килгән етәксе әүәлгеһенең ыңғай тәжрибәһенә таяныуҙан мәхрүм булды. Уларҙы тәғәйенләгәндә уҙған дәүерҙең "партия ҡушыуы буйынса" тигән принцибынан сығып эш иткәндәрҙер, моғайын. КПСС ағзаһы икән, тимәк, ул сәнәғәт предприятиеһына, завод-фабрикаға йәки колхозға мотлаҡ етәкселек итә, институт йәки ресторан директоры булып эшләй. Ниһайәт, хәлде тамырынан үҙгәртерлек, колхоз-совхоздарҙы бөтөрөү һөҙөмтәһендә тупланған, муниципаль мөлкәтте таратҡан кешеләрҙе яуаплылыҡҡа тарттырырлыҡ урындағы белгес башлыҡ итеп тәғәйенләнде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, район әле лә байтаҡ күрһәткес буйынса һуңғы урындарҙы биләүен дауам итә. Был мәҡәләмдә райондағы сәнәғәт тармағындағы һәм ауыл хужалығындағы хәлде телгә алып тормайым, түбәндәгеләрҙе генә әйтмәксемен.
Республиканың Мәҙәниәт министрлығында муниципаль райондарҙың заказына ярашлы "2013 — 2015 йылдарға адреслы инвестиция программаһы" төҙөлдө. Ул әле экспертиза үтә. Әгәр дәүләт заказы раҫланып, аҡса бүленһә, Архангел ауылын һәм ҡайһы бер башҡа биләмәләрҙе электр һәм һыу менән тәьмин итеү башланасаҡ. Архангел районынан килгән заказдар күпселек осраҡта ауыл биләмәләренең генераль пландарын төҙөү менән генә сикләнеүе күҙгә ташлана. Ниңә башҡалар программаға ҙур сығым талап иткән бассейн, боҙ майҙансыҡтары төҙөү кеүек объекттарҙы индерә ала? Республика Президенты Рөстәм Хәмитов 2014 йылды “Мәҙәниәт йылы” тип иғлан итте. Үрҙә әйтелгән "Адреслы программа"ға төҙәтмәләр индереп, яңы мәҙәниәт усаҡтары төҙөүгә (Тәүәкәс, Айытмәмбәт һ.б. ауылдар), ғәмәлдәгеләрен үҙгәртеп ҡороуға иғтибарҙы йүнәлтеүгә ерлек бар. "Кадрҙар барыһын да хәл итә!" тигән лозунг бөгөн дә әһәмиәтен юғалтмай.
Халыҡ мәғарифы тармағын ҡулайлаштырыу йәһәтенән дәүләт бала табыуҙы дәртләндерә, матди яҡтан тәьмин итә. Шул уҡ ваҡытта ауылдарҙа мәктәп ябыла, уҡытыусылар һаны ҡыҫҡартыла, балалар йорттары һәм интернаттар бөтөрөлә. Сабыйҙар артһын, пособие түләнһен, күп балалы ғаиләләргә бушлай ер бирелһен, ә мәктәп менән ауыл Советы 10 — 30 саҡрым алыҫлыҡта булһа ла ярай. Бала тапмаһаң — аҡса юҡ, ә тапһаң — ҡиммәткә төшә. Ҡаҙна аҡсаһын һаҡлау маҡсатында тыуымды арттырыу идеяһынан баш тартыу өсөн нигеҙ тыуҙырмаймы был хәл? Бәлки, һүҙем хаҡ түгелдер. Шулай ҙа, кешеләр, уяу булығыҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872